Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
19 Февраль 2019, 18:22

Уҙған йылды барлайбыҙ, иң-иңдәрҙе данлайбыҙ!

Һәр йыл гәзитебеҙ тап ошо мәлдә райондың иң-иңдәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирә. Быйыл да был йолаға тоғро ҡалдыҡ. (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Йыл проекты

“Уңайлы ҡала мөхите – 2018” программаһы буйынса Баймаҡта ҙур эштәр башҡарылды. Был тәңгәлдәге сараларҙы атҡарып сығыу өсөн 20 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Шуның 17 млн һумы – федераль, ҡалғаны республика бюджетынан бүленде. Уларҙың барыһы ла ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә тотонолдо. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайлап алынған объекттарҙа эштәр тамамланды. Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы яңы һулыш алды. Чекмарев урамында яңы сквер һәм С.Юлаев проспектында аллея барлыҡҡа килде.


Йыл акцияһы

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы “Һаҡмар” гәзите менән берлектә тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында “Мул һыулы Һаҡмар” акцияһын иғлан итте. Уға күп кенә ауыл биләмәләре ихлас ҡушылды. Акция үҙ маҡсатына иреште. Урындарҙа йылға-шишмәләрҙе таҙартыу, йәшелләндереү буйынса бихисап эш башҡарылды. Күп кенә шишмәләр кәртәләп алынды. Был сарала бигерәк тә Ярат, Ҡолсора ауыл биләмәләре әүҙемлек күрһәтте. Ярат ауылында ҡоролтай аллеяһы барлыҡҡа килде.


Йыл хужалығы

Республика һәм район агросәнәғәтенең лайыҡлы лидеры – Ленин исемендәге АХК уҙған йыл йомғаҡтары буйынса йәнә “Йыл хужалығы” булып танылды. Был маҡтаулы исемде ул оҙаҡ йылдар берәүгә лә биргәне юҡ. Район кимәлендә ойошторолған хеҙмәт ярыштарында үткән йылда ла лениндарға тиңләшеүсе булманы. Был, әлбиттә, тәжрибәле һәм алдынғы ҡарашлы етәксе, Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимовтың, уның командаһының ныҡышмалы хеҙмәт емеше. Уҙған осорҙа ла хужалыҡ производствоны рентабелле ойоштороуға өлгәште, ул 13,1 процент тәшкил итте. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙән 57 млн 24 мең һум табыш алынды, шуның 46 млн 196 мең һумы – һөт, 6 млн 108 мең һумы ит етештереүгә тура килә. Саф табыш иһә 4 млн 120 мең һум тәшкил итте. Барлығы 26077 центнер һөт етештерелде, фураждағы һәр һыйырҙан уртаса 5215 кг продукция алынды. 677 баш быҙау, 864 центнер артым алынды.


Йыл предприятиеһы

“Семеновск руднигы” ЯСЙ-һы файҙалы ҡаҙылмалар табыу йүнәлешендә уңышлы эшләгән предприятие. Бөгөн унда 129 кеше эшләй, тағы ла подрядсы ойошмаларҙан яҡынса 100 кеше йәлеп ителә. Былтыр 217,9 мең тонна руда табылған, 1190 млн һум табыш алынған. Бынан тыш Йолалы ятҡылығында бөгөн геологик эҙләнеүҙәр бара. Быйыл алтын, баҡыр, цинк һәм баҡыр рудаларын эшкәртеүсе фабрика төҙөлә башлаясаҡ һәм уны 2020 йылдың аҙаҡтарында файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.


Йыл фермер хужалығы

Ишмырҙа ауылынан “Р.Ғ. Рәсүлев” КФХ-һы – райондың иң тотороҡло эшләүсе, юғары күрһәткестәргә өлгәшеүсе предприятиеларының бе- реһе. Радик Ғәйнислам улының уңған етәкселегендә һуңғы йылдарҙа ху- жалыҡта мал һаны тотороҡло арта, матди-техник база нығый бара, малсылыҡ базаларын ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарыла. Быҙауҙарҙы айырым ситлектә, тейешле технологияларға таянып тәрбиәләү бында уҙған йылдан уңышлы тормошҡа ашырыла, был үҙенең яҡшы һөҙөмтәләрен бирә. Коллективта социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, хужалыҡ аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй. Былтыр урып-йыйыу эштәре йомғаҡтары буйынса предприятие 2-се урынға сыҡты.


Йыл ауыл биләмәһе

Фәйзи Рәхмәтуллин етәкләгән Ишмөхәмәт ауыл биләмәһенә Ишмөхәмәт, Байыш, Янғаҙы, Манһыр ауылдары ҡарай. 356 хужалыҡта 1117 кеше йәшәй. Малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән 16 крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләй. 5 шәхси эшҡыуар бар. Балалар баҡсаһы төркөмөн үҙ эсенә алған ике мәктәп, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике клуб иҫәпләнә. Ауыл Советы депутаттары, йәмәғәт ойошмалары, ауыл активы менән берлектә күп саралар үтә. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы, былтыр Ишмөхәмәт ауылы мәктәбенең тәҙрәләре, ишектәре алмаштырылды, иҙәндәре яңыртылды. “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамы менән Байыш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск төҙөкләндерелде. Ишмөхәмәт һәм Байыш ауылдарында ҡоролтай, ир-егеттәр ҡоро уңышлы эшләй. Улар тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереү буйынса ҙур саралар атҡарып сыҡты. Байыш ауылы клубы тулыһынса ремонтланды.


Йыл күп тармаҡлы хужалығы

Түбәнге Яйыҡбайҙан Азат Абайҙуллин үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын күп тармаҡлы итеп үҫтереүгә күп көс һала. Үҙ эшен һыйыр малы үрсетеү, һөт етештереү менән башлап ебәргән уңған эшҡыуар һуңғы осорҙа йәшелсәселек, ит эшкәртеү тармаҡтарында үҙен һынап ҡарай. Былтыр ул беҙҙең шарттарға ят булған үҙенсәлекле теплица эшләп, ҡышҡы осорҙа ла йәшел һуған үҫтереүҙе яйға һалды. Быйыл иһә йыл башынан ауылда билмән эшләү цехы асып ебәрҙе. “А.Абайҙуллин” КФХ-һында етештерелгән билмән, манты халыҡта ҙур һорау менән файҙалана, Баймаҡта һәм район магазиндарына һатыуға сығарыла.


Йыл ауыл биләмәһе башлығы

Темәс ауыл биләмәһенә Темәс, Ишей, Бетерә, Сәксәй, Әмин, Күнзавод, Түбәнге Таһир, Үрге Таһир, Һаҡмар ауылдары ҡарай. 1154 хужалыҡта 6728 кеше йәшәй. 29 шәхси эшҡыуар бар. Бынан тыш ауыл биләмәһендә 6 крәҫтиән-фермер хужалығы уңышлы эшләй. 2 кеше баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Төҙөлөш ташы сығарыу буйынса йүнәлеш алған 5 йәмғиәт иҫәпләнә. 45 шәхси сауҙа нөктәһе эшләй. Социаль объекттар уңышлы үҫешә. Былтыр Темәс ауылы мәктәбенең башланғыс кластар филиалы асылды, яңы спорт залы файҙаланыуға тапшырылды. Бында, әлбиттә, ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Айгөл Байрамғолованың хеҙмәте ҙур. Ул 2014 йылдан ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы булып эшләй, ә уҙған йылдан ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара.


Йыл фермеры

Һаҡмар ауылынан “И.Ш. Сәфәрғәлин” КФХ-һы йылдың-йылы тотороҡло үҫешкә өлгәшеүсе хужалыҡтарҙың береһе. Илфат Шәфҡәт улы тыуған ауылын үҫтереү, халыҡты эш менән тәьмин итеү, предприятиены яңы кимәлгә күтәреү йүнәлешендә ең һыҙғанып эшләй. Хужалыҡ иген һәм мал аҙығы культуралары үҫтереү, һыйыр малы һәм йылҡы үрсетеү буйынса махсуслаша һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Илфат Шәфҡәт улы хужалыҡ биналарын яңыртыу, сәсеүлектәрҙе арттырыу, киләсәктә яңы производство асыу йүнәлешендә маҡсатлы эш алып бара.


Йыл малсылары

Был номинацияла Ҡараталдан “А.Ш. Юнысбаев” КФХ-һынан Юлдаш Буранбаев һәм Күлтабандағы һөт етештереү комплексынан Ринат Йәнтилин еңеп сыҡты. Юлдаш Буранбаев фермер хужалығында уңышлы эшләй, үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарға яуаплы ҡарауы менән айырылып тора. Намыҫлы хеҙмәте менән Юлдаш Байназар улы хаҡлы абруй яуланы, былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште. Ринат Мотаһар улы үҙенең дүрт тиҫтә йыл ғүмерен малсылыҡҡа бағышлай. “Сибай” совхозында эшләй, бына дүрт йыл инде Күлтабан һөт етештереү комплексында намыҫлы хеҙмәте менән башҡаларға үрнәк күрһәтә. Күп тапҡырҙар “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә, ра- йон хакимиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ була.


Йыл инженеры

“Йыл инженеры” номинацияһы Ленин исемендәге АХК-ның баш инженеры Ғәле Сәғәҙәтовҡа бирелде. Ғәле Ғиса улы – тәжрибәле белгес, ул үҙенең бар ғүмерен урындағы хужалыҡты үҫтереүгә арнай. Колхозда механизатор, техник хәүефһеҙлек буйынса инженер булып намыҫлы эшләй. Бына ун ете йыл инде Ғ.Сәғәҙәтов кооперативтың инженерия хеҙмәтен уңышлы етәкләй. Ғәле Ғиса улының тырышлығы, эшкә яуаплы ҡарашы һәм уны ойоштора белеүе техника паркын һәр саҡ төҙөк тотоу, кампанияларҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарыу мөмкинлеге бирә.


Йыл агрономы

“Толпар” ЯСЙ-һы директоры һәм баш агрономы Илфат Салихов ауыл хужалығы тармағы өлкәһендә уңышлы эшләүсе, өмөтлө йәш белгестәрҙең береһе. Илфат Ринат улы предприятиела бишенсе йыл эшләй, һуңғы йылдарҙа йәмғиәтте етәкләй. Уҙған йылдағы урып-йыйыу эштәре йомғаҡтары буйынса Илфат Салихов данлыҡлы агроном Юрий Моряков исемендәге махсус призды яуланы һәм күсмә кубок, аҡсалата премия менән бүләкләнде. Йәш етәксе лайыҡлы рәүештә “Йыл агрономы” булып танылды.


Йыл һауынсыһы

Был номинацияла Ленин исемендәге АХК-ның алдынғы һауынсыһы Фәнүзә Байегетова еңеп сыҡты. Ул кооператив кимәлендә генә түгел, районда ла иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән һауынсыларҙың береһе булып танылды. Уҙған йылда Ф.Байегетова үҙ төркөмөндәге һыйырҙарҙан 1682 центнер һөт һауып алып, хеҙмәт бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәне. Фураждағы һәр һыйырҙан һауым уртаса 5608 кг тәшкил итте.


Йыл йылҡысылары

“Толпар” ЯСЙ-һының йылҡысылыҡ подразделениеһы башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ заводы булып тора. Был производство ит, ҡымыҙ етештереүҙе йылдан-йыл арттыра бара. Быға эште дөрөҫ ойоштороу, коллективтың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы арҡаһында өлгәшелә. Йылҡысылар Хәсән Илбулов менән Закирйән Байбулов дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Х.Илбулов һәм З.Байбулов “Йыл йылҡысылары” номинацияһында еңеп сыҡты.


Йыл ветврачы

Йылайыр ветеринар дауалауханаһы мөдире Салауат Заһитов “Йыл ветврачы” булып танылды. Ул “Йылайыр” совхоз-техникумын, Троицк ветеринария академияһын тамамлай. “Йылайыр” совхозының Үҙәк бүлексәһендә ветврач булып эшләй. Хужалыҡ тарҡалғас, хеҙмәт юлын урын- дағы дауалауханала дауам итә, уны уңышлы етәкләй. Салауат Андрик улы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы үтәй, эште тейешенсә ойоштороуға тос өлөш индерә.


Йыл техник-осеменаторы

Был маҡтауға исемгә Күлтабан һөт етештереү комплексы белгесе Вәкил Юнысбаев лайыҡ булды. Вәкил Шәфҡәт улы – тәжрибәле, республикала билдәле техник-осеменаторҙарҙың береһе. Ул ике тиҫтә йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләй, район хужалыҡтарын ғына түгел, ә шәхси секторҙы ла хеҙмәтләндерә. “Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы, БР Ауыл хужалығы министрлығының, район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән.


Йыл ҡоролтай рәйесе

Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башҡорттарының ҡоролтай рәйесе Сабир Зәйнуллин – иң һөҙөмтәле эшләүсе йәмәғәтселәрҙең береһе. Сабир Ҡадир улы Байыш мәктәбендә тарих һәм физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, балаларҙы баян һәм вокал серҙәренә лә өйрәтә. Ул етәкләгән ҡоролтай урындағы ир-егеттәр ҡоро менән берлектә ауылды төҙөкләндереү, халыҡты сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, спорт ярыштары ойоштороу, законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы көрәште ойоштороу буйынса башҡа төбәктәргә өлгө булып тора.


Йыл механизаторы

Был номинацияла Ишмырҙа ауылынан “Р.Ғ. Рәсүлев” КФХ-һы комбайнсыһы Айгиз Рыҫбаев еңеп сыҡты. Айгиз Йәҙгәр улы урып- йыйыу эштәрендә юғары һөҙөмтәгә иреште һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин исемендәге мах- сус призға лайыҡ булды. Алдынғы механизаторға күсмә кубок һәм аҡсалата премия тапшырылды.


Йыл эшҡыуары

Олеся Борисовна Ғәйнуллина – районыбыҙҙың эшлекле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе. Эшҡыуарлыҡҡа 2002 йылда килә. Йәш ғаилә тәүҙә “Һаҡмар” ҡунаҡханаһы эргәһендә асыҡ һауала кафе асып, үҙенең көсөн һынап ҡарай. Бер нисә йыл рәттән Талҡаҫ күле буйында кафелары эшләй. 2010 йылда ҡала мунсаһын арендаға алалар. Бөгөн унда тулыһынса ремонт эшләнгән. Автономлы ҡаҙанлыҡ ҡуйылған. Йәйгеһен уның эргәһендә “Терраса” кафеһы эшләй. 2006 йылда “Башҡортостан” кафеһы һәм ҡунаҡханаһы булған объект үҙ ишектәрен аса.


Йыл эшсеһе

Ғайса Ғәйнислам улы Салихов – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һына 1987 йылда килә. Хеҙмәт юлын моделдәр эшләү цехында башлай. 5-се разрядлы оҫта – йәштәрҙең остазы. Үҙ-үҙенә талапсан моделсе башҡаларҙан да тәртип һәм теүәллек талап итә.


Йыл юлсыһы

Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығына 815 километр юлды тәртиптә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Былтыр 155 млн һумлыҡ төҙөлөш-ремонт эштәре башҡарылған. Былтыр 4 берәмек техника һатып алынған. Шуларҙың береһе – юл һыҙаттарын һалыу буйынса махсуслашҡан машина. Был транспорт Илһам Хәмитовҡа ышанып тапшырылған. Предприятиела 1989 йылдан алып эшләгән тәжрибәле водитель бурыстарына яуаплы ҡарай. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн БР Президенты Хакимиәтенең, БР Хөкүмәтенең, район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән.


