Үкенесле сер
хикәйә
Ҡоластарын йәйеп ҡаршы алған әсәһен, югереп барып ҡосаҡланы ла Лилиә ,Һағыныуына түҙә алмай үкһеп-үкһеп илап ебәрҙе... Үҙенең илауына ҡапыл уянып, ул ни бары төш кенә булыуына ҡарамаҫтан , бик оҙаҡ йоҡлап китә алмай ятты. Һуңғы арала әллә ниңә күңеле болоҡһойсы. Етмәһә хәләл ефете Фәнүр оҙайлы командирвокала. Игеҙәк улдары Фәнис менән Рәмис өсөнсө йыл Мәскәү ҡалаһына уҡырға киткәндән бирле ,улар икеһе генә йәшәйҙәр. Фәнүре командировкаларға китһә, Лилиә үҙенә урын тапмай. Яңғыҙлыҡты яратмай ул.
Бүтәнсә йоҡлай алмаясағын аңлаған ҡатын , тушәгенән тороп йомшаҡ тапочкаһын аяғына кейҙе лә, аш бүлмәһенә үтеп ,шәм тоҡандырмай ғына сәйнүген ҡайнатырға ҡуйҙы. Үҙе тәҙрә аша тышты күҙәтте. Елпек кенә яуған ҡар бөртөктәре , фонарь яҡтыһында тылсымлы бейеү башҡаралар ине. Уларҙы күҙәтеүе үҙе бер кинәнес. Бар донъяны сафлыҡҡа күмгән был бейеүселәр ,бары уның ғына күңел яраһын ҡаплай алмайҙар. Был күңел яраһын ул инде сирек быуат уңалта алмай. Сәй ҡайнағанды белгертеп сәйнүк һыҙғырыуына ул ҡапыл тертләп китте. Ярҙамы теймәҫме тип үлән сәйен төнәтте. Сынаяғына сәй яһаны ла ,тағы ла тышты күҙәтә башланы.Эҫе сәй өшөгән тәнен йылытһа ла,был йәш ҡатындың боҙ булып туңған күңелен йылыта алманы.
1988 йыл. Лилиә Өфө ҡалаһының бер юғары уҡыу йортона уҡырға инеү бәхетенә иреште. Ата - әсәһенең өмөтөн аҡлай алғанына ҡыуанып бөтә алмай. Аяҡтары ергә теймәй, осоп йөрөгән кеүек ҡайһы саҡта. Йәш, һылыу ғына ҡыҙҙы, баҫалҡы ғына булған өсөнме , күп егеттәр яратты. Ни тиһәңдә баҫалҡылыҡ һәм итәғәтлелек һәр саҡ иғтибарҙы үҙенә тартып тора. Әммә Лилиә тиңдәштәренә иғтибар ҙа итмәне. Сөнки ул тәү күреүҙән тарих уҡытыусыһы Әнүәр Хәлик улына ғашиҡ булғайны. Ирлек дәрте ташып торған 43 йәшлек, шаян был уҡытыусыны яратыусылар күп булғандыр инде. Әммә ул да нишләптер уға иғтибар итте. Тыйылған мөхәббәт татлы була тиеүҙәре дөрөҫтөр инде . Әнүәрҙең ғаиләле булыуына ҡарамаҫтан улар йәшерен генә осраша башланылар. Дөрөҫөрәге ҡауыштылар. Кино һәм театрҙарға барыу тураһында һүҙҙә юҡ. Белеп ҡалһалар баштан һыйпамаҫтары билгеле. Коммунист булған Әнүәрҙе эштән дә ,партиянан да ҡыуасаҡтары көн кеүек асыҡ бит. Әммә мөхәббәт утында янған ғашиҡтарға, ул да кәртә була алманы.Асҡысын ҡайҙан алғандыр, әммә дөйөм ятаҡтың тәүге этажында урынлашҡан , күп ваҡытта бикле торған буш бойлерный ,уларҙын һөйөү төйәгенә әүерелде. Эштә һуңғаса тотҡарланыуын үҙенән күпкә йәш ҡатынына нисек аңлатҡандыр, уныһы ҡыҙға сер булып ҡалды. Әммә улар ҡауышҡанда Әнүәренең биргән аннтарына ҡыҙыҡай ысын күңелдән ышанды. Яратҡан кешеһе уны нисек алдаһын инде! Был хәл ноябрь байрамынан алып мартҡа тиклем дауам итте. Мөхәббәтенән ҡанатланып осоп йөрөгән ҡыҙыҡайҙы 8 март байрамынан ике көн алда ергә төшөргә мәжбүр иттеләр. Һуңғы осорҙа нишләптер күңеле болғана башлағайны, ул көндө дәрес ваҡытында башы әйләнеп парта артынан ҡолап төшкән. Бер аҙ хәл кереүенә ҡарамаҫтан, саҡыртылған тиҙ ярҙам машинаһы уны дауаханаға алып китте. Әммә тикшергән табип бер ниндәй ҙә ауырыу юҡ , шулай ҙа һеҙҙең хәлегеҙҙә һаҡланыр кәрәк тине.Лилиә аптыраулы ҡарашын табипҡа төбәне. Ниндәй хәл? Табип тыныс ҡына уны тиҙҙән әсәй буласаҡһың бит тип ҡотланы.Ҡыҙҙың башына шаңҡыта һуҡтылармы ни!
Әсәһенә ни тиер инде?!. Ә Әнүәре һуң ни эшләр?! Уҡыуында белеп ҡалһалар ҡыуыла бит икеһе лә! Бер ваҡытта башынан әллә нисә төрлө уйҙар үтте. Ятаҡҡа нисек ҡайтып еткәнен дә иҫләмәй. Әнүәре менән осрашыу ваҡытын саҡ көтөп алды. Һөйөклөм ни булды? Ҡобараң осҡан бит!? тип ҡаршы алды уныһы . Һүҙҙе ниҙән башларға тип уйланы ла Лилиә тураһын әйтергә булды.
-Беҙҙең балабыҙ буласаҡ! - тине.
-Нисек балабыҙ була ?
-Нисек була һуң, шулай!- табип әйтте.
-Ә һин ул балаң минән тип уйлайһыңмы ???
-Һинән булмай һуң!? Һин бит минең тәүге яратып ҡауышҡан йәрем!
-Тәүгеһелеккә тәүгеһе лә ул. Һуңғыһы ла түгелмендер инде.
-Оятың етмәй нисек телең әйләнә һинең ошо һүҙҙәрҙе әйтергә!???
-Һинең турала бик күп насар һүҙ йөрөй. Ышанғым килмәгәйне . Дөрөҫтө һөйләгәндәр икән. Белгең килһә минең балам була алмай, ҡатыным менән төрлө табиптарға йөрөнөк. Әммә һөҙөмтәһе булманы.
-Бәлки улар яңылышҡандыр!? Бәлки йүнәлгәнһеңдер!?..
-Мөмкин түгел! Шуға ла мин ҡурҡмай төрлө ҡыҙҙар менән йөрөйөм. Ошоға тиклем береһе лә минән балаң була тип килеп йөрөмәнеләр. Мин һине ипле, тыйнаҡ ҡыҙҙыр тип уйлағайным. Яңылышҡанмын.Тымыҡ күлдә шайтан була тиеүҙәре дөрөҫ икән!
Лилиә алйыр сиккә етеп шаңҡып ҡалды. Уны фәхишәлектә ғәйепләнеләр! Кем һуң! ?Уның шашып һөйгән йәре!!!
-Хуш бул! Мине эҙәрлекләп йөрөмә. Бала минеке булмауын иҫбатлауы ҡыйын булмаҫ. Тейешле ҡағыҙҙарым ҡулымда. Ә баланы кемдән икәнен белмәһәң алдырт. Йәшһең, табырһың әле.
-Алдыртыуҙан үткән инде!-тине ҡыҙ өмөтләнеп.
-Улайһа, балаңды тапҡас та балалар йортона ҡалдырып кит!- булды һөйгәненең яуабы.
Ишекте шарт ябып сыҡҡан Әнүәрҙең артынан югергеһе килмәне. Ул ҡыҙҙың һөйләгәнен ,аңлатҡанын тыңлап та тормаясаҡ.Ер убылһа шунда уҡ инеп ҡасыр ине.
Лилиә уҙенә үҙе ышанманы! Нисек һуң улай килеп сыҡты?! Ул бит Әнүәрҙән башҡа берәү менән дә булманы. Ул ғына бит Лилиәнең ысын мөхәббәте ине! ИНЕ! Тимәк ошо көнгә тиклем Һөйгән йәре уны тик әүрәткес итеп кенә йөрөткән! Фәхишә булған бит ул уға! Ә һөйөүе бары буш ҡыуыҡ!
8 март байрамына ауылына ҡайтырға тейеш булһа ла, һылтау табып ҡайтмай ҡалды. Ата-әсәһенә хат ҡына ебәрҙе. Әлбиттә хәлен һөйләп торманы инде. Атаһы уҫал уның, белеп ҡалһа әсәһенең дә, үҙенең дә кәрәген бирәсәк. Ә әсәһе атаһына бер ваҡытта ла ҡаршы төшкәне юҡ. Барыһы ла атаһы әйткәнсә үтәлә.Тик бына хәле йәшерерлектән үтһә ни хәл итергә икән тип уйланды ла уйланды Лилиә.
Күңеле төшөп йөрөүен бүлмәләш ҡыҙҙары, егете менән ташлашыуынандыр тип уйланылар. Төпсөнмәнеләр ҙә. Әнүәр Халиҡ улы ла бер ни булмағандай уҡытыуға йөрөнө. Лилиәнең өндәшмәгәнен ул үҙе уйлағансы аңланы.Тимәк минән башҡалар менән дә буталған тигән фекерҙә ҡалды. Ҡыҙға иһә уҡыуына эсен,ныҡ беленә башлағас, һыҡтырғансы бәйләп киң кофтала йөрөргә тура килде. Шулай ҙа май байрамына ла ниңә ҡайта алмаясағын әсәһенә яҙырға тура килде.Үтенеп атаһына бер нәмә лә әйтмәй генә берәй кәңәш биреүен Һораны.
Күп уйланыуҙанмы, йонсоуҙанмы бәпесе 7 айлыҡ ҡына булып тыуҙы.Бала табыу йортонда айға яҡын яттылар.Әсәһенә телеграмманы ла дауаханаламын тип кенә яҙҙы. Белә атаһы колхоз эшенән бушай алмай, әсәһен ебәрәсәк. Бала табыу йортона Әсмә апай, ҡыҙы ейәнсәре менән сығарыласаҡ көнгә килеп етте.Ейәнсәренә тип барлыҡ әйберҙәрҙе лә алып килгән. Тик йөҙөндә генә шатлыҡтың осҡоно ла күренмәне. Бала табыу йортонан улар" Өфө" Ҡунаҡһанаһына килделәр. Ҡайҙалыр һөйләшеп аңлашыр кәрәк бит инде. Йәш бала менән урамда ултырып булмай. Бүлмәгә инеп Лилиә бәпесен имеҙеп һалды ла,әсәһе менән икәүләп күҙ йәштәренә ирек биреп илашып алдылар. Әсмә апай күпме төпсөнһә лә ҡыҙы, баланың атаһын кем икәнен белмәйем тип алданы.
Башҡортостандың көнъяҡ райондарының береһендә йәшәгәс, тик поезд менән генә йөрөп була торғайны.Ҡайтыуға тип билетты әсәһе шул үҡ көнгә алған булған. Кис етә башлағас ҡына ҡыҙына ни өсөн килгәнлеген әйтте. Атаһы Лилиәне балаһы менән ҡабул итмәйәсәк. Етмәһә ике ҡустыһы менән әсәһен дә бергә ҡыуып сығарасаҡ. Ә малайҙарға ата тәрбиәһе бик мөһим. Әсәһе лә, ошо йәшкә етеп ,ике улы менән урамда ҡалырға риза түгеллеген белдерҙе. Барып баш төртөрҙәй туғандары ла юҡ бит исмаһам. Ҡыҙының, ә миңә ни эшләргә һуң тиеүенә, әсәһе ҡот осҡос яуап бирҙе.
-Ҡыҙыңды үҙем менән алып ҡайтам! Үҫтерәм, һиңә бирә алмаған тәрбиәне бирергә тырышырмын. Тик бер шартым бар. Атайыңа һин бала тапҡанда үлеп ҡалған тип әйтәсәкмен. Бала гонаһһыҙ. Тиҙ генә булмаһа ла ҡабул итер! Мин килгәнсе Һине ҡала зыяратында ерләгәндәр тиермен. Атайың ғорур эҙләп килеп йөрөмәйәсәк. Ә һин инде буй еткәнһең, үҙ йүнеңде үҙең күр. Тик ҡайтып йөрөйһе булма!Бына һиңә 200 һум аҡса, ҡалғанын үҙең эшләп табырһың. Сит яҡҡа китһәң бигерәк яҡшы булыр ине.Өфөлә бер күрмәһәләр бер күреүҙәре бар бит. Мине бәғерһеҙлектә ғәйепләмә ҡыҙым. Үҙ яҙмышыңды үҙең емерҙең, минекен дә емерә күрмә! Ҡустыларыңды йәллә.! Илау ҙа, ялбарыу ҙа әсәһен был ҡарарынан кире ҡайтара алманы.Һуңғы тапҡыр ҡыҙын имеҙҙерте лә, Әсәһе такси яллап вокзалға китте.
Әсмә апай бүлмә өсөн бер аҙнаға түләгән булған. Ашамай-эсмәй тиерлек 3 көн бүлмәһенән сыҡмай илап ятты. Уйламаған уйы ҡалманы, башы сатнап ауыртты, имеҙмәгәс түше әрнеп һыҙланы.Һыҡтырғансы бәйләргә ҡушҡайны әсәһе. Ярҙамы ла теймәгән кеүек, хәлһеҙләнеүҙән саҡ йөрөнө. 4-се көн ҡәтғи ҡарарға килеп ,үҙен бер аҙ ипкә килтереп Өфө буйлап эш, йәшәргә урын эҙләргә сығып китте.Йәшәренә урын тапһа ла, эш тиҙ генә килеп сыҡманы.Йә эш стажы кәрәк, йә прописка. Ә Лилиәнең бер нәмәһе лә юҡ! Урта белем менән генә эш табыуы ҡыйын булды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ике аҙна тигәндә ул да эшле булды. Ҡаланың ситендә урынлашҡан бер профилакторийға иҙән йыуыусы булып эшкә төштө. Йәшәгән фатирын да яҡынырағына алыштырҙы. Тик урман кеүек парк аша үтер кәрәк. Ҡыш көнө үтеп йөрөүе шомлораҡ. Эштә саҡта онотолоп йөрөһә лә Лилиә, кистәрен ҡайһы саҡ олоп-олоп иланы.Тик ата -әсәһенән ҡурҡыуы ныҡ ине, тешен ҡыҫып йәшәргә өйрәнде.Шулай йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Үҙенә береһен дә яҡынайтманы. Ауыҙың бешһә һыуыҡ ашты ла өрөп ҡабаһың икән.
Бер көн эштән ҡайтып килгәндә юлда өйөрө менән берәҙәк эттәр осраны.Улар, бер өй этен таларға йыйына ине, шул этте яҡлап ҡыҙ берәҙәк эттәрҙе ҡыуырға тотондо. Ләкин улар күҙ асып йомған арала, өй этенә түгел ,ә үҙенә ташландылар. Уның асырғанып ҡысҡырыуына, арттан килгән кешеләр ишетеп килеп, ҡотҡарып ҡалғандар. Тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртып республика дауаханаһына алып килгәндәр.
Иҫенә килгәс,
күҙҙәрен саҡ асып ҡараны ла, тирә яҡ ап-аҡ булғас ул үҙен теге донъяламындыр тип уйланы.Эргәһендә шәфҡәт туташы йылмайып тора ине.
-Йә хоҙай! Саҡ иҫегеҙгә килдегеҙ. Бөтәһе лә тиерлек һеҙҙе терелә алмаҫ тип уйлағайны, Бер аҙна комала яттығыҙ! Бары Сәлим Кәрим улы ғына терелеуегеҙгә өмөтөн өҙмәне.
Лилиә ниҙер әйтергә уйлағайны ла ,тауышы мығырлау ғына булып сыҡты. Шәфҡәт туташы табипты саҡырырға тип сығып китте. Ҡыҙ ни булғанын иҫенә төшөрөргә тырышты. Парк, эт, күп эттәр! Уны эттәр таланы бит! Иҫән ҡалған тимәк... Ниңә ҡотҡарҙылар икән!.. Был мәлгә бөтә ғазаптарынан ҡотолған булыр ине инде.
Табип Сәлим Кәрим улы, яралы ҡыҙҙы тикшереп ҡараны ла, хәлегеҙ яҡшырыуға бара тине. Мин бында күпме ваҡыт ятам икән тип һорарға уйлағайны ла , тағы ла мығырлау ғына килеп сыҡты.
Лилиә дауаханала 11 ай ятты. Эттәр йөҙөн ныҡ йәрәхәтләгәндәр. Тәүге айҙа уға был турала берәү ҙә өндәшмәне. Палатала көҙгө булмағас түшәктә ятҡан ҡыҙ ҡайҙан белһен инде! Атлай башлағас, бер көндө ул ванна бүлмәһенә тиклем үҙе атлап барғайны.Раковина ситендә кемдер онотоп ҡалдырған көҙгөнө күреп ҡалды. Барып ала һалды ла ҡарауы булды ҡото осоп ҡысҡырып ебәрҙе. Көҙгөнән уға сибәр ҡыҙ урынына йөҙөндә ҡырҡ ямаулы ҡарсыҡ ҡарап тора ине. Ул ҡурҡыуҙан ҡысҡырып ебәрҙе лә иҫе китеп ҡоланы. Ҡысҡырған тауышына шәфҡәт туташы югереп килгән, ҡабат иҫенә килгәндә эргәһендә Салим Кәрим улы тора ине.Ҡыҙ битен ҡулдары менән ҡапланы. Барыһы ла уны йәлләй кеүек тойолдо.
-Илама ҡыҙым, йөҙөңдө төҙәтербеҙ, беҙҙә шундай оҫта ҡуллы хирург бар, тылсымсының нәҡ үҙе инде!Һиңә өр яңы йөҙ эшләр! Иртәгә үҙенә консультацияға барырһың. Хәлеңә ҡарап операция көнөн билдәләрбеҙ.
-Ә ул миңә ысынлап та яңы йөҙ эшләй аламы? Мин ҡурҡыныс булып ҡалмаҫмынмы һуң?
-Әлбиттә эшләй ала! Элекке фотоларыңды алып килһәләр нәҡ элекке йөҙөңдө яһаясаҡ.
-Ә икенсе булғым килһә ,улай яраймы?
-Ярай,ярай! Тик бының өсөн бик күп хирургик операциялар яһар кәрәк буласаҡ. Беренсеһенән генә матурлығыңды ҡайтарып булмаҫ, әммә түҙемең етһә үҙ-үҙеңде лә таный алмаҫһың әле. Йә ярар бөгөнгә һорау алыу тамам, иртәгә Фәнүр Айҙар улынан үҙең барыһын да асыҡлап һорарһың.
Иртәге көндө Лилиә саҡ көтөп алды. Иртә менән тороп үҙен бар хәленсә ипкә килтерҙе.Сәстәрен тарап берҙән үрҙе лә елкәһенә төйнәп нығытып ҡуйҙы.Хәл тиҙерәк ҡайтһын өсөн,иртәнге ашты ла ашап бөттө.Ниһәйәт уны хирург менән осрашыуға алып киттеләр.
Бүлмәлә йәш кенә бер егеттән башҡа кеше юҡ ине. Ул, хирург әле килеп етмәгәндер, тип уйлап Фәнүр Айҙар улы оҙаҡлармы икән тип теге егеттән һораны.
Фәнүр Айҙар улы мин булам тигәс аптырай төштө.
-Бик оҫта хирург тигәс, мин һеҙҙе пенсия йәшенә еткән ҡарттыр тип уйлаһам тине
Фәнүр Айҙар улы көлөп ебәрҙе лә
- Нәҡ шулай, тик мин үҙемә лә пластик операция яһағайным шуға егеттәр кеүек кенәмен тине, хәҙер инде ҡыҙ көлөп ебәрҙе. Шулай итеп улар уртаҡ тел табып дауаны башланылар.Өсөнсө операциянан һуң да Лилиәнең йөҙө кеше күргеһеҙ ине әле. Быныһын ул бинттарҙы алғас ҡына күрҙе. Эттәр бигерәк кенә йөҙөн талағандар шул. Ниндәй генә оҫта хирург булмаһын, ул барыбер тылсымсы була алмайҙыр инде. Ул көн-төн уйланды, ҡайһы саҡ үҙенең яҙмышын ҡәһәрләне. Берсә йәлләне.Бер көндө үлергә тигән ҡараға килде. Үлһәм барыһына ла яҡшы буласаҡ тип уйланы ул. Барыбер өйҙәге туғандары өсөн ул үлгән тип һанала бит. Асыҡ тәҙрәгә килде лә тупһаһына менеп тышҡа ҡараны. 7-се ҡат бейек кенә бит, бары бер генә аҙым һәм ул бар ҡайғыларынан ҡотоласаҡ! Тик ул аҙымды эшләүе генә ҡыйын икән. Әгәрҙә үлмәй ғүмерлеккә зәғиф булып ҡалһа? Юҡтыр , был хәтлем бейеклектән төшкән кеше тере ҡала алмайҙыр ул.! Эх йәшәйһе лә йәшәйһе ине бит !.. Һыуыҡ ел сәстәрен елберҙәтә, күҙҙәренән субырлап аҡҡан күҙ йәштәрен тыя алмай ул. Бер генә аҙым...
Шул саҡ ишектән Фәнүр Айҙар улы килеп инде. Тәҙрә тупһаһында торған ҡыҙыҡайға ҡараны ла тыныс ҡына
- Лилиә минең буласаҡ балаларымды харап итмә инде.- тине.
-Һеҙҙең булмаған балаларығыҙҙы мин нисек харап итәйем ти?!
-Була шул! Сөнки һин минең буласаҡ ҡатыным! Мин һинең кеүек түҙемле, яҡшы, йомшаҡ күңелле ҡыҙҙарҙы осратҡаным булманы. Һинең менән яҡындан танышҡандан алып мин һиңә ғашиҡмын.Операциянан һуң иҫеңә килгәнсе мин гел яныңда булдым.Йоҡоло принцессам минең! Бөгөн дә йоҡлайһыңдыр тип уйлап килгәйнем. Һин хәҙер тәҙрәнән ҡолап үлһәң ,тимәк минең дә буласаҡ балаларымды үлтерәһең була. Бына һин ошо минутта шулай итергә йыйынаһың бит.
-Һеҙ минән көләһегеҙ бит! Минең кеүек йәмһеҙ ҡыҙҙарға өйләнмәйҙәр!
-Шулай ҙа төш унан! Мин сибәр ҡатынымдан ҡолаҡ ҡаҡҡым килмәй әле.
-Ниңә минән ҡаты көләһегеҙ! Минең яраларым, йөҙөмде кеше күрмәҫтәй иткән бит инде. Хатта операциялар менән дә мине кеше ҡиәфәтенә индерерлек түгел бит!
-Яралар уңалыр! Яңы сибәр йөҙҙө мин Һиңә барыбер яһаясаҡмын! Тик бының өсөн тағы ла бер нисә операция һәм һинең түҙемлегең кәрәк! Элеккеңдән дә сибәрерәк итермен. Әсәйең дә таный алмаҫ! Шунан мин һиңә өйләнәм. Һин ошо ҡалалағы иң сибәр кәләш буласаҡһың!
Лилиәгә ҡапыл йән өрҙөләрме ни! Был ҡылығы өсөн оялып китте. Ысынлап та сабырлығы етеп, яңы йөҙ эшләп булһа , яңы яуған ап аҡ ҡарҙай, аҡ биттән башлаясаҡ ул яңы тормошон!
-Бейектән ҡала бигерәк матур күренә икән, тигән булды.
Яҡын уҡ килгән егет ҡыҙға тәҙрә тупһаһынан төшөргә ярҙам итте.
Тәҙрәне ябыуға палатаға Сәлим Кәрим улы килеп инде лә, әллә һеҙ бер-берегеҙгә ғашиҡ булғанһығыҙ ул, йөҙҙәрегеҙ шундай бәхетле тине. Йәштәр ни бары операцияның һөҙөмтәһен генә тикшереп тороуҙарын әйттеләр.
Йөҙөнә барыһы 7 операция, ҡулына тағы 2 операция эшләнде. Хирург Фәнүр Айҙар улы бар оҫталығын һалып уға яңы йөҙ эшләне. Ул Лилиәнең йөҙөн генә түгел, яраланған күңелен дә дауаланы. Әммә ҡыҙ уға асылырға ҡурҡты. Үҙен етеммен, атайымды белмәйем, мин тыуғансы уҡ үлеп ҡалған, ә әсәйем ауырып үлгән , Ауылда өләсәйем тәрбиәһендә үҫтем, мин ҡалаға уҡырға киткәс, ул да үлеп ҡалды , бүтән бер кемем дә юҡ тип алданы. Ә Фәнүр Айҙар улы балалар йортонда үҫкән. Әсәһе уны 40 йәшенә еткәс кенә тапҡан булған. Шуға тиклем балалары булмаған. Әммә берҙән бер улдарын үҫтерергә яҙмаған, автоһәләкәткә осрап үлеп ҡалғандар. Яҡын туғандары булмағас балалар йортона тапшырғандар. Тырыш малай яҡшы уҡығас медидина институтына инеү бәхетенә ирешә. Практика ваҡытында Сәлим Кәрим улы менән танышалар. Ул Фәнүрҙе үҙенең улылылай итеп ярата. Уҡып бөткәс тә үҙенең янына эшкә ала. Етемдәргә тейешле квартираһын да юллап алып бирә. Шулай итеп ике яралы куңел танышып, бергә ҡауышты. Дауахананан улар тура загсҡа барҙылар.Фәнүре әйткән һүҙендә торҙо. Лилиәне хәҙер әсәһе лә танымаҫ ине! Һәм ул иң матур кәләш булды!
Туйҙан һуң Лилиә Фәнүрҙең фамилияһын алды. Хәҙер уны бер кемдә таба ла ,таный ҙа алмаясаҡ.Ул өр яңы тормош башлай! Сәлим Кәрим улы ярҙамы менән ҡыҙ медицина институтына уҡырға инде. Балалар табибы булып диплом алды. Уҡып бөтөүгә игеҙәк улдары тыуҙы. Донъялары теүәлләнде! Тик Лилиә генә бер көнгә лә ҡыҙын, ата-әсәһен, ҡустыларын онота алманы. Иренә лә асылманы. Яңы булғас тормошо яңы булһын!
Ниндәй ауыр булһа ла заманалар, Фәнүре менән бер береһенә тоғро булып ҡалдылар. Эштәрендә ихтирам иттеләр. Күҙҙәре гел һағышлы һылыу табипты балалар бигерәк яраттылар. Күпме баланы ҡотҡарғандыр кем һанаған, һәр береһен үҙенең балаһылай итеп дауаланы Лилиә.
Эшләй башлағанына дүртенсе йыл тигәндә уға үҙенең ауылынан ауыр хәлдәге ҡыҙ баланы алып килделәр. Ҡыҙҙың әсәһе уның класташы Әминә булып сыҡты. Кабинетына балаһын күтәреп килеп ингәс йәш ҡатындың ҡобараһы осто. Таныр кеүек тойолдо. Әммә Әминә уны таныманы. Шулай ҙа ул бер аҙ шөрләп йөрөнө. Класташының ҡыҙын да яҡшы дауаланы. Мәлен тура килтереп элекке үҙе тураһында ла һорашты. Һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ тиеүенә, уҡырға инергә килгән йылды танышҡайныҡ, аҙаҡ юғалды ла ҡуйҙы тип алданы. Әминә ышанды. Шунан ул ҡыҙ тураһында үҙе белгәндәрен уға һөйләне.
Уҡыуға ингән Лилиәне бер көн көсләгәндәр имеш. Ҡурҡытҡандар. ҡыҙ ҡурҡышынан береһенә лә әйтмәгән. Ояты ла ни тора бит! Атаһы ла уҫал, ҡыуып сығарыр ине.Ауырға ҡалғанын да ваҡыты үткәс кенә белеп ҡалған. Әммә бала тапҡанда үлә.Ҡыҙ балаһы тере ҡала. Уҡыған ере аша әсәһен саҡыртып алып, баланы биреп ҡайтаралар. Әсәһе ҡайғыһынан үлем ҡағыҙын да алырға онотоп ҡайтҡан. Ейәнсәренә Әлиә тип исем ҡушалар, үҙҙәренең фамилияһына яҙҙыралар. Атаһы ныҡ ҡына туҙынып ала ла бөтә ҡайғыһын эскегә һала. Тик нисектер ярты йылдан үҙен ҡулға алып бөтә һөйөүен ейәнсәренә бирә. Шундай уңған, баҫалҡы, егәрле ҡыҙ булып үҫеп килә. Тас мәрхүмә әсәһенә оҡшап тора тип тамамланы хәбәрен Әминә класташы. Табиптың күҙ йәштәрен күреп ҡалды ла йәнегеҙҙе үртәнем шикелле тип ғәфү үтенде. Бик ҡыҙғаныс булған тип яуап бирҙе уға Лилиә.
Шулай ваҡыт артынан ваҡыт үтеп торҙо. Лилиә әллә күпме тапҡыр, ҡайтып ҡыҙын күрергә тип уҡталды, тик нимәлер уны ебәрмәне. Юлы төшмәне, йә эшенән бушаманы. Үҙҙәренең улдары ла үҫкән һайын күберәк ихтибар талап иттеләр. Бүтән балалары булманы ла ҡуйҙы. Тағы 6 йыл үтеп китте. Ҡыҙы 9 классты тамамлаған йылды, ул ауылға ҡайтып килергә булды. Тик тағы ла барып сыҡманы. Йәйге лагерға балаларҙы алып китеп барған автобус тау юлында ҡолаған да, бик күптәрен ауыр хәлдә Өфө дауаханаларына алып килгәндәр. Һәр бер табип һанаулы саҡта эшен ташлап китә торғандарҙан түгел ул. Ҡыҙын тағы ла барып күрә алманы. Яҙмышым шулай булғас тип үҙ- үҙен төңөлттө.
Биш йыл элек, көҙҙөң матур сағында,быларҙың яҡын дуҫтары, Лилиәнең тыуған ауылына туйға саҡырҙылар. Улдары Динислам шул ауылдан кәләш ала икән.Уларҙың урамының икенсе осонда ғына йәшәгән Зәлифә апайҙың ҡыҙы Илсиәне. Ул ауылдан уҡырға киткәс тыуғандыр, сөнки Лилиә ул ҡыҙыҡайҙы белмәй ине. Фәнүре "бәй һинең тыуған ауылыңдан бит "тигәс ул эйе шул тигән булды. Әммә мин ул ауылда үҫмәнем, 2 йәштән икенсе районда йәшәгән өләсәйемдә үҫтем, башҡаса ул ауылда булғаным булманы ла, туғандарым да юҡ бит тип алданы. Шулай ҙа уйлар кәрәк әле, алыҫ ҡына ара бит тип һылтаны. Ә үҙенең башынан ҡырҡ төрлө уй үтте! Нимәһен уйларға тей! Барабыҙ! Фәнүр аптыраулы ҡарашын ҡатынына төбәне. Ҡатынының ағарып киткән йөҙөн күреп , ауырыйһыңмы әллә тине. Ниңәлер башым ауырып тора тигән булды.
Туйға барҙылар. Дуҫтарына ла, иренә лә Лилиәне ошо ауылдан икәнен әйтмәҫкә ҡушты. иҫләүсеһе лә юҡтыр инде. Булһа ла кешеләрҙең йәлләүле ҡараштарын күргем килмәй тигән булды. Үҙе юл буйына тулҡынланып барҙы, 20 йылдан һуң ул үҙенең тыуған ауылына ҡайтып бара. Тыуған йортона булмаһа ла ҡайта. Ауылына яҡынлашҡан һайын хәтирәләре яңырҙы, айырылышыу ғазаптары бәғерен телде. Ауылы үҙгәргән ,ҙурайған. Матур итеп мәктәп , дауахана төҙөгәндәр. Яңы йорттар күбәйгән. Өйҙәре янынан үткәндә йөрәге ярылырҙай булып туланы. Биттәре янды. Уны танырҙарҙар кеүек ине. Барып төшкәс тә, таныш йөҙҙәрҙе күреп ҡаушап ҡалды.Өҫтөн бер аҙ ипкә килтереү һылтауы менән төпкө бүлмәгә инеп бикләнде лә байтаҡ ҡына үҙенең тулҡынланыуын баҫа алмай ултырҙы. Шулай ҙа ҡунаҡҡа килгәс сығырға тура килде. Таныш йөҙҙәр күп, уларҙы ҡоҙаларға таныштырҙылар. Ҡоҙаларҙын береһе уның өлкән ҡустыһы Радик ине. Береһе лә Лилиәне таныманы, хатта ҡустыһы ла. Ул үҙе лә ҡунаҡтарҙы ағай, апай, инәй тип өндәшеүҙән ҡурҡып йөрөнө. Күңеле тулышты, күҙҙәренә йәш төйөлдө. Беҙҙең ҡоҙасабыҙ ҡайһылай нескә күңелле тиештеләр ҡоҙалары.Тик береһе лә уны ҡоҙасаһы түгел, ә ошо ауыл ҡыҙы Лилиә икәнен танып белмәне.
Ауылдарында ЗАГСҡа электән йәйәү баралар ине. Урамда осраған һәр кеше йәштәрҙе, ата-әсәләрен туғанлашыуҙары менән ҡотлап ҡала. Яҡшы йола. Был юлы ла ярты ауылды үтеп клубҡа загсҡа барҙылар. Өйҙәре янында торған әсәһен күреп Лилиә саҡ һуштан яҙып йығылманы, Фәнүре тотоп ҡалды. Әсәһе ҡартайған. Әммә матурлығын юғалтмаған. Сәстәре генә ап-аҡ булып яулыҡ аҫтынан күренеп тора. Атаһы күренмәй. Ҡыҙы берәй ерҙә уҡыйҙыр инде. Ауылда түгелдер.Ире һиңә ни булды тигәс ,юлда ныҡ арытҡан шуға башым әйләнеп китте тигән булды, кире боролайыҡмы әллә тигәс , юҡ хәҙер үтә ул тип яуапланы ла, улар ары атланылар . Ул үҙ - үҙен ҡулға алырға тырышты, ләкин бигүк килеп сыҡманы. Туй Лилиә өсөн ғазапҡа әйләнде. Ҡатынының ауыр хәлен күреп Фәнүр борсола башланы. Бүтән саҡта йырлап бейеп күңелле генә йөрөгән ҡатынын бөгөн алыштырҙылармы ни. Ә ул, ниңә туйға ҡатышырға ризалаштым икән тип үкенеп бөтә алманы. Ныҡышһа Фәнүре лә бармаҫҡа ризалашыр ине инде. Тик ул ғына Һағыныуын еңә алманы. Нисек тә һыр бирмәм тип уйлағайны ла, барып сыҡманы ғына .Бына хәҙер ирен аптырытып иҫе китеп тик йөрөй.
Уҙаҡтары ла Радик ҡустыһы менән Зәлифә килене булып сыҡты. Йоҡларға үҙҙәренә алып ҡайттылар. Һырттарынан яңы урам төҙөгәндәр икән. Шунда өй төҙөп сыҡҡандар. Өс балалары бар. Ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерәләр икән.Әле ,өс өй аша йәшәгән бәләкәй ҡустыһының өйөндә йоҡлайҙар тине. Радиктың таҙа , матур, төҙөк донъяһын күреп ҡыуанды. Ғаиләгеҙҙә һеҙ нисәүһегеҙ тип һорашты Фәнүр. Өсәү инек тә, беҙ бала саҡта апайыбыҙ үлеп ҡалды тип яуап бирҙе ҡустыһы. Шул мәл Лилиә ҡустыһын ҡосаҡлап, мин тере бит тип әйткеһе килде.Ләкин ярамай бит. Фәнүрен юғалтасаҡ. Ул Лилиәнең был ҡылығын бер ҡасан да аңламаясаҡ. Ғәфү итмәйәсәк. Икенсе тапҡыр ғаиләһеҙ ҡалырға уның хәленән килмәйәсәк.Ата-әсәйегеҙ бармы тип һораған булды. Әйе ,икеһе лә иҫән- һауҙар. Апайымдың ҡыҙы ҡалды, шуға бауыр баҫып көн итәләр. Әле Әлиә медицина университетының өсөнсө курсында уҡып йөрөй. Хас әсәһенә оҡшаған тип тамамланы хәбәрен Радик. Ә Лилиә ни үле, ни тере түгел тыңлап ултырҙы. Уның ҡыҙы Өфөлә , ә ул белмәгән дә.Ҡыҙы ла медицинаны һайлаған.Ҡустыһы ғаилә фотоларын алып сыҡты, ҡатын йомолоп шуларҙы ҡарарға кереште. Бына ата-әсәһе, ҡустыларының бала саҡ фотолары, бына бер бәләкәй ҡыҙ бала менән төшкәндәр. Аҫта беҙ һәм Әлиә һеңлебеҙ тигән яҙыу тора .Бына ҡыҙсыҡ балалар баҡсаһында төшкән, Әлиә беренсе класҡа барғанда ике ағаһы,әсәһе менән гөлләмә тотоп төшкәндәр, тағы бер нисә мәктәп фотолары бар. Бына сығарылыш класының һуңғы ҡыңғырау байрамы. Ҡыҙы шундай матур! Тик күҙҙәре генә моңһоу. Уның күҙҙәренә йәш төйөлдө. Фәнүре Радик менән һөйләшә ине , ҡатынының илар сиккә етеп фотолар ҡарауын күрмәне. Килене Зәлифә лә ҡунаҡтарға йоҡларға урын яраштыра ине. Күпме бәхеттән мәхрүм ҡалған Лилиә! Ниңә ҡыҙын әсәһенә бирмәй алып ҡалмаған? Ниңә әсәһе уға шулай ҡаты бәғерле булды икән? Кем ғәйепле уларҙың бәхетһеҙлегендә? Ул был һорауға яуапты 20 йыл эҙләй, таба алмай.
Оҙон юлдан һуң тура туйға килгәс арытылған, йоҡларға ятайыҡ тип барыһы ла яттылар. Тик Лилиәне генә йоҡо алманы. Хәтирәләр , әсәһенә үпкәһе яңырҙы. Ниңә шунда ул ейәнсәрен тартып алып, үҙенең балаһын ташлап китте? Ирһеҙ әллә күпме ҡыҙҙар бала табалар,береһен дә уның кеүек, үлдең тип ташлап китмәйҙәр.Ул шым ғына кейенде лә урамға сыҡты. Ай юҡ, дөм ҡараңғы төн. Шым ғына һырттары аша өйҙәре янына килде. Эт килеп сыҡты , әммә өрмәне,ә ҡатынға килеп һырпаланды. Эттәрҙән ҡурҡыуына ҡарамаҫтан, был этте ул башынан һыйпаны. Эт оторо иркәләнде. Һыртта ағас баҡсалары бар ине, шунда ике алма аҫтындағы урындыҡ һаман бар икән. Күңеле тулған Лилиә һыҡтап- һыҡтап иланы. Эт, ҡатындың илағанына аптырап, башын уның тубығына һалып ятты.Шул саҡ кәртә яғында аяҡ тауыштары ишетелде. Лилиә ағас артына боҫто. Һарай яғын яҡтыртып атаһы һыртҡа сыҡты, ҡапҡаны асып ҡараңғылыҡҡа ҡарап торҙо ла этен саҡырҙы. Исеме Шоңҡар икән. Ул хужаһы янына атланы. Атаһы бер аҙ ҡараңғылыҡты күҙәтте лә, кире инеп китте. Шоңҡар ҡабат сыҡманы. Ҡатын да йәшеренгән еренән сыҡты ла,ҡунаҡ йортона ҡайтып ятты. Һаташып йүнләп йоҡлай ҙа алманы.
Бөгөн туй егет яғына ҡайтырға тейеш.
Ҡыҙҙы оҙатып алып ҡайтыр саҡта, кейәү егете урамға тәңкә аҡсалар һибеп китә. Балдыҙҙары һәм ҡәйнештәренә бүләк бирә. Шуның өсөн урамдағы бар халыҡ ,туй булған өй янына йыйылалар. Радик ҡустыһы ла, улы һәм ике ҡыҙҙарын алып килгәйне, улы хас атаһы, ҡыҙҙары өләсәләренә оҡшап торалар. Яндарына бәләкәй ҡустыһының балалары тора икән. Игеҙ малайҙар һәм ике ҡыҙыҡай. Улары күрәһең әсәһенә оҡшағандарҙыр. Малайҙарын ғына бер аҙ олаталарына оҡшатты. Сумкаһына,кәрәк була ҡалһа тип ваҡ бүләктәр һалып алғайны. Кәрәге тейҙе. Малайҙарға яҡшы ғына фонарьҙар , ә ҡыҙҙарға биҙәнгес йыйылмаһын еҙнәләре аша тапшыртты. Әсәһе һәм атаһына тип матур күлдәктәр һалып алғайны. Уҙаҡ булған ҡустыһына ,ай-вайына ҡарамай бүләктәр тапшырҙы ла, быларын ата-әсәйеңә туй бүләге итеп бир тип ҡушты. Икенсе ҡустыһына бүләкте ҡоҙағыйына биреп ҡалдырҙы. Аҙаҡ тапшырырһың тип. Ниңә тип һораусы булманы.Ҡыҙын ғына күрә алманы, уға ла бүләк алғайны. Алтын алҡалар. Тик тапшырып булманы.
Өфөгә ҡайтҡас та, Лилиә медицина университетына барып ҡыҙының ниндәй факультетта , ҡайһы ятаҡта йәшәгәнен белеште. Ҡыҙы ла педиатрияны һайлаған икән. Ул уҡыған корпусҡа барып аудиторияһын тапты ла , ярым асыҡ ишек аша ҡыҙын күҙәтте. Икенсе рәттең беренсе партаһында ултыра ине ул. Үҙенә лә оҡшаған, Әнүәргә лә бар ине оҡшашлығы. Ыҡсым кәүҙәле, йөҙгә һылыу ғына. Бер нәмәгә ҡарамай барып ҡыҙын ҡосаҡлағыһы килде. Үҙенә ҡыҫып ҡыҙым, мин һине бик ныҡ һағындым тип әйткеһе килде. Әммә ярамай бит. Ҡыҙы уны ғәфү итмәҫ. Ниңә ошоғаса бер тапҡыр ҙа мине килеп күрмәнең. хәҙер ҙурайғас кәрәгем тейҙеме тиер. мин һине белмәйем, белгем дә килмәй. Минең әсәйем мин тыуғанда уҡ үлгән тиер. Лилиәнең тыны ҡыҫылды, башы әйләнде. Ул тиҙерәк бынан китергә булды.
Бер ваҡытта ла практиканттар алғаны булмаһа ла , шул йылды ул дауахананың етәкселегенән үҙенә практиканттар алырға рөхсәт биреүҙәрен һораны. Рөхсәт ҡағыҙын алғас та, ул медицина университетының деканатына юлланды. Унда ул үҙенә биш практикант һайлап алыу өсөн, класс етәксеһе менән уҡыу бүлмәһенә юлландылар. Аяҡтарына мамыҡ тултырғандармы ни, саҡ атлап барҙы.Йөрәге атылып сығырҙай булып туланы. Талиптар аяҡ өҫтө баҫып ҡаршы алдылар. Көнүҙәк теманы хәл итеү өсөн талиптарҙан анкета тултырырға ҡуштылар. Шунан һуң ул үҙенә оҡшаған 5 талипты һайлап алды. Араһында берәүһе үҙенең ҡыҙы Әлиә ине. Тиҙҙән күрешеүгә өмөт итеп һаубулаштылар.Лилиә юл буйы бәхетле йылмайып килде.
Тиҙҙән практика ла башланды. Талиптар унда бик теләп йөрөнөләр. Әлиә ҡыҙы ла бик тырыш , уңған икән. Әсәһе һүҙендә торған, ейәнсәрен бик яҡшы итеп тәрбиәләгән. Үҙенә биреп етмәгән тәрбиәне ейәнсәренә артығы менән биргән. Лилиә Кәримовна практика үтеүсе талиптарҙы йыйҙы ла , кем дә кем ошо практиканы бик яҡшы итеп үтә, шуға ноутбук бүләк итәм тине.Әммә был сер булырға тейеш,сөнки һәр практиканттарға ундай бүләк тапшырмайҙар тине. Үҙе Әлиәнең иң яҡшы практикант булырында шикләмәй ҙә ине. Шулай булды ла . Яңы йыл алдынан бөткән практиканы йомғаҡлағанда, барыһы ла бер һүҙҙән Әлиәне иң яҡшыһы итеп таныны. Ноутбукты уға тапшырҙылар. Бүтәнсә ҡыҙына бындай ҡиммәтле бүләкте бер нисек тә тапшыра алмаҫ ине, шул көйө бирһә лә алмаҫ ине.Ә хәҙер инде улар, практика үтеп бөтһә лә, интернет аша ла аралаша алалар. Практика ваҡытында улар бер аҙ яҡынлашҡандар ине. Йән тартмаһа ла , ҡан тарта тиҙәр бит. Әлиә лә ,әсәһе тип белмәһә лә уға тартылды. Лилиә Кәримовна өйрәткән һәр нәмәне хәтеренә һеңдереп торҙо. Ә ул иһә ҡыҙын ҡабат юғалтыуҙан ҡурҡты. Бик -бик асылғыһы килһә лә булдыра алманы. Ауылына туйға ҡайтып килгәндән алып үҙенә урын тапмай йөрөй. Әсәһенә хат яҙырға ла булғайны, тик үпкәһе ҙур ине уға, яҙманы... Үҙе лә үҙгәргәс ҡайтып килә алыр ине, тик баҙнат итмәне бит нишләптер. Бәлки ғәфү итерҙәр ине... Юҡ! Булмағас булманы инде! Хәҙер нимәнелер үҙгәртеү өсөн һуң!
Кисә, Яңы йыл байрамдары үтеп бөткәс эшкә барыуына, һыу буйы сират теҙелгәйне инде . Төшкө ялға туҡтар алдынан, һуңғы ауырыуҙы саҡырғас, ишектән Әнүәр Хәлик улы бер ҡыҙ баланы етәкләп килеп инде. Ҡартайған, сәстәре ағарған, йөҙөн йыйырсыҡтар баҫҡан. Лилиә саҡ сығып ҡасманы, шулай ҙа тиҙ генә үҙ-үҙен ҡулға ала һалды, уны бит берәү ҙә таный алмай, ул инде күптән икенсе кеше. Ултырығыҙ, ейәнсәрегеҙме? тип һораны ул. Юҡ ҡыҙым ,ултырғыстан урын алғас Әнүәр Халик улы ҡыҙының карточкаһын өҫтәлгә һалды , исеме Юлиә икән.Карточкаһынан был баланың аутизм менән сирле икәнен белде. Йәлләп тә ҡуйҙы Әнүәрҙе.
Нимә борсой , ҡайһы ере ауырта тип һораны табип Лилиә Кәримовна. Ҡыҙым аутист ,һуңғы ваҡытта йыш ҡына башы ауыртыуына зарлана тип әйтте. Был ауырыуҙар кешеләр менән аралашып бармайҙар бит. Ҡыҙым мине генә тыңлай. Ә ҡатыным беҙҙе 7 йыл элек ташлап сығып китте. Инвалид бала менән ғүмеремде заяға үткәрергә йыйынмайым тине лә ғәйеп булды. Ул бит инвалид түгел, ә ни бары икенсе төрлө кеше икәнен мин уға аңлата алманым тип хәбәрен теҙҙе ул. Шулай һөйләшә-һөйләшә улар ҡыҙҙы тикшереүгә әҙерләнеләр. Башына МРТ эшләү өсөн атаһы ҡыҙын ярты сәғәт өгөтләне. Төшкө ял етеүгә ҡарамаҫтан улар ҡабаланманы. Лилиәнең дә элекке һөйгәненең тормошон белешкеһе килә ине.
Нәҫелегеҙҙә ундай ауырыуҙар бар инеме, бүтән балаларығыҙ бармы. Уларында был ауырыу юҡмы. Һорауҙарға яуапты төплө бирҙе Әнүәр Хәлик улы. Өлкән улдары Медицина университетында 4 курста уҡый икән , ул һап-һау. Был ҡыҙ икенсе балалары.Әнүәр, тыңлаусы булғанда һөйләп ҡалырға теләгәндәй, яйлап йәшлеген һөйләргә булды.
Ҡатыным менән оҙаҡ йылдар бергә йәшәп тә балабыҙ булманы. Табиптарға ла йөрөнөк, балағыҙ булмай тинеләр. Әммә ҡатыным мине алдаған, ул мине үҙенең йәшлек дуҫы булған табипҡа алып барған. Улар үҙ- ара килешкәндәр ҙә мине алдағандар. Ҡатыным йәштән үк юргәккә уранып ултырырға йыйынмаған. Ә мин алйот ышанғанмын! Шуның арҡаһында үҙем яратып йөрөгән, бер ғәйепһеҙ, бик яҡшы ҡыҙ баланы нахаҡҡа рәнйеттем, яратып йөрөһәм дә ауырға ҡалғанын белгәс ,минең балам булмай. Һин мине алдағанһың, икенселәр менән буталғанһың, балаңды алдырт тип ташлап киттем. Ул бер ни тиклем уҡыны ла ғәйеп булды, беҙ башҡаса бер ваҡытта ла осрашманыҡ. Мин уның саф булыуын бик һуң ғына аңланым. Ҡатыным тәүгә ауырға ҡалғас уны ла хыянатта ғәйеләнем, шунда ул үҙенең мәкерле хәйләһен асып һалды. Улыбыҙ тыуҙы, әммә ул минең балам булмай сыҡты. Ҡатыным ысынлап хыянат иткән булған, йөҙөмә бәреп әйтте. Минең йөрөүҙәрем өсөн үс алдым тине. Ул малайҙы үҙемдеке кеүек итеп үҫтерҙем. Ә ҡыҙымды ҡатыным аборт эшләтә алмаған өсөн генә тапты. Ваҡыты үтеп киткән булған. Ауырлы йөрөгәндә лә гел генә , һинең кеүек ебектән юнле бала тыуыр тиһеңме, тыуыр әле берәй урод тиер ине. Ҡарамаҡҡа бик яҡшы ғына, һау ҡыҙ бала тыуҙы. Әммә 2 йәш тулыуына аутист булыуы асыҡланды. Бала сит кешеләр менән аралашмай, уларҙан ҡаса торғайны. Әсәһе лә ташлап киткәс , мине генә тыңлаша башлай.Бүтәндәргә ҡарамай ҙа. Әммә ул бик яҡшы итеп һүрәттәр эшләй белә тине.
Ә теге ҡыҙ менән аҙаҡ ни булған тип һораны Лилиә.
Мин бик оҙаҡ эҙләнем уны. Уҡыуын ташлағас, әсәһенә барҙым, ул миңә ҡыҙының да, ейәнсәренең дә, бала табыу йортонда үлеп ҡалыуы тураһында әйтте. Ҡыҙын хурлаған кешене белһә ,үҙ ҡулым менән үлтерер инем тине. Ә Һеҙ кем тип һорағас, класс етәксеһемен, дәрескә ниңә йөрөмәүен белешергә тип килгәйнем тип алданым да ҡайтып киттем .Ауырыу баланы хоҙай миңә ғәйебем өсөн биргәндер. Шул мәлде кире ҡайтарып булһа ,бер секундҡа ла шикләнмәй шул ҡыҙҙы кәләш итеп алыр инем. Тик ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай шул... Әнүәрҙең күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре күренде.
Ә ҡайтарып булһа ни эшләр инегеҙ тип һораны Лилиә.
Аяҡтарына йығылып ғәфү үтенер инем!. Ул минең ғүмеремдең иң ҙур үкенесе! Һуңғы һулышыма тиклем үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен! Мин ниндәй алйот булғанмын!
МРТ ының һөҙөмтәһен ҡарағас, Лилиә Кәрим ҡыҙы тейешле дарыуҙар яҙҙы ла, икенсе килер көндө билдәләп былар менән Һаубулашты.
Үҙе улар сығып киткәс оҙаҡ ҡына иҫен йыя алмай ултырҙы. Бына һиңә тормош! Нисек итеп бороп килтереп сығарҙы.
Төштән һуң ауырыуҙар әллә ни күп булманы. Эштән иртәрәк ҡайтты ул. Күҙ алдында һаман осрашыу күренеше тора. Етмәһә Фәнүре шылтыратып командировкаға китеүен әйтте. Сумаҙанын йыйып әҙерләп ҡуйғайны, уныһы ашарға ла ваҡытым юҡ тип сығып китте. Ә Лилиә яңғыҙ ҡалғас ,аулаҡта бар тормошон барлап сыҡты.
Яҙмышы уны барыбер ҡыуып етте бит! ни хәл итергә. Барыһына ла асылырғамы, әллә нисек булған шулай ҡалһынмы икән. Оҙаҡ уйланыуҙан башы сатнап ауыртты. Ниндәй ҡараға килергә икән. Урамда ҡар бөртөктәре бейей... Ә бит ул бик бәхетле йәшәгән. Әсәһе ғүмере буйына ҡыҙын ташлап киткәне өсөн үкенһә. Әнүәре ғаилә бәхетен татый алмаған. Ә Хоҙай уға Фәнүрҙе бүләк итә. Ике улын да өҫтәп бирә. Бер уйлаһаң тағы нимә кәрәк!
Шулай ҙа Лилиә әсәһенә хат яҙырға ҡарар итте.Һаумы әсәй тип башлап китте ул хатын. Кейәүгә сығып бәхетле йәшәүен, игеҙ ейәндәре барлығын,балалар табибы булып Республика дауаханаһында эшләүен. Барыһын да бик-бик һағыныуын, ауылдарына туйға барғанда уны күреүен ,ләкин янына барырға ҡурҡыуын. Радик ҡустыһында ҡунаҡ булыуын. Шунда ҡыҙы Әлиәнең Өфөлә уҡыуын белеүе тураһында. Ҡыҙын табып күреүен, аралашыуын, әммә Әлиәнең уны әсәһе икәнен белмәүен.Иң аҙаҡтан Әсәй һин ниңә минең баламды тартып алып мине ташлап киттең ул?... Ирһеҙ бала табыусы бер мин генә түгел бит, тик бары мине генә һин тере мәйет иттең тип үпкәһен яҙҙы. Кире уйламаҫ борон тип хатты конвертҡа һалды ла эшкә барышлай почта йәшнигенә төшөрөп китте. Өс көндән, Әнүәр ҡыҙын тағы ла алып килде. Юлиәнең баш ауыртыуы кәмегән.Ул ҡыҙын Германиялағы бер клиникаға алып барасағын әйтте. Унда аутист балаларға яҡшы ғына психологик ярҙам күрһәтәләр икән. Финанс ярҙамды ҡарт ҡайныһы менән ҡәйнәһе бирәсәк. Ни тиһәңдә ейәнсәрҙәре бит. Юлиә үҙе лә уларҙы ярата шул. Һәр һүрәтендә тиерлек улар бар ти. Әсәһе ташлап китеүенә ҡарамаҫтан ,уларҙан йөҙ бормауҙарына Әнүәр бик тә рәхмәтле икән. Лилиә Кәримовнанан тейешле медицина ҡағыҙҙарын әҙерләшеүҙә ярҙам һораны. Германияға осоу ғинуарҙың аҙағына тәғәйенләнеүен әйтте.Табип Лилиә ярҙамлашырға ризалығын биреп һаубулашты. Усе лә, үпкәһе лә юҡ ине уның . Ни бары бәхетһеҙ , уның ярҙамына мохтаж бер оло кеше ине.
Шулай эш менән ҡайнап ,тағы бер ай үтеп китте. Бурандар айы башланып тора. Улдары каникулға ҡайттылар. Һағынышҡандар. Улар тағы бергә, татыу һәм бәхетле ғаилә. Үпкәһе баҫылды, хәтирәләре кәмене, хаты онотолдо...
Балалары каникулда булһа ла, Лилиәне берәү ҙә эшенән бушатмай бит. 7 февраль ине. Көндәгесә эшенә сумып ,ваҡыттың үтеүен дә һиҙмәй ултырған. Ҡайтырға тип йыйына башлағайны ғына ишек шаҡынылар,яртылаш асыҡ ишек аша, бөгөнгә эш көнө тамам бит тиеүгә ҡарамаҫтан ,бер оло ир килеп инде.
- Миңә Ғарипова Лилиә Кәрим ҡыҙын күрергә ине тине.
- Мин булам, һеҙ ниндәй йомош менән килдегеҙ һуң тине лә , боролоп ҡарағас атаһын күреп ултырғысына ултыра төштө.
- Һеҙ Лилиә Кәримовамы тип ҡабаттан һораны.
- Әйе- тигәс ,
-Ғәфү итегеҙ мин яңылышҡанмын. Бында ҡыҙым ошо дауаханала эшләйем тип яҙған. Уның ҡулында Лилиәнең хаты ине. Һеҙ уға оҡшамағанһығыҙ- тине лә сыға башланы. Лилиә түҙмәне,
-атай мин алдаманым- тине.
Кәрим ағай боролдо ла аптырауға ҡалды. Таныш түгел әммә атай тип өндәшә.
- Атай был мин,Лилиә! Йөҙөмә ҡарама, ул икенсе. Эттәрҙән таланып миңә яңы йөҙ яһанылар тине.
Атаһы яҡыныраҡ килде лә уны битенән һыйпап ҡараны, шунан ҡыҙын ҡосағына алды.
-Балам! Балаҡайым, ғәфү ит мине, ғәфү ит беҙҙең барыбыҙҙы ла! Беҙ шул тиклем ғәйеплебеҙ! Улар икеһе лә илай ине. Шулай тағы күпме торорҙар ине билгеһеҙ, бүлмә йыйыштырыусы килеп инде. Әйҙә атай беҙгә барайыҡ.Такси саҡыртты ла Лилиә атаһын ҡултыҡлап ҡайтырға сыҡты. Юлда атаһы уға,әсәһенең ике аҙна элек үлеп ҡалыуын әйтте.Лилиә атаһын ҡосаҡлап иланы.Әсәһе үлер алдынан уға ошо хатты тоттора ла 23 йыл элек булған хәлдең ысынын һөйләп бирә. Атаһының иҫе китә, мин шул тиклем йыртҡыс кеше булдым мы ни һуң, үҙ балаңды үлеккә һанап ташлап китергә.Ғүмерең буйы шул серҙе йотоп ауыр сиргә дусар булып ғүмер кисергәнсе , бергә алып ҡайтһаң ни булды.Ейәнсәремде етем итеп,үҙең ҡан йотоп йәшәүҙән ни мәғәнә булды инде. Бер туҙыныр ҙа төңөлөр инем тигән. Әсәһе, хатында ҡыҙыбыҙ ҡайҙа эшләгәнен яҙған, барып тап тип васыят иткән дә йән биргән.
Такси Лилиәләрҙең йорто янына килеп туҡтаны.
-Әйҙә атай,был беҙҙең йортобоҙ. Ниһәйәт серҙәрҙең сиселер көнө етте! Ни булһа ла була инде , рәхим ит!..
Айгөл Вәлиева.