-2 °С
Ҡар
Түбәндәге лаҡапты ишеткәнегеҙ бармы?
...Имеш, эсеүенән буйтым ялыҡҡан сабырһыҙ бисә иҫерек ирен ауыл осондағы юл сатына сығарып һала. Йәнәһе, күҙенә лә күренмәһен, эт урынына эйәртеп алып китһәләр ҙә риза...
Әмәлгә таянғандай, йүнсел генә бер тол ҡатын һөйрәкләп алып ҡайта "алкаш"ты. Ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, тиҙ арала әҙәм төҫөнә индерә һәм һәүетемсә йәшәй ҙә китә былар. Тәүге ҡатыны кире ҡайтарырға маташа ла бит, юҡ шул, ирҙең яңы йәмәғәте яҡын да килмәй, өҫтәүенә, әмәлен дә өйрәтә ти әле көндәшенә:
– Юлдан эҙләйһең инде, юлдан...
Сабир Шәрипов.