Ю-у-у-у-ҡ... Ю-у-ҡ... Һары йөнтәҫ ҡулдар әрһеҙләнеп тулышып бешкән алмалай күкрәкте иҙҙе генә. Ҡыҙ йән әсеһенә ҡысҡырҙы. Ю-у-у-ҡ-ҡ...
Үҙ тауышынан үҙе тертләп, шыбыр тиргә батып, уянды Әнисә… Яман төшөнән айный алмай бер килке дерелдәп ултыра бирҙе әле ул... Инде нисәнсе көн ошо йөнтәҫ ҡулдар тынғы бирмәй. Тиҙерәк, тиҙерәк торорға, йыуынырға, оноторға. Һикереп торҙо ла йәһәт кенә ванна бүлмәһенә йүгерҙе. Ул яман төш кенә күргән… Хәҙер онотола ул. Төштөң муйыны ҡыл кеүек, нимәгә юраһаң, шул була, ти ололар. Ә мин төшөмдө яҡшыға юрайым! Үҙен шулай йыуатҡайны, күңеле лә бер аҙ күтәрелде, төшө лә онотолғандай булды.
Көтөп тор әле, бөгөн нисәһе ул? Бәй, аптырауынан шап итеп артһыҙ ултырғысҡа ултырҙы. Уныһы, хәйерһеҙ, ҡыйыш торған, иҙәнгә осоп барып төшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ауыртҡан арт һынын һыйпай-һыйпай шаңҡып торҙо әле ул бер килке. Утыҙ биш йыл йәшәп бындай хәлгә ҡалғаны юҡ ине. Ояты ни тора, тыуған көнөңдө онот әле! Һуңғы арала эшендә лә бер туҡтауһыҙ мәшәҡәттәр, отчет-маҙар шунда, етәкселәргә нимә лә булһа талап итергә кәрәк бит инде. Әй, бер яҡтан иҫе лә китмәй уға. Тик бынау төшө боларып ҡына алйыта нисәнсе көн. Хәйерлегә булһын…
Күңелен тынысландырырға теләп, йүкә япрағы һалып, муйыл ҡайнатмаһы менән тәмләп кенә сәй эсте. Муйыл ҡайнатмаһы тиһә, кешеләр аптырай ҙа китә. Тәмләп ҡарамайынса ышанмайҙар әле. Ансары ла, муйыллап сәй эсәйек, тигәнде көтөп кенә йөрөй. Ай, һармаҡ! Кискә киләм, тигәйне лә һуң. Байрам өҫтәле әҙерләргә кәрәк... Утыҙ биш йәш – ҡатын-ҡыҙҙың һөйөлөр генә мәле. Әсәй булып, бала һөйөр сағы. Ансары ла өҙмәй ҙә ҡуймай, өйләнешәйек, ти. Ҡурҡа шул Әнисә. Ҡур-ҡа... Үҙ-үҙенә биргән һүҙе лә бар, уны ашатлай алмай. Етмәһә, бынау төшө. Уф, бәйләнсек кенә төш булды лаһа, баштан сыҡмай.
Ә бала һөйгөһө килә!!! Лә-лә-лә, лә-лә-лә!!! Йырлай-йырлай эшкә тотондо Әнисә. Бөгөн уның байрамы! Ни ҡыланһа ла килешә, шулай бит?.. Аяҡ араһында уралған бесәйен дә һыйпап өлгөрҙө, бер ыңғай телевизорын да тоҡандырып ебәрҙе. Торһон әле шунда фон булып... Ҡулына күҙ эйәр- мәй ул Әнисәнең, ана бит, `әллә ни арала салат өсөн йәшелсәләрен турап та ҡуйҙы. Һүҙ юҡ, уңған инде былай.
– Шулай итеп, һуңғы яңылыҡтарға күсәбеҙ... Енәйәтсене тотоу операцияһы уңышлы тамамланды. Бына нисәнсе ай бар ҡаланы ҡурҡыуҙа тотҡан енәйәтселәр, ниһайәт, ҡулға алынды.
– Уф, бөтмәҫ шул бандиттар. Ҡайҙан ғына килеп сығалар? Бөтәһен бергә тотоп төрмәгә бикләп ҡуйып булмаймы икән ни шуларҙы?
Йәне көйөп, һөйләнә-һөйләнә каналды күсерергә теләгән Әнисәнең ҡулынан ҡапыл пульты иҙәнгә төшөп китте. Аяҡтары ла бөтөнләй тотмаҫ булды... Былар... Былар бит... те-ге-ләр... Ҡурҡышынан йөҙө ап-аҡ сепрәктәй булған Әнисәнең ҡолағына дикторҙың һүҙҙәре сала-сарпы ғына ишетелде. Донъя баш түбән әйләнгәндәй булды. Яман төшө өнгә әйләнде. Ун һигеҙ йыл үткән. Таушалғандар, ә күҙҙәре һаман шул уҡ. Бүренеке ише.
...Ю-у-у-у-ҡ... Ю-у-ҡ-ҡ... Һары йөнтәҫ ҡулдар әрһеҙләнеп тулышып бешкән алмалай күкрәкте иҙҙе генә. Ҡыҙ йән әсеһенә ҡысҡырҙы. Ю-у-у-ҡ-ҡ... Ҡәбәхәттәр! Күрә алмайым! Үлтерегеҙ мине! Йәшәгем килмәй! Үлтерегеҙ!..
Ҡола яланда үкһеп-үкһеп иланы йәш ҡыҙ бала. Хәйер, ул ғына түгел, күктәге ай ҙа иланы. Сара- һыҙлыҡтан, әшәкелектән... Бары машина янында торған ике ир генә ҡәнәғәтлектән ауыҙҙарын йыйып ала алмайҙар. Берәүһе теш араһынан ғына сырт итеп төкөрҙө лә ерәнгән тауыш менән:
– Кемгә әйтәләр! Шыңшыма, – тип өҫтәне лә икенсеһе, йәйрәп машинаның алғы ултырғысына менеп ултырҙы.
– Йә, подруга, не кривляйся... Дәдәләрең киң кү- ңелле ул, өйөңә тиклем алып барып ташларбыҙ... – Тәүгеһе, ҡыҙыҡ тапҡандай, үҙ һүҙенән үҙе рәхәтлә- неп көлдө һәм уҫал тауыш менән:
– Һиңә әйтәм, ултырма шыңшып, тиҙ бул, – тип өҫтәне.
Зомби хәлендәге ҡыҙ көскә тороп, машинаға инеп ултырҙы ла иҙән мөйөшөндәге сүпкә текәлеп ҡатып ҡалды. Сүп ни, ул ни... Икеһе лә бер сама. Уның да хәҙер бер кемгә лә кәрәге юҡ. Тапалды, мыҫҡыл ителде, юҡҡа сығарылды. Ул арала маши- на йәшен тиҙлегендә шыжлап барып ауыл осонда туҡтаны.
Кәрәкмәгән тоҡто сығарып ырғытҡандай, ишек- тән этеп кенә төшөрҙөләр ҡыҙҙы. Хас баяғы сүп ише... Өй тапҡырына еткәс тә әле бер килке ҡапҡа тышында ултырҙы ҡыҙ. Уйланманы ла, иламаны ла. Күңеле таш кеүек ҡатҡайны. Хистәр ҙә, теләктәр ҙә, һүҙҙәр ҙә юҡ. Күктәге айға текәлеп ултырҙы ла ултырҙы.
Ипләп кенә шығырлап асылған ишек тауышына терт итеп ҡалды. Кемдәрҙеңдер шым ғына һөйлә- шеүе ишетелде.
– Әллә инде... Хәлгенәһе бик насар. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә. Ейәнсәрен һорай.
– Әнисәгә телеграмма ебәрҙеләр түгелме һуң?
Әнисә нисек һикереп тороп, ишеккә ҡарай йүгергәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Хәл белергә ингән күрше ҡатыны Рәйлә ҡурҡышынан:
– Кит, нишана, Әнисә һылыу, һинме ул? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
– Атаҡ, ҡайҙан килеп сыҡтың ул? Төн убыры кеүек ҡотто алып, – тип өҫтәне икенсе яҡ күршеһе Айһылыу апай.
– Нишләп улай һуңға ҡалып йөрөйһөң? Ҡараңғыла ҡурҡмайынса, – тип яратып орошто Рәйлә апаһы.
– Апайҙар, нимә булды өләсәйемә? Һау ғына йөрөй ине лә инде. Телеграмманы алдым, автобус- ҡа һуңланым. Шуға попуткаға ултырырға тура килде, – тип хәбәрен бер тынала әйтеп һалды Әнисә.
– Саҡ ҡына тын ал, былай ни өләсәйеңде ҡурҡытырһың. Харап шәп кенә йөрөй инесе. Кисәле- бөгөнлө һыҙланыңҡырап тора. Бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип хәбәр һуҡтыҡ һиңә.
Әнисә күрше апайҙарын тыңлап бөтөр-бөтмәҫ- тән өйгә ашыҡты. Кейемдәрен ары-бире сисеп, бәрҙе лә, бәләкәс кенә булып түрҙәге карауатта йоҡомһорап ятҡан өләсәһе янына сүгәләне. Ипләп кенә биттәрен һыйпаны.
– И-и, бәпкәмде. Ҡайттыңмы?
– Ҡайттым, өләс. Һағындым һине.
Хас бәләкәй балалай иркәләнгеһе килә лә, илап ебәрермен тип ҡурҡа Әнисә. Шулай ҙа ипләп кенә өләсәһенең шырауланып ҡатҡан, бәләкәс кенә булып ҡалған усына янып барған сикәһен терәне.
– Ауырып киттеңме ни, өләс?
– Эй, ҡарт кешенең шул инде, балам. Кәштер- көштөр йөрөгән була инем әле, һуңғы мәл әллә ниңә хәл бөтөңкөрәй. Ҡартаям, ахыры, балам, әлдә етәкләшеп йөрөргә таяғым бар. Унһыҙ ни эшләр инем? Эй, рәхмәт инде үҙенә.
Шулай тине лә өләсәһе, тешһеҙ ауыҙын ябынып ятҡан яулыҡ осо менән ҡаплап, кеткелдәп көлгән булды. Шаян кеше бит ул, ейәнсәрен ҡапыл ҡурҡы- тып ҡуймайым тиеүелер инде үҙенсә.
– Өләс, мин хәҙер тәмле генә итеп сәй эсерәм һиңә. Йүкә, ҡарағат япрағы һалам, кейәү үләнен өҫтәйем. Өләс, мин сәйҙе тәмле итеп бешерәм, ивет? Минең ҡулдан эсһәң, һиңә хәл керә лә китә шунан.
Күңелгенәһе тулышҡан, шеш ише шартлап, илап ебәреүҙән ҡурҡҡан ҡыҙ, бытырлығы сығып, һөйләнде лә һөйләнде. Йәһәт кенә сумка төбөнән күстә- нәсен килтереп сығарҙы, матур итеп өҫтәл әҙерләне.
– Өләс, әллә сәйҙе яныңа килтерәйемме?
– Ҡуй, анау хәтлем юл үтеп ҡайтҡан бәпесемде йонсота тиме ни? Һине күргәс, хәл инеп китте, балам.
Өләсәһен сигелгән балаҫ йәйелгән ширлеккә ипләп кенә ултыртты Әнисә. Үҙе шул арала, күңел яраһын баҫырға теләгәндәй, яҡын кешеһенә һыйынып алырға ла өлгөрҙө.
– Әллә ниңә һуңғы арала бирешеп киттем, балам. Күрше Рәйлә апайың, һиңә телеграмма һуғам, тигәс, ҡаршы төшкәйнем дә, тыңламаған бит, – тип өләсәһе, ауырып китеүенә уңайһыҙлан- ғандай, әйтеп ҡуйҙы.
– Өләсәй, белһәң икән, һине нисек һағындым.
– Уҡыуың нисек һуң, балам? Ас йөрөмәйһеңме?
– Уҡыуым да һәйбәт, өләс, тамаҡҡа аш та шәп бара. Бына педучилищены тамамлайым да ауылға ҡайтам. Һин мине иртән ошолайтып сәй эсереп эшкә оҙатырһың, йәме. Шунан ҡаршы алырһың, ивет?
– Э-э-й, балам, ғүмер буйы минең менән йәшәмәҫһең бит. Йәштәрҙең тормошо ла йәштәрсә булырға тейеш. Бына ейән-ейәнсәрҙәремде ҡарашырмын. Ғүмер генә бирһен Хоҙай.
Шулайтып сөкөрләшә-сөкөрләшә сәй эсте өләсәй менән ейәнсәр. Атаһы менән әсәһе ҡайҙа һуң, тиерһегеҙ? Юҡ улар. Күптән инде. Ҡәһәр генә һуҡҡыры зәхмәт алып китте икеһен дә. Ҡунаҡҡа тип кенә киткән ерҙән, ағыулы араҡы эсеп, бер төптән мәрхүм булдылар. Ҡуй инде, дошманыңа ла күрһәтмәһен ундай ҡайғыны. Әнисә бәләкәй ине әле, сала-сарпы ғына иҫләй ул мәхшәрҙе. Ә бына өләсәһе шунан бирле ныҡ биреште. Һуңғы йылдары бигерәк тә. Иҫән генә булһын инде, күҙ терәп ҡайтыр кешеһе лә ул ғына бит.
Өләсәһе рәхәтләнеп йоҡлап киткәс тә, ҡымшанмай оҙаҡ ултырҙы Әнисә. Башы тубалмы ни, шарт- лап бара. Ә күңеле – таш. Илап та булмай. Нишләргә? Әллә...
– Ҡыҙым, кил яныма. Бәләкәй саҡтағылай ҡосаҡ- лап ҡына ятайым әле үҙеңде.
Шып-шым бүлмәлә өләсәһенең тауышы көслө шартлау һымаҡ яңғыраны. Ҡапыл һиҫкәнеп киткән Әнисә, йәһәтерәк ҡурҡыныс уйҙарынан ҡасырға теләгәндәй, өләсәһенең йылы ҡуйынына һыйынып ята торғас, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Иртән тәмле ҡоймаҡ еҫенә уянып китте. Их, ошо- лайтып ҡына иркәләнеп ятаһы ине лә, булмай шул. Юлға сығырға кәрәк. Хәйер, тамағына аш та бармай уның. Ҡәҙерлеһен үпкәләтмәйем тип, арлы- бирле ҡапҡыланы ла юлға йыйынды Әнисә. Өләсәһе ейәнсәрен күреп танһығы ла ҡанмағанға көйөп бер булды. Шулай ҙа күҙҙәре балҡып, атлап йөрөүҙәре лә бер сама теремекләнеп китте. Күстәнәстәрен алып сығып барған бәпкәһен ҡапҡа ауыҙына тиклем оҙатып, һөйөп ҡалды. Әнисә арҡаһы менән булһа ла өләсәһенең шыбырлап ҡына доға уҡығанын тойҙо, бары илап ебәреүенән ҡурҡып, әйләнеп ҡараманы. Әлдә автобусы оҙаҡ көттөрмәне. Салауатҡа тиклем барһа, унан – Өфөгә. Ҡыҙҙары ла борсолалыр. Кисә телеграм- маны килтереп биреү менән йән-фарман әҙерлә- неп сыҡты ла йүгерҙе бит. Иптәш ҡыҙҙарының, иртәнгә тиклем көт, тигәнен дә тыңламаны. Их, тың- лаған ғына булһасы… Ҡыҙ ирендәрен ҡанатҡансы тешләп күпме генә түҙергә тырышмаһын, күҙ йәштәре даръя булып аҡты ла аҡты. Тыйырға ла, тыйылырға ла теләмәне. Өфөгә килеп еткәндә аҙыраҡ тынысланып, уйҙарын бер рәткә һалырлыҡ хәлгә килгәйне. Хатта бүлмәләш ҡыҙҙары ла уның хәлен һиҙмәне. Ҡыуанышып, рәхмәт әйтә-әйтә өләсәһе бешереп ебәргән күстәнәстәрҙе һыпырҙылар ғына. Хәйер, бөтөнләй белмәнеләр түгел, белде ул бер кеше. Уныһы ла аҙаҡтан. Артынан бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән Азат ҡына. Белмәҫ тә ине, яңылыш үҙен һатты ла ҡуйҙы бит. Аҙна самаһы ваҡыт үткәс, йәненә урын тапмай, былайтып йәшәгәнсе үләм дә ҡуям тип, ятаҡтың иң өҫкө ҡатындағы тәҙрә тупһаһына менеп кенә баҫҡайны, кемдер йән көсөнә асыу менән тартып төшөрҙө.
– Алйып бараһыңмы әллә? Нимә, йәшәгең килмәйме? Минең дә! Әйҙә, икәү бергә һикерәйек! Әйҙә, нимә ҡатып ҡалдың?
Асыуынан сәсәр сиккә еткән Азатҡа ҡарап, түгелеп илап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Әнисә. Хатта нисек итеп барыһын да уны егеткә һөйләп биргәнен дә иҫләмәй. Йыуатманы ла, өндәшмәне лә уныһы, бары ныҡ итеп ҡосаҡлап ҡына торҙо. Шул мәл күңел төпкөлөнән бөтә рәнйеү-әрнештәре йыуылып сыҡҡанын тойҙо Әнисә.
Әммә ир-егет затына екһенеүе шул тиклем көслө ине, береһен дә үҙенә яҡын юлатманы. Ни тиклем генә яҡшы егет булмаһын, Азат менән дә араһына сик ҡуйҙы. Рәхмәт инде, уҡып бөткәнсе егет уны һәр саҡ ҡурсалап ҡына йөрөттө. Уҡып бөткәс тә ары- бире хәл белешеп торҙолар әле. Шулай ҙа бер нисә йылдан, эсеп килеп, тойғоларын аңлатып маташты ул. Әнисә ҡаты торҙо. Хәҙер ҡайҙа ул, кем менән, белмәй ҙә, белергә лә тырышмай. Бер яҡтан, оят үҙенә, икенсе яҡтан, ниңә кешене буштан-бушҡа өмөтләндереп йөрөтөргә? Күптән ғаиләле, бала- сағалылыр инде.
Күңелен эш менән баҫты ул. Эшселәр йәшәгән ятаҡтан бүлмә лә алды. Хатта өләсәһен дә алып килеп, бергә йәшәп өлгөрҙөләр. Рәхмәтле булып, фатихаһын биреп китте өләсәһе мәңгелек йортона. Тик ейән-ейәнсәрҙәрен күрә алмағанға ғына үкене- сен белдерҙе. Их, Әнисәнең дә шул тиклем бәпес һөйгөһө килә. Рәхәттер ул әсәй булыуы! Татлы ғына бәпәйенең хуш еҫен әле үк тоя ул. Шундай танһыҡ еҫ! Әллә Ансарға кейәүгә сығырға ризалыҡ бирергә лә ҡуйырға инде?
…Төшө менән өнө буталыуына аңҡы-тиңке булған Әнисәнең мейеһенә дикторҙың һүҙҙәре сүкеш менән ҡаҡҡандай бәрелде:
– Енәйәтселәрҙе тотоуҙа бөтөнләй таныш булмаған, үҙ йомошо менән китеп барған кеше ярҙам итә. Ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған батыр ир-уҙамандың исем-фамилияһы Ансар Сәлихов.
– Анса-а-а-а-а-р? – күңел төбөнән иңрәп сыҡҡан тауыш бөтә бүлмәгә таралды.
– Әлеге ваҡытта ир ауыр яралар менән дауаханаға оҙатылды. Уға ҡан талап ителә.
…Ап-аҡ бүлмәлә ике кеше ята. Шул тиклем бер- береһенә кәрәк улар. Күңелдәре генә түгел, йәндә- ре лә бер иш уларҙың.
– Рәхмәт, йәнем, беҙҙә хәҙер бер үк ҡан йөрөй.
– Ансар! Нисек ҡурҡманың һин бер үҙең ике йыртҡысҡа ҡаршы сығырға?
– Йәш кенә ҡыҙҙы машинаға һөйрәгәндәрен күргәс, нисек ярҙамға ташланғанды үҙем дә аңламай ҡалдым.
– Ансар, ә минең һинән бәпес тапҡым килә.
– Йәнем, ысынмы? Һин риза?! Матурым, мин һине тыуған көнөң менән дә ҡотлай алманым. Ғәфү ит, йәме…
– Ғәфү үтенмә, зинһар. Һин бит миңә икенсе тыуған көн бүләк иттең. Беләһеңме, мин бөгөн яңы- нан тыуҙым. Хәсрәттәр, аһ-зарҙар барыһы ла артта ҡалды.
…Төнгө күктә тулған ай йылмая. Әнисәнең ҡыуаныстан, шатлыҡтан, бәхеттән тулышҡан күңеленә иш булып яҡтыра ул…
Гөлназ ИШЕМҒОЛОВА.