Магазин тупһаһына сығып баҫҡан урта йәштәрҙәге ир, бер аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояшҡа,бер ялтырап торған ҡыйбатлы машинаһына ҡарап торҙо ла, ҡорһағын һыйпап, ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы. Был аҙнаның һөҙөмтәләре бик ҡыуандырҙы уны. Эйе, Баймаҡта ла кеше төҙөнә, береһенән береһе уҙҙырып ҡыйбатлы, заманса итеп төҙөкләндерергә тырыша донъяһын.
Ун йыл элек төҙөлөш материалдары кибете асыуға бер ҙә үкенмәй Ғәлим. Беренсе мәлдә, әлбиттә, еңел булманы. Ҡатыны менән ҡайыштарын нығыраҡ быуып, ең һыҙғанырға тура килде инде. Затлы кейемдәр, татлы аҙыҡтар онотолоп торҙо бер аҙға… Ярай ҙа, ата-әсәләре бар. Улар ебәргән ит, картуф бик тә ярҙам итә ине, асығып ултырған көндәре булманы, шөкөр. Ә хәҙер, ана, күҙ теймәһен, Ғәлимйәндең кибетен барыһы ла белә. Ҡышын бик йөрөмәһә лә, ҡара яҙҙан көҙгә тиклем ҡырмыҫҡа кеүек ҡайнай халыҡ. Хатта эргә-тирә ауылдарҙан килеп тейәнеп ҡайтып китәләр. Ҡала
ситендәрәк булыуы ла үткән-һүткән кешегә, йөк машиналарына бик ҡулайлы булды әле ул. Бер-нисә йыл элек, шул юлаусыларҙы күҙ уңында тотоп, кибеттең бер мөйөшөндә буфет та асып ебәргәйне Ғәлим. Ҙур тәҙрәләрҙән яңы бешкән тәмлекәйҙәрҙе күреп,тамаҡ ялғарға ингән кешеләр, буфетҡа барып еткәнсе, бөтә магазин аша үтеп, кәрәкяраҡ тултырып та өлгөрә. Был хәйләне аңлап ҡалған ҡырыҫыраҡ холоҡло Рәхиләһе: "
Ну йомро баш та инде һин! " - тип маҡтап та алғайны хатта.
"Шулай, зырылдап әйләнмәһәң, көтөрһөң донъя! Аллаға шөкөр, мин туплаған байлыҡ балаларға ғына түгел, ейәндәремә лә етер," - тип йылмайҙы Ғәлим.
Бөгөн йома, ҡатыны мунса яҡҡандыр, ҡайтып рәхәтләнеп ял итеп, аҙна башына яңы дәрт, көс йыйып килергә кәрәк.
- Ҡыҙҙар, дүшәмбегә тиклем! Бәйләнештә булығыҙ! - асыҡ ишектән ҡысҡырып ҡына хушлашты ла, күңелле мығырҙап, машинаһы яғына юлланды. Ултырып, инде ҡуҙғалып киттем тигәндә, ҡапыл:
- Ҡустым, бер яртылыҡ аҡса ташлап кит әле, - тигән тауышты ишетеп, туҡтарға мәжбүр булды кибет хужаһы.
Әйләнеп ҡарап, бысраҡ кейемдә, күп эсеүҙән шешенеп бөткән берәҙәк ирҙе күреп, танауын сирып ҡуйҙы. Ниңә ошо йәп-йәш, ағзалары теүәл кешеләр берәй эш табырға тырышмай, ҡорсаңғы ат хәлендә йөрөйҙәр икән, тип асыуы ҡыбырлай башлаған Ғәлим, өндәшмәй генә китергә ашыҡты.
- Баш сатнап килә, эшкәлеклек булһа ла бир, зинһар!
Тауышында өмөт ҡатыш ялбарыу ишетеп, кәҫә төбөнән бер нисә йөҙлөктө сығарҙы шулай ҙа.
- Мә, хәйер булһын. Түлке мынау эҫелә эсһәң - кәпис инде һиңә, ағай. Һыу һатып ал.
Кәнфит тапҡан балалай ҡыуанған ир:
- Әйттең тағы… Һыуҙы ни Таналыҡтан да һемерергә була ул! Йә, Алла ярҙамынан ҡалдырмаһын! - тип һөйләнеп, шарап магазины яғына юрғаланы.
Тауышы таныш һымаҡсы, тигән уй йылпылдап үтте Ғәлимдең башынан. "Алла ярҙамынан ҡалдырмаһын"... Кем шулайтып әйтергә ярата ине әле? Кем генә… Туҡта! Булмаҫ!
Машинаһының ишеген шап ябып, дәү кәүҙәһенә ҡарамай, еңел генә ҡыуып етте лә теге ирҙе Ғәлим, үҙенә ҡырҡа бороп, йөҙөнә баҡты.
Ҡурҡҡан ирекәйҙең һаҡалын күҙе менән "ҡырып" ташлап, ҡаш араһында өсөнсө күҙ һымаҡ һерәйеп торған ҙур ғына миңде лә күргәс:
- Да ну?! Зөфәр? Һинме ул? Кит әй, Зөфәр, һин дә инде! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Ҡаушаған ир, ни әйтергә белмәй:
- Мин шул… Ә һине танымайымсы, ҡустым… - тип мөңгөрләп ҡуйҙы.
- Ниндәй ҡусты булайым мин һиңә! Әй, кишер япрағы, һаман танымайһыңмы? Был бит мин, Ғәлимйән! Ну, курсташ?!
Бер ҙә эшләргә теләмәгән башын "ҡабыҙып" ебәрҙе шикелле ир кеше. Күҙен
секерәйтеп бер аҙ ҡарап торғас, ниһайәт, йүнле теше лә булмаған ауыҙын йырып ебәрҙе.
- Эйе шул! Ғәлим брат, һин икәнһең!
Егерме йыллап күрешмәгән ике һабаҡташ, бер-береһенең арҡаларын ҡаҡҡылап, ҡосаҡлашып алды. Уйламаған осрашыуға икеһе лә аптыраңҡырап ҡарашып торҙолар.
- Үәт яҫырғанһың әйкәйем, танырлыҡ түгел! Бында төпләндеңме? - тине ахырҙа Зөфәр.
- Эйе, өйләндем, өй һалып сыҡтыҡ. Был магазинды күрәһеңме? Минеке ул! Ике малай бар, үҫеп бөттөләр инде. Ә һин? Бигерәк бирешкәнһең түгелме… Үпкәләмә, бер бомж икән тип торам!
- Тәк те дөрөҫ әйттең… Бомж инде… Өйөм дә, ғаиләм дә юҡ хәҙер…
Кипкән ирендәрен ялап, күңелһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы Зөфәр. Ҙур йәшел күҙҙәрендә һыҙланыу ҙа, өмөтһөҙлөк тә сағылып китте. Кит инде, ҡасандыр шундай аҡыллы, һәләтле һабаҡташын ошо хәлдә күрермен тип һис уйламағайны Ғәлим! Һаман аптырауынан арына алмай, меҫкен генә булып баҫып торған Зөфәргә ҡарап:
- Мин һине сереп байып бөткәнһеңдер, йә иһә берәй арҙаҡлы ир булып киткәнһеңдер тиһәм… Ә һин… Нишләп бындай көнгә ҡалдың ул? - тип һорамай булдыра алманы.
- Эх, Ғәлимйән брат, оҙон әкиәт ул… Һин һорама, мин әйтмәйем, тигәндәй…
- Тәк… Әйҙә миңә ҡунаҡҡа, рәхәтләнеп һөйләшеп алырбыҙ, ҡасан тағы күрешәбеҙ әле.
Ғәлим, тәүәккәлләп, Зөфәрҙе еңбашынан эләктереп машинаһы янына алып китте. Яйлап, бызмырлап бара торғас, ризалашты ла буғай. Тик ҡыйбатлы "тимер атҡа" килеп еткәс, ҡапыл иҫенә төшөп:
- Ней… теге "аҡбашты" алып киләйем шулай ҙа… Бахмурҙан саҡ торам, - тип тағы магазин яғына боролдо.
- Ултыр, ултыр! Өйҙә барыһы ла бар, ағы ла, күге лә, - Ғәлим ҡунағы ҡасып китмәһен тигәндәй, ишекте аса һалды. - Минең бисәкәй ул яҡҡа ҡыҫмыр кәнишне… Артыҡ "тейәгәнде" күрһә шундай ҡараш ташлай, хатта эскән хәмерең ашҡаҙанға барып та етмәй, тамаҡта төйөлөп ҡала. Ярай, ҡунаҡ хөрмәтенә әҙерәк рөхсәт итер ул, - тип көлә-көлә йорто яғына елдерҙе.
Көнө буйы йыйылған хәбәрҙәрен һөйләргә тип йылмайып яҡынлаған Рәхилә, ире ҡапҡанан таныш түгел, меҫкен ҡиәфәттәге әҙәмде эйәртеп ҡайтыуына аптырап, туҡтап ҡалды. Ә уныһы, ҡашын өҫкә сөйөп, ҡәнәғәтһеҙ торған ҡатынына килеп, сикәһенән әп итеп алды ла, бер ни булмағандай:
- Таныш бул, минең дуҫ - Зөфәр. Әйҙә-әйҙә, үт, нишләп ҡапҡа төбөндә тапанып тораһың? Бына минең Рәхиләм, - тип таныштырып алды.
- Бик шат, - ҡунаҡ ҡулын һуҙҙы ла, уның бысраҡлығын күреп, кире тартып алды. - Һоо, донъяң шәп һинең, маладис!
Һабаҡташының өйҙө, баҡса яҡтарын һоҡланып ҡарағанына бигерәк маһайып китте йорт хужаһы.
- Ә кәк же! Тырышабыҙ инде. Мунса әҙерме, әсәһе?
- Әҙер, мин сайынып та сыҡтым инде.
- Бик һәйбәт. Өҫтәл әҙерлә әле, баҡсалағы беседкаға, - тип Зөфәргә ағас төбөндәге эскәмйәгә күрһәтте лә, өйгә инеп тиҙ генә өҫтөн алыштырып, мунсаға кереп китте.
Рәхилә, аптыраған ҡарашын уңайһыҙланып ултырған иргә ташланы ла, йүгермәләп бешкән ашын, тәм-томдарын ташый башланы.
Күп тә үтмәй, сафланып сыҡҡан йорт хужаһы, таҙа кейемдәр тоттороп, ҡунағын да мунсаға барырға ҡыҫтаны. Уныһы әллә оялып, әллә ҡурҡып, ризалашмай аҙапланы:
- Ҡуй, Ғәлим, ниндәй мунса ти инде… Шыпа хәлем юҡ, йә ятырмын башыма еҫ тейеп.
Ниһайәт, үҙенән тир, йыуылмаған тән, тағы әллә ниндәй еҫтәр сығыуы башына барып еттеме, саҡ риза булып, йыуынырға китте.
- Кит, нимә тип алып ҡайттың был ирекәйҙе? - тип төпсөнөргә кереште Рәхилә.
Ҡатынына ярҙам итеп маташҡан Ғәлим:
- Тороп тор, үҙең аптырарһың әле шундай кеше менән танышҡаныңа! - тип кенә ебәрҙе серле йылмайып.
- Нимәкәйе бар шул хәтле? Әллә берәй балта оҫтаһымы? - икмәген телә-телә Рәхилә, аңламайым, тигән төҫлө ирендәрен бүлтәйтеп ҡуйҙы.
- Эй, һиңә һаман балта, төҙөлөш… - ире көлөп ебәрҙе. - Минең курсташ бит ул,
физматта бергә уҡыныҡ. Беләһеңме, ҡушаматы ниндәй ине? "Күрәҙәсе", үәт. Бына нимә әйтә, шул дөрөҫкә сыға ла ҡуя торғайны. Ниндәйҙер алдан күреү, һиҙемләү тойғоһо бар уның. Интуиция тип әйтәйемме… Хатта имтиханда эләгәһе һорауҙарҙы яҡынса әйтә ала ине. Мин уның менән кәңәшләшмәйенсә юлға ла сыҡмай торғайным!
Күпме бәләнән алып ҡалды инде…
- Шулай уҡмы ни? Һм… Ҡарап тороуға әйтмәҫһең дә…
Йыуынып, размеры ҙур булһа ла, таҙа кейемдәр кейеп, алһыуланып килеп сыҡҡан Зөфәр ҡәҙимге кешегә оҡшап ҡалған икән, юғиһә. Тик һулыған сикәләре, шешмәкләнгән күҙҙәре генә уның эскесе икәнен күрһәтеп тора.
- Әйҙә-әйҙә, ултыр, аш һыуый, иткә үрел, - тип ҡаршы алды хужабикә.
Аш-һыуҙан һығылып торған өҫтәл янына килеп ултырғас, күптән инде йүнләп ашамағанын иҫләтеп, ҡорһағы һурып көтөрләп ебәрҙе. Ғәлимдең ниҙер һөйләүенә бик иғтибар итмәй, "эйе шул" тигәнде аңлатып баш һелкеп, инәлтмәй генә ҡабаланып ашарға кереште ул. Барыһы ла шундай тәмле, хуш еҫтәр бөркә! Уныһын-быныһын өҫтө-өҫтөнә ҡапҡылап ашағанын күреп, Рәхилә баланы йәлләгән һымаҡ ҡарап ҡуйҙы.
Ғәлим дә, ҡунағының ҡарһаланып тамаҡланғанын күрмәмеш булып, көлөп, хәбәрен теҙҙе.
- Рәхиләгә һөйләп тә алдым инде, һинең ябай түгеллегеңде. Торғаны бер кадр инең бит! Кешене үтәнән-үтә күреп, ярып һалып әйтә лә ултыра торғайның! Иҫләйһеңме, Рәсих менән һуғышҡаныңды?
- Иҫләйем, - тип яуап ҡайтарҙы Зөфәр, көйшәнә-көйшәнә.
Ғәлим, ҡатыны яғына боролоңҡорап дауам итте.
- Ятаҡта йәшәгәндә булды әле ул. Теге егет үлеп ғашиҡ булған да, "күрәҙәсе Зөфәргә" килгән, мөхәббәт объекты тураһында белергә инде… Эй ауыҙ һыуы ҡороп маҡтаған була, фотоһын да күрһәтеп алды. Ә Зөфәр ҡарап торҙо ла: "Кит, йөрөмә был фәхишә менән," - тип кенә ебәрҙе. - Рәхиләнең яурынына еңелсә төртөп ҡытҡылдап алды Ғәлим. - Егетебеҙ ғәрләнеп китеп бер тондорҙо, Зөфәр яуап бирҙе һәм китте һуғыыш!
Саҡ айырып алдыҡ! Аҙаҡтан килеп, ғәфү үтенеп йөрөнө, ысынлап та "төнгө күбәләк" булып сыҡҡан һөйгәне.
- Ә һин төптән йыуан практик булдың. - тине Зөфәр. - Башҡалар фәлсәфә һатҡанда, һин - килеп сығамы-юҡмы, ҡулың менән тотоп эшләр ҙә ташлар инең. Кешегә һүҙ менән түгел, ә эш менән ярҙам итергә тырыштың. Хатта Өфөлә күбәйеп киткән ялған "инвалидтарға", һоранып торған хәйерселәргә барлы-юҡлы стипендияңдан өлөш сығарып аптыраттың бит! Эскерһеҙлегең, кеше йәнлелегең ҡурҡыта ла, һоҡландыра ла ине мине.
- Хәҙер ҙә шулай ул, - Рәхилә иренә яратып ҡарап алды.
- Бер шулай паркта ултырабыҙ һөйләшеп, һыу эсеп. Көн үлтереп эҫе инде, - Зөфәр иҫтәлектәргә төшөп китте. - Ҡаршылағы эскәмйәгә ҡыҙҙар килеп ҡунды. Береһенән береһе матур аҫыл ҡоштар, сырҡ-сырҡ көлгән булалар. Беҙгә лә ҡарап-ҡарап алалар. Мин ултырам ауыҙым ҡолағыма етеп, шундай матурлыҡҡа иҫем китеп.
Ҡапыл берәүһе мыяулап килгән бесәйҙе тотоп алып сөсөлдәргә кереште. Шунда
Ғәлим ҡарап-ҡарап торҙо ла, кеҫәһенән бәкеһен сығарып, төбөндә һыу ҡалған пластик шешәне киҫеп һауыт яһап, китте тегеләр янына. "Бик йәлләгәс, һыу бир, нимә шыртылдығы сығарып һыйпайһың? Ана бит, ауыҙын асып саҡ тын ала!" - тип шелтәләп ҡуйҙы… Бына шулай, мин ҡыҙҙарға тексәйгәндә, ул бесәйҙе йәлләп ултырған!
Өсөһө лә рәхәтләнеп көлөшөп алды. Һүҙ артынан һүҙ эйәреп, хәтер һандығынан тағы әллә нисә ваҡиғаны һөйрәп сығарҙылар. Туйғансы ашап биттәре алһыуланып киткән хикмәтле ҡунаҡҡа Рәхилә лә икенсе күҙҙәр менән ҡарап ҡуйҙы. Бына ниндәй икән иренең һабаҡташы!
- Аҡыллым, ниңә ҡоро ғына ултырабыҙ? Алып килә әле берәй мәйеңде, - тине устарын ышҡып, тамам күңелләнеп киткән Ғәлим.
- Ниндәйен?
- Теге Мәскәүҙән алып ҡайтҡанын!
Бик теләмәһә лә, иренең һүҙен йығырға ҡыймай, яйлап баҫып өйгә инеп китте ҡатыны.
Ҡыйбатлы шешәне Ғәлимйәнгә тотторғас, шартына килтереп, виски өсөн махсус штофтарын да теҙҙе.
- Бына 13 йыллыҡ тигәнен тәмләп ҡарайыҡ әле. Шунса ваҡыт ҡайҙа тотҡандарҙыр, - йорт хужаһы көлөмһөрәп асырға тотондо.
- Ҡана, ҡарайым әле, - тине ҡапыл Зөфәр. - Оо, был бит ыҫланған арпа солодынан эшләнгән ҡыйбатлы виски! Йылына бер нисә мең берәмек кенә сығарыла. Ҡайҙан ҡулға төшөрҙөң? - Әйләндереп-тулғандырып ҡарап, һоҡланыуынан хатта һыҙғырып ҡуйҙы.
- Мәскәүгә барғанда алғайным, - тине маһайып киткән Ғәлим.
- Күп һалма, араҡы һымаҡ шабырлатып һемереп булмай ул аны. Яйлап ҡына эсһәң ҡара ҡарағат, өрөк тәмдәре килә… Рәхилә, йыйып ҡуй, берәй түрәләр килгәндә сығарырһың. Минең ауыҙ лайыҡ түгел инде бындай затлы эсемлеккә. Зөфәрҙең ҡылығына аптырай биргән Рәхилә, иренә "ялп" итеп ҡарап алды ла, бик яҡшы, тигән ҡиәфәттә шыйыҡсаны әҙ генә һалып биреп, ҡупшы шешәне йәшереп тә ҡуйҙы.
Икеһе лә ят эсемлекте еҫкәй-еҫкәй ауыҙ иткәс, Ғәлим, артынан ит ҡабып ебәрҙе лә:
- Бер ниндәй ҙә өрөк тәмен тойманым тойоуын, ну ҡатыы, - тип йылмайҙы.- Ҡара әле, һин дә буржуйҙарҙың "сәмәйенең" әтнәкәһен беләһең икән.
- Һии, ваҡытында Шотландиянан, Ирландиянан тура заказ яһап алдырып ята
торғайным рестораныма!
Нурланып киткән йәшел күҙҙәргә ҡарап, яңылыш ишетмәнемме, тигәндәй:
- Ниндәй рестораныңа?! - тип аптыраулы тауыш бирҙе Рәхилә.
Бер-береһенә ҡарашып ҡуйған йорт хужалары уға ышанмағанын аңлап, күңелһеҙләнеп китте Зөфәр. Шулай инде, эскесе һүҙҙәрен кем ысынға алһын!
- Ошо ерҙән ентекләберәк һөйләп ебәр әле, брат. Ниндәй ресторан? Ҡайҙа? - тине ахырҙа Ғәлим, был һүҙҙәрҙең айышына төшөнөргә теләп. Һабаҡташының алдай белмәгәнен яҡшы иҫләй ул.
Зөфәр бер нөктәгә текләп оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла, ҡыйбатлы эсемлекте эсеп, еңен еҫкәп алды. Ниһайәт, уның һүҙен көтөп, тынып ҡалған дуҫтарына өндәшергә мәжбүр булды:
- Эх, Ғәлимйән, минең дә ҡойроҡто һыртҡа һалып, Наполеондарса пландар ҡороп, эре генә йөрөгән ваҡыт бар ине шул… Һинекенән дә ҙурыраҡ йортом, үҙ эшем… Хәҙер инде икенсе тормошта булған кеүек.
- Һөйлә, - тип кенә ҡуйҙы Ғәлим. Хатта яҡыныраҡ шылып ултырҙы.
- Нимәһен һөйләйһең инде аның… Теге русса әйтем бар бит әле, "Клин клином
вышибают", тигән… Һеңгәҙәтә, ялпаштыра һуға торған "клинға" тап булдым мин, - тип бошонҡо ғына башланы ул. - Университет бөткәс, бөтә донъя аяҡ аҫтында һымаҡ ине.
Юғары белем бар, дәрт бар, баш геүләп эшләп тора, етмәһә Хоҙай биргән һәләтем һәр саҡ ярҙам итә. Тоттом да Себер яҡтарына сығып киттем. Улай һуғылып, былай ҡағылып йөрөй торғас, Төмән ҡалаһында төпләнергә булдым. Кредиттарға бата-бата бер егет менән бәләкәй генә тиҙ туҡланыу нөктәһе асып ебәрҙем. Һәр ваҡыт ҡабаланған эшсе халыҡҡа, йәштәргә бик тә хуш килде минең идея. Көнө-төнө ял белмәй эшләнем, үҙем ас йөрөһәм йөрөнөм, әммә кешеләрҙе ашаттым. Яйлап плюсҡа
сығып, штатты ла күбәйттем ваҡыт үтеү менән. Ике йыл өйрөлә торғас, яңы үрҙәр яулайһы, ҡулда ҡалыныраҡ аҡса йомарлағы килде. Киңәйеп, нөктә урынлашҡан йорттоң беренсе ҡатын тотошлай арендаға алып, кафе-ресторан асып ебәрҙем.
Ҡәҙимге эшләп киттек, халыҡ та өйрәнеп өлгөргән ине беҙҙең аҙыҡҡа. Кеше лә, аҡса ла йылға булмаһа ла, шишмә кеүек аға башланы. Ике бүлмәле фатир, ҡыйбатлы машина алып, үҙемде Алланың ҡашҡа тәкәһе кеүек тойоп, маһайып йөрөйөм инде!
Шулай булмай - минән аҡыллы, отҡор, шәп кеше бармы ни! Эх… Ә Хоҙай Тәғәлә: “Тороп тор әле, ҡолом!” - тигәндер инде…
Бер көн шулай, кабинетымда ҡабаланмай ғына ҡағыҙҙарҙы ҡараштырып ултырғанда ҡунаҡтар залында ниндәйҙер шау-шыу ҡолаҡҡа салынып ҡалды. Администратор ыҙғышты һүндерер тип көтһәм дә, тауыш көсәйә барғас, сығып ҡарарға булдым.
Бер өҫтәл артында унлаған үзбәк ултыра. Нимәлер оҡшатмай, ҡулдарын болғайболғай ҡысҡырышалар. Араларындағы йәш кенә ҡыҙ айырыуса ҡыҙып әрләшә, тәрилкәләге былауҙы шефтың танауы аҫтында һелкеп-һелкеп ала.
- Что не так? Не понимаю! - тип Алексей тигән ашнаҡсым аҡланып маташа, ҡыҙарынып бөткән.
Был әрепләшеүҙе тыныс ҡына баҫыр өсөн былауҙарын икенсе тәм-томдарға
алыштырып, туйғансы сәй эсереп, аҡса алмай, күңелдәрен күреп оҙатып тороп ҡалдым. Ә теге ҡыҙыҡай, сығып барған еренән кире боролоп килеп:
- Хәзәин? - тип һораған булды, ресторанға ҡулы менән ымлап.
- Эйе, - тием ҡуҡырайып китеп. Аңлашылды, тигәндәй башын һелкеп, йылмайып ҡул болғаны ла, туғандары артынан йүгереп китте сибәркәй.
Шул көндән алып йыш ҡына килә башланы үзбәк ғаиләһе. Башҡа ыҙғыш
сығарманылар сығарыуға, ипле генә һөйләшеп ашап-эсеп йөрөнөләр. Аҙаҡтан инде теге ҡыҙ яңғыҙы ғына килә башланы. Уның йылмайып, оялсан ғына ҡараш ташлауын күреп, үҙем дә һиҙмәнем янына ултырып, һөйләшеп киткәнемде. Русса-башҡортсаүзбәксәне ҡушып, аңламаған ерҙә ҡул менән ымлашып, ахмаҡ һымаҡ хихылдашып ултырғанды күрһәгеҙ! Исеме Дилноза булып сыҡты, яңыраҡ килгән икән ҡалаға.
Тора-бара, көндәрем уны ғына көтөп үткәнен абайлап ҡалдым. Ресторан ишегенән зифа һынды күреү менән, оса яҙып янына йүгерәм. Килмәгән саҡтарында кәртәнән сыға алмаған айғыр һымаҡ тулап, ҡул аҫтына эләккән барыһын да битәрләп, енләнеп йөрөйөм инде. Ҡыҫҡаһы, тамам аҡылдан яҙҙырҙы бит был Дилә! Иң ғәжәбе, кешене асыҡтан-асыҡ күргән мин - уны бөтөнләй төҫмөрләй алмайым. Тырышып зиһенемде
егеп ҡарайым - булмай. Ниндәйҙер ҡара стена торған һымаҡ. Уның минән дә көслө шәхес булыуын, кеше ихтыяры менән уйнай белеүен, миңә ҡаршы барьер ҡуя алыуын хәҙер генә аңлайым… Ә ул саҡта инде… мөхәббәттер, тип иҫереп йөрөй бирҙем.
Әлбиттә, эш өйләнеүгә килеп терәлде. Һөйөүҙән күҙем тоноп, йәш кәләшемде фатирыма күсереп алып ҡайттым. Тәүҙә ғаилә тормошо насар булманы. Аш-һыу бешерергә оҫта, нәзәкәтле ҡатыным бик тә оҡшай ине миңә! Бөтмәҫ туғандары бер туҡтауһыҙ килеп аптыратһа ла, бик иҫем китмәне, тарһынманым да. Ҡыҙыбыҙ тыуғас,
донъям бигерәк матурланып, түңәрәкләнгәндәй булды. Алтынға, аҫыл таштарға күмдем мин уны. Бөтә биҙәүестәрен бер юлы кейеп йөрөүе, ҡайсаҡ йоҡлағанда ла һалмауы - эй ҡыҙыҡ тойола ине! Ярай, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре шулайҙыр, тип көлдөм генә.
Ҡатыным әкренләп, минең ярҙам менән ярайһы уҡ русса һупаларға өйрәнеп алды.
Тағы бер ҡыҙ тапҡандан һуң күберәк аҡса, алтын таптыра башланы. Ә мин ҡаршы түгел, ниңә, аҡса етәрлек! Уны ла, ҡыҙҙарымды ла тәтәй итеп кейендереп, биҙәп алып йөрөнөм. Ҡәйнәмде лә, апай-һеңлеләрен дә онотмайым - байрам һайын ҡиммәтле бүләк.
Фатир тар, коттедж кәрәк, тип ауыҙ асты Дилә бер көнө. Мин дә уйға ҡалдым. Ысынлап та, ҙур өйөң, балаларға йүгереп йөрөргә баҡсаң булһа ҡайһылай рәхәт! Күп тә үтмәй, ҡала ситенән ике ҡатлы коттедж алып ебәрҙем ипотекаға.
Бөтәһе лә һәүәтемсә ине… Ләкин мин яйлап эскегә бирелдем ниңәлер… Бөтә тәнемдә аңлата алмаҫлыҡ ауырлыҡ, ә йөрәгемдә бушлыҡ тоя башланым. Диңгеҙҙәргә,курорттарға барып ял итеп ҡайтҡан да булды. Арыу, бошоноу тойғоһо китмәне… Тик хәмер һемергәндә генә әҙерәк баш ял иткәндәй. “Бигерәк күп эшләйһең, ипотека тип ҡайғыраһың", - тип йыуатҡан булды Дилә. Ҡарап тороуға үҙе бер фәрештә инде! "Ауылыңдағы өйҙө һат, бурысың күпкә кәмер", - тип мейене сүкей башланы. Атайҙан ҡалған өйҙө әйтә инде, унда әсәйем бер үҙе генә йәшәп ята ине. Нимәһе менән ҡамасаулағандыр ул йорт! Бөтөнләй Башҡортостанын онотһон, бер нәмә лә саҡырып тормаһын, тигәндер инде! Шулай итеп, мин дүрәк ҡайтып киттем өйҙө һатырға, йән киҫәгемде тыңлап. Уға тешем үтмәһә лә, мине өҙөлөп яратҡан әсәйемде бик тиҙ күндерә алдым… Ғаилә ҙур, сығымдар ҙа күп, йәнәһе.
Эхх… Өлкән ағайымдың тупһаһында өндәшмәй генә, йәш тулы күҙҙәре менән ҡарап тороп ҡалды әсәкәйем…
Зөфәр ҡул һырты менән күҙ йәштәрен һөртөп, ыңғырашып ҡуйҙы. Штофының төбөндәге хәмерен күтәрә эсте лә, устары менән битен ҡаплап әрнеүенә түҙмәй, һыҡтап-һыҡтап алды.
Эңер төшөп, киске һалҡын йәйелгән баҡсаға. Өтөп алып барған эҫенән ҡотолған ағастар, ҡоштар ниһайәт, иркен тын алып ҡалғандай… Иләҫ ел еңелсә өшөтһә лә, өйгә инергә ашыҡманы хужалар. Рәхилә сәйнүген яңыртып ҡуйҙы ла, ҡунаҡҡа шунда элеүле торған куртканы һуҙҙы. Үҙе йоҡа одеал алып, Ғәлим менән бөркәнеп ултырҙы.
- Тимәк һинең ҡатының, ике балаң бар? Ҡайҙа һуң улар? - тип ниһайәт тынлыҡты боҙҙо ул, иренә һыйынып.
- Ҡайҙа булһын, һин дә мин йәшәп яталар Төмәндә, - тине күңелһеҙ генә Зөфәр. - Балаларым да дүртәү инде. Йыл һайын тигәндәй табып, күбәйтеп ебәрҙе шулай. Ә минең хәлдәр хөртәйҙе генә. Ныҡлап эсә башланым. Үҙемде ҡулға алырға тырышам, килеп сыҡмай. Әле лә сыҡмай!
Ун йылдан артыҡ торҙоҡ бергә. Дилә, яйлап, туғандарын ресторандың бөтә
тишектәренә урынлаштырып бөттө. Үҙе лә, әйләнгән һайын, йә “һин арығанһың”, йә “һин эскәнһең”, тип етәкселек дилбегәһен ҡулына алды. Әкренләп, балаларыңды уйла, эсәһең, һаулығың да бик шәптән түгел, тип булған мөлкәтте үҙенә, балаларға яҙҙырҙы.
Донъя хәлен кем белә, йәнәһе… Ә ипотека бөткәс инде, бөтөнләй ҡыйыуланып китеп, айырылышырға тәҡдим итте. Эскесе, башы йүнләп эшләмәгән кеше менән йәшәй алмай икән ул! Мал бүлешеп йөрөмәһәң, алиментҡа бирмәйем, тип кенә ебәрҙе…
Бына шулай ярыҡ кәритә янында ҡалдым мин… Айырылышҡандан һуң бер нисә ай һөйрәлеп эсеп йөрөнөм дә, тыуған яҡҡа ҡайтып китергә булдым. Әсәйем вафат булһа ла, туғандар бар. Ғәзиз еркәйем көс бирер тип уйланым…
Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алманы, әлбиттә. Һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ көйө… Кемгә кәрәк таушалған, эсергә яратҡан ир?
Шулай… эләгеп-һарҡып, ҡайҙа эшсе ҡулы кәрәк - шунда йөрөп ятыуым һаман да.
Бына һин һәләтемә һоҡланаһың, Ғәлим. Юҡҡа сыҡты ул эсә башлағас та… Ҡасты Хоҙайҙан бирелгән илаһи нур…
Ишеткәндәрен йөрәктәренән үткәреп, аптырашып ултырҙы хужалар. Ахырҙа,
ышанырға теләмәгәндәй, Рәхилә:
- Нисек инде, үҙ көсөң менән йыйған донъяны ташлап сыҡ та кит имеш! Һинең дә өлөшөң барҙыр бит!
- Ысынлап та, ниңә юристар яллап даулашманың? - Ғәлим дә ҡатынының һүҙҙәрен ҡеүәтләп алды. - Нисек шулай һуғышһыҙ ғына бирештең һуң? Һинең өйөңдә туғантыумасалары менән, тотош табор булып рәхәтләнеп йәшәп яталарҙыр әле хәҙер - Йәшәһендәр… - тине тын ғына Зөфәр. - Унда минең балаларым да бар бит. Улар етеш йәшәһә - минең дә күңел тыныс. Донъя малын бүлешеп, ыҙғышып йөрөгән әҙәм
булып ҡалғым килмәй иҫтәрендә. Һәм тағы… Үҙемде тәккәбер тотоп, әллә кемгә ҡуйып, Алланың биргән һәләтен изгелек өсөн түгел, тик байлыҡ туплау өсөн тотонғаныма яза итеп ҡабул иттем инде был хәлде…
Рәхилә тороп, бөтәһенә лә ҡайнар сәй яһаны ла, ҡунағаның алдына тәм-томдарын этте.
- Һин аша әле, Зөфәр, бөтөнләй ҡапҡыламайһың, - тип ҡыҫтаны. - Ярай, ул ҡатындан уңмағанһың, ниңә тағы бәхетеңде һынап ҡарамайһың? Яңғыҙ ҡатындар әҙме ни?
Зөфәр күптән ҡырылмаған эйәген ыуалап ултырҙы ла:
- Күңел ятмай берәүгә лә, - тине ауыр һулап. - Ҡатын-ҡыҙға ҡарағым да килмәй. Үҙем аңлайым, әле ҡарт түгелмен, оя ҡороп маташҡанда була… Тик ниңәлер аралашырға теләгем дә, хәлем дә юҡ. Тормоштоң бер ни ҡыҙығын да, мәғәнәһен дә тапмайым, дөрөҫөн әйткәндә…
Рәхилә аптыраңҡырап ҡарап ҡуйҙы ҡаршыһында ултырған иргә. Төшөнкөлөккә бирелгәндәрҙе яратмай ул. Бәләкәй сағынан тоҙһоҙ һүҙ һөйләп, толҡа тапмаған кешеләрҙән арыраҡ йөрөргә тырыша. Йәлләмәй ҙә, аҡыл да өйрәтеп маташмай, һәр кемдең үҙ башы, тип ипләп кенә аралашыуҙы туҡтатыуҙы хәйерлерәк күрә. Шулай ҙа
иренең йәшлек дуҫы, һабаҡташы булған был хикмәтле Зөфәргә әҙерәк ярҙам итеү теләге ҡыбырлап ҡуйҙы.
- Дүрт бала атаһы булып, шундай хәбәр һөйләп ултырғаныңа аптырайым мин, - тине ул ахырҙа. - Бөйөк пландарың, хыялдарың булғандыр ҙа ул… Тик әллә ниндәй юғары мәғәнәләр артынан ҡыуып, ғүмереңдең үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалыуың бар. Минеңсә, йәшәйештең мәғәнәһе - балаларҙың яҡшы хәтирәһе булып ҡалыуҙа ғына. Бер уйлаһаң, ябай ҙа һымаҡ. Әммә был маҡсатҡа ирешеү өсөн лайыҡлы йәшәр кәрәк бит әле…
Сиңерткәләр сыҡырлауын, япраҡтар ҡыштырлауын тыңлап, төн уртаһы ауғансы һөйләшеп ултырҙы улар. Зөфәргә дуҫтары янында рәхәт тә, үҙәк өҙгөс моңһоу ҙа ине.
Йылы ҡараштарын ташлап, бер-береһенә һыйынып ултырған Рәхилә менән Ғәлимгә көнләшеү тойғоһо уяна биреп ҡуйҙы хатта. Бар бит шундай бәхетле парҙар…
Ниһайәт, арып, хәбәрҙәре бүҫкәреп ҡалғас, ирҙәрҙе серләшергә үҙҙәрен генә
ҡалдырып, Рәхилә йоҡларға инеп китте.
- Ҡарале, Зөфәр, әйҙә миңә эшкә, - тине ҡапыл Ғәлим, башына килгән уйына үҙе һөйөнөп. - Тегендә-бында шабашка эҙләп сабып йөрөгәнсе, бер ерҙә эшләһәң, үҙеңә лә яҡшы бит. Әлегә йөк ташыусы булып, ә аҙаҡтан бер нәмә уйларбыҙ. Әйҙә?
- Эй ҡуйсы, ышанысһыҙ әҙәм ул мин, - ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы Зөфәр. - Йә эсеп сығалмай ятырмын… Ғәлим, бөткән кешемен бит инде… Һинең дә, ҡатыныңдың да өгөт-нәсихәттәрен ишеттем, әммә үҙемдең тотанаҡһыҙлығымды яҡшы беләм…
- Ну, проблемаң эсеүҙә генә булһа, таныш нарколог менән һөйләшә алам.
Дуҫының ярҙам итеү теләгәненән эсенә йылы йүгереп, рәхәт булып китте Зөфәргә.
Һаман да шул Ғәлим! Йылдар ҙа, ауырлыҡтар ҙа холҡон бер нисек үҙгәртә алмаған.
Тик… Бик рәхмәтле булһа ла, дөрөҫөн әйтеү хәйерлерәк. - Юҡ, Ғәлимйән, булмай минән. Ул дауаланыуҙарға күпме йөрөнөм инде. Төймәләрен
дә услап эстем, уколдар ҙа ҡалманы. “Торпедаларын” үҙем соҡоп алып ташлаған ваҡыттар ҙа булды… Семтем дә файҙаһы юҡ!
- Улай икән…- йорт хужаһы кәйефе ҡырылһа ла һыр бирмәҫкә тырышты. - Әллә теге…
Әбейгә алып барайым атыу, - тип көлөмһөрәне.
Зөфәрҙең үпкәләүле ҡарашын күреп, уңайһыҙланып киткән Ғәлим, аҡланғандай, ашығып дауам итте.
- Һин уйлама, мин үҙем дә әпсен-төпсөнгә бик ышанмайым. Тик беләһеңме… Бер егет шул имсегә барып ҡайтты ла, сразы кем әйтмешләй, "аяҡ кейемен алыштырып кейҙе".
Грамм ҡапмай хәҙер, донъя көтәм тип йәбешеп ята. Нимә ярҙам иткәндер, теге ҡортҡамы, ихтыяр көсөмө… Аптырағандан әйтәм дә…
Уйсанланып, тынып ҡалған Зөфәр, бергилке эйәген ыуалап ултырҙы ла, ниндәйҙер үтә әрнеүле тауыш менән:
- Ә ниңә? Барам, - тине ҡапыл.
Уның шулай кинәт кенә ризалашыуына Ғәлим тертләп китте хатта.
- Ысынмы? Бараһыңмы? Туҡта, мине үпкәләтмәйем тип кенә осоп төшөп ултырма әле!
Унда бит… Нисек әйтергә… Үҙеңдең ныҡлы теләгең кәрәк!
- Теләк бар инде ул! Район буйлап эш, тамаҡ эҙләп йөрөүе анһат тиһеңме? Ялҡытты!
Бәлки ярҙамы тейер, ә?
Өмөт сатҡылары сағылып киткән йәшел күҙҙәргә ҡарап, ялған ышаныс биреүҙән ҡурҡһа ла, уның ыңғайға килеүенә һөйөнөп:
- Бик яҡшы, бик мәслихәт улайһа! Иртәгә иртүк юлға сығабыҙ! - тип өҫтәлгә шап һуғып та ҡуйҙы йорт хужаһы.
Алдына алғанын урынына еткереп эшләргә өйрәнгән Ғәлим. Таң һарыһынан тороп, "гонаһтарымды эләктереп индермәйемсе", тип верандала йоҡлап ятҡан Зөфәрҙе сәй эсереп, "тейәп" сығып та китте.
- Һай-һаай… Бик тәфсирләп, үҙ эшен белеп әтмәләгәндәр бит был егетте. Бөтөнләй быҙауға әйләндергәндәр! Күптән күргән юҡ ине ундай "таһыллыҡты"!
Аҡ яулыҡлы бәләкәй генә ҡарсыҡ баш сайҡап, тағы бер-нисә көн килергә ҡушҡас, йөҙө көлһыу төҫкә инеп ашай ҙа алмаған дуҫын йәлләһә лә, тағы шул юлды тапарға мәжбүр булды Ғәлим.
- Уй Аллам, үләм инде, - хәле бөткән Зөфәр еңелсә ҡаршылашһа ла, төрлөсә йыуата-йыуата әбейҙең бөтә фармандарын бер һүҙһеҙ үтәй барҙы ул.
- Йә, ниндәй пландарың бар? - тип һорай ҡуйҙы Ғәлим ҡунағынан, имсе әбейҙең "терапияһынан" һуң. Дүртенсе көн бында ятыуына уңайһыҙлана башлаған Зөфәр ҡапыл да ни әйтергә лә белмәне. Ҡайҙа барырға? Ни эшләргә хәҙер? Иҫереп онотолған ваҡытта юҡҡа сыҡҡандай бушлыҡ йәнә бөтә булмышын ялмап алды.
- Баш сәпсим эшләмәй әле ул… Иң тәүҙә ауылдағы өйҙө ҡайтып күрәһем килә. Нисә йыл инде төштәремә кереп йөҙәтә. Бәлки бағаналарын ҡосаҡлап бер илаһам, ебәрер шул һағыш…
Ҡарашында йыһан киңлегендәй бушлыҡты абайлап, Ғәлим тетрәнеп ҡуйҙы. Юлдан тайпылмаҫҡа, тормошона йәм индерергә көс табырмы һабаҡташы? Әллә бер аҙҙан тағы Баймаҡ урамдарында һоранып йөрөгән Зөфәрҙе осратырмы? - Һуң әйҙә, барып киләйек, - тине ул ҡапыл, гүйә үҙен генә ебәреүҙән ҡурҡып. - Тыуған ауылыңды ла күрһәтерһең бер юлы.
- Ҡуй, былай ҙа күпме ваҡытыңды алдым, мәшәҡәтләнмә, - Зөфәр уңайһыҙланып тапанып торҙо ла, яйлап ҡапҡа яғына йүнәлде.
- Мин бит байға бил бөкмәйем, үҙ-үҙемә эшләйем. Теләгән көндә ял итәм, әйҙә киттек,
- Ғәлим дә бирешергә теләмәгәндәй, һөйләнә-һөйләнә артынан эйәрҙе.
Күңеле бер аҙ күтәрелеп, юҡты-барҙы һөйләп килгән Зөфәр, бәләкәй саҡтан йүгереп үҫкән ерҙәргә боролоп, ауылдан бер аҙ ситтәрәк, урман эсендә ултырған, буяуҙары уңып, бер яҡҡа ҡыйшайыңҡыраған өйгә яҡынлашҡас, тынып ҡалды. Емерек ҡапҡа, һурып алынып бөткән ҡоймалар, мал тапамағандан ҡотороп үҫкән кесерткән-дегәнәк…
Бындай уҡ ташландыҡты көтмәгән Ғәлим дә, дуҫына ҡаушаған ҡараш ташлай-ташлай килеп туҡтаны.
- Берәү ҙә йәшәмәй, күрәһең, - тигән булды ул, ни әйтергә белмәй.
Семәрләп-һырлап эшләнгән, ҡасандыр бик маһайып торған, ә хәҙер ҡарт бабайға оҡшап шымтайып ҡалған ҡапҡаны шығырлатып асып, һаҡ ҡына эскә үттеләр. Бында ла шул уҡ йән әсеткес күренеш ине. Емерек кәртә-ҡураны, ҡырағайланған баҡсаны күҙәтеп аптырашып байтаҡ торҙо ике ир.
- Һоо, ҡунаҡтар килгән дә баһа! Кем булаһығыҙ, ҡайҙан?
Тупһанан өтәләнеп төшөп килгән хужа күренде ҡапыл. Таушалған, ҡыҙарған йөҙөнә ҡарағанда уның да Зөфәр кеүек шешә яратыусы икәне күренеп тора.
- Әлдә магазинға сығып китмәгәнмен! Ғәфүр булам, ни йомош? - ҡуш ҡуллап
күрешергә керешеп китте ул.
- Ғәлимйән.
- Бәй, Зөфәр ҡустым, һин икән! Нимә, тыуған йортоңдо һағынып килдеңме әллә? - йылмайып ҡулын һуҙған ирҙе ҡапыл этеп ебәрҙе Зөфәр.
- Һин! Ни хәлгә ҡалдырғанһың донъяны?! - әрнеүле тауыш менән ҡысҡырып өндәште ул. - Артыңдан килмәгәс, ниңә алдың? Берәй йәш ғаилә килеп йәшәһә, гөрләп торор ине был йорт!
- Ә минән башҡа кем алыр ине урман уртаһындағы өйҙө? Рәхмәт әйтер урынға… - елкәләренә тиклем ҡыҙарынған хужа ла һөжүмгә күсте. - Иҫләгән икән берәү! Әсәңде ҡыуып тигәндәй сығарып, ашыҡ-бошоҡ, ҡараҡ һымаҡ һатып китмәнеңме ни һин?
- Ах, йолҡош! - Зөфәр йоҙроҡтарын төйнәп яҡынланы.
- Йолҡош тип, ә һин кем? Ишеттем инде, туже так себе икәнеңде! Минең мына өйөм бар, бисәм дә бар, эйе! Ә һинең нимәң бар?
Ике ир, ҡапыл ярһып китеп, көҙгө әтәстәрҙәй бер-береһенең яғаһына килеп йәбешкәс, аптыраңҡырап торған Ғәлим, айнып киткәндәй булып, араларына кереп айырып алырға мәжбүр булды.
- Йә, ярай, етте-етте, егеттәр! Булды! Ғәфүр ағай, ғауғалашырға килмәнек ул беҙ. Һатырға уйығыҙ бармы?
Ҡапыл да тыныслана алмаған хужа, аңламағандай, тышылдап торҙо ла, ласҡылдата төкөрөп, тәтелдәп алып китте:
- Әйтеп торам бит, кем алһын аны? Ҡышын көрт йырып сығып булмай, йәйен бөжәкмөжәк ҡаҡшата. Кит, кеше урман эсенә өй һаламы! Ярай әле үрге остағы Хәмдиәлә ятам күбеһен, унан магазинға яҡын. Дауна дөңкәйер инем атыу… Ә… нимә, әллә алыусы бармы?
Аҡса еҫен һиҙеп, тарамыш ирҙең күҙҙәре ялтырап, тауыштары йомшарып китте.
- Әллә үҙең алырға итәһеңме, ҡустым?
- Күпме һорайһың һуң?
- Аһ-аһ, һөйләшербеҙ хаҡын ни… Эйе баяғы…
Ирендәрен ялап, ҡапыл юғалып ҡалған Ғәфүрҙе этә биреп, Зөфәр һораулы ҡарашын дуҫына йүнәлтте.
- Ғәлим, һин нимә?
- Тороп тор. Күпме тинең шул, Ғәфүр ағай?
Инде хыялында бер ус аҡсаны ҡыштырлатып иҫәпләгән ир, ҡалтыраған тауыш менән алты нулле хаҡты сәпәп әйтеп тә ҡуйҙы. Ундай уҡ ҡомһоҙлоҡто көтмәгән Ғәлим, ҡаштарын сөйөп, көлөмһөрәп һыҙғырып ебәрҙе.
- Куркуль! Жук! - сығырынан сыҡҡан Зөфәр, йоҙроғон болғап ауылдашының өҫтөнә менеп китә яҙҙы. - Биш тингә алып, хәҙер дөйә хаҡы һорап тораһың, оятһыҙ!
- Һораһа ни! Мин хужа мында!
Тағы эләгешеп китмәһендәр тип, Ғәфүрҙе ситкәрәк алып китеп, сауҙагәр оҫталығын эшкә егеп, яйлап һүҙен башланы Ғәлим.
- Ғәфүр ағай, ээ… дөрөҫөн әйткәндә, был йортта арҡыры ятҡан ағасты буй ҙа һалмағаның күренеп тора. Кәртә-ҡураны әйтмәйем дә, баҡса бөткән… Алһаң шул ере өсөн генә инде… Ә яңынан төҙөнәм тиһәң, бындағы таҙартыу-яңыртыу эше - һуу!
Зөфәр дуҫтың иҫтәлеге булмаһа, мин мәҫәлән, әйләнеп тә ҡарамаҫ инем!
Аҡсаның ҡулдан ысҡыныу ҡурҡынысы аҫтында ҡалған меҫкен ир, ялағайланып, ыҡылдап-мыҡылдап мөлдөрәмә тулы күҙҙәрен ыҡсым кейенгән, ҡиммәтле хушбуй еҫтәре бөрккән ҡунағына төбәне.
- Иҫтәлек инде, эйе… Ошонда тыуып үҫте бит ул. Өй нишауа ул, әҙерәк ремонт кәрәк инде, баяғы. Урынлашҡан ере былайалаймы әле һуң! Ҡара әле, ҡустым, урман, саф һауа! Ныу, үҙебеҙҙең кешеләр бит, һатыулашырға була кәнишне. Төшөрөрмен хаҡын,
не пережиуай ҡустым, эйе…
- Бая әйткән хаҡты өскә бүлһәң, бөгөн үк ҡулды ҡулға һуғабыҙ. Әйҙә, уйла.
- Була, була, ҡустым! Өҫтөнән бер йәшник араҡы ла ҡуйһаң, сәпсим дәвулен!
- Һөйләштек!
Аптырап тыңлап торған Зөфәр, ниһайәт, Ғәлимгә яҡынлап, һорамай булдыра алманы:
- Нишләйһең ул?
- Өйөңдө ҡайтарам.
- Мин һинән өй һораныммы?! Юҡ, кәрәкмәй, алмайым!
Ғәлим етди төҫ менән дуҫының иңбашына ҡулын һалды. Бәхәсләшергә урын ҡалмаҫлыҡ итеп:
- Ә һиңә берәү ҙә бүләк яһарға тормай! Ипотека асам мин һиңә.
- Нисек инде?
- Нисек тип… Эшкә төшәһең, күпме түләй алаһың - яйлап биреп бөтәһең. Һине бер кем ҡабаландырмай.
Күҙҙәренә тулған йәштәрҙән оялып, сәсенә сал ҡуна башлаған һабакташы башын эйеп, бергилке өндәшә алмай торҙо.
- Ә түләй алмаһам…
- Башыңды тырнай-тырнай түләрһең! Әллә ике донъя, бер мөрйә тип, эсеп йөрөп, бөтөнләй анһатҡа һалышып өйрәндеңме? Зөфәр, мин ярҙам ҡулы һуҙғанда - һин дә ишәк һымаҡ ыңһарлап торма әле, ыңғайға кил! Тыпылдап тамған йәштәрен тыйманы Зөфәр, ризалығын белдереп еңелсә генә баш ҡаҡты…
Ғәҙәттәгесә, кибете алдында баҫып торған Ғәлимйән, йәнә йәшелләнеп килгән ергә, яғымлы ҡояшҡа ҡарап йылмайҙы. Хоҙайҙың ҡөҙрәте, оҙон ҡыш та үтеп, тағы яҙ килде.
Донъя терелгәндә бер ҙә эшләге килмәй бит әле, күңел ҡайҙалыр ашҡына, иркенлек һорай. Әллә Рәхиләһен алып урман ҡыҙырып килергә инде?
- Буфетығыҙҙа аҙыҡ тәмле, рәхмәт, ағай, - тигән тауыш татлы уйҙарынан һиҫкәнергәмәжбүр итте. - Беҙ алыҫтан килгән кешеләргә бик яйлы булды.
- Ә… Тырышабыҙ инде. Ҡайҙарҙан килеп сыҡтығыҙ?
- Силәбе яҡтарынан.
- Ысынлап та йыраҡ, - Ғәлим таныш булмаған ирҙе баштан аяҡ тикшереп ҡарап ҡуйҙы.- Ҡунаҡҡа килә ятаһығыҙмы?
- Юҡ шул… Нужа йөрөтә, ағай, нужа. Кәләш ауырып китте лә… - машинала көтөп ултырған ябыҡ йөҙлө ҡатынға ымланы ир. - Табибтарға өмөт юҡ. Бына Зөфәр исемле бер күрәҙәсе тураһында ишеттек тә, шунда юлланыуыбыҙ. Ҡара урманда бәләкәй генә
өйҙә йәшәй, ти. Бик ҡабул итмәһә лә, кәйефе булһа - дөрөҫ кәңәштәр бирә икән. Шул бабайға көн ҡалды инде хәҙер…
Ҡапыл әңгәмәсеһен аптыратып көлөп ебәҙе Ғәлим.
- Ниндәй бабай булһын ул! Минең йәштәге ир кеше!
- Әллә яҡындан беләһегеҙме?
- Белмәгән ҡайҙа ул…
Юлды ҡат-ҡат аңлатып оҙатып ебәргәс, машина артынан борҡоған туҙанға ҡарап, уйланып торҙо Ғәлимйән.
Бына һиңә яңылыҡ!
Зөфәр менән күптән аралашҡандары юҡ та баһа. Кәмендә ике йыл үткәндер. Дөрөҫ, "ипотекаһы" бөткәнсе аҡсаһын тотоп ай һайын тигәндәй килә лә етә ине. Өмөттө аҡланы, өс йылға һуҙһа ла, тәки яйлап биреп бөттө бирәсәген. Хәйер, ул бурыс тип кенә түгел, ә дуҫтары менән тағы бер күрешеп, хыял-ниәттәре менән бүлешергә килә ине…
Мәктәпкә ҡарауылсы булып эшкә төшөүенә, унан ары бәләкәй генә, аласыҡ ише өй һала башлауына һөйөнөп бөтә алмағайнылар. Һуңынан нисектер тағы бәйләнеш өҙөлдө… Бөтмәҫ мәшәҡәттәр, донъя ығы-зығыһы ваҡытты алға ҡыуҙы…
Ә бөгөн килеп, ниндәй хәбәр эҙләп тапты Ғәлимде! Тимәк, хикмәтле Зөфәрҙең һәләте яңынан эйәһенә ҡайтҡан! Һәм ул, үҙ сиратында дөрөҫ ҡулланыу ысулы тапҡан!
- Эх-ма! - Ғәлим ҡыуанысынан ботона һуғып алды ла, ҡыҙыҡлы яңылыҡты Рәхилә менән тиҙерәк бүлешергә теләп, ҡайтыу яғына ыңғайланы.