Класташтарың эләкләйме, ата-әсәйең һәм уҡытыусыларың аңламаймы, яҡыныңды юғалттыңмы?
Ышаныс телефонына шылтыратығыҙ, үҙегеҙҙе нимә борсоуы тураһында һөйләгеҙ. Һеҙҙе тыңларҙар һәм ярҙам итерҙәр.
Ғәҙәттән тыш йәки ауыр тормош хәлендә ҡалған осраҡта түбәндә күрһәтелгән ойошмаларҙан психологик ярҙам алырға мөмкин:
- балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны: 8-800 2000-122
Шылтыратыу аноним, бушлай һәм тәүлек әйләнәһенә
- ашығыс психологик ярҙам - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы: тел. +7 (495) 989-50-50
Шылтыратыу бушлай, аноним, тәүлек әйләнәһенә
- көрсөк шарттарында ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам - “Мөхәббәт” үҙәге: тел. +7 (347) 286-02-53
Көн һайын сәғәт 9:00-ҙан 21:00 сәғәткә тиклем; шылтыратыу бушлай
- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика клиник психотерапия үҙәгенең ышаныс телефоны: 8 (347) 241-62-85
Шылтыратыу бушлай, тәүлек әйләнәһенә
Тәжрибәле психологтар һәр саҡ һеҙҙе тыңларға, кәңәш бирергә һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итергә әҙер.
#детскийтелефондоверия#психологическаяпомощь
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан