Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
8 Ноябрь 2016, 14:51

Башҡорттар ҡор йыя

10 ноябрҙә Баймаҡта халыҡ ижады үҙәгендә район башҡорттарының ҙур йыйыны үткәрелә.

10 ноябрҙә Баймаҡта халыҡ ижады үҙәгендә район башҡорттарының ҙур йыйыны үткәрелә. Унда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының үткән осорҙағы эшенә йомғаҡ яһаласаҡ, Ҡорҙоң яңы рәйесе һайланасаҡ, милләтебеҙ алдында торған мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк.

Йыйындың эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре, район хакимиәте етәкселәре ҡатнаша. Ҡорға урындарҙан һайланған делегаттар һәм ҡоролтай рәйестәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл старосталары, “Ағинәйҙәр” һәм “Атайсал” клубтары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары, ир-егеттәр ҡоро рәйестәре, мәктәп директорҙары, башҡорт теле уҡытыусылары, китапхана, мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре, имам-хатиптар, учреждение етәкселәре, ауыл участка дауаханалары һәм ауыл врач амбулаториялары мөдирҙәре саҡырыла.

Сара барышында район халыҡ ижады үҙәгенең икенсе ҡатында башҡорт халыҡ кәсептәре, милли аш-һыу, милли кейем оҫталары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк, күргәҙмә-сауҙа эшләйәсәк. Беренсе ҡатта иһә “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторола.
Ҡоролтай сәғәт 11-ҙә башлана.

Читайте нас: