Балсыҡ ҡатыш ҡара тупраҡ өйөмөнә ул байтаҡ ваҡыт текәлеп торҙо. Юҡ, уйланғандан түгел. Киреһенсә, башында бер генә уй ҙа юҡ. Бушлыҡ унда. Ниндәйҙер аңлашылмаған бушлыҡ. Әйтерһең дә, унан бар булған нәмәһен сығарып ташлағандар ҙа, ҡола ялан тороп ҡалған. Ә ул шул яланда бер үҙе. Ҡурҡыныс.
Алдағы тупраҡ өйөмө иһә ябай өйөм түгел. Ҡәбер ул, уның төбөндә әсәһенең һалҡында шыҡрайып туңған үле кәүҙәһе ята. Ҡасандыр ошо фани донъяла өтә баҫып, күптәрҙе көнләштереп донъя көткән, яңыраҡ унынсы тиҫтәне ваҡлай башлаған әсәһе Шәһиҙә ҡарсыҡ. Дәүрәндең үҙе тыуғанда илле йәшкә аяҡ баҫырға торған әсәһенән башҡа кеме бар ине һуң? Атаһы ул сәңгелдәктә ятҡанда уҡ яҡты донъянан китеп барған. Тағы ла дүрт апаһы бар. Ҡатын-ҡыҙ нимә, улар – йомшаҡ зат, ебегән заттар. Апайҙары менән Дәүрән әллә ни иҫәпләшеп барманы. Хәйер, тегеләр ҙә уны ауыҙлыҡларға тырышманы кеүек. Ғаиләлә берҙән-бер ир бала булғас, үҙ яйына ҡуйҙылар. Әсәһе генә ҡуйманы. Хәтәр үҙ һүҙле улын еңә алмаһа, таяҡҡа йәбеште һәм туҡманы. Нисегерәк ҡайыҙланы әле!
Әсәһенең һуңғы һәм мәңгелек йортона текәлеп онотолоп торған Дәүрән ҡапыл өшөп, ҡалтыранып китте. Бая башты рәхәт итеп иркәләп торған спирт парҙары сығып бөткән икән дә. Өшөтөр ҙә шул, урамда бит ноябрь аҙағы. Ҡар яумаһа ла, ер күптән туңған. Уның аяғында – тирҙән дымланып бөткән йоҡа йөн ойоҡ та кирза итек. Уныһы ла күптән киптерелмәгән, еүеш.
Дәүрән зыяратты күләгәләр биләүен шәйләне. Көн менән төн алмашынғанда әруахтар донъяһында ҡалырға ярамай, тигәнде ишеткәне бар. Ҡағына-һуғына, ул тиҙ генә зыяраттан сығыу яғына ыңғайланы. Бер нисә тапҡыр абынып йығыла ла яҙҙы. Бындай мәлдәрҙә Дәүрәндең йөрәге табан аҫтына саҡлы тәгәрәй. Әйтерһең, үңәсенә йәбешергә самалап, әжәл аяҡ сала.
«Баш төҙәтергә кәрәк». Әруахтар донъяһынан сыҡҡас, башына килгән тәүге уй шул булды. Апайҙары хәйер өләшкәндә эләккән ҡағыҙ аҡсаларҙы үҙенә лә биреүҙәрен иҫенә төшөрөп, Дәүрән түш кеҫәһен һәрмәне. Урынында ятамы икән, йәнәһе. Бармаҡ биттәре шығырҙап торған бер нисә ҡағыҙҙы һиҙгәс, ул йылмайып ҡуйҙы. «Күпме икән? – Хәтеренән генә кеҫәһендәге аҡсаның илле һумлап булырға тейешлеген самаланы. – Бер шешә самагунға етә». Аҙымдарын ҡыҙыулата төшөп, Дәүрән итәк аҫтынан көмөшкә менән һатыу итеүсе Миңъямал ҡарсыҡ өйөнә тәнтерәкләне.
«Өйҙә булырға тейеш, уты яна», – тигән уй уға йылы биргәндәй итте. Ҡарсыҡҡа Дәүрән ишеләрҙән башҡа кеше йөрөмәй. Эскеселәрҙе һалҡын ҡаршы ала әбей, аҡсаларын ҡабул итә лә, шешәһен тоттороп, тиҙерәк оҙатыу яғын ҡарай. Дәүрән менән дә шулай булды: аҡсаһын алғас, хужабикә тоноҡ шешәне һатып алыусының ҡулына төртөп тигәндәй тотторҙо. «Тауар»ын ҡорһағы тәңгәлендә салбар ҡайышына ҡыҫтырған Дәүрән уны кемгә барып бушатырға икәнлеген самалай башланы. Ошонда, ишек алдында уҡ, ул шешәнән бер уртларға самалағайны ла, тыйылды: «Алкаш түгел бит әле мин. Өйгә ҡайтырға ярамай, унда апайҙар ҡолаҡ итен сәйнәр. Эсеүҙән баш тартмауҙары ла ихтимал. Ниңә бер шешә нәмәне алар белән бүлешергә? Үҙҙәре алып эсерһен ҡустыларын...»
Аңҡы-тиңке атлай торғас, Мәсәбих тиҫтеренең йорто янына ла килеп еткән икән. Улар йыш ҡына бергә эсә, береһенең «рәт»е булһа, икенсеһе менән мотлаҡ уртаҡлаша. Унан һуң Мәсәбих туған да, уның әсәһе Мәликә менән Дәүрәндең атаһы Мостафа бер ҡарындан тыуғандар. Мәликә апай ҙа хәҙер оло инде, йыш сырхаулай, күберәк ятып тора.
Дәүрән тупһа аша атлауға, Мәсәбих кухняһында ашарға әҙерләп йөрөй ине. Тиҫтерен күргәс, йылмайып ебәрҙе. Буш ҡул менән килмәҫен белеп тора шул. Кирза итеген көс-хәл менән сискәс, бысраҡ курткаһын бер мөйөшкә ырғытып, Дәүрән шешәһен тыҡ иттереп аш өҫтәленә ҡуйҙы. Мәсәбих күнегелгән хәрәкәт менән тиҙ генә шешәне асты ла, шкафтан ике шәшке өҫтө алып, шыйыҡсаны ғолғолдатып ҡойорға кереште. Йәһәт ҡыланды ул, үҙенең дә башы ауыртыңҡырап тора. Хәйер, был баш ауыртыу ғына түгел, ҡатмарлыраҡ: иҫе теүәл түгел тиһәң, дөрөҫөрәктер.
Шул саҡ төпкө бүлмәлә диван шығырҙағаны ишетелде. Мәликә ҡарсыҡ ҡуҙғалды, ахырыһы.
– Дәүрән, инәйеңде ҡуйҙығыҙмы? – тип һораны ул хәлһеҙ тауыш менән. – Апайыңнар мындамы әле?
– Инәйемде ҡуйҙыҡ. Дәүрән тиҙ генә көмөшкәһен эсә һалды. Йә сығып асыулана, ҡыуа башлар. – Апайымнар мында әле. Тағы бер-ике көн торалар шикелле.
– Ярар. – Ҡарсыҡ ҡабат һүҙ ҡуҙғатманы. Алғы яҡҡа ла сыҡманы. Сығып та ни эшләһен, Мәсәбихен барыбер тыя алмай бит инде.
Көмөшкә, ҡаты булған, ахыры, Дәүрән үҙенең ҡапыл иҫереүен тойҙо. Танауы һәленеп төштө, күҙҙәре һөҙөлдө. Шулай булмай ни, бөгөн уның ауыҙына йүнләп аш тейгәне лә юҡ. Өйҙә мәйет ятҡанда тамаҡ ҡайғыһымы? Тиҫтеренең ебеп төшөүен ҡайғы билдәһе тип ҡабул иткән Мәсәбих:
– Ни гәрүй, – тине руссалап. – Все там будем.
Ул үҙенсә Дәүрәнде йыуатырға уйлағандыр инде. Ә тегеһе ысынлап асыуланды.
– Там булырға йыйынмайым әле мин. – Дәүрән һөҙөлгән күҙҙәрен шешәләшенә йүнәлтте. Томан аша Мәсәбихтең ҡош суҡып алырлыҡ та ите ҡалмаған йөҙөндәге суҡмарҙай танауын, бесәйҙекеләй йылтыраған күҙҙәрен генә күрҙе ул. – Һин шулай гел буҡ-һаҡ һөйләр ҙә ултырырһың инде. Нимә, күҙеңде таҫырайтаһың, һал!
Тиҫтеренә хәтере ҡалған Мәсәбих шешәләгене бөтөргәнсе бүлеп һалды ла ҡуйҙы. Шәшке өҫтәре мөлдөрәмә тулды. Ярай, ул өйөндә бит, иҫерһә, ятыр ҙа йоҡлар. Уның ыңғайына Дәүрән дә оңҡолдай-оңҡолдай шәшкеһен түңкәрҙе. Түңкәрҙе лә шунда уҡ башы менән өҫтәлгә бөгөлдө. Күрмәһә лә, төпкө бүлмәлә барыһын да ишетеп ятҡан Мәликә ҡарсыҡ:
– Мәсәбих, һин Дәүрәнде илтеп ҡуй инде, – тине. – Өйөндә йоҡлаһын.
Арыҡ Мәсәбих нисек етте шулай тиҫтерен яурынына һалып, сығып китте.
Ярай әле, ике өй аша ғына тора. Апалары өйҙә, Дәүрәндең совет заманынан ҡалған иҫке телевизорын ҡарап, әкрен генә һөйләшеп ултыралар. Иҫерек ҡустыһын күреп, оло апаһы Рәхилә пыр туҙып асыуланырға тотондо:
– Ниткән көн дә эсеү ти ул! Нисек һине Хоҙай һуҡмай! Хайуандан да хужы булып бөткәнһең! – тип теҙҙе ул. – Ана, нисек лаяҡыл булып ҡайтҡан. Иртәгә тағы баш төҙәтергә һорай бит инде ул.
Дәүрән, ике күҙен әйләндереп, ниҙер әйтергә уҡталғайны, Мәсәбих диванға төртөп ебәргәс, башын ҡалҡыта алманы.
...Яғылмаған һалҡын өйҙә йоҡлап ятҡан Дәүрәнде әсәһе уята:
– Тор, улым. Эшкә бармайһыңмы ни?
Дәүрәндең иһә йылы юрған аҫтынан бер ҙә сыҡҡыһы килмәй, ята бирә.
– Әле һин шулаймы! – Әсәһе юрғанды һыҙырып тартып ала.
Дәүрән өшөй, ҡалтырай. Һалҡын уның һәр күҙәнәгенә үтеп инә. Теше шаҡылдап уянып китте ул. Диванда итеген дә һалмай йоҡлап ята, имеш. Өҫтөнә ябылмаған, шуға өшөгән икән. Тороп баҫҡайны, башы шаулап китте. Ауыртыныуға Дәүрән хатта ыңғырашып ҡуйҙы. Тәнтерәкләп алғы яҡҡа сығып, баш төҙәтергә берәй нәмә ҡалманымы икән, тип эҙләнде. Һыуытҡысты барып асһа, шатлығынан йырлап ебәрә яҙҙы: унда бер «аҡбаш» ултыра. Саҡ ҡына эселгән. Үҙенә ярты стакан ҡойоп һемергән Дәүрән шешәне соланға сығарып, бойҙай араһына йәшерҙе: «Яйлап төпләрмен әле». Араҡы быуынына төштө, тағы ла ауырайтты. Үлтереп асыҡҡанын тойҙо Дәүрән. Бәхетенә, һыуытҡыста колбаса, ҡыяр телемдәре табылды. Тик эсеп йөрөп ҡыҫылған ашҡаҙан бындай һалҡын аҙыҡты күп ҡабул итә алманы, тулған кеүек итте. Дәүрән бәүелә-бәүелә өйгә инде лә диванына ауҙы.
...Күҙенә йоҡо ҡунманы ирҙең. Үҙенең ғүмер буйы әсәһенә тупаҫ һүҙле, игелекһеҙ булыуы иҫенә төштө. Элек ул был ғәҙәте өсөн бер ҙә уйланмай, борсолмай торғайны. Был юлы иһә башында икенсе төрлөрәк уйҙар ҡуйырған кеүек ине. Үкендерә торғандары.
Тәү тапҡыр әсәһенә йәмһеҙ исем ҡушҡаны өсөн асыуы килде уның. Беренсе класҡа уҡырға барғас булды был хәл. Уның исемен ишеткән оло урам малайҙары шарҡылдап көлөшә башланы:
– Дәүрек – һәүрек!
– Дәүрәү – әүрәү!
Илап, дәрес бөткәнен дә көтмәй өйөнә ҡайтып китте малай. Әсәһенә ысынлап асыуланды:
– Мал исеме ҡушҡанһың. Мине малайлар мыҫҡыл итә.
– Юҡты һөйләмә, – тип ҡаршы төштө Шәһиҙә. – Олатайың, минең атайым, улым булһа, Дәүрән тип ҡушыр инем, ти торғайны. Дәүрән – Ҡөрьән телендә уҡымышлы тигәнде аңлата икән. Ә һин мал тиһең.
– Уҡымышлы, – тип ауыҙын ҡыйшайтты малай. Башҡа һүҙ әйтмәне.
Ғөмүмән, үҙ исеменән ғүмере буйы ғәрләнде ул. Армияға барғас, урыҫ малайҙары араһында үҙен Дима тип йөрөттө. Тегеләргә нимә, – киреһенсә, әйтеүе уңайлы, Дима тиҙәр ҙә ҡуялар. Тик Табылдыла, Дима тип әйтегеҙ, тип булмай, бында ул Дәүрән булып ҡайтты. Исемен алмаштырырға булыр ине лә, тик егет ҡыйманы. Ауылдаштары уны барыбер Дәүрән тип йөрөтәсәк бит.
Әсәһенә тупаҫ булыуҙың икенсе сәбәбе етди, үтә етди һәм ғүмергә оно-толмаҫлыҡ, ҡәбергәсә иҫтән сыҡмаҫлыҡ ине шул. Үҙенең имгәнгән аяҡтарына, ҡулына күҙе төшкән һайын хәтергә төшөрөп торалар.
...Хәрби хеҙмәтте Дәүрән Сочи ҡалаһында үтте. Ошондай йылы, ҡыштар бө-төнләй булмаған яҡтар барлығын белә, йәшәп ҡарағаны ғына юҡ ине. Ҡала үҙе нимә, ошонда Дәүрән-Дима Валя менән мауығып китте. Һылыу ҡыҙ ине украинка Валя, ҡуңыр йөҙлө, башҡорт ҡыҙҙарыныҡылай дегеттәй ҡара һәм тулҡынланып торған сәсле. Буй-һыны ла заказ менән эшләнгән тиерһең, тик күҙҙәре генә йәшкелт-зәңгәр. Йәштәр бер-береһенә тиҙ һәм ныҡ эҫенешеп китте.
Валя хатта Диманы ата-әсәһе менән дә таныштырҙы. Өйләнешергә лә Дәүрән-Диманың бер һүҙе етә ине. Ләкин ул армиянан кәләш, унан да бигерәк мәрйә алып ҡайтырға батырсылыҡ итмәне. Ауылдаштары көләсәк, кемдең урыҫтан бисә алғаны бар?
Тәүҙә бер үҙе генә ҡайтып килергә ҡарар итте ул. Һуңынан хат яҙырмын йә үҙем килермен, тине. Валяһы ут йотоп, теләр-теләмәҫ кенә ризалашып тороп ҡалды. Әммә Дәүрән тотҡарланды, көн дә телеграмма йәки хат көткән ҡыҙ түҙмәне – ике ай тигәндә Табылдыға килеп тә төштө.
Валяны күреү менән Дәүрән быуынһыҙланды. Көтмәгәйне ул бындай хәлде. Ләкин һыр бирмәне, яҡты йөҙ күрһәтергә тырышты. Ер аяғы ер башынан килгән, тимәк, ярата. Әсәһе лә тәүге сәғәттәрҙә йылы мөнәсәбәттә торҙо. Шулай бер-ике көн үтеп тә китте. Шәһиҙә ҡарсыҡ белеп-һиҙеп тора: ҡыҙ тиктәҫкә килмәгән, уның берҙән-бер улын, Дәүрәнен, алып китергә килгән. Ауылда торорға йыйына тиһеңме ни ул? Ҡала ҡыҙы, етмәһә – мәрйә. Күҙ терәп торған берҙән-бер улын сит-ят яҡтарға нисек итеп ебәрһен ул? Ошоларҙы уйлап, ҡарсыҡ ныҡ торорға ҡарар итте. Мәле сыҡҡанын көттө.
Бер көн Дәүрән йомош менән район үҙәгенә киткәс тыуҙы ундай мәл. Аулаҡта ҡалғас, әсә кеше мәғәнәле генә:
– Һинең, ҡыҙым, Дәүрәнгә ҡатын булырға самалағаныңды күреп торам, – тине. – Ҡайҙа торорға йыйынаһығыҙ?
– Сочиҙа. – Валя ни, тәжрибәһеҙ кеше, уйлағанын әйтте. – Атайым беҙгә йорт һалып бирергә вәғәҙә итте.
Шәһиҙә ҡарсыҡ өсөн бынан да яман хәбәрҙең булыуы мөмкин түгел ине.
– Ҡыҙым, ни бит әле... Дәүрән – берҙән-бер улым. Ул китһә, мин кем менән торормон? Ҡартайғанда мине кем ҡарар?
– Бәй, улың ғүмер буйы һинең менән йәшәмәҫ инде. Ирҙәр ҡасан булһа ла өйләнә. – Ҡыҙыҡай, ошондай һөйләшеү була ҡалһа тип, алдан уҡ һүҙҙәрен әҙерләп ҡуйғайны. – Ҡыҙҙарың бар бит, шулар ҡараһын.
Шәһиҙә ҡарсыҡ әҙәп һаҡларлыҡ дәрәжәһен юғалтты.
– Шулаймы? Ах, йылан! Бар, хәҙер үк сығып кит был өйҙән! Уйнашсы! Нишләп мин һиңә берҙән-бер улымды тоттороп ебәрәйем ти? Мине алйотҡа иҫәпләйһеңме?
Шәһиҙә ҡарсыҡ, ғәҙәттә, ипле һөйләшеүгә ҡарамаҫтан, туҙынып китһә, әйтмәгәнен ҡалдырмай, хатта һүгенеүгә барып етә. Күҙе аҡайып, ауыҙынан күбектәр бәреп сыҡҡан әбейҙән Валя ысынлап та ҡурҡты. Саҡырылмаған ҡунаҡ, тиҙ генә сумаҙанын эләктереп, артҡы ҡапҡанан сығып йүгерҙе.
Дәүрән ҡайтып ингәндә, әсәһе тынысланып та бөтмәгәйне әле.
– Валя ҡайҙа? – тип һорауға ҡарсыҡ ҡыҙыулыҡ менән:
– Ҡыуҙым мин ул уйнашсыңды! – тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Бындай хәлдең ҡотолғоһоҙлоғон Дәүрән һиҙә йөрөй ине. Бер ни ҙә өндәшмәй кире боролоп ихатаға сыҡты ла, мотоциклға атланып, район үҙәгенә илтә торған юлға төштө. Автобусҡа ултырып өлгөрмәгәндер әле, тип уйланы ул, тиҙлекте арттырғандан-арттыра барып. Ләкин ауылдан ике саҡрым да китә алманы егет – руль тота белмәгән ҡулдар мотоциклды бер йөк машинаһы аҫтына алып барып индерҙе...
Иҫенә килгәндә, ул тәнендә сыҙап булмаҫлыҡ ауыртыныу тойҙо. Бар тәне һыҙлай, аяҡтар, ҡулдар, баш. Әйтерһең дә, шаҡаралар, сәнсәләр, ҡырҡалар. Үҙенең дауахана палатаһында ятҡанын шәйләне Дәүрән. Ҡуҙғалырға иткәйне, ҡот осҡос ауыртыу уны иҫенән яҙҙырҙы. Хирург уның ике аяғының да бер нисә урындан, һул ҡулының беләктән түбән һыныуы тураһында хәбәр итте. Башының да сатнаған урындары бар икән.
– Валя, Валя! – тип һөйләнде Дәүрән, эргәһенә кемдеңдер килеп ултырыуын томан аша ғына күреп. Әсәһе икән. Ә Валя иһә китеп өлгөргән. Бөтөнләйгә.
Дәүрәненең ниндәй хәлгә төшөүен күреп, ҡарсыҡ буҫығып иланы ла иланы. Ләкин һуң ине инде.
Ярты йыл түшәктән тора алманы Дәүрән. Ғазапланып ятҡан мәлдәрендә, нишләп шунда үлтереп кенә ҡуймаған икән, тип үкенде. Исмаһам, былай интекмәҫ ине. Ҡасан тороп, үҙ аяғына баҫып китә ала әле ул? Ана, ярауы ла аҫтында бит. Шәфҡәт туташтарының «утка» килтереп биргәненә тилмереп ҡарап ят инде. Үҙ һүҙле, ғорурлыҡ тигәне тәкәбберлек сигенә еткән Дәүрән өсөн ошоноһо бигерәк тә үлемесле.
Ни тип киләһе итте икән Валяһы ла? Үҙем хәбәр итермен, тигәйне бит. Түҙмәгән инде. Ул килмәһә, Дәүрән бындай ғазап сигеп ятмаған да булыр ине. Уның, бәлки, мөхәббәт тә булғандыр. Тик Дәүрән үҙе Валяны яраттымы икән һуң? Был һорауға егеттең яуабы әле лә юҡ.
Ҡултыҡ таяҡтарында йөрөй башлағас, уны дауахананан сығарҙылар. Үҙенең имгәнеүендә ул әсәһен генә ғәйепләне. Имеш, Валяға өйләндермәйем тип, ҡарсыҡ үҙ балаһын ғүмерлеккә ғәрип яһаны. Хәтере ҡалыуҙан бигерәк бәғере таштай ҡатҡан Дәүрән ошо мәлдән алып әсәһенә бер ҡасан да йылы һүҙ ҡатманы, яғымлы итеп ҡараманы.
Ҡултыҡ таяҡтарынан ҡотолғандан һуң, ул кемгә булһа ла өйләнергә ҡарар итте. Бәлки, ҡатынлы булыу тыныслыҡ, ҡәнәғәтләнеү алып килер, тип фекер йөрөттө Дәүрән. Тик кемгә? Үҙе белгән барлыҡ ҡыҙҙарҙы хәтеренән барлап сыҡҡандан һуң, күршеләге Гөлфиәгә туҡталды. Быйыл ғына унынсыны тамамлаған ҡыҙыҡай, күрәһең, күршеләге һылыу егеткә күптән күҙ атып йөрөгән. Шунда уҡ ризалашты. Шәһиҙә ҡарсыҡ, улының күңелен күрергә була, ныҡ тырышты, юҡты бар итеп, ҙурҙан ҡубып туй үткәрҙе. Ләкин килен тыштан күҙгә салынмаһа ла, уҫал һәм сая ҡыҙ булып сыҡты. Йәш сағынан уҡ Урта Азияға бәхет эҙләп киткән әсәһе лә бер ҡасан һәм бер кем алдында ебеп төшмәй, берәүҙе лә алдына сығармай торған ҡыйыу ҡатын шул. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй икән. Килгәндең иртәгәһенә үк Гөлфиә ҡәйнәһенә үҙенең тештәре барлығын күрһәтте. Ҡушҡан йомошҡа:
– Үҙеңдең дә ҡулың бар, – тип ҡырт киҫте.
– Һуң, килен, – тип ҡарағайны Шәһиҙә, йәш килен, ирешергә һәм бирешмәҫкә әҙерлеген белдереп, бөйөрөнә таянды.
– Мин һиңә эстәрәпке булырға килмәнем! – Үҙенә күрә әсәһенең инструкцияһы ине был.
– Кемгә барғаныңды беләһең, ҡыҙым, – тигәйне Фатима. – Йыуаш булма. Бер башыңа менеп ултырһалар, нисек ҡотолорға белмәҫһең. Үҙ һүҙеңде һүҙ итеп өйрән. Ирҙәр ҙә бөгөлә ул.
Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай, тиҙәр бит. Дәүрән ғаиләлә үҙенең сикләнмәгән власын урынлаштырырға ынтылһа, Гөлфиә үҙ туҡһанын туҡһан итергә тырышты. Шуға күрә өйҙә йыш ҡына дауыл ҡупты. Аҙағы билдәле: Гөлфиә әсәһенә ҡайта ла китә. Дәүрән эсеп, күңеле йомшарғас, уны алып ҡайта. Улдары Булат тыуғас та дауам итте был. Ошолай дүрт-биш йыл үтте, ике ҡоҙағый һуғышыр сиккә етешеп талашҡас, ғаиләлә торорлоҡ рәт ҡалманы.
Дәүрән – хәҙер буйҙаҡ егет. Клубҡа сыға, өйләнмәгәндәргә эйәреп киске уйындарға күрше ауылдарға ла йөрөштөргөләй. Шулай ҡышҡы көндәрҙең береһендә ул саҡтарҙа Стәрлетамаҡта милицияла эшләп йөрөгән Мәсәбих өйләнеп ташланы. Туйына кәләше яғынан бер нисә әхирәте лә эйәреп килгәйне. Шуларҙың береһе, Вәсилә, Дәүрәнгә йәбеште лә ҡуйҙы бит. Буйҙаҡ ир ҙә ыңғай торҙо.
Туй үтте, Вәсилә Дәүрән янында ҡалды. Уға, эре һөйәкле, һылыулығы менән маҡтана алмаған ҡыҙға, билдәле, Дәүрән өйләнергә йыйынмай ине... Яратыу тойғоһо юҡ бит. Бер яғы менән генә ярай ала ине Вәсилә: ул – эш аты ине... Бер нисә көндә ҡәйнәһенең өйөн ҡурсаҡ йорто яһаны ла ҡуйҙы. Шулай ҙа өйҙәш кеүек йәшәне йәш ҡатын. Туй үткәрмәнеләр, Дәүрән уны ЗАГС-ҡа алып барманы, ҡатыны менән кеше араһына ла сыҡманы. Вәсилә тәүге мәлдәрҙә ғәрләнеберәк йөрөһә лә, тора-бара күнекте. Йәй еткәс, колхоздан ике норма шәкәр сөгөлдөрө участкаһы алып эшләне. Ҡыҙын да ул ошо осорҙа тапты. Сабый атаһына оҡшап аҡ йөҙлө, матур бала ине. Әйтәләр бит: эшләп кем яраған? Һөйөү, тартылыу тойғоһо булмағас, Вәсиләгә лә наҙ эләкмәне. Ата-әсәһе килеп, алып ҡайтырға маташып ҡараны, ҡыҙҙары ҡуҙғалманы.
– Бер аҙ торам әле. Унан күҙ күрер.
Әммә түҙемлек тә сикһеҙ тойғо түгел. Балаһына ике йәш тулғанда, Вәсиләнең дә түҙемлеге шартлап һынды. Унда ғорурлыҡ, бәҫ тойғоһо уянды. Әйберҙәрен йыйҙы ла, балаһын күтәреп, тыуған яғы – Урал аръяғы районына ҡайтты ла китте.
Дәүрән тағы яңғыҙ. Гөлфиәһе ул арала ике иргә сығып айырылды. Ҡайта ла күршелә әсәһенең өйөндә йәшәй башлай. Тәүге бисәһен көн дә тигәндәй күрә Дәүрән. Ҡайһы саҡ етәкләп алып инергә лә дәрт итеп ҡуя. Тик ғәрләнә: ике иргә барып ҡайтты бит.
Дәрт иткән – мораҙына еткән, тигән кеүек, ул бер эсеп иҫергәнендә Гөлфиәне тағы алып ҡайтты. Тағы ла бергә йәшәргә тотондолар. Тәүҙәрәк йортта һауыт-һаба шылтыраманы. Икеһе лә нужа күреп алдылар, тәжрибә бар. Түҙергә кәрәк. Ләкин оҙаҡ йәшәй алманылар, бер йылдан тағы ла айырылыштылар. Был осорҙа Дәүрән гел эсергә атлығып торған ир аламаһына әүерелеп бара ине инде.
Шул эскелек арҡаһында тәүҙә милициянан ҡыуылып, унан ҡатыны ла ташлап киткән Мәсәбих тә ауылға ҡайтып, шешә имеүселәр рәтен тултырғайны. Таң атыу менән ҡояш байығансы уларҙың башында бер уй: ҡайҙан эсергә табырға?
Апайҙары иртәгәһен китеп барҙы. Өйҙө йыйыштырып тороу, яғып йылытыу, ашарға бешереү кеүек мәшәҡәттәр хәҙер буйҙаҡ ирҙең үҙенә ҡалды. Билдәле, улар Дәүрәндең иҫенә лә инеп сыҡмай. Өйгә яғыуҙы ул кисен генә иҫенә төшөрә, сөнки унда тороп сыҙарлыҡ әмәл ҡалмай. Ярай әле, газ бар, элекке кеүек утын яғырға булһа, нишләр ине? Өйҙәге сепрәк-сапраҡ, кейем-һалым туҙанға батты. Йыуылмаған иҙәнде Дәүрән бысраҡ итеге менән тапаны.
Ошолай көндәр айҙарға, һуңғылары йылдарға ялғанды. Һирәк-һаяҡ, ҡаны араҡы һаҫығына ғарҡ булған мәлдәрҙә, Дәүрән айнып китә. Мәсәбихтәргә барып мунса инә, өҫ-башын йыуып таҙарына, өйөн дә тәртипкә килтергеләй. Ләкин бындай «тәнәфестәр» оҙаҡҡа һуҙылмай ине: кемдер килеп эшкә саҡыра, эшен тамамлағас, «ярты»һын ҡуя. Тағы ла тормош элекке юлына төшә. Ундай мәлдәрҙә Дәүрән көн иҫәбен юғалта. Әсәһе иҫән саҡта календарь ала ине, хәҙер ул да юҡ. Дәүрән өсөн тормош бер баш төҙәткәндән алып икенсеһенә тиклем генә. Унан, әле нисәнсе йыл, тип һораһалар, моғайын, яуап бирә алмаҫ ине.
Яман төштәгеләй ошолай ғүмер һөрөп ятҡанда, икеме-өсмө туған тейешле Ғәзиз ағаһы килеп инде. Армиянан һуң Себер яҡтарына сығып китеп, кеҫә ҡалынайтып, Өфөлә сауҙа менән шөғөлләнә ул. Йылына бер, ғәҙәттә, йәй айҙарында, Ғәзиз көйәҙ сит ил машинаһында ауылға ҡайтып төшә лә бер аҙна самаһы балыҡ тотоп, ял итеп китә. Ҡатынын алып ҡайтмай Ғәзиз, уныһы мәрйә икән, бәлки, үҙе лә теләмәйҙер.
Ишек тупһаһын аша атлау менән Ғәзиз тирә-яғын байҡаны, һаулыҡ һорау юҡ.
– Үҙеңсә, йәшәйем, тиһең инде, – тине ул, ирендәрен бөрөңкөрәп. – Бөтөүгә бараһың бит.
– Бөтһә, кем илар тиһең? – Дәүрәндең хәтере ҡалды. – Нейә берәй «ярты» алып кермәнең? Баш ауыртып тора.
– «Ярты» – магазинда. – Ғәзиз өй эсенә күҙ йүгертеп, уның матур йыйыштырыулы, бөхтә сағын иҫенә төшөрҙө. – Эсһәң, тағы ла баш ауырта инде ул. Как буд то белмәйһең.
– Ярай. Аҡыл өйрәтмә, йәме. – Дәүрәндең кәйефе ҡырылды. – Аҡыл өйрәтеүселәр мында һинән башҡа ла етерлек.
– Мин һиңә аҡыл өйрәтергә йыйынмайым да. – Ғәзиз ултырырға иткәйне лә, дивандың бысраҡлығын күреп, тыйылды. – Һин Вәсилә менән торғайның бит әле. Ҡыҙығыҙ ҙа бар ине. Хәҙер ҡайҙа улар? – тип һүҙҙе ҡапыл икенсе юҫыҡҡа күсерҙе.
– Әбйәлилдәлер. Мин ҡайҙан беләйем. Нейә кәрәк ул һиңә?
– Вәсиләне ҡайтар һин. Ул һиңә дан бисә ине бит. Ҡәҙерен белмәнең.
– Көләһеңме әллә? – Дәүрәндең был уй башына ла инеп сыҡҡаны юҡ ине.
– Көлмәйем. Ошо өйҙә кәкрәйеп үлә алмай ята башлаһаң, үкенерһең дә, һуң булыр. – Ғәзиз бер аҙға тын ҡалды. Күрәһең, яуап көттө. Ләкин Дәүрән һүҙ ҡатманы. – Мин уны эҙләп ҡарайым әле. Тапһам, хәбәр итермен, – ул шаҡ-шоҡ баҫып сығып китте. Дәүрән бер һүҙ әйтергә лә өлгөрә алмай ҡалды.
Бер аҙна самаһы уҙғас, иртә менән ишек төбөндә Мәсәбих күренде. Ҡулында – кеҫә телефоны. Был арала ул айыҡ йөрөй.
– Һине Ғәзиз абзый һорай ине. Хәҙер звонить итергә тейеш. – Мәсәбих Дәүрән ятҡан диван янына килеп терәлде. – Нишләп үҙеңә телефон алмайһың?
Дәүрән яуап ҡайтарманы. Кәйефе лә юҡ, һөйләшкеһе лә килмәй.
Бер нисә минуттан телефон ысынлап та телгә килде. Ҡатын-ҡыҙ тауышы. Таныны Дәүрән: Вәсилә бит.
– Инәйең үлеп киткән икән. Ауыр тупрағы еңел булһын инде, – тине ҡатын, көрһөнгән кеүек итеп. – Ни эш бөтөрөп ятаһың?
Нишләптер Дәүрәндең шаяртҡыһы килде:
– Бөтөрөргә һалып биргән кеше юҡ әле.
Вәсилә бер аҙ өндәшмәй торҙо.
– Ҡыҙың менән мине иҫкә алаһыңмы һуң? – тине ул, һәр бер һүҙҙе ижекләп тигәндәй.
– Алам. – Дәүрәндең тауышы ҡалтыранды. – Ҡыҙымды онотҡан юҡ.
– Үҙе менән һөйләшкең киләме? – Вәсилә һорауын дауам итте. – Бына ул эргәмдә генә тора.
– Бир. – Дәүрәндең ике күҙе лә йәшкә тулыша башланы. Үҙе Мәсәбихкә, һин сығып тор, тип ымланы. Кеше алдында нисек күҙ йәше түкмәк кәрәк. Ирҙәр затынан бит әле ул.
– Һаумыһығыҙ, – тине теге баштан яғымлы бер тауыш тартынып ҡына. – Атай, был һинме? Дәүрәнме?
«Эйе», – тип әйтергә иткәйне, Дәүрәндең ҡапыл тамағына ниҙер килеп тығылды. Ауыҙын асҡайны, өнө сыҡманы. Тыны бөтөп, ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ көс ҡаты итеп күкрәген ҡыҫты. Бер аҙҙан тәне тартышты ла, күҙе аҡайып, ҡатып ҡалды. Мәсәбих ишекте асып ҡарағанда, Дәүрән был донъя кешеһе түгел ине.
...Зыяраттағы бер төркөм ир тағы ла бер ауылдашын һуңғы юлға оҙата. Бына ҡәбергә һуңғы көрәк тупраҡ та ырғытылды. Тейешле йолаларҙы үтәп, ирҙәр зыяраттан сыҡҡас, уларҙы шым ғына ситтән күҙәткән ике ҡатын-ҡыҙ, аҡрын ғына атлап, яңы ҡәбер янына килде. Олоһо, сикәләре һәм ике күҙе тирәләй тәрән һырҙар ярғылаған ҡалын кәүҙәлеһе, иренен ҡымтыған. Икенсеһенә, аҡ йөҙлө, йәш йүкә олонолай нескә буйлыһына, егерме йәш тә юҡтыр. Олоһо, моғайын, ошо мәңгелек йорт хужаһы менән бергә үткәргән ғүмерен, бер тапҡыр ҙа һөйөү-яратыу тойғоһо кисереп кинәнмәгәнен уйлап үкенәлер. Хәйер, үкенеп тә ни үҙгәртә алаһың хәҙер? Ә йәше, бәлки, мәрхүмгә бер тапҡыр ҙа «атай!» тип өндәшә, ғөмүмән, ата наҙына, уның барлығына ҡыуанып йәшәй алмауын иҫенә төшөрәлер. Йән тармаһа ла, ҡан тарта тигәндәй, Дәүрәндең ошо фани донъяла ҡалған ҡанын йөрөтөүсе берҙән-бер һәм иң һуңғы зат бит ул. Әсәһенең тойғолары беленмәй, тик ҡыҙҙың ғына ике күҙенән дә субырлап йәш аға...
Мәхмүт ХУЖИН.