Йыл табибы

Хирургия бүлеге мөдире Айбулат Тимербулат улы Иманов сығышы менән Аҡморон ауылынан. Атаһының юлын дауам итеп, медицина университетына уҡырға бара. 2002 йылда интернатураны тамамлап, Баймаҡҡа ҡайта. “Медицинаның бер урында тапанып тормайса, әленән-әле яңылыҡтар инеп тороуы миңә оҡшай. Уҡыйбыҙ, үҫешәбеҙ”, – ти Айбулат Тимербулат улы.


Йыл фельдшеры

Ҡала дауаханаһының ойоштороу-методик бүлеге фельдшеры Нурзилә Әхәт ҡыҙы Уразбаева хеҙмәт юлын Икенсе Төркмән фельдшер-акушерлыҡ пунктында башлай. Баймаҡта оҙаҡ йылдар дауахананың ойоштороу-методик бүлегендә район фельдшеры, унан 5 йыл тирәһе дауахана аптекаһы мөдире вазифаларын башҡара. Әле ул район фельдшерҙарының кураторы булып тора.


Йыл шәфҡәт туташы

Ирәндек врач амбулаторияһында 1986 йылдан алып өлкән шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлбикә Ишбирҙинаны эшенең оҫтаһы тип беләләр. Ул Сибай медицина училищеһын тамамлай, йүнәлтмә буйынса Бәләбәй районында эшләй. Артабан хеҙмәт юлын Төркмәндә дауам итә. Гөлбикә Әбдрәфиҡ ҡыҙының тырыш хеҙмәте “Һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеме һәм күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.


Йыл уҡытыусыһы

Ҡаланың 2-се мәктәбенән тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы булып эшләгән Әлфиә Байрамғолова 30 йылға яҡын ваҡыт эсендә балаларға белем бирә. Башта ул Төркмән мәктәбендә уҡыта, артабан хеҙмәт юлын Баймаҡта дауам итә. Уның уҡыусылары берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра. Шулай уҡ уҙған йыл йәмғиәтте өйрәнеү һәм Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәндәре буйынса республика кимәлендә үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призлы урындарҙы алдылар. Быйыл Әлфиә Муса ҡыҙы район “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе булды.


Йыл тәрбиәсеһе

“Әкиәт” балалар баҡсаһынан Галина Пичугина “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсында еңеп сыҡты. Ул 30 йылдан ашыу “Әкиәт” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. “Йәш саҡта эш тәжрибәм булмаһа ла, балаларҙы өҙөлөп ярата инем. Йылдар үткәс тә был үҙгәрмәне, балалар менән эшләү оҡшай”, – ти ул үҙ эше тураһында һөйләгәндә.


Йыл спортсыһы

“Йыл спортсыһы” исеменә көрәшсе Венер Нәбиев лайыҡ булды. Ул район, республика, Рәсәй кимәлендә ойошторолған милли көрәш буйынса ярыштарҙа ҙур еңеүҙәр яуланы. Былтыр Ишембайҙа ойошторолған ярышта Башҡортостан чемпионы булып танылды. Татарстан Республикаһында уҙған сарала – икенсе, Екатеринбург ҡалаһында үткән Халыҡ-ара Евразия кубогында – өсөнсө, “Урал” кубогында – икенсе, Пермь ҡалаһында ойошторолған Рәсәй чемпионатында өсөнсө урынды яуланы.


Йыл китапханасыһы

Ниғәмәттән Гөлбикә Кейекбаева китапханасы булып 2006 йылдан эшләй. Был китапхана 2012 йылда модель статусын ала. Китапханала 2018 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, Байым ауылынан ижадсы Таңһылыу Вәлиева менән осрашыу, яңы китаптарҙың исем туйҙары, китапхана дәрестәре, йәштәр өсөн КВН, балалар, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары менән йола байрамдары, “Башҡорт ҡурсағы” бәйгеһе, Ҡорама байрамы, ҡурайсы, уҡытыусы Рәмил Хәсәновтың юбилей кисәһе һәм башҡа саралар үткәрелде.


Йыл библиографы

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, библиограф Рәзифә Йәнтүрина район китапханаһында 1980 йылдан эшләй. Биш ауыл китапханаһының кураторы ла булып тора. Район һәм республика күләмендәге төрлө сараларға сценарийҙар ҙа яҙа. Билдәле ҡурайсы Ә.Исҡужин менән крайҙы өйрәнеүсе, мәғариф хеҙмәткәре А.Тажетдиновҡа таҡтаташ, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшкән Ғабдулла Иҙелбаев менән Ғимран Мағазовҡа стела асыуҙа, “Буранбай феномены” форумын, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхиндың хәтер кисәһен үткәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата “Азатлыҡ ҡапҡаһына юл”, “Ими гордится район” (“Улар менән районыбыҙ ғорурлана”) библиографик күрһәткестәрен төҙөй.


Йыл ижадсыһы

Байым ауылынан Таңһылыу Вәлиеваның ижадын гәзитебеҙ, сайтыбыҙ, “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙ аша күҙәтеп барырға мөмкин. Шулай уҡ шиғырҙары, хикәйәләре “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы” жур-налдарында донъя күрҙе. Үҙе һөнәре буйынса уҡытыусы, Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, урындағы “Ағинәйҙәр” ҡоро, “Умырзая” фольклор ансамбле етәксеһе. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.


Йыл бейеүселәре

“Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2018 йылда ҙур еңеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Ул Мәләүез ҡалаһында үткән Ф.Ғәскәров исемендәге конкурстан Гран-при яулап ҡайтты. Ансамблдең етәксеһе – Ғәлинур Хәмитов. Коллективтың сағыу солистары Наил Шәйәхмәтов, Илшат Ғүмәров, Яҙгөл Зөбәйҙуллина, Гүзәл Ҡолмөхәмәтова, Гөлсинә Ғатауллина мәҙәниәт өлкәһендә әүҙем хеҙмәт итеүсе, районыбыҙҙа бейеү сәнғәтен үҫтереүсе йәштәр.


Йыл йырсылары

Халыҡ ижады үҙәге йырсылары Руслан Тимербулатов, Илдар Абдуллин, Илнур Аслаев, Руслан Хисамиев тарафынан булдырылған “Сураш” ир-егеттәр вокал ансамбле һәр сараның тиерлек йөҙөк ҡашы. Улар репертуарындағы йырҙарҙы халыҡ яратып ҡабул итә. Ансамбль былтыр “Звезды Белоречья” төбәк-ара хорҙар һәм ансамблдәр фестивалендә 1-се дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Ансамблдең етәксеһе Руслан Тимербулатов Бөрө ҡалаһында үткән “Керәшен һыуыҡтары” төбәк-ара бәйгеһендә 3-сө урынға лайыҡ булды.


Йыл ҡурайсыһы

Районыбыҙҙың ҡурайсылар халыҡ ансамбле республикала ла билдәле. Ансамблгә башҡорт халыҡ көйҙәрен оҫта башҡарыусы тәжрибәле ҡурайсылар тупланған. Шундай уҙамандарҙың береһе – Риф Ҡәйепҡолов. Ул Октябрьский ҡалаһында үткәрелгән республика Ҡурай байрамында ансамбль составында йыл һайын ҡатнаша, үҙенең шәхсән көсөн дә һынап ҡарай. 2018 йылда Риф Исхаҡ улы 3-сө, ансамбль 1-се урынға лайыҡ булды.


Йыл мәҙәниәт хеҙмәткәре

Ҡолсоранан мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Халиҡова төрлө йүнәлештә эшләүсе коллективтар ойоштороп, район, республика кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәште. “Йәшлек” бейеү ансамбле республика “Байыҡ” телевизион проектында 1-се урынға сыҡты, гармунсылар ансамбле “халыҡ ансамбле” исеменә лайыҡ булды. “Йәншишмә” балалар фольклор ансамбле Хәйбулла районында үткән “Халыҡ уйындары” төбәк фестивалендә 1-се урын, Өфөлә “Башҡорт халыҡ балалар уйындары” республика бәйгеһенән Гран-при алып ҡайтты. Шулай уҡ Ҡолсора ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр артистары район смотр- фестивалендә беренсе урынға сыҡты.

Читайте нас: