Ер һатыу, ер бүлешеү тураһында ишетеп, тыуған яғыма юлландым. Олатайымдың ерен, бесәнлеген үҙ ҡулыма төшөрөү ине ниәтем. Әлеге лә баяғы Ишдәүләт таҡҡан «Эшем эйәһе» ҡушаматы ла нисә йыл йөрәкте тырнап тора.
Был юлы артыҡ йәһәтләп ҡайтыу маҡсаты ҡуйылмағайны, шуға машинамды һәр иҫтәлекле урындарға туҡтатып, хәтирәләргә сума-сума ҡайтып киләм. Асфальттан таҡыр юлға төшөп алдым. Ауылға етмәйерәк һаҙлыҡты үтеп, трактор юлынан булһа ла бесәнлеккә һуғылдым. Бәләкәй сағымда хеҙмәткә, эшкә өйрәнеүҙең бер өлөшөн иҫкә төшөргән урын. Олатайым менән бесәнгә йөрөргә яраттым. Ҡолас ташлап сабырға ла, хатта салғы янырға ла өйрәтте ул. Бакуйҙа хуш-еҫ аңҡытып, уйым-уйым бесән теҙелеп ятып ҡала, олатайҙан уҙҙырырға тырыша инем.
– Әйҙә, улым, алдырып... – тип уның ҡеүәтләүе генә ни тора!
Иң ҡыҙығы: ҡайһы бер ямғырлы йылдарҙа бейек үлән минең баштан аша ине. Әле һарғайған тәпәш кенәләре ҡаршылай. Ямғыр яумағас, шулайҙыр, күрәһең. Ярҙам һорағандай, табан тейгән һайын һыҡтап ҡыштырҙашып ҡалалар. Олатайымдың да ҡыуышы юҡ хәҙер… Кемдер берәү анан-бынан ғына сапҡылаған, урта тирәһендә атҡолаҡ, сәй үләндәре тамыр йәйгән. Ағастарҙа һайрашҡан ҡоштар сутылдауы салғы сыңын да хәтерләтеп ҡуйҙы. Алла бирһә, мал-тыуар алһам, бесәнгә йөрөй башлаһам, олатайым бесәнлегенә лә төҫ инер әле. Эйе, уны «Олатайым бесәнлеге» тип йөрөтәсәкмен…
Ашыҡмай машинамды тоҡандырҙым. Алыҫтан күренгән тауға менеп етмәһәм, күңелем китек булыр төҫлө. Нух заманғы тау ҙа бихисап иҫтәлектәр һаҡлай бит әле. Бала саҡта бейек тауға кем уҙарҙан үрмәләү ярышы була торғайны, менеү бер ни түгел ине. Ә бөгөн, ай-һай, йәйәү күтәрелергә хәл етерме икән? Бына ғәжәп, тауҙың һыртынан машина менән йөрөү өсөн юл һалғандар ҙа баһа! Минең кеүектәр ҙә бар икән! «Һә» тигәнсә тау башына мендем.
Йыл да һабаҡташтарым менән йыйылған урын. Уҡытыусыбыҙ Миңзилә апай ойошторған йәйге экскурсияларҙың береһе бөгөнгөләй хәтеремдә. Һәр береһенең әсәйҙәре бәлештәр, майикмәк, төрлө тәм-томдар һала ине. Минең өләсәйем көлгә күмеп, тәмле генә сөсикмәк бешереп бирә, уның кеүек телеңде йоторлоҡ итеп ауылда бер кем дә бешерә белмәй. Экскурсияла балалар алдына ҡуйып та өлгөрмәйем, «ялп» итеп ҡала. Шунан йомортҡаһын да онотмай, сөнки минең яратҡанды белә. (Ә бесәндә самауыр ҡайнатһа, йоҡа сепрәккә урап йомортҡаны самауырға һалып бешергәне оҡшай торғайны). Шулай һәр беребеҙ төргәктәренән ризыҡтарын сығарып, ашъяулыҡҡа теҙеп һалды. Ҡырҙа тамаҡ тәмле, ашап туйғас, Ишдәүләт ҡалған йомортҡаларҙы тауҙан түбәнгә тәгәрәтте. Өләсәйем ебәргәндәрҙе исрафлағым килмәне, артынан йүгерҙем. Артыш араһына ингән йомортҡаны алырға тип килеп тә еттем, ә унан ыҫылдап сыбар башлы йылан шыуышып сығып килмәһенме? Ҡот ботҡа төштө. Йомортҡа ҡайғыһы китте, кире саптым. Ул йылан аҙаҡ төшөмә кереп йөҙәтте. Малайҙар «Эшем эйәһе»нә өҫтәп «Ҡурҡаҡ» ҡушаматы ла таҡты…
– Их, йәм-йәшел булып йәйрәп ятҡан артыш та тамыр йәйеп ҡартайған, күгелйем емештәре лә күбәйгән, – тип ҡарап хәтер ебен һүтергә уйлағайным да, йәнә йылан килеп сыҡмағайы, тип был урындан шыйҙым.
Тау битләүендә аҡ сәскә атып ултырған ҡурайҙы күреп, нисек ҡурайсы булып китеүем «ҡылт» итеп иҫемә төштө. Бер мәл шулай көтөү көткәндә тау битләүендә ҡыу ҡурайға юлыҡтым. Күңел елкенеп ҡуйҙы... Телевизорҙан өҙҙөрөп ҡурай тартҡан ағайҙар һымаҡ уйнарға өйрәнгәндә? Тик бына уйымдарҙы нисек эшләргә? Ни тоҡомда ҡурайсылар юҡ, ауылда унан-бынан һыҙғыртыусы бер ағай бар ҙа, уныһы ла – теге Ишдәүләттең туғаны. Уға барһаң, быны белеп, минең эште бишкә түкмәстереп, мәктәп тултырып һөйләйәсәк, һөйләй генә түгел, мыҫҡыллап көләсәк. Әмәлгә ҡалғандай, ҡайтып килгәндә бер ҡосаҡ ҡурай күтәргән Ишдәүләттең ағаһы осраны:
– Ҡустым, әллә ҡурай һыҙҙыртмаҡсыһыңмы?
– Юҡсы!.. – тинем оялышымдан, ҡурайҙы артҡа йәшерә биреп.
– Күп итеп йыйҙым әле, ҡунаҡҡа барһаң, ҡай саҡ онотолоп ҡала, йә анау бала-саға һындыра ла ҡуя.
Мин өндәшмәгәс, йәнә һүҙен дауам итте:
– Теге ней, өйрәнгең килһә, кил миңә, әҙ-мәҙ булһа ла һупалайым бит, өйрәтермен.
Шул ғына етә ҡалды. Ишдәүләткә күренмәйсә бер-ике барып, һыҙғыртырға өйрәндем, ағаһы йомарт булып сыҡты – ҡурай ҙа бүләк итте. Ҡасып-боҫоп тәки өйрәндем. Ниндәйҙер байрамға концерт ҡуйырға тип, Миңзилә апай программа төҙөй. Ҡурайҙа өйрәнгәнде ағаһы ысҡындырған, буғай, теге Ишдәүләт миңә ҡашын төйөрөп ҡараны:
– Ана, Эшем эйәһе ҡурайҙа уйнаһын, шәп ҡурайсы булмаҡсы!
– Юҡсы!
– Ишдәүләт, етди һөйләшеү мәлендә ул ниндәй шаярыу! –тип уҡытыусы уны шелтәләргә уйлағайны, тегеһе һыр бирмәне.
– Ышанмаһағыҙ, ана, ҡурайсы ағайымдан һорағыҙ!
Ошо көндө мин тәүге тапҡыр Ишдәүләткә үҙемдең көсөмдө күрһәттем:
– Миңзилә апай, яҙығыҙ мине, уйнармын!
Синыф гөр килде, ҡурайҙа уйнауымды үтенделәр. Мин риза булдым. Концертта күңелемә йыйылған бар аһ-зарымды ҡурай моңо аша бирергә тырышып, түгелеп-түгелеп уйнаным, халыҡ әллә ни күреп, әй, ҡул сапты. Өләсәй менән олатайыма әйтмәгәйнем, улар өйгә ҡайтҡас, маҡтай-маҡтай яңынан ҡурайҙа уйнаттылар.
Ә теге һабаҡташым һәр саҡ йәберһетеп ыҙалатты, миңә тәғәйен өлөшкә хужа булырға тырышты. Миңә, атай-әсәйһеҙ, олатай менән өләсәй ҡулында үҫкән балаға, ул мәлдә тартҡылашыу, һүҙ көрәштереү ят ине. Ауыҙым тулы ҡан булғанда ла мине ҡурсалап ҡына үҫтергән кешеләремә ошаҡлашып йөрөмәнем. Мәктәптәге этлектәр мәктәптә ҡалды. О, уларҙы иҫкә төшөрһәң, үҙе бер роман яҙырлыҡ...
Һабаҡташтарым урам ҡыҙырып, рәхәтләнеп уйнаған саҡта мин гел генә эш менән булыштым. Синыфта дуҫтарым күп булды, уйынға саҡыралар ине, тик күңелем ятманы. Йорт-ҡура тирәһендә ярҙамлашыу, йәй бесән эшләшеү, ҡышын ҡар көрәү, мал-тыуар ҡарашыу яратып башҡарған шөғөлдәрем ине.
Бер мәл шулай олатайым аяғына баҫа алмай интекте, үҙе ниндәй генә табиптарға йөрөмәне. Өйҙә ир-ат башҡарған эштәргә, ҡулымдан киләме-юҡмы, мин тотондом, ул өйрәтә ине. Күп ваҡытымды өй эштәренә бүлдем, кискә табан ғына имтихандарға әҙерләнә торғайным.
Олатайымдың яфаланғанын күреп, күрше ауылдан өлкән улы килеп төштө, ҡайҙалыр бағымсы барлығын ишетеп, шунда барып ҡайттылар. Сырайы асыҡ, ҡәнәғәт төҫ менән ҡайтып инде ул. Аҡһаңҡырай, шулай ҙа үҙ аяғына баҫып килеп инеүенә ҡыуандым. Төпкө бүлмәлә дәрес әҙерләйем. Ишек ҡыҫып ябылған. Олатайымдың хәлен һөйләгәнен тыңларға ине: ишек ярығына ҡолағымды терәнем.
– Ә-ә-ә, ярай, ярай, ҡулының име килешһен! – ти өләсәйем.
Хәбәренең башын ишетмәһәм дә, олатайымдың аяғы йүнәләсәген аңлап ҡыуандым.
– Ул кешене дауалай ҙа, үҙе күрәҙәсе лә икән. «Тар маңлайҙар һыйҙырмайҙар икән ейәнеңде. Үҙе килеп тороп уҡыуға әүәҫ, бирешмәй, ут йотҡан саҡтарында ла һеҙгә ләм-мим. Бик сыҙамлы. Уҡырға ебәр, юғиһә, ул һеҙҙе бағам тип, уҡырға бармаҫҡа уйлап йөрөй. Бәхет билгеһе – белем. Яйын табып, уҡытығыҙ», – тип әйтеп ҡайтарҙы.
– Һы... Тар маңлайҙар тигәне, теге Ишдәүләттер, моғайын.
– Шунан башҡа кем булһын! Атаһы ил өҫтөндә имән сөй бит, шуға улы үҙенә иш булһын, үҙе кеүек дәүләткә хужа булһын, тип исемен дә тап килтереп ҡушҡан инде, – тип өләсәйем ҡеүәтләп ҡуйҙы. – Юҡ инде, ейәнебеҙҙе улар тырнағына бирмәбеҙ, шулай бит, олатаһы?
Йүгереп сығып, әңгәмәләренә ҡушылғым килде. Тағы берәй нәмә әйтеүҙәре лә бар, эсем көтөрҙәй бит.
– Әй, әттәгенәһе. Бик важнайын онотҡанмын. Йөҙөк ҡашы урынына йөрөйәсәк ейәнең, бына күрерһең, тип күңелгә өмөт осҡоно һалды әле ул бағымсы-күрәҙәсе. – Олатайымдың тауышы көр яңғыраны.
– Тссссс! Шымыраҡ һөйҙә! Татты теленән булһын, Алламдың «амин» тигән сағына тап килһен! Сөбханаллаһ, машалла! Уҡытабыҙ ейәнемде, уҡытмаған ҡайҙа ти ул!
Өләсәйем доғаларын уҡый башланы.
Түҙмәнем. Ишекте ипләп кенә асып, ишетмәмеш булып, улар янына сыҡтым.
– Бөгөн өйгә эштәр әҙерәк бирелгән, йәһәт бөттөм, – тип урамға сығыу яғына ыңғайланым.
– Улым, ултыр әле, кәңәштәшеп алайыҡ, – тип өләсәйем, ғәҙәттәгесә, арҡамдан тупылдата һөйөп, олатайым янына ултыртты. – Мәктәптә уҡыуҙарың нисек? Әбижәйт итмәйҙәрме?
– Вис һәйбәт, үҙең әйтмештәй, Иншаллаһ! – тигән булдым, һыр бирмәҫкә тырышып (теге Ишдәүләтте иҫәпкә алмағанда, тип үртәләндем эстән генә).
– Өләсәң менән һөйҙәшеп алдыҡ әле, кем булырға уйҙайһың, уҡыуҙы бөткәс, һөнәр ҙә алырға кәрәк бит.
– Бәләкәйҙән ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙегеҙ, инде миңә үҙегеҙҙе бағырға ваҡыт етте. Һеҙҙе ҡарайым.
– Бәәәәәй! Нисек?!
Икеһе лә аптырап ҡалды.
– Йәй ауыл көтөүен көтөп, аҡса эшләйем, баҡсала ҡышҡа етерлек емеш-еләк үҫтерәм дә ҡышын һеҙҙең менән рәхәтләнеп ял итәм, – тип икеһен ҡосаҡлап, урталарына барып ултырҙым.
– Ана, әйттем дә инде…
Олатайымдың һүҙен бүлдереп өләсәйем:
– Эйе шул, улымды уҡытыр кәрәк, тигәйнең дә бит, – тигән булды һүҙҙе икенсегә бороп.
– Уҡып мулла булмаҫмын, суҡып ҡарға булмаҫмын, өйҙә эшләп, эшем эйәһе генә булыуым яҡшы түгелме?
– Улай тимә, улым. Оло һүҙен тыңдамаған…
– Аҙағын әйтмәһәң дә, белеп торам. Бәхет билгеһе – белем шул.
Тегеләр һүҙе яңылыш ысҡынды, телемде тешләнем. Тыңлап торғанды һиҙмәһендәр, тип һыным ҡатып көлгән булдым.
Шул көндән башлап ниндәй генә сәбәптәр тапманы улар, тәки уҡырға барырға күндерҙеләр.
Өләсәйем биштәргә күстәнәстәрен тултырҙы ла доғаларын уҡыны.
– Улым, башың – белем-аҡыл менән, ҡапсығың байҙыҡ менән тулы булһын, үҙ ереңә данлы ул булырға Хоҙай ыңғай юлдарын асһын!
Тыуған йорт ҡапҡаларынан сығып, ҙур ҡалала белем донъяһына сумһам да, күңелем тыуған яғыма нығыраҡ тарта ине. Өләсәйем доғалары, фатихаһы килеште: юғары белем дә алдым, уңышлы ғына ғаилә ҡороп ебәрҙем, күмәк балалар иҫәбенән фатир алыу бәхете лә тәтене. Өләсәй-олатайҙы ташламаным, ҡайтырға, ярҙамлашырға тырыштым, ваҡыт булмаған саҡтарҙа күстәнәсен, ярҙам аҡсаһын ебәргеләп торҙом. Ниһайәт, иң ҙур хыялым тормошҡа ашты. Ата-бабам аманаты булған ерҙе бағып, киләсәк быуынға ҡалдырырға теләйем. Бына шуның өсөн дә ҡайтып киләм Атайсалыма.
Ана, иген баҫыуы. Сиратлап көтөү көткәндә тәбиғәттә йөрөүҙе, тау башынан ошо йәйрәп ятҡан иген баҫыуын күҙәтергә ярата инем.
– Их, ошо баҫыуға хужа булһам ине! – тип бер мәл бөтә донъяға һөрән һалдым. Аҙым һайын миңә аяҡ салған теге һабаҡташ нәҡ шул мәлдә тау буйлап йөрөгән, минең ауазды ишетеп ҡалған.
– Һы, Эшем эйәһе, баҫыу хөкүмәттеке, һин етем башмаҡҡа тоттороп ҡуймаһындар!
Баҫыу яңғыратып иһаһайлап көлөп үтеп китте...
...Бала саҡ минең киләсәгемдә үҙенең сағыу хыял буяуҙарын ҡалдырҙы. Бөгөн дә яланда сиңерткәләр сыңлай, башым өҫтөндә бөркөт оса, безелдәп серәкәйҙәр маҙаһыҙлай, ләкин уларҙың тешләүе бер ҙә ауырттырмай, ә теге әҙәмдең генә сәнскеле һүҙҙәре бөтә тәнемде зымбырҙатып ала, йөрәкте һыҙлата ине… Йәйрәп ятҡан иген баҫыуын бөгөн килеп әрем, күк сәскәләр баҫҡан. Ғәзиз төйәккәйем мине: «Йә, Эшем эйәһе, ҡайттыңмы?» – тип шелтәләгәндәй, ауыр һулап ҡаршы алған һымаҡ.
«Ярай, әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Эшем эйәһе һине етемһерәтмәҫ. Ҡайттым бит!»
Алыҫта ауылымдың иҫке ҡыйыҡтары күренде, мөйөштәре емерелгән өй ҙә урынында. Ҡарасы, ҡапҡаның буяуы бөткәс, теге Ишдәүләттең ҡасанғы «Эшем эйәһе» тип яҙған яҙыуы ла килеп сыҡҡан. Ул яҙыуҙың да сәбәбе булды шул.
Йәш үҫмерҙәр, малайҙар, ҡыҙҙар еҙнәй бүләге алырға йыйылған мәлдә мин дә ҡоро ҡалманым, һабаҡташтарым янына барып баҫтым. Беҙҙең күршеләге апай кейәүгә сыға бит!
Еҙнә моҡсайын тотоп килеп сыҡты ла һәр беребеҙҙең йөҙөнә һораулы ҡарашын төбәне, йәнәһе, беҙ нимәгә йыйылдыҡ икән. Шуны ғына көткәндәй, сәрелдәк Лилиә һамаҡлап та ебәрҙе:
Еҙнәйемдең итеге
Һике аҫтына һыйманы.
Апайымды алып тороп,
Бер тин аҡса бирмәне.
Ғөмүмән, Лилиә бер нәмә һөйләһә, уның артынса Рәсих тә һүҙен әйтергә тырыша, ғашиҡ егет үҙен күрһәтергә маташа. Был юлы ла өнһөҙ ҡалманы, һамағын ысҡындырҙы:
Еҙнә, атың бейәме,
Ялы ергә тейәме?
Апайымды алған өсөн
Беҙгә бәке тейәме?
Мин ул ике ғашиҡты күҙәткән арала еҙнә тейешле кеше балдыҙҙарына тәңкә таратып сыҡты. Бына ҡәйнештәренә бәке өләшә башланы. Иң аҙаҡта ҡуҡырайып торған Ишдәүләткә бүләге етмәне лә ҡуйҙы. Усына тәңкә һалғайны, тегеһе ҡашын емереп:
– Һы, аҡса беҙҙә бер моҡсай, миңә тәңкә нимәгә, ана, ярлы Кәримгә бир, – тине лә күҙ асып йомған арала бәкемде тартып та алып, аяҡ аҫтына тәңкә ырғытты.
Мин, бер ни булмағандай, ерҙәге аҡсаны алдым да:
– Еҙнә, рәхмәт, аҡсағыҙ ҡотло булһын, апайыбыҙ менән тиң йәшә! – тинем.
– Ҡара һин аны, әбейҙәр кеүек доға уҡый башланы түгелме, Эшем эйәһе?
Ишдәүләт малайҙар араһына баҫып, тегеләргә ымланы, ә улары ҡушылып көлөштө.
– Һин нимә, Кәримдең өлөшөнә төшкән бәкене сәлдерҙең? – тине ҡыҙҙар араһынан синыфта иң уҫалы Кәбирә.
– Миндә эшең булмаһын! Сағам, тиһеңме, кобра?!
– Оятһыҙ! Уҡытыусы кисә генә үсекләшмәҫкә ҡушты бит һиңә! Хәҙер үк кире бир, атыу уҡытыусыға әйтәм.
Ишдәүләт Кәбирәгә күҙенең ағы менән ҡарап:
– Мин дәрестә түгел дә баһа! Урамдамын! Уҡытыусының ни ҡыҫылышы бар! – тип екерҙе.
Былар бәхәсләшкән арала кейәү бала эре аҙымдар менән өйгә ҡарай атланы.
Ҡурҡағыраҡ малайҙар бәкеһен ҡараған булды, ҡыҙҙар сыр-сыу килде.
– Бир ҙә ҡуй бәкеһен! Ыуаҡланма! – тине дуҫы, Ишдәүләттең яурынына ҡулын һалып.
Тегеһе уның ҡулын этеп төшөрҙө.
– Нимә, һин дә шулар яҡлымы!
– Улайһа, мә, минекен ал, Кәримдекен кире бир!
– Бына, мыны күрәһеңме? Кукиш-мукиш! – тип йоҙроғон төйнәне Ишдәүләт. – Һин минең дуҫмы әллә теге йолҡоштоңмо?
Ыҙғыштарға ҡушылырға яратмай торғайным. Уларға ҡарап тороп сыҙаманым:
– Минең өсөн талашмағыҙ. Бәке кәрәкмәй. Еҙнәнең тәңкәһе миңә ҡот килтерә ул, – тип усымдағы аҡсаны күрһәтеүгә Ишдәүләт йән асыуынан ҡулыма һуҡты. Тәңкә әллә ҡайҙа осоп барып төштө.
– Эйййй! Нимә шашынаһың?
– Һиңә закон юҡмы әллә?
Бер-ике малай тегенең яғаһына йәбеште.
– Ебәрегеҙ хәҙер үк, кем минең менән булыша, быйыл бесәнһеҙ ҡала!
Шау-шыуҙы урам осонан килеп еткән инәйҙәр туҡтатты.
– Балалар, ауылдың ҡотон ебәреп, ништәп ыздурҙашағыҙ!
– Матур йоланы боҙмағыҙ, балаҡайҙар, барығыҙ, ана, ауыл осонда татыу ғына уйнағыҙ!
– Эй, мынау Дәүләт, бөтәһен дә болғаны бит!
– Эйе ләһә, болғаҡ!
Ҡыҙҙар тымып ҡалды. Мин дә осоп киткән тәңкәне табып алып, ҡайтыу яғына ыңғайлағайным.
– Эй, егет! Кил әле...
Әйләнеп ҡараным, миңә өндәшәләр икән. Һабаҡташтарым, инәйҙәр – нисәмә күҙ үҙемә төбәлгән. Аптырап ҡалдым.
Еҙнә янына килдем. Кеҫәһенән ялтлап торған биҙәкле бәке сығарып, миңә һондо.
– Ҡасандыр еҙнәм бүләк иткәйне, һиңә яҙған икән.
– Бүләкте бүләк итмәйҙәр! – тинем уңайһыҙланып.
– Йә, ярай, ул законды онотоп торайыҡ, – тине лә ныҡышып йомолған усымды яҙып, бәкене һалды. – Ауыҙыңды асып торма, йом усыңды, күҙ ҡараһылай һаҡла!
– Үәт, мәрҙәс!
– Кейәү булғас, шундай булһын ул! – тип инәйҙәр кейәүҙең арҡаһынан һөйҙө.
Ә Ишдәүләт көнсөллөгөнән дуҫын тартҡылап алға атланы.
– Туҡтағыҙ әле, балалар, таралышмағыҙ. Кейәү ҡоймағын ауыҙ итегеҙ.
– Эйе шул, һүҙ талаштыра, ризыҡ яраштыра ул!
Сәүиә инәй йылы ғына ҡоймаҡтар таратып сыҡты. Рәхәтләнеп һыйландыҡ, ә теге ике дуҫ ҡоймаҡты эләктерҙе лә ҡойроҡтарын һыртҡа һалды.
Иртәгеһенә ҡапҡаның бер яҡ ситендә бәке менән уйылған «Эшем эйәһе» тигән яҙыу тора ине.
Ауылға килен төшһә йә кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙы оҙатһалар, беҙ, ауыл балалары, шул өй тәңгәленә йыйыла инек. Еңгәйҙәр төрлө төҫтәге таҫмаларҙы ҡоршап теккән янсығын бүләк итәләр ине. Ана шуны таратҡанда күрше еңгәй үҙемде яҡын күрепмелер, әллә йәлләпмелер, күҙҙең яуын алып торғанын миңә һондо:
– Етем башмаҡҡа ошо тамам, – тип Ишдәүләт миңә тәғәйен янсыҡты сәлдереп, һонолған усыма ябайыраҡ янсыҡты һалды ла урам буйлап һыпыртты. Мин инде уның ҡылыҡтарына күнеп бөткәнмен. Иҫем дә китмәне. Ябай, әммә ҡәҙерле бүләк, ялтыр-йолтороноң кәрәге юҡ.
Ауылда ҡыҙ оҙатҡанды күҙәтергә ярата инем, унда еҙнә тейешле кеше кәнфит һибә, хәллерәктәре услап аҡса ырғытыр ине. Беҙгә ҡыҙыҡ була торғайны.
Һибелгән аҡсаларҙы йыям да ошо янсыҡҡа һалып, ҡыйыҡ башындағы мөйөшкә йәшерә инем. Тишек-тошоҡтарына үҙемдең бәләкәй генә байлыҡтарымды ла тыҡҡылайым...
Нисәмә йылдар үткәс, шул урынды байҡаштырырға ниәтләнем. Саҡ торған баҫҡысҡа баҫып, ипләп кенә ҡыйыҡ башына мендем. Күгәрсендәр рәхәтләнеп йәшәй икән бында. Үрмәкес ауҙарын ҡулым менән һыпырып, тирә-яҡты байҡаштырҙым. Барыһы ла урынында. Бәләкәй генә, әммә күпме иҫтәлекле бүләктәр унда. Еҙнәләрҙең тәңкәләре лә ҡотайып ятҡан. Ҡурғаш эсендәге ҡульяулыҡта бүләк бәке лә килеп сыҡты. Кеҫәмә һалып алдым. Ҡыйыҡ мөйөшөнән бала саҡта йәшергән янсыҡты сығарам. Эсендә дүрт баҡыр аҡса ята. Өләсәйем яңы өй төҙөгәндә дүрт мөйөшөнә ырыҫҡа ырымлап дүрт тәңкә һалыуҙарын һөйләгәйне, ә былар мин төҙөйәсәк өй нигеҙенә буласаҡ. Йоҙаҡты асып өйгә индем. Ул ҡараулы, күрше ағайҙың малайҙары шәп булып сыҡты. Ара-тирә булһа ла йыйыштырғылап китәләр. Олатай өйҙө миңә яҙғас, ул мине көткән. Урындыҡта һуҙылып ятып хәл алдым. Ҡала шау-шыуынан һуң ауыл өйө – әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт мөйөшө. Бер нәмә уйлағы килмәй, ял, тик ял итке генә килә. Арығанмын да. Тир түгеп эшләнем дә йонсоном, ә шулай ҙа минең изге ниәттәремде Хоҙай Тәғәлә күреп, ял бирҙе, бәхет ҡапҡаһын асты. Көтмәгәндә миңә күктән ҙур аҡса яуҙы. Ҡайҙан, тиерһегеҙ? Банкыға төштөңмө, тиерһегеҙ. Юҡ, хәләл аҡса. Тик ул турала мин бер кемгә лә һөйләмәйәсәкмен. Ауылдағы өйҙө төҙөкләндерәм дә баҫыу эштәренә тотонормон, Алла бирһә.
Күңел түҙмәй, йәнә баҫыуҙы барып урамаҡсы булдым. Ишек төбөндә бәке бүләк иткән еҙнәне осраттым. Апайҙың атаһы мәрхүм булып, әсәһенең күҙе насар күргәс, улар бында күсеп ҡайтҡан икән. Хәл-әхүәл һорашҡас, теге бәкене күрһәттем, шул саҡты иҫләп, көлөшөп алдыҡ. Минең шәп янсығымды, бәкене урлаған теге һабаҡташым әллә кем булып танау сөйөп йөрөгәйне, хәҙер ул ауылда эскегә һалышып, ҡатындан-ҡатынға кеше тупһаһында йөрөй икән.
Мин машинаға ултырып баҫыуға елдерҙем. Иҫерек әҙәм баҫыу юлынан болғанлап китеп бара, сигналды ла ишетмәй. Йәнем көйөп, борҡоп килеп сыҡһам, эсеүҙән шешенеп бөткән һабаҡташымды абайланым.
– Эшем эйәһе, ҡайттыңмы?
Мин, бөтә этлектәрен онотоп, уны ҡосаҡлап алдым.
– Ҡайттым, ҡайттым, тыуған ауылыма, тыуған нигеҙҙе тергеҙергә, ауылдаштарым менән, һабаҡташтарым менән бергәләп уны йәмләргә ҡайттым.
– Эшем эйәһе...
– Йә, әйт әле, баҫыу кемдеке?
– Хөкүмәттеке!
– Донъянан артта ҡалғанһың бит! Исмаһам, дәүләттеке, тиһәң, бер хәл.
– Юҡ, дәүләттеке лә, һинеке лә, минеке лә түгел, – тип Ишдәүләт ҡул һелтәне. – Ҡарале, һин нимә яңғыҙ ҡайттың, һине лә бисәң ҡыуып ҡайтарҙымы?
– Тфү, шайтан алғыры! Минең бисә бына тигән! – тип баш бармағымды күрһәттем. – Үҙем бер үҙем үҫкәс, ғаиләмдә балалар ҙа ишле, бишәү!
– Шәп бисәңде, бер арба балаларыңды ништәп апҡайтманың һуң?
– Донъяны теүәлләп, эштәрҙе яйға һалғас, күсенеп ҡайтабыҙ, Алла бирһә!
– Ә Алла бабай бирмәһә?
– Һаман шул холоҡ! Ниңә киреләнәһең?
– Нимә бәйҙәнәң миңә! Ҡайҙа китеп бараң, юлыңда бул!
Мин кире боролоп, машина менән уға етәрәк туҡтаным.
– Әйҙә, ултыр әле!
– Миндә эшең бумаһын, ҡыуала «тимер ат»ыңды!
– Беҙ бала-саға түгел бит, ултыр, һөйләшә торған һүҙ бар.
Инеп ултырҙы, араҡы еҫе машинала борҡоп китте.
– Йә, нимә? Һөйҙә!
– Еңгәй биргән янсығың бармы әле? – тип шаярып маташтым.
Теге ауылдашым күҙҙәрен селт-селт йомдо ла баш һелкте.
– Шунан?
– Эсендә аҡсаһы бармы?
– Юҡ... Буһа, ауырып үлә яҙып йөрөмәһ инем. Әллә йөҙ грамм ҡояңмы, ҡаланан буш ҡайтмағаныңдыр. Күстәнәс, ә?
– Мин эсмәйем.
– Һин эсмәһәң, мин ҫемерәм генә.
– Йә, икенсе темаға күсәйек. Баҫыу минеке.
– Юҡ, хөкүмәттеке!
– Әй, әттәгенәһе! Тәүҙә мине тыңла!
– Йә, һайра!
– Мин баҫыуҙы хөкүмәттән һатып алдым, хәҙер мин хужа!
– Ысынмы, кит анан!
– Эйе, ып-ысын. Мин хужа, аҡса кәрәкһә, һин миндә эшләйһең.
Ишдәүләт асыуланып, ишекте асты ла төшә башланы:
– Мин һиңә ялсы булырға йыйынмайым!
– Инеп ултыр әле, һөйләшеп бөтмәнек тәһә!
– Тағы нимә?
– Һин ялсы ла, ҡол да түгел! Эскелекте ташлайһың да яңы тормош башлайһың. Мин – етәксе, һин минең урынбаҫарым – уң ҡулым буласаҡһың.
– Ә-ә-ә-ә!
– Эйе. Баҫыуҙа эш башлайбыҙ, аҡсаһына үҙебеҙҙең донъяны ла, ауылды ҡарайбыҙ, белдеш!
– Эшем эйәһе...
– Тап өҫтөнә баҫтың, Ишдәүләт, мин – Эшем эйәһе!
Ит ҡунған ит бүкәне һабаҡташым ышанманы, әммә папкалағы ҡағыҙҙар быны дәлилләйәсәк.
«Хужа балалары ғына түгел, эшем эйәләре лә оло эштәр башҡара шул», – тинем эстән генә. Бәлки, ошо ҡушамат мине эшем эйәһе итергә этәргес көс булғандыр.
Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА