Һаҡмар
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
23 Декабрь 2019, 10:35

Ҡыш бабай бармы, әллә юҡмы? Балаларға уны нисек аңлатырға?

Һәр бер ғаиләлә, иртәме, һуңмы, аҡ һаҡаллы йомарт бабайҙың барлығы шик аҫтына ҡуйыла, килешәһегеҙме? Бәләкәскә кемдер был турала еткерә, йә иһә ул үҙе Ҡыш бабайҙы атаһына, олатаһына оҡшатып, аныҡ ҡына итеп беҙгә һорау бирә: “Ҡыш бабай бармы?” Был теманың нескәлеген аңлау, баланың мөғжизәгә ышаныуына бәйле икәнен иҫтән сығармай яуап биреү бурыс. Һорауҙы уға йүнәлтегеҙ - ә һин үҙең нисек уйлайһың? Ошо хаҡтағы психолог ниндәй кәңәштәр бирә? Һеҙҙең менән Альмира Исхаҡова.

Бала саҡ - әкиәткә, мөғжизәгә сикһеҙ ышанған илаһи мәл. Ҡыш Бабай ҙа ошо сихри донъяның бер изге өлөшө. Балаларҙың тылсымлы төндө күҙҙәре янып көткәнен күреү ниндәй бәхет! Бары тик бер мәл, бер осор ғына бит ул Ҡыш бабайҙың бүләктәр “ташыуы”, торбанан инеп, урамда саңғы, йә иһә быйма эҙҙәре ҡалдырып сығып китеүе...

Әммә ваҡыт үтә тора – бәләкәстәр ҙурайған һайын был ышаныс кәмей, шулай бит. Һәм тап ошонда уларға дөрөҫ аңлатма биреп китеү кәрәк. Сөнки, беҙҙең дөрөҫ ҡуйылған әңгәмәбеҙ балабыҙҙың киләсәгенә йоғонто яһамай ҡалмай. Һәр бер ғаиләлә, иртәме, һуңмы, аҡ һаҡаллы йомарт бабайҙың барлығы шик аҫтына ҡуйыла, килешәһегеҙме? Бәләкәскә кемдер был турала еткерә, йә иһә ул үҙе Ҡыш бабайҙы атаһына-олатаһына оҡшатып, аныҡ ҡына итеп беҙгә һорау бирә: “Ҡыш бабай бармы?” Был теманың нескәлеген аңлау, баланың мөғжизәгә ышаныуына бәйле икәнен иҫтән сығармай яуап биреү бурыс. Һорауҙы уға йүнәлтегеҙ- ә һин үҙең нисек уйлайһың? Тәфсирләп аңлатҡас ҡына ҡарар ҡабул итегеҙ – артабан да әкиәткә ышаныуҙы дауам итәһегеҙме, йә иһә, уның ҙурайыуын таныйһығыҙмы. Ошо урында, әгәр бала ҡәтғи рәүештә Ҡыш бабайға ышанмауын белдерһә, һеҙ ошолайыраҡ итеп яуаплай алаһығыҙ: “ Эйе, был яҡшы, изге әкиәт, әммә байрам – сихри мәл, Яңы йыл тыуа бит. Үҙем дә бәләкәй сағымда ныҡ ышандым Ҡыш бабайға. Һинең күңелеңдә мөғжизәгә ышаныс оҙағыраҡ йәшәһен ине, тип теләгәйнем”.
Ҡыш бабайҙың килеү-килмәүен бер ҡасан да баланың яҡшы йәки насар тәртибенә бәйләмәгеҙ, зинһар. Ул ваҡытта һеҙ изге, балаларҙы яратҡан бабайҙы ниндәйҙер ҡаты судьяға әйләндереүегеҙ бар. Ә ундайҙарҙы көткө лә килмәй, ризаһығыҙмы?

Бүләктәр. Ҡайһы ваҡыт балаларының Ҡыш бабайға яҙған хатынан атай – әсәйҙең сәстәре үрә тора, шулаймы? Бәләкәстәребеҙҙең ниндәйҙер баш етмәҫлек әйберҙәр һорауына ипле генә итеп яуап биреп була. “Ҡыш бабай һәр баланың йәшенә ҡарап бүләк килтерә, уның ҡануны шулай. Йәғни, ниндәйҙер планшет- айфондарҙы, ғәҙәттә ололар ҡуллана, шулай булғас, үкенескә ҡаршы, уның бүләктәр теҙмәһендә был әйберҙәр юҡ, бындай бүләктәр өсөн әҙерәк кенә ҙурайырға кәрәк”. Шулай ҙа, ата –әсәне баланың үҙен ололар рәтенә ҡуйып айфон таптырыуы һәм Ҡыш бабайға ҡарата булған “баҙар” мөнәсәбәте уйландырырға тейеш.
Бәләкәстәр 7-8 йәштә конкрет-образлы фекерләй, йәғни нимәне күрәм – шуға ышанам. Ҡыш бабайҙы күрәм- тимәк ул бар. Ә бына 9-11 йәштә абстракт фекерләү ҡеүәһе формалаша. Ошо ваҡытта бала ысынбарлыҡ менән әкиәтте айыра башлай. Һәм ошо осорҙа, күбеһенсә, аҡ бабайға ышаныс бөтә лә инде.
Иң мөһиме, Ҡыш бабайға ышаныс бөтөү мөғжизәне инҡар итеүгә килтермәһен. Мөғжизәгә ышаныу баланың фантазияһын, һынландырыу (воображение) ҡеүәһен һәм ижади башланғысын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Бында иң мөһиме – бала шәхсән Ҡыш бабайға ғына түгел, ә мөғжизәгә, донъяның сихрилегенә, серлелегенә ышаныуын юғалтмау. Оло тормошта ошо ышаныс уны күп кенә киҫкен хәлдәрҙән “тартып” сығарасаҡ, психика ҡаҡшауынан аралаясаҡ.
Яҡшыға, матур киләсәккә ышаныс – бына нимә алып сыға бала Ҡыш бабайҙы көткән сихри мәлдәрҙән.

Альмира Исхаҡова, психолог.

Читайте нас: