Һаҡмар
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
24 Март 2023, 12:00

Шундай "ғалимдар" ҙа була

1920 йылда Американың билдәле психологы Джон Бродес Уотсон, Павловтың хайуандар өҫтөндә үткәргән һынауҙарынан тәьҫирләнеп, бер йәшлек балала эксперименттар үткәрә башлай...

Шундай "ғалимдар" ҙа була
Шундай "ғалимдар" ҙа була

Элек-электән әҙәм балаһы икенсе кешеләр өҫтөнән төрлө эксперимент, һынауҙар үткәргән. Был йәһәттән фашистарҙың концлагерҙарҙа тотҡондарҙы нисек язалауын уҡыһаң, сәстәр үрә торорлоҡ.

Әммә бындай ҡот осмалы эксперименттар тыныс ваҡытта ла булған һәм булыуына шикләнмәйем. 1920 йылда Американың билдәле психологы Джон Бродес Уотсон, Павловтың хайуандар өҫтөндә үткәргән һынауҙарынан тәьҫирләнеп, бер йәшлек балала эксперименттар үткәрә башлай. Ул әҙәм балаһында бөтөнләй ҡурҡыныс булмаған, мәҫәлән, йомшаҡ уйынсыҡтарҙан ҡурҡыу уятып буламы икәнлеген асыҡларға була.

Тәжрибә үткәреү өсөн ул бер медсестраның улын “ҡуллана”. Һынау үҙенекен итә – бала бар йомшаҡ уйынсыҡтарҙан ҡурҡа, уларҙы күреү менән ҡото осоп илай. Һуңғараҡ психологтың баланы әсәһенең ризалығынан тыш алыуы асыҡлана. Сөнки медсестра көнө буйы эштә, балаһын кис кенә алып ҡайта. Психолог эксперименттарын көндөҙ үткәрә лә. Ә бер йәшлек бала әсәһенә зарлана алмай. Ошо ҡот осмалы тәжрибәләр һөҙөмтәһеме, әллә кескәйҙең башҡа ауырыуҙары буламы – ул һөйләшергә лә өйрәнә алмай, 6 йәшендә генә үлеп ҡала. Бына шундай “ғалимдар” ҙа була донъяла.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: