Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Октябрь 2019, 17:06

Ф.Ғ. Әминев – Баймаҡ районы хакимиәте башлығы

Баймаҡ район Советы депутаттары ҡарары менән Фәнис Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта 7 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе һәм яңы башлыҡҡа эшендә уңыштар теләне.

Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев 1967 йылдың 24 июлендә Баймаҡта тыуған. 1984-1985 йылдарҙа Баймаҡ СПТУ-һында уҡый, Магнитогорск тауметаллургия институтын тамамлай. 1985-1987 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1993-2006 йылдарҙа Баймаҡ йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһында ҡаҙанлыҡ мастеры, баш инженер, директор вазифаһын башҡарыусы, директор булып эшләй. 2006-2008 йылдарҙа – “Йылылыҡ селтәре” МУП-ы директоры, 2008-2011 йылдарҙа – ошо предприятиела директор урынбаҫары, директор. “Өфөводоканал” ЯСЙ-һының баш инженеры булып та эшләй. 2013-2016 йылдарҙа – “Йылылыҡ селтәре” директоры. 2016-2018 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы була. 2018 йылдың 30 ноябрендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Үткән йылдың 3 декабренән район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы.
Читайте нас: