Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
10 Ғинуар 2019, 16:54

Мөхәррир һүҙе

Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы йылға аяҡ баҫҡанда уның үткәненә баһа бирмәү яҙыҡ булыр. (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

“Һаҡмар” коллективының иң оло һөйөнөсө, сикһеҙ ҡыуаныуы – ул гәзитебеҙҙең тиражы артыуы булды. Был һеҙҙең беҙгә ышаныс белдереүегеҙ, беҙгә терәк-таяныс, ысын дуҫ булыуығыҙҙы тағы бер ҡат иҫбатланы. Һәр ауылда үткән “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусы” көнөндә беҙҙе шул тиклем ихлас, йылы ҡабул иткәнегеҙ, гәзиттең хаҡы артыуына ҡарамаҫтан (үкенескә ҡаршы, хаҡтарҙы беҙ билдәләмәйбеҙ), дәррәү яҙылыуығыҙ өсөн һәр уҡыусым алдында баш эйәм. Ә ниндәй һөҙөмтәле һәм иҫ киткес матур һөйләшеүҙәр булды! Һеҙҙең “Һаҡмар” гәзитенең йөкмәткеһенә битараф булмауығыҙ, алтынға бәрәбәр кәңәштәрегеҙҙе биреүегеҙ, кәрәк саҡта тәнҡитләп тә алыуығыҙ, ә аҙаҡтан: “Һаҡмар”һыҙ булмай! Унһыҙ донъя йәмһеҙ! Күпме торһа ла – яҙылабыҙ!” – тигән һүҙҙәрегеҙ күҙҙәремдән шатлыҡ һәм сикһеҙ рәхмәт йәштәрен тәгәрәтте.

“Һаҡмар” гәзитенең ысын дуҫтары: йәмәғәт хәбәрселәре, район ҡоролтайы, ауыл активистары, почтальондар, китапханасылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәҙәниәт, клуб хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, “Атайсал” клубы, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары һ.б. гәзитебеҙгә яҙылыу башланыуҙың тәүге көнөнән дәррәү эшкә тотондо. Уларҙың: “Тиражыбыҙ күпмегә етте икән? Шул-шул ауылға барып етмәнегеҙ түгелме?” – тигән ихлас борсолоуҙарын ишетеү беҙгә тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотонорға көс-дәрт бирҙе.

“Һаҡмар” гәзитенә яҙылыусыларға бүләк әҙерләгән бағыусыларға ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уларҙы һанап бөтөрлөк түгел! Шулай ҙа тәү сиратта беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары етәкселәре, район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге, ауыл биләмәләре башлыҡтары һ.б. беҙҙе һәм гәзит уҡыусыларыбыҙҙы шатландырған кеүек үҙҙәре лә тик бәхеткә ҡойоноп йәшәһен!

Йыш ҡына коллегаларымдың: “Беҙҙә халыҡ район гәзитенә яҙылмай”, – тип зарланғанда, минең ғорурлыҡ менән: “Минең баймаҡтарым ихлас яҙыла”, – тип әйтә алыуым өсөн дә оло рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле яҡташтарым!

Үҙ эшен мөкиббән китеп яратҡан, көн һайын мең төрлө уй менән янып, уларҙы ҡағыҙға төшөргән, гәзитте биҙәү-матурлау өсөн күп көс һалған, бер һүҙле, терәк-таяныс булған, үҙен “Һаҡмар”һыҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған хеҙмәткәрҙәремә лә иң изге теләктәремде еткерәм. Һеҙ – Баймаҡ матбуғатын бар республикаға дан итеп таратыусылар, ҡәҙерле коллегаларым.

Былтыр “Һаҡмар” гәзите өс проектты уңышлы яҡлап сығып, федераль Гранттарға лайыҡ булды. Был да хәләл көстөң татлы емеше. Бынан тыш төрлө конкурстар, ярыштар, социаль селтәрҙәр, гәзиттең сайты аша үткәрелгән төрлө акциялар беҙҙең әүҙемлекте тулыһынса күрһәтте. Әлбиттә, беҙ өлгәшелгән уңыштарҙа ғына туҡтарға уйламайбыҙ. Быйыл да ең һыҙғанып, гәзит уҡыусыларыбыҙ, тыуған еребеҙ, телебеҙ, милләтебеҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләйәсәкбеҙ. Шундай саҡта һеҙҙең беҙҙең менән булыуығыҙ тағы ла күберәк ышаныс һәм көс бирә.

Ҡәҙерле дуҫтар! Бар күңелдән һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым! 2019 йыл һәр йортҡа, һеҙҙең һәр кешегә ныҡлы һаулыҡ, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, илерткес бәхет-мөхәббәт, ғаиләбеҙҙең һәр көнөнә ышаныс биргән муллыҡ-байлыҡ алып килһен! Һәр саҡ шундай рухлы, иҫ киткес аҡыллы, мин ғорурланған баймаҡтар булып ҡалығыҙ, дуҫтарым! Яңы йылдың ҡото һәр кемде сағыу әкиәт нурҙарына сорнаһын!

Гүзәл Салихова (Иҫәнгилдина),

Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире.
Читайте нас: