Телевизорҙан ҡаҡ һөйәктәре үтә күренеп торған ҡыҙҙарҙы күрһәтә торғас, Баймаҡ һылыуҡайҙарының да аңына “матур” булыу проблемаһы килеп етте, буғай. Мин кафела эшләйем. Ябығырға теләгән ҡыҙҙарҙың күбәйгәндән-күбәйә барыуын күреп иҫем китә. Үҙҙәре ел өрһә, осоп китергә генә тора.
Шунан башлана инде: “Был салатҡа майонез һалынғанмы?”, “Зәйтүн майы менән эшләнгәне юҡмы?”, “Картуфын иттән йәки итте картуфынан айырып бирегеҙ”,-тигән йән көйҙөрөү.
Ҡыҙҙар! Хәтерегеҙгә һалып ҡуйығыҙ – “еңел” торттар булмай! Ҡамыр майһыҙ эшләнмәй! Шул тиклем ыҙалағас, ул булкаларҙы ниңә көн һайын ашайһығыҙ? Айына бер мәртәбә ҡуйы кремлы, татлы-шәкәрле тәмлекәстәрҙе рәхәтләнеп ашап алығыҙ ҙа, көн һайын “еңел” кондитер ризығын таптырмағыҙ. Һеҙ былай ҙа йәшлегегеҙ менән матур, аптыратмағыҙ беҙҙе, зинһар! Ҡоро һөйәк булыуы күпкә ҡурҡыныс ул! Ышанмаһағыҙ - ана, егеттәрҙән һорағыҙ!
З.