-6 °С
Болотло
Республика Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Ултырышта энергетика хәүефһеҙлеге мәсьәләһе ҡаралды.
Волга буйы федераль округта алға киткән ҡеүәтле яғыулыҡ-энергетика потенциалына эйә. Башҡортостанда Бүребай, Бөгөлсән, Иҫәнғол ҡояш электр станциялары ғәмәлгә индерелгән һәм улар ышлы эшләй. 2024 йылға тиклем тағы ла бер нисә ҡояш генерацияһы объектын төҙөү күҙаллана. Бынан тыш, республикала Рәсәйҙә тәүге ел электр станцияларының береһе – “Төпкилде” эшләй. Алдағы йылдарҙа ошо мәсьәләгә бәйле ҡарарҙар ҡабул ителде.
(Мәғлүмәт "Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды).