Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
10 Апрель 2023, 16:29

Тырнағыңды киҫ йәки сәсеңде йыу!

Мортимер исемле лорд йәшәү шарттары бөтөнләй булмаған Тауэра камераһында көн һайын ҡырынған. Юҡ, уның хатта һабыны ла, ҡырынғысы ла булмаған. Стенанан боҙ соҡоп алып битен һыулаған да, ябай ғына бысаҡ менән ҡырынған. Әлбиттә, ауыртҡан. Әммә ул ҡырынған. Күренер кешеһе лә, ҡарар көҙгөһө лә булмаған. Шулай ҙа ҡырынған. Ни өсөнмө?

Тырнағыңды киҫ йәки сәсеңде йыу!
Тырнағыңды киҫ йәки сәсеңде йыу!

Психологтар ауыр саҡта йышыраҡ сәс йыуырға һәм тырнағыңды матур итеп йөрөтөргә кәңәш итә.

Тормош булғас, төрлө саҡтар була. Әйтәйек, кеше эшен юғалтты, ти. Йә булмаһа, бикле бүлмәлә яңғыҙ тороп ҡалды икән. Бик тә булмһа, ауырып китеүе, хәлдән тайыуы ихтимал. Бындай ауыр осраҡтарҙы һанай башлаһаң, ваҡыт та, бер бит ҡағыҙ ҙа етмәҫ.

Мортимер исемле лорд йәшәү шарттары бөтөнләй булмаған Тауэра камераһында көн һайын ҡырынған. Юҡ, уның хатта һабыны ла, ҡырынғысы ла булмаған. Стенанан боҙ соҡоп алып битен һыулаған да, ябай ғына бысаҡ менән ҡырынған. Әлбиттә, ауыртҡан. Әммә ул ҡырынған. Күренер кешеһе лә, ҡарар көҙгөһө лә булмаған. Шулай ҙа ҡырынған. Ни өсөнмө?

Ул упҡынға бөтөнләй уҡ тәгәрәп төшмәҫ өсөн ҡырыған. Ҡырынған һайын ул үҙендә көс артыуын тойған, үҙенә ышаныс артҡан. Быныһы, беренсенән булыр.

Икенсеһе - Кеше космос менән гармонияла йәшәй. Кеше үҙе үк микрокосмос булып тора. Үҙ-үҙең менән гармонияла йәшәгәндә уңыш, һаулыҡ, көс-ҡөҙрәт үҙе беҙҙе эҙләп килә. Бының өсөн саҡ ҡына булһа ла үҙеңде ҡарар кәрәк.

Ленинград блокадаһы ваҡытында үҙ гигиенаһын ҡайғыртҡан, нисек тә булһа йыуынырға тырышҡан кешеләр бирешмәгән. Шуға ла азат ителгән ҡалала тәү сиратта мунса һәм парикмахерскиҙар эшләй башлаған.

Кемдер әйтер, буш һүҙ, тиеп. Кемдер салон өсөн аҡсам юҡ, тиер. Ә бит тырнағыңды үҙең дә матурдап игәп, буяп ҡуя алаһың. Сәсеңде йыуып тараһаң - үҙе үк еңеллек килтергән кеүек тойола.

Кешенең ҡөҙрәтен һәм энергияһын бысраҡ һәм килбәтһеҙ булып үҫкән тырнаҡтар, бысраҡ сәс, тир еҫе һәм бысраҡ кейем ала.

Шул уҡ Мортимер лорд бабершопҡа барам, тип талап итмәгән. көн һайын хәленән килгәнсе үҙен тәртиптә тоторға тырышҡан. Үтмәҫ бысаҡ менән һәм боҙ ярҙамында ҡырыған. Һуңынан уның рух ныҡлығы ил менән идаралыҡ итеүгә юл асҡан.

Табиптар ҙа ауырыуҙың үҙен ҡарай башлағанын күреү менән һауыға башлағанын аңлағандар.
Психолог Анна Кирьянова

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: