Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Апрель 2019, 19:24

Телевизор ... ҡараймаһын!

Башҡортостанда теле һәм радиотапшырыуҙар һанлы форматҡа күсеү көнө – 3 июнгә билдәләнгән. Һанлы телевидениеның сигналы асыҡ буласаҡ, бер ниндәй һауа торошо ҡамасауламаясаҡ, видеолар Full HD һәм 4К форматында тапшырыласаҡ, шулай уҡ өҫтәмә хеҙмәтләндереү ҙә ҡаралған. Реформаның төп асылы – бушлай 20 канал ҡарау һәм 3 радиостанцияны тыңлау.

Әгәр ҙә һеҙҙә кабель ТВ, IPТВ йәки спутник тарелка икән, бының өсөн бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ тик дөйөм йорт, бүлмә антенналары менән файҙаланғандарға ғына ҡағыла. Бының өсөн ике вариант бар:
1. Әгәр ҙә һеҙҙә DVB-Т2 стандарты һәм MPEG4 форматы тотҡан заманса һанлы телевизор икән, һанлы телевидениеға күсеү өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителмәй. Каналдарҙы көйләү генә лә етәсәк;
2. Әгәр ҙә 2013 йылға тиклем телевизор һатып алғанһығыҙ икән, ул ваҡытта көнкүреш техникаһы магазинында махсус приставка һатып алырға тура киләсәк. Хаҡы мең һум тирәһе. Мөһим кәңәш - һатыусылар приставкаларҙың иҫке моделдәрен дә һатып ебәреүҙәре ихтимал. Ул да күрһәтәсәк, әлбиттә. Әммә технологиялар бер урында тормаған осорҙа, иртәгәһе көнөгөҙҙө лә алдан хәстәрләп, яңы моделдәрен алырға тырышығыҙ.
Өйөгөҙҙә тик иҫке телевизор булып, приставка һатып алмаһағыҙ, 3 июндән каналдар урынына ҡара экран ғына күрәсәкһегеҙ. Телевизорҙы көйләү мәсьәләләре буйынса урындағы ауыл биләмәһенә йәки беҙгә редакцияға шылтыратып һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Йәштәрҙең өлкәндәргә был һорауҙа әүҙем ярҙам күрһәтеүҙәрен һорайбыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.
Читайте нас: