Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
3 Декабрь 2022, 14:30

Ирем минән ... көлә

Өҫтәүенә ҡапыл һимерә башланым. Быны ирем ниңәлер көлкө итеп ҡабул итә. «Хужа кеше һимеҙ булырға тейеш инде ул» йәки ашап ултырғанда «Икенсе тәрилкәне лә тултырып аша, йә ябығырһың, ә һин бит хужа кеше, һимеҙ булмаһаң, быға ышанмаҫтар»...

Ирем минән ... көлә
Ирем минән ... көлә

Миңә хәҙер инде психолог кәрәктер. Барыһы ла мине эшемдә үрләткәстәр башланды. Әлбиттә, был хаҡта күптән хыяллана инем. Әммә борсолоуҙарым да күп. Өҫтәүенә ҡапыл һимерә башланым. Быны ирем ниңәлер көлкө итеп ҡабул итә. «Хужа кеше һимеҙ булырға тейеш инде ул» йәки ашап ултырғанда «Икенсе тәрилкәне лә тултырып аша, йә ябығырһың, ә һин бит хужа кеше, һимеҙ булмаһаң, быға ышанмаҫтар».

Уның һүҙҙәренән илар сиккә етәм. Миңә нимә эшләргә?

Ф.

Эш алмашынғанда, яуаплылыҡ өҫтәлгәндә кеше стресс кисерә. Һәм организм быға төрлөсә яуап бирә: кемдер ябыға, кемдер һимерә. Был күп ашауҙан булмауы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр кисергән көйһөҙлөк, нервы ауырыуҙарын ашап еңергә маташа. Быларҙың барыһы ла тән ауырлығын күбәйтә.

Һеҙгә иң тәүҙә ирегеҙ менән һөйләшергә һәм уның әйткән һүҙҙәре һеҙгә ныҡ насар тәьҫир итеүен аңлатырға кәрәк. Бәлки, ул шулай шаярып маташалыр, ә һеҙҙең борсолғанды аңламайҙыр.

Шулай уҡ ирегеҙҙең һеҙҙең социаль карьера буйынса күтәрелеүегеҙҙе өнәмәүе лә бар. Ҡатындарының үҙенән күберәк эш хаҡы алыуын, йәки юғарыраҡ урында эшләгәнен яратмаған ирҙәр бар. Был бигерәк тә мосолман ир-егеттәренә хас. Был хаҡта ла матур итеп һөйләшеп, аңлашып була.

Тән ауырлығына килгәндә — иң тәүҙә күңелегеҙҙәге борсоулы уйҙарығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Унан компьютер, телевизор артында ашауҙы туҡтатығыҙ. Саф һауала йөрөү нервығыҙҙы ла тынысландырыр, ябығыуға ла булышлыҡ итер.

Күҙ асып йомған арала үткән ғүмерҙе көйәләнеүҙәргә түгел, ә шатлыҡтарға бағышлағыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: