Ике етем күңел ҡауышҡанда
Уларҙың йөҙөнән бәхетле йылмайыу китмәй. Уң яҡҡа бер аҙ ҡыйшая биргән йортта көн күреүсе Сәйҙә менән Фәтих тураһында был хикәйәтем.
Икеһе лә тормоштоң әсе-сөсөһөн байтаҡ татып, яҙмыш тарафынан ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланып, береһе 40-ҡа яҡынлағас, икенсеһе уҙғас ҡына ҡауышты улар. “Ике күңел – бер һағыш”, – тип ҡуя ауылдаштары ла. Тик бер-береһен табышҡас, тормоштары яйланды ла ҡуйҙы, күҙ теймәһен. Өйҙөң тышы – һары, иҫке кәртә арзан буяу менән булһа ла буялып, өй бейеклеге булып үҫкән сүп үләндәре сабылғас, ихата эсе лә йәмләнде. “Йәш” ғаиләне йәлләгән күрше-тирә иһә яйлап-майлап ҡына йорт кәрәк-ярағы менән бүләкләй башланы.
– Килен, бынау ашъяулыҡты һиңә инселәп алдым әле. Урамдың йәмен ебәреп ултырған йортҡа йәм биреүең өсөн рәхмәт йөҙөнән...
– Балаҡайым, өләсәйең менән беҙ бер осор тегенсегә уҡыныҡ бит. Зерә һәйбәт кеше булды бит ул, мәрхүмкәй. Шуға һине үҙ күреп, һауыт-һаба бүләк итергә булдым...
– Фәтих ҡустым, әллә бар ғүмерем, әллә юҡ, тигәндәй. Һеҙгә, төҫөм булһын тип, өҫтәл әтмәләнем әле. Мин үлгәндән һуң шунда сөкөрләшеп сәй эсһәгеҙ ҙә, доға булыр. Ҡабул итеп алығыҙ инде...
Ауыл халҡы ир менән ҡатындың ғорурлығына теймәй генә уларҙы монаятлы итеп тә ҡуйҙы шулай. Ғаилә башлығы һәрмәнеп булһа ла баҡса ҡаҙҙы, хужабикә ҡулынан килгән тиклем йәшелсә ултыртты. Бер көндө Фәтихтең сыбыҡ осо еңгәһе Шәмсиә әбей һауын кәзәһен етәкләп килеп инде:
– Ҡәйнеш, ҡотҡар бынау үләт ҡырғыры хайуандан. Бәйләп ҡуйһам, ҡаса ла китә, ҡаса ла китә. 80-де үткәндә минең мал артынан ҡыуыр хәлем бармы ни?! Һуйып ырғытайым, тим дә, йәлләйем. Уйланым-уйланым да һеҙгә алып килергә булдым. Ит итһәгеҙ ҙә, мәйелегеҙ. Һөт итһәгеҙ, бигерәк шат булам. Аҙнаһына ике тапҡыр ярты литр ағын алып килеп торһағыҙ, шул етә.
Сәйҙәнең күңеле бигерәк күтәрелде. Ауыл халҡының ихтирамлы мөнәсәбәтенән күҙҙәре йәшкә тулды. Ҡырҡҡа етеп, уның бындай ярҙамды, ихтирамды тәүгә татыуы ине. Бала сағы иҫерек атай һәм үгәй әсәһенең туҡмағы менән үтте. 14 йәше тулғас, уны үҙен ҡаратыу һылтауы менән өләсәһе алып ҡайтҡайны ла бит, өс йылдан ауырып үлеп ҡуйҙы. Дауаханаға китер алдынан: “Тағы ла өс йыл йәшәй бирмәнем. Миһырбанлы ғына берәйһенә кейәүгә бирһәм, тыныс китер инем. Ай, йәшәй бирмәнем бит!” – тип үрһәләнде.
Өс йәшендә әсәйһеҙ ҡалған бала 17-һендә һуңғы терәге – өләсәһенән дә ҡалды. Уны һуңғы юлға оҙатып, күп тә үтмәне, үгәй әсәһе ҡыҙ янына ир ҡорона еткән бер егетте эйәртеп килеп инде:
– Был – Сәғит, минең мырҙа тейешле кеше була. Кәләш алырға теләй, һине димләнем. Ни сибәрлегең юҡ, ни малың, тигәндәй. Ауыл егеттәренән һиңә берәү ҙә ҡарамаясаҡ. Шуға йөҙөңдө сирмай ғына Сәғит менән йәшә лә кит. Ошо өй һеҙгә бер тигәндәй буласаҡ. Эш табылғансы атайың менән ярҙам итербеҙ.
Ҡайғынан аңҡы-тиңке булып йөрөгән ҡыҙ иҫенә килгәндә никах уҡылғайны инде. Сәғит йортта үҙен хужа тойоп, иркен йәшәп алып китте. Эш һөймәне, ә бына кәйеф-сафа ҡорорға маһир ине. Тора-бара ҡул да күтәрә башланы. Сираттағы туҡмаҡтан һуң ауыры төштө, етмәһә, башы ауырыу булып ҡалды. Атаһынан ярҙам булманы, киреһенсә, кейәүе менән шешә бүлешә башлағас, йән дуҫтарға әүерелделәр. “Кейәү! Бисәләрҙе йоҙроҡ менән теҙгенләргә кәрәк!” – тип аҡыл һатҡаны һайын ире нығыраҡ ҡоторҙо. 23 йыл шулай барған тормош иренең үлеме менән тамамланды.
Ҡайғырманы, бер бөртөк йәшен дә түкмәне Сәйҙә. Тик иркенләп йәшәргә өлгөрмәне, бер көндө атаһы килеп инде. Әсәһенең өйө икәнен иҫенә төшөргән икән.
– Был йортҡа минең дә хаҡым бар. Кейәү арыу булғанға ғына быға тиклем өндәшмәнем. Алыусы таптым, иртәгә үк һатам. Йә 150 мең һум түлә, йә сығып кит!
Ауыл советына барһа, ярҙам итерҙәр, күрәләтә урамда ҡалдырмаҫтар ине. Тик үҙ атаһы менән дошманлашып, яманат таратып йөрөгөһө килмәне. Ҡайҙа барырға белмәй аптырап йөрөнө лә, түбән оста йәшәгән Әминә әбейҙең ишеген шаҡыны. Кесе улының йорто буш тора, һыйырын биреп, шуның хаҡына еткән тиклем ҡуртымға алырға булды Сәйҙә.
– Эй, балам, ул йортҡа минең хужалыҡ юҡ шул. Улымдың вафатынан һуң бөтә мөлкәте килен менән ейәнгә тороп ҡалды. Асҡыс та уларҙың үҙендә, – тип ыуаланды ҡарсыҡ. – Шылтыратып, әйтеп ҡарармын ҡарауын. Ни тиһәң дә, ҡала кешеһенә ит кәрәк бит. Ниндәй яуап булһа ла, хәбәр итермен.
Икенсе аҙнаһына таяғына таянып, бөксәнләп кенә килгән әбейҙе күргәс, риза булғандарҙыр, тигән өмөт менән ҡаршы йүгереп сыҡты. Тик өмөтө аҡланманы.
– Йәйгелеккә үҙебеҙ ҡайтабыҙ, тип кеше индерергә теләмәнеләр. Уйланым-уйланым да, асыуланмаһаң, һиңә бер тәҡдимем бар ине. Мин үҙемдекен әйтәм, ә һин хәл ит, йәме. Иремдең нәҫеленән бик аҡыллы, изге күңелле Фәтих тигән егет бар. Егет тип тә булмай: 35-ен тултырҙы. Әллә балам уның менән яҙмышығыҙҙы бәйләйһегеҙме? Мәктәптә уҡығанда уҡ күреү һәләте насарайғайны, хәҙер тома һуҡыр ҡалған икән. Алла бәндәһе, шул тиклем изгелекле. Быға тиклем башың туҡмаҡтан сыҡманы бит, балаҡай. Ә ул тырнаҡ менән дә сиртмәйәсәк, тип ышаныслы әйтә алам. Уйла, ҡыҙым, мин инде оло кеше, яманлыҡ теләп килмәнем...
Барыр ере юҡ ине бисара ҡатындың, ризалашты. Бер нисә көндән ҡапҡа алдына еңел машина килеп туҡтаны ла, оло ғына ағай менән апай ҡара һылыу егетте етәкләп, өйгә табан йүнәлде. Тәҙрә аша буласаҡ иренә күҙ һалыу менән Сәйҙәнең күңеле иләҫләнде лә ҡуйҙы: аҡыллы ғына түгел, бигерәк матур ҙа шул. “Һуҡыр булмаһа, әллә кемгә өйләнер ине, минең бәхетемә генә шулай ултыралыр инде. Ә күҙе күрһә, минең ҡара янған йөҙөмә, таушалған ҡиәфәтемә ҡарап та тормаҫ ине. Етмәһә, унан алты йәшкә олораҡмын...” – тигән уй йәшен тиҙлегендә башын ярып үтте.
Фәтих уның күңеле яралы булыуын да, ғүмер буйы рәнйетелеп йәшәүен дә һиҙҙе. Һәм бар булмышы, иғтибары менән уны дауаларға тырышты. Хәйер, үҙе лә бик күпте күргән ине шул. Эсеп бирләнгән атаһы балаларын ҡулына нимә тура килә, шуның менән туҡмай ине. Бер шулай, мәктәптән ҡайтып, ишек асыуы булды, маңлайына тимер тәрилкә килеп ҡаҡлыҡты. Иҫен юйып йығылған балаһын атаһы ашатлап сығып киткән. Әсәһе шунан ғына оло улын фельдшерға йүгерткән. Дауаханала иҫенә килде малай. Бөтә нәмә томан эсендә йөҙгән кеүек. Хатта әсәһен дә шәүләһенән сырамытып ҡына таныны. Совет осороноң бер нисә быуынға етерлек итеп эшләнгән сифатлы тәрилкәһе баш мейеһенә зыян килтергәйне. Шул көндән ул донъяны ап-асыҡ күреүҙән мәхрүм ҡалды. Малай атаһына ныҡ рәнйене. Ә уныһы уйлап та бирмәне: эсеүе – эсеү, туҡмауы туҡмау булды. Бер көн килеп айыҡты. Ҡырынып, йыуынып алды ла, әйберҙәрен сумкаһына тултырҙы.
– Көнһылыу, мин йәшлек мөхәббәтемде осраттым. Үҙең беләһең, мин һине ғүмерҙә лә яратманым, уға үс итеп кенә өйләнгәйнем. Кисә һөйләштек, аңлаштыҡ. Ҡабат ҡауышырға хәл иттек. Йорт-ҡаралты хаҡының яртыһы миңә тейеш. Берәй аҙнанан килеп алырмын, – тип сығып китте.
Әсәһе унан ҡотолоу шатлығынан кредит алып, тейешле сумманы ҡулына тотторҙо. Ярай документтарын рәсмиләштереп ҡуйырға башына еткән, юғиһә ете йылдан ир кире ҡайтып, йорт өсөн дәғүәләшеп тә йөрөнө. Аҙаҡ килеп, оло улынан алимент юллап алды. Фәтихте лә судҡа биргәйне, уның беренсе төркөм инвалид булыуын иҫәпкә алып, судья ҡарарҙы улы яҡлы итеп сығарҙы. Эскән саҡта батыр булһа ла, ҡартая килә атаһы биреште, ауырып, аяҡтан яҙҙы. Быға тиклем рәнйеп йәшәгән егеттә йәлләү хисе көслөрәк булып сыҡты: ҡарауы еңелерәк булыр тип, үҙенә күсереп алып ҡайтты. Әсәһе 52 йәшендә генә вафат булғайны, атаһы 64-тә китте. һуңғы көндәрендә яман ҡылығы өсөн ғәфү үтенмәҫме, тәүбәһенә килмәҫме, тип көттө Фәтих. Ни тиһә лә, күҙем күрмәй, тип торманы бит, ҡулынан килгәнсә ҡарарға тырышты. Тик ауырыу ҡарт ябай ғына рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә лә ғәрләнде. Бәлки, ғорур булып ҡалғыһы килгәндер. Эсе ҡараның ғәмәле лә ҡара була, тиҙәр бит. Үлеме лә хәйерһеҙ булды шул атаһының: ятҡан ерҙән тәмәке тартып, өйөн үртәне, үҙе лә шул утта янды.
– Гонаһтары ауыр, йәне генә түгел, тәне утҡа дусар булды, – тине оло йәштәге бер әбей аят ашында.
Ауыл советы башлығы тәүҙә инвалидтар йортона урынлаштырырға теләгәйне, Фәтих, ауылымдан киткем килмәй, тигәс, буш торған иҫке өйҙө юллап бирҙе. Хәйриә фонды ярҙамы менән иҙән-түбәһен, мейесен дә яңырттылар. Ә ҡатын алып ҡайтҡас, йортҡа бөтөнләй ҡот, бәхет ҡунды. Күҙе күрмәһә лә, күңеле менән һиҙә: ҡатыны ла бәхетле. Юғиһә килгән осорҙа ауыҙынан өнө лә сыҡмай ине. Хәҙер көлөп тә ебәрә, йырлап та ала. Һәр эшен иренә бәйән итеп тора:
– Фәтих, һин ҡаҙған түтәлгә ҡыяр ултыртҡайным бит, бармаҡ буйы булып үҫеп киләләр. Алла бирһә, 3 – 4 көндән ашарлыҡ та булыр. Ә бөгөн мин нимә бешерҙем беләһеңме? Сөгөлдөр һабағынан аш була. Һирәкләтәйем, тип сыҡтым да, шундай һутлы, ҡыҙыл ғыналар! Тыңҡауыҡ ҙурлыҡ сөгөлдөрләнгәндәр ҙә. Бына тигән йәйге аш буласаҡ, тип уйланым. Ашап алғас, икәүләп етәкләшеп кенә магазин яғына барып әйләнәйек, йәме. Төҫлө еп ҡайтырға тейеш ине, шуларҙы алып, ултырғыс япмалары бәйләп ҡарарға булдым. Иҫке журналда бәйләргә өйрәткән схема ла табып алдым...
Уның сабыр ғына тауышын һәр саҡ ишетеп, тыңлап тороу ҙа иргә бәхет бүләк итә. Йылмайып, шатланып һөйләүен белә бит ул. Тимәк, ул да ҡатынын бәхетле итә алған.
– Ярай, ярай... – һәр һүҙен хуплап ҡына торғоһо килә үҙенең.
Гөлнур Ҡыуатова.