+14 °С
Ясна
2016 йылдың 1 ғинуарынан 11 ноябренә тиклем 80 янғын һәм 21 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Янғында 2 кеше һәләк булған, 3 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ут башлыса фатирҙарҙа (торлаҡ йорттар, ихата ҡаралтылары) сыҡҡан. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, тәмәке тартыу, электр ҡоролмаларын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау, балаларҙың ут менән шаярыуы янғын сығыуҙың төп сәбәптәре булып тора.