Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Август 2019, 10:00

“Мобиль бригада” килде

Тормошта төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Олоғая килә күп кенә кешеләрҙең һаулыҡ яғы ҡырҡа насарая. Ярай әле балалары “атай” “әсәй”, тип өҙөлөп торһа, йә булмаһа дауаханаға үҙ аллы барыу мөмкинлеге булһа. Тап шундай ауыр хәлдә ҡалғандарҙы ҡайғырта ла инде “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Тормошта төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Олоғая килә күп кенә кешеләрҙең һаулыҡ яғы ҡырҡа насарая. Ярай әле балалары “атай” “әсәй”, тип өҙөлөп торһа, йә булмаһа дауаханаға үҙ аллы барыу мөмкинлеге булһа. Тап шундай ауыр хәлдә ҡалғандарҙы ҡайғырта ла инде “Демография” милли проектының “Оло быуын” федераль проекты. Проектҡа ярашлы, 65 йәштән үткән кешеләргә өҫтәмә скрининг үткәреү һәм ашығыс социаль хеҙмәтләндереү өсөн медицина учреждениеларына барырға ярҙам итә.
Ошо көндәрҙә Темәс психоневрология интернаты тап ошондай бер “мобиль бригада” алып һөйөндө. Әйткәндәй, был бригада беҙҙең Баймаҡ һәм күрше урынлашҡан Әбйәлил һәм Бөрйән райондарын да хеҙмәтләндерәсәк. Был микроавтобус инвалид коляскаһындағы кешене индереү өсөн 380 килограмм ауырлыҡҡа иҫәпләнгән электр мендергесе менән йыһазландырылған. Автомобилгә һигеҙ кеше һыя, шул иҫәптән - ике инвалид коляскаһы.
Район хакимиәте майҙансығында микроавтобусҡа презентация үткәрелде. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, ҡала дауаханаһының баш табибы Әлиә Әҙиәтова һәм Темәс ПНИ-һы директоры Жанна Ирмәкова уңышлы аҡ юлдар теләне.
Читайте нас: