-4 °С
Болотло
“Аныҡ эштәр” проекты киләһе йылда ла дауам итәсәк. Был проект буйынса 255 миллион һум аҡса бүленгән.
Әйтергә кәрәк, программаға ярашлы, быйыл төбәктәрҙә бик күп эштәр башҡарылды. Уларҙа халыҡ үҙе лә әүҙем ҡатнашты. Проект шарттарына ярашлы, урындағылар ҙа унда бер өлөш индерергә тейеш ине.
Башҡортостан Республикаһында киләһе йылда тағы ла 1 меңдән ашыу эште атҡарып сығыу күҙаллана. Иң беренсе башҡарылырға тейешле сараны халыҡ үҙе һайлаған: мәктәп, мәҙәниәт йорттарын төҙөкләндереү, юл һалыу, һыу үткәреү, балалар майҙансыҡтары төҙөү һәм башҡалар.