Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
24 Апрель 2019, 18:52

Ветерандарҙан 100 ағас

Ярат ауылында район ветерандар советы менән берлектә ауыл халҡы инициативаһы менән ауыл ҡоҙоғонан алыҫ түгел урында “Ветерандар аллеяһы” булдырылды. Ул “Республиканың 100 йыллығына ветерандарҙан 100 ағас” исеме аҫтында атҡарылды.

Ярат ауылында район ветерандар советы менән берлектә ауыл халҡы инициативаһы менән ауыл ҡоҙоғонан алыҫ түгел урында “Ветерандар аллеяһы” булдырылды. Ул “Республиканың 100 йыллығына ветерандарҙан 100 ағас” исеме аҫтында атҡарылды.

Яраттар был сараға алдан әҙерләнгән ине. 100 ағас үҫентеһе алдан әҙерләп ҡуйылған. Сара башында ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йәнбирҙин ололарҙы, йыйылған ҡунаҡтарҙы тәбрикләп үтте. Унан аят бағышланды.
Ҡоҙоҡ һыуы ағып ятҡан урында алмағас, балан, сирен ағастарын үҫентеләрен ололар уҡыусы балалар менән берлектә ултырттылар. Ветерандар уҡыусы балаларҙан көрәкте алып, ағастарын үҙҙәре ултыртырға тырышты. Әйтерһең, ошо рәүешле улар “Ветерандар аллеяһын”да үҙҙәренең эҙен ҡалдырырға тырышты. Киләһе яҙҙарҙа был үҫентеләр хуш еҫле сәскәләре менән һөйөндөрөп ултырыр әле.
Ағас ултыртып бөткәндән һуң ветерандар уҡыусылар һәм ауыл халҡы менән берлектә мәҙәниәт йорто яғына юлландылар. Карл Маркс исмендәге колхоздың Ленин ордены кавалерҙары Ғиниәт Насыров, Ғүмәр Исчурин, Фәтхислам Үҙәнбаев, Нурия Үҙәнбаева, Ғәйфулла Әхмәров иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн таҡтаташ асылды. Тантана барышында мәктәп уҡыусылары уларҙың һәр ҡайһыһының тормош юлын, күрһәткән эштәре тураһында мәғлүмәт тә биреп үтте.
Ярат ауылы мәҙәниәт йортонда шулай уҡ ерлек тарихын сағылдырған музей ҙа бар. Ветерандар өсөн унда экскурсия үткәрелде.
Артабан сара мәктәптә дауам итте. Сәй табыны артында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Читайте нас: