Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
21 Август 2019, 10:00

Мәғарифты – милли проекттар нигеҙендә

16 августа Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте. Быйыл ул “Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу шарттарында Башҡортостан мәғарифының яңы мөмкинлектәре” тип аталды һәм элеккеләренән айырылып торҙо. Ғәҙәтигә әйләнгән фекер алышыу майҙансыҡтарынан тыш, быйыл стратегик сессиялар үткәрелде, мәғариф системаһының иң көнүҙәк проблемалары тикшерелде. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

– Бөгөнгө мәғариф системаһы ҙур үҙгәрештәр алдында тора, – тип билдәләне кәңәшмәлә сығыш яһап БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, – беҙ ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ. Был йәһәттән “Мәғариф” милли проекты уңай шарттар тыуҙыра.

Мәктәптә үткән йылдар кеше ғүмерендәге иң иҫтәлекле осор булып хәтерендә һаҡланырға тейеш. Шуға күрә һуңғы ваҡытта шау-шыу тыуҙырған “буллинг” һәм башҡа шундай насар күренештәргә юл ҡуйылмаһын. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә берҙәм меню булдырыу, һәләтле балалар менән эшләй белеү, һөнәри йүнәлеш биреү, педагогтарҙың хеҙмәтен тейешенсә баһалай белеү ҙә мөһим.

Радий Фәрит улы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусыларҙың уҡытыусыһына премия бирергә тәҡдим итте. Ошондай уҡ премияларҙы төрлө олимпиадаларҙа еңгән балаларҙың уҡытыусылары ла алырға тейеш, тине ул. БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин республиканың мәғариф системаһы алдында торған бурыстарға ентекле туҡталды, яңы проекттар тураһында һөйләне. Әлбиттә, белем биреү өлкәһендә яңылыҡтар ҙа күп, маҡсаттар ҙа ҙур. Быйылдан 71 мәктәптә “ҡанатлан” проекты тормошҡа ашырыла башлай, ул төрлө өлкәне үҙ эсенә ала. Киләһе йылдан иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән 10 ҡала һәм 10 ауыл мәктәбенә 1 млн һумлыҡ грант бирелә башлаясаҡ.

Һәр бала дәүләт бүлгән аҡсаға өҫтәмә рәүештә уҡый аласаҡ. Ошо хаҡта ла белдерҙе ведомство етәксеһе. Сертификаттың уртаса суммаһы – 8800 һум. Балалар дәүләт, муниципаль һәм шәхси учреждениеларҙа өҫтәмә белем аласаҡ. Проект 36 муниципаль берәмектә тормошҡа ашырыласаҡ. Спорт йүнәлеше 133 ойошма нигеҙендә ойошторола.

Кәңәшмәлә иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе – биш көнлөк уҡытыуға күсеү һәм бушаған шәмбене һөҙөмтәле файҙаланыу ҙа күтәрелде. А.Хажин әйтеүенсә, шәмбе көндәре төрлө түңәрәктәр һәм секциялар үткәреү маҡсатҡа ярашлы булыр ине. ъ

Беҙҙең райондан республика август кәңәшмәһендә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, уның урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин, мәғариф учреждениелары директорҙары һәм педагогтары ҡатнашты.

Беҙҙең районда мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе 23 августа Баймаҡта үтә. 8.30 сәғәттән мәктәп һәм балалар баҡсалары етәкселәре, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн дүрт дискуссия майҙансығы эшләйәсәк. 10.00 сәғәттә – Сәскәләр байрамы. Пленар өлөш 11.00 сәғәттә башлана.
Читайте нас: