Бөтә яңылыҡтар
Проза
17 Сентябрь 2025, 19:10

Күк үләндәр ҡалҡҡас ҡайтам әле

Һин армияға киткәс, үҙемдең ауырлы икәнемде белдем. Икәүләп ҡаршы алырбыҙ, сюрприз булыр, тип һиңә яҙып торманым. Аҙаҡ һинең Оксанаңдан өйләнештек, Вәкил менән балабыҙ була, тигән хат килде. Һеҙҙең бәхеткә ҡаршы төшмәнем. Шул сәбәпле, һиңә лә мин кейәүгә сығам, тигән һуңғы хатымды ебәрҙем. Балам булырын хатта һинең туғандарың да белмәне. Кешенән оялып, әсәйем менән кәңәшләштем дә, ситкә сығып киттем. Инәйемдәргә барып йығылдым. Баланы ла шунда таптым. Ауылға ҡайтҡас, ирем үлеп ҡалды, шуға ҡайттым, тип алдаштым. Әсәйең барыбер һиҙенде. Осраған һайын Вәсилде ҡайһылай Вәкилгә оҡшаған, тип һөйөр ине. Серҙе уға ла сисмәнем. Һинең ғаиләңде тарҡатҡым килмәне.

Күк үләндәр ҡалҡҡас ҡайтам әле...

Хикәйә

Нимәнеңдер ауырттырып, күкрәгенә бәрелеүенә сыҙай алмай ыңғырашып ҡуйҙы Вәкил. Тик тауышы үҙенән алыҫ китмәне. Ауыҙы ла, күҙҙәре лә асылмай. Ҡул менән аяҡты ла ҡыбырлатып булмай. Ауыҙына тығылған нәмәне теле менән тышҡа сығарып, бар хәленсә ҡысҡырып ебәрҙе. Ишеттеләр, ахрыһы. Һөйләшкән, илашҡан тауыштар тымып ҡалды. Тағы бар хәленә ҡысҡырҙы.

- Тере лә инде сығарығыҙ ҡәберҙән,- тигән тауыштар ҡолағына салынды.

Күкрәген баҫҡан ауыр нәмәне алдылар. Тын алыуы ла еңеләйеп ҡалды. Көслө ҡулдар уны һаҡ ҡына тотоп күтәреп алды. Ҡәберҙән сығарылған Вәкилде күреп, зыяраттағы халыҡ “аһ” итте. Аяҡ-ҡулы бәйләнгән, күҙе менән ауыҙы сырмалған Вәкил үҙе менән нимә булғанын да аңламай. Таныш кешеләренең тауышын ишетһә лә, шешенгән күҙҙәрен аса алмай, ҡулдары менән башын тотто.

Үлгән, тип ерләнгән Вәкил өҫтөнә ауыр табут килеп ултырғас ҡына иҫенә килә. Ярай ваҡытында. Юғиһә, тереләй күмелеп, һәләк кенә булыр ине. Табутты астылар – эсе тулы кирбес. Вәкилде ерләшергә килеүселәр уның ҡатыны Оксананы эҙләй. Әле генә табутҡа ҡарап торған ҡатын һыуға батҡандай, юҡ булған. Саҡырыуға тиҙ арала килеп еткән “Ашығыс ярҙам” машинаһында Вәкилде хәрби госпиталгә оҙаталар. Һирәк-һаяҡ иҫенә килгәнендә хәрби полициянан килгән тикшереүсе лә бер ниндәй ҙә ыңғай яуап ала алманы. Ҡатыны менән өйҙә сәй эсеп ултырғанынан башҡа бер нәмә лә ул иҫләмәй ине. Анализ һөҙөмтәһенән күренеүенсә, уға бик көслө йоҡо дарыуы эсергәндәр. Организмдың көслө булыуы арҡаһында ғына, ул үлмәй ҡалған. Табуттың өҫтөнә ауырттырып төшөүенә генә иҫенә килгән.

Оксана эшендә лә, өйөндә лә булмай сыға. Тиҙҙән уның бөтөнләй сит илгә сығып китеүе мәғлүм булды.

Күк үләндәр ҡалҡҡас ҡайтам әле,

Үҙебеҙҙең тауҙар яғына...

Был йырҙы Вәкилдең әсәһе йырлай ине. Тауҙар иленән ялан яғына килен булып төшкән әсәһе был йырҙы йырлап, үҙ төйәген һағыныуын баҫҡандыр. Әле лә күңеленә килеп ҡолағында сыңлаған йыр иҫенә килтерҙе. Тирә-яғына күҙ һалды. Палатала бер үҙе. Әсәһе иҫенә төшкәс, күҙенә йәш эркелде. Әле бына яңы ғына атаһы-әсәһе янында ҡолонсаҡтай йүгереп уйнай ине. Дүрт ҡыҙ араһында бер бөртөк булып үҫте Вәкил. Көтөп алынған янғыҙ малай тип бер ҙә иркәләтмәнеләр. Бар эштә лә атаһының уң ҡулы булды. Тик ҡыҙҙар араһында үҫкәнгәме, характеры ныҡ йомшаҡ ине. Беренсе класҡа күрше ҡыҙы Сәлимә менән етәкләшеп барҙы һәм мәктәпте тамамлағансы ошо ҡулды ысҡындырманы. Бергә мәктәпкә барҙылар, ҡайттылар, дәрес әҙерләнеләр... Тәүҙә өлкәнерәк малайҙар “килен” менән “кейәү” тип үсекләшеп маташты. Яуап булмағас, ҡул һелтәнеләр.

Сәлимәне әсәһе яңғыҙы тәрбиәләне. Атаһы йәшләй генә йөрәк сиренән мәрхүм булған. Сәлимә менән Вәкил йылға буйында, үҙҙәренең серҙәше булған аҡ ҡайын янында, киләсәккә план ҡорҙо.
Мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона инеү, һуңынан тормош юлын бергә үтеү ине хыялдары. Ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алыуға Сәлимәнең әсәһе ҡаты итеп ауырып китте. Ул оҙаҡ ҡына дауаханала ятырға мәжбүр булды. Әсәһен ташлап, ҡыҙҙың да ҡалаға уҡырға киткеһе килмәне. Вәкил дә һөйгәненән айырыла алмай, ауылда ҡалды. Ата-әсәһе күпме өгөтләп ҡараһа ла, уны күндерә алманы. Ә көҙгә Вәкилде хәрби хеҙмәткә саҡырҙылар. Яҡындары менән айырылышыуы ныҡ ауыр булһа ла, ил алдындағы бурысты үтәү, хәрби хеҙмәттә сынығыу алыу һәр егеттең хыялы. Ауылдан, туғандарынан, һөйгәненән көн һайын килгән хаттар ғына һағыныуҙы баҫа ине.
Вәкил - командиры Азат Камиловичтең уң ҡулы булды. Һәр эште еренә еткереп эшләгән, сатнатып башҡортса һөйләшкән, был егет ҡайһылыр ере менән етәксенең йәш ваҡытын хәтерләтә. Хеҙмәте тулғас нисек тә егетте ҡайтармай, хәрби уҡыу йортонда уҡытып, үҙенең урынына ҡалдырғыһы килә ине командирҙың. “Ҡатыны менән асҡан эшҡыуарлыҡ эшенә лә ышаныслы кеше кәрәк. Иркә, үҙ һүҙле, уйында тик күңел асыу ғына булған бер бөртөк ҡыҙы Оксана менән уртаҡ тел табып, өйләнешһәләр ине,”- тип хыяллана ине Азат Камил улы.

Хеҙмәте тулырға бер ай ҡалғас, Сәлимәнән килгән хат Вәкилде тамам аптырауға ҡалдырҙы. Мин кейәүгә сыҡтым, тиҙҙән балам буласаҡ”, - тигән бер генә һөйләм һүҙ яҙылған ине ул хатта.

Ошо бер һөйләм Вәкилдең аңын томаланы. Бер йыл буйына Сәлимәһе менән осрашыуҙың һәр көнөн һанап йөрөгән һалдат өмөтһөҙлөккә бирелде. Аңҡы-тиңке йөрөп ятҡанында, аптырағандан хәрби хеҙмәттә ҡалырға, тип контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Ауылға ҡайтыуҙың бер ҡыҙығын да тапманы ул. Бирелгән отпусктан да баш тартты. Ата-әсәһенә тиҙ арала ҡайта алмаясағын белдереп хат яҙҙы. Азат Камиловичтән бигерәк уның армияла ҡалыуына Оксана ныҡ һөйөндө. Атаһы яратып һөйләгән егеткә күптәнән күҙе төшкәйне. Оксананың артынан күләгә кеүек йөрөүенән биҙеп Вәкил һөйгән ҡыҙы барлығы тураһында һөйләгәне. Нисек тә үҙенеке итеү маҡсатында Оксана Сәлимәгә хат яҙып һалғайны. Вәкил менән өйләнешеүҙәре, бала көтөүҙәре тураһында бәйән ителгән ине унда.

Ағын һыуҙар кеүек йылдар үтте. Вәкил хәрби сыуалыштарҙа ла ҡатнашты.

Күк үләндәр ҡалҡҡас ҡайтам әле

Үҙебеҙҙең тауҙар яғына...

Яраланып госпиталдә ятҡанында ла әсәһенең ошо йыры гел ҡолағында сыңланы Вәкилдең. Йөрәкте семеттереп, Сәлимә лә һирәкләп төштәренә инеп яфаланы. Оксана Вәкилде һанға һуҡманы. Теттереп йөрөүен ташламаны. Теләһә ҡалай йөрөүенәндер инде, ул бала ла тапманы. Шунлыҡтан Вәкил – бала, ә Оксананың ата-әсәләре ейән-ейәнсәр һөйөү бәхетенән мәхрүм булды. Атаһы ла үҙ эшен елбәҙәк ҡыҙына тапшырманы, ышанманы уға. Барыһын да кейәүенә - Вәкилгә яҙҙырҙы.

Вәкил һирәкләп бер үҙе тыуған яҡтарына ла ҡайтып әйләнде. Оксана өйләнешкән ваҡыттарында уның менән бер ҡайтты ҡайтыуға. Илле-алла менән йылғанан бер тапҡыр көйәнтәләп һыу алып килде лә, ауыл тормошонан ваз кисте. Ғорурлығын еңеп, Сәлимә тураһында бер ваҡытта ла һорашманы. Көтмәй, тормошҡа сыҡҡанына ныҡ рәнйегән ине ул. Бер ҡайтҡанында тәҙрә аша бала етәкләп үтеп барған Сәлимәне күреп шул тиклем йөрәкһенде. Йүгереп сығып, ҡаршыһына баҫыуҙан үҙен көскә тыйып ҡалды...

Көслө организм үҙенекен итте. Госпиталдән сыҡҡан Вәкилде ҡайныһы ҡаршы алды. Оксана баҡтиһәң, атаһының эшен уға түгел, ә Вәкилгә яҙылыуына йәне көйөп, ирен үлтермәксе булған. Сит илдән көслө дарыуҙар алдырған. Аҡсаға кеше яллап, алдан ҡәбер ҡаҙҙыртҡан. Вәкилгә теге дарыуҙарҙы эсереп, уны тереләй ерләмәксе булған. Оксана Вәкилдең туғандарына ла хәбәр итеп тормаған. Улар килеп эште боҙоуынан ҡурҡҡан. Ғүмере бөтмәгән Вәкилдең. Мәлендә иҫенә килеп ҡысҡырыуы ҡотҡарып ҡалған уны. Вәкил дауаханала ятып, ныҡлап дауаланғас, тыуған яғына ҡайтып килергә булды. Полковник погондары таҡҡан, мөһабәт кәүҙәле ир үҙенә кәрәкле станцияла төшөп ҡалды. Шул ваҡыт гармун уйнаған, күмәкләп йырлаған тауыш ишетеп, ирекһеҙҙән улар янына ыңғайлыны. Егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙаталар икән. Бер таныш йөҙҙө күреп, текләп ҡалды.

- Бәй, Сәлимә, һин түгелме? – тип ул йәш кенә егетте ҡултыҡлап алған ҡатынға яҡынланы.

- Сәлимә, һинме? – тип тағы ла һорауын ҡабатланы Вәкил.

- Эйе, мин. Бына улымды - Вәсилемде хәрби хеҙмәткә оҙатам Вәкил... Һинең улыңды...

- Нисек минең улым?

- Һин армияға киткәс, үҙемдең ауырлы икәнемде белдем. Икәүләп ҡаршы алырбыҙ, сюрприз булыр, тип һиңә яҙып торманым. Аҙаҡ һинең Оксанаңдан өйләнештек, Вәкил менән балабыҙ була, тигән хат килде. Һеҙҙең бәхеткә ҡаршы төшмәнем. Шул сәбәпле, һиңә лә мин кейәүгә сығам, тигән һуңғы хатымды ебәрҙем. Балам булырын хатта һинең туғандарың да белмәне. Кешенән оялып, әсәйем менән кәңәшләштем дә, ситкә сығып киттем. Инәйемдәргә барып йығылдым. Баланы ла шунда таптым. Ауылға ҡайтҡас, ирем үлеп ҡалды, шуға ҡайттым, тип алдаштым. Әсәйең барыбер һиҙенде. Осраған һайын Вәсилде ҡайһылай Вәкилгә оҡшаған, тип һөйөр ине. Серҙе уға ла сисмәнем. Һинең ғаиләңде тарҡатҡым килмәне.

- Их, Сәлимә! Ниңә яҙманың? Нимәгә әйтмәнең? Оксана арҡаһында бер бөртөк балам тураһында ла белмәгәнмен бит. Кисер мине, Сәлимә! Ғорурлығым арҡаһында, ялға ҡайтҡанымда ла һине күрергә тырышманым бит. Мине һин ташланың, тип уйланым бит...

Шул ваҡыт: “Хәрби хеҙмәткә китеүселәр, вагондарға!”, - тигән команда яңғыраны. Вәсил күҙ йәштәре аша, үҙенә йотлоғоп ҡараған әсәһен күкрәгенә ҡыҫып хушлашты ла, Вәкилгә күҙ һирпеп ҡарап, вагонға инеп китте.

- Мин һеҙҙе башҡа юғалтмаҫмын, улым! Һине лә үҙемдең эргәмә алырмын, - тип Вәкилдең шыбырлаған һүҙҙәрен Сәлимәнән башҡа бер кем дә ишетмәне...

Әнүзә Мәжитова.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас