хикәйә
Яттарға китәһең бит...
“Юҡҡа үпкәләгән булып, яттарға китәһең бит. Уны, мине, үҙеңде лә, бәхетһеҙ итәһең бит...”
Радионан яңғыраған был йырҙы ишетеп, кухняла туҡмас йәйеп торған Мөнирәнең күҙҙәренә йәш эркелде. Ҡайһылай белеп йырлайҙар, был йырҙы ла минең кеүек үҙ башынан кисергән кеше яҙғандыр инде – тип, уйланы ул әсенеп.
Эх йәш саҡтар, йәш саҡтар! Һәр бер кешенең ғүмерлек яҙмышын хәл итә торған ваҡыт. Шул саҡта яңылышмаһа, кеше ғүмере буйы бәхетле булалыр. Үҙ бәхетеңде яңылышмайынса һайлап алырға ла бит, тик халыҡ: “Асыу алдан, аҡыл арттан йөрөй”,- тип белмәй әйтмәгән шул. Мөнирә менән Әсҡәт бер ауылда тыуып үҫтеләр. Мәктәп эскәмйәһенән үк уларҙың бер-береһенә ҡарата һөйөү орлоғо шытҡайны инде, үҫә килә ул оло мөхәббәткә әүерелде. Армияға оҙатып, көтөп алды ул Әсҡәтте. Инде өйләнешеү тураһында уйлаша башлағайнылар. Шул саҡта Мөнирәгә Әсҡәттең өләсәһе әйткән һүҙ ишетелде, имеш ул: “Улыма йөрәк ауырыулы ҡыҙ алмаһаҡ, та ҡыҙҙар бөтмәгән!”–тип, әйткән икән.
Был һүҙ Мөнирәнең йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Былай ҙа үҙен йөрәге ауыртып торғанлыҡтан, кешенән кәм кеүек хис итә ине, уға етә ҡалды. Кис менән үҙен оҙатырға килгән, бер ғәйепһеҙ Әсҡәтте лә, тупаҫ һүҙҙәр әйтеп, ҡыуып ҡайтарҙы: “Мәңге һиңә бараһым юҡ! Ил бөтмәһә ир бөтмәҫ!” - тине ул, ҡаты иттереп. Йәштәрҙең араһы боҙолдо. Уға Әсҡәттең өләсәһе тарафынан әйтелгән бер һүҙ етте. Әйткәндерме ул һүҙҙе, юҡмы, әллә араларын бутар өсөн уҫал телдәр тарафынан һөйләгән ғәйбәт һүҙ генә булдымы, Мөнирә уны тикшереп торманы. Ул турала һорашыуҙы кәмселлек тип һананы. Үтә лә ғорур булды шул. Шунан һуң Әсҡәтте янына ла килтермәне. Ул аңлашырға теләгәндә лә, уны мыҫҡыл итергә, көлөргә тырышты. Шулай итеп үс ала йәнәһе. Ә үҙенең йөрәге һыҡрай, гел генә уны уйлай, төндәр буйы мендәрен ҡосаҡлап илап сыға. Күрше ауыл йәштәре йыш ҡына клубҡа уйынға килә ине. Шул ваҡыт яңы ғына армиянан ҡайтҡан Ринат Мөнирәне оҙата килде. Бер ай самаһы ла дуҫлашып йөрөмәнеләр, Ринат уға өйләнешергә тәҡдим яһаны. Мөнирә кейәүгә сығырға риза булды. Был аҙымға уны Әсҡәттән, уның әсәләренән “үс” алыу тойғоһо этәрҙе, тик ниндәй хаҡ менән икәне ҡыҙыҡһындырманы, йәнәһе “йәтеш” итә. “Әсҡәттең йөрәге янһын әле, беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел! Ауырыу булһам да, бына тигән кейәү сыҡты! - тип уйланы ул. Мөнирәнән Хоҙай сибәрлекте лә, буй һынды ла йәлләмәгән, башҡорт ҡыҙҙарына хас ғорурлыҡ, тәккәбберлек, ҡаты итеп әйтһәк тиҫкәрелек тә, уны урап үтмәгән. Ул һис тә, һуңынан үҙемә ҡыйын булыр, үкенермен - тип уйламаны, тиҙерәк үҙенең принциптарын тормошҡа ашырыу уйы көслө булды. Әсҡәттең: “Мөнирә кейәүгә сыҡмаһын! Ринат та ҡыҙыу холоҡло!” – тип, әйтеүе лә туҡтата алманы. “Көнләшеүенән әйтәлер! Шул кәрәк уға!” – тине ул, яһиллашып. Әсәһенең: “Балам! Ҡайҙа ҡабаланаһың! Бер-берегеҙҙе ныҡлап белмәйһегеҙ ҙә бит!” – тип әйтеүенә, был уйынан кире ҡайтарып ҡуймайһындар тигәндәй: “Белгәне еткән!”-тип кенә яуап бирҙе.
Туй мәшәҡәттәре үтеп китте. Улар ҡалаға китеп заводҡа эшкә урынлашып, йәшәй башланы. Бына шунда ғына үҙенең ниндәй ҙур хата яһағанын, бөтә ысынбарлығы менән аңланы Мөнирә. Ятһа ла, торһа ла уның күҙ алдынан Әсҡәт китмәне. Уның һәр бер хәрәкәте күҙ алдынан үтте, әйткән һүҙҙәре ҡолағында сыңланы. Үҙҙәренең бергә була алмауына Ринатты ғәйепле кеүек тоя башланы: “Шул ваҡытта ул осрамаһа, Әсҡәт менән килешеп тә китер инек, бәлки”, – тип уйланы. Мөнирәнең башында дауыл, нимә уйларға ла белмәй. Тик тормош дауам итә. Йәшәй башлауҙарына бер йыл тигәндә, “бында мин дә бар бит әле!” тигәндәй, даулашып, яр һалып уларҙың ҡыҙҙары донъяға килде. Балалары тыуғас уға ире яҡынайып, үҙ булып китте. Ринат балаһын яратты, ҡарашырға ла ныҡ ярҙам итә, башҡа ирҙәр кеүек йүргәк йыуырға ла сирҡанып торманы. Донъя мәшәҡәттәре менән көн артынан көн, йыл артынан йыл үтте. Уларҙың ҡыҙҙары Зилә уҡырға ла төштө. Тик Әсҡәт кенә һаман да буйҙаҡ йөрөй бирҙе. Уның үҙенә иш таба алмауын күреп, Мөнирәнең йөрәге әрнене, үҙенең ҡыҙыулыҡ менән кейәүгә сығыуына үкенеү йөрәген өттө. Ул Әсҡәттең яратыуын белһә лә, онотор әле, тип уйлай ине. Әсҡәт тик утыҙ бер йәшендә генә өйләнде. Унда ла “йәшең үтеп бара” тип бер балалы ҡатынға, димләп өйләндерҙеләр. Ваҡыты еткәс, улы тыуҙы. Ул үҙен бәхетле итеп тойҙомо, юҡмы, уныһы Мөнирәгә ҡараңғы, бер ауылдан булһа ла осрашып, һөйләшкәндәре булманы. Берәй күрешеп һөйләшеп алаһы килә лә бит, һаман да ғорурлыҡ ҡамасаулай, “һыр” биргеһе килмәне, осраһа ла урап үтергә, йә тупаҫ һүҙ менән яуап ҡайтарырға аптыраманы. Мөнирәнең бала сағынан ауыртып торған йөрәге, йылдар үткән һайын, үҙен һиҙҙерә башланы. Табиптар уға дауаланып торорға кәңәш итте. Ә Ринат ҡалаға күсеп килгәне бирле, ауылды һағына, ҡабат ҡайтып шунда йәшәйек, ти. Ауылда йәшәүҙең ауыр икәнлеген һәр бер кеше белә. Шулай булһа ла, Мөнирә ҡайтырға ла уйлап ҡуйған ине, тик яҙлы-көҙлө һыҙланып торғанлыҡтан кире булды. Ҡапыл ғына Ринаттың атаһы үлеп китте. Шул сағында Ринат ныҡлы ҡарарға килеп, ауылына ҡайтып китте: “Бараһың килһә, ҡайсан булһа ла кил, ауылда ла кеше үлмәй!”-тине ул хушлашҡанда. Тик Мөнирә уның ауылға ҡайтыуын айырылышыу тип ҡабул итте: “Башҡаса килеп тә йөрөмә! Һинән башҡа ла йәшәрмен!”-тине ул эре генә.
Шулай итеп Ринат менән айырылыштылар. Айырылышҡанда донъя бүлеү ҙә, әрләшеп йөрөү ҙә булманы. Ундай ваҡытта әйтелә торған “зәһәр” һүҙҙәр ҙә әйтелмәне. Уларҙың араһында мөхәббәт бөтөнләй булмағандыр, ахырыһы. Көндәрҙән бер көндө, Мөнирә йәш сағында училищела бергә уҡыған әхирәте менән осрашты. Элек шул әхирәте менән бер ауылда йәшәгән апаһына ҡунаҡҡа барғайны. Унда уға Раил исемле егет ғашиҡ булып йөрөнө. Уҡып бөткәс Мөнирәне, әхирәте менән Ленинградҡа ебәрҙеләр, ә Раилде бөтөнләй онотҡайны. Әле әхирәте шул егеттең һаман да өйләнмәй йөрөүен, уны һорашыуын һөйләне. “Ярай, әтеү, сәләм әйт!”–тине ул, күп уйлап тормайынса. Әхирәте сәләм еткереү менән, бер көндө Раил гөлләмә күтәреп килеп инде. Шул көндән башлап улар араһында мөхәббәт бөрөләнде. Дүрт-биш ай ҙа үтмәне, улар ғәилә ҡороп ебәрҙе. “Мин беренсе тапҡыр өйләнәм бит”,-тип, Раил туй яһарға күндерҙе. Мөнирәнең ҡыҙын ҡырға типмәне ул, ҡырҡ йәш тигәндә, үҙенең беренсе балаһын да ҡулына алды. Ә Мөнирә утыҙ һигеҙ йәшендә икенсе балаға әсәй булды. Шулай итеп ул ҡыҙлы ла, уллы ла булды. Бер нисә йыл тыныс ҡына йәшәп алдылар, тик ул Раилде лә үҙ итмәне. Һәр ваҡыт ҡырыҫ булды, эсеп ҡайтыуын бөтөнләй өнәмәне. Мөнирә үҙе тырыш ҡатын, өйөн дә гөл итеп тота, ниҙәр генә бешереп ашатмай, эшенә лә өлгөрә. Тик һаман да күңел тыныслығы таба алманы, ауырыуы ла көсәйҙе. Раилдең әсәһе әйләнгән һайын улына: “Ауырыу ҡатын менән йәшәйһең, балаһын да ҡарайһың, торма уның менән! Бына тигәнен табырһың!” – тип туҡып торҙо. Был һүҙ оҙаҡламай Мөнирәгә лә килеп ишетелде, уның сәменә тейҙе, тағы ла тиҫкәрелеге өҫтөнлөк алды. Раил аҡсаһын да һанап ҡына бирә башлағас, бер эсеп ҡайтҡан сағында уны ҡыуып сығарҙы. “Һинән башҡа йәшәй алмаҫ тиһеңме? Әсәйеңдең һүҙенән сыға алмағас, бар, уның янына ҡайтып кит!”- тине ул асыуланып. Раил уны ике бала менән бер ҡайҙа ла китмәҫ, ялынып үҙе киллер, тип уйланы ла, кәрәк-яраҡтарын алып әсәһенә ҡайтып китте. Тик Мөнирә ялына торғандарҙан түгел шул, ауырлыҡтарына ла түҙҙе, Аллаға шөкөр, балаларын да кеше итеп килә. Ас, яланғас итмәне, нимә һораһалар ҙа алырға тырышты. Ҡыҙы кейәүгә сығып, айырым йәшәй, улы ғына бәләкәй әле, етенсе классҡа ғына бара. Раил ҡабат бергә йәшәйек тип килһә ла, Мөнирә уны ҡабул итмәне, сөнки эсеп килгән ине. Ул да башҡаса өйләнмәне, беренсе ире лә әсәһе менән генә йәшәп ята, Мөнирә үҙе лә яңғыҙ. Өсөһө өс ерҙә, тәккәберлектәрен еңә алмайынса, яңғыҙ ғүмер кисерә.
Ғүмер үтеп бара. Бер ауылына ҡайтҡанында үҙенең беренсе мөхәббәте Әсҡәттең дә үлеп киткәнен ишетеп шаңҡыны. “Эй Хоҙайым! Күреп һөйләшергә бер ғүмер етмәне, икебеҙ бер ауылдан була тороп”,- тип уйланы ул әсенеп. Әсҡәттең күҙҙәренә ҡарап, күңелен бушатҡансы һөйләшәһе, унан башҡа бер кемде лә ярата алмауын белдерәһе килгән ине. “Ниңә шулай икән мин? Һөйләшәйем тиһәм дә, хәҙер ул юҡ инде! Күҙҙәремде тултырып бер ҡарар өсөн генә лә әллә ниҙәр бирер инем...”
Юҡ! Әсҡәттең уға мөлдөрәп, ниҙер әйтергә ынтылған ваҡыттарында ла, эре генә үтеп китә ине. Тәккәберлеген, тиҫкәрелеген ғорурлыҡ тип уйлап, күпме ғазапланды ул үҙ ғүмерендә. Хоҙай уны “бынамын” тигән ир-егеттәр менән осраштырып торҙо, тик ошо тәккәберлеге арҡаһында үҙен дә, башҡаларҙы ла әҙ ғазапламаны. Ул ирекһеҙҙән эркелгән күҙ йәштәрен туғандарына күрһәтмәҫ өсөн, бәрәңге баҡсаһына инеп китте. Кире ҡайтарып алып булмаҫлыҡ юғалтыуҙың бөтә әсеһен тойоп, үҙәгенең өҙгәләнеүенә түҙә алмайынса, бөтә донъяны яңғыратып, “Әсҡәт!” тип ҡысҡыраһы килгән ине, кеше ишетер тип, теләген баҫты. Эсендәге бөтә әрнеүҙаре, йөрәгенең ярһыуҙары – барыһы бер юлы ыңғырашыу ауазы булып күкрәген ярып, ташып, урғылып тышҡа бәреп сыҡты: “Аааа,.. аааа…”
Бөтә ғүмерен күҙ алдынан үткәреп, үҙенең ҡылған хаталарын уйлап үкенес ғазабы кисерҙе. Уның өсөн донъяның йәме ҡалманы. Тирә –яҡты яңғыратып һайраған ҡоштарға ла, сәскәнән-сәскәгә күсеп осҡан күбәләктәргә лә элеккесә шатланманы. Уның быуындары йомшарҙы, хәле бөтөп, сүкәйеп төштө. Күҙ йәштәре үҙенән-үҙе атылып сыҡты ла, яңағы буйлап ағып төшөп, сәскәгә бөрөләнеп килгән бәрәңге һабаҡтарын сылатты. Үкенес ғазабы. Шул тиклем әсе, көслө, ҙур юғалтыу кисергән шикелле, үҙәктәрҙе өҙә, бәғерҙе кимерә. Бигерәк тә уның төҙәтеп булмаҫлығы йәнен өтә. Иҫән сағында тәккәберлеген артҡа ташлап, Әсҡәт менән бер күреп һөйләшеп алған булһа, был тиклем дә үкенесле булмаҫ ине, бәлки. Ошо хәлдән һуң ул айға яҡын аңына килә алмайынса, аңҡы-тиңке йөрөнө. Тик тормош дауам итә. Ваҡыт тәрән яраларҙы ла дауалай, шулай ҙа уның йөйө ҡала. Мөнирәнең йөрәгендә лә ваҡыт та уңалта алмаҫлыҡ донъя мәшәҡәттәре лә оноттора алмаҫлыҡ төйөн. Йәш сағында Әсҡәттән “үс” алып, “йәтеш” иткәс, еңел булыр тип уйлаған ине, тик киреһенсә булып сыҡты. Уның үлгәненә лә өс йыл үтеп китте. Күңелендә гел уны йөрөткәнгәме, Әсҡәт йыш ҡына төшөнә керә. Хәҙер күпме ваҡыт үтте, инде оноторға ваҡыт тип уйлаһа ла, онота алмай шул, онота алмай. Мәңгелек үкенес ғүмере буйы оҙата килерме икән ни? Бөгөн бер ни ҙә уйламай тыныс ҡына йөрөй ине бит, ошо йыр уның күңеленең аҫтын-өҫкә килтерҙе лә, үткән ғүмере йәшен тиҙлеге менән, күҙ алдынан үтте.
Ә радионан һаман да йыр ағыла: “Юҡҡа үпкәләгән булып, яттарға китәһең бит…”
Рәйлә Наҙарғолова.