Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Проза
16 Март 2022, 22:38

#Һаҡмар_күңел

Мәңге етмәҫ кеүек инем ошо йәшкә,Алыҫ кеүек ине был дәүер.Гел йәш булып, уйнап ҡына көлөпҮтер кеүек ине бар ғүмер... Ҡырҡтағылар күптән сафтан сыҡҡан,Уҡа ҡойған төҫлө тойолдо.Ҡыҙыҡ түгелдер ул шул йәштәрҙәТигән ҡараш аңға уйылды. Яратмайҙар, имеш, ҡабынмайҙар,Йондоҙ һанамайҙар күктәрҙән...Шулай булғас, ерҙә ни фәтүәҺүнгән күмер кеүек йәшәүҙән?! Әсәйемдәр ошо йәштәрендәКлубҡа сыҡһа ҡайсаҡ йыйылып,Нишләп йөрөй икән был ҡарттар, тип,Ҡарап тора инем йылмайып... Үҙем хәҙер еттем шул дәүергә,Яйы сыҡһа, клубҡа атылам,Кәрәк икән, күктә йондоҙ һанап,Насип йәрем менән ултырам. Балаларым үҫә арттан ҡыуып,Дөрләп тора яҡҡан усағым,Янам-көйәм, һүнәм, ҡабат һөйәм -Шул тиклем дә оҡшай был сағым. Бер нәмә лә аптыратмай хәҙер,Ҡурҡып торор йәштән үтелгән.Дуҫ-дошманды иләктәрҙән иләп,Һелкеүестән һелкеп эленгән! Ашыҡмайым хәҙер, ашҡынмайым,Юҡ-бар һүҙгә йәнде өтмәйем.Ышанысһыҙ, мәнһеҙ әҙәмдәргәҺаулығымды сарыф итмәйем. Мин күктәрҙән инде йондоҙ түгел,Ергә яҡын хистәр сүпләйем,Донъялыҡта үҙем өсөн йәшәп,Ғаиләм өсөн бәхет эҙләйем. Ҡалай матур йәшкә еттем әле!Ҡайтһам өйөм, китһәм эшем бар,Йәштәр көнләшерлек тандыр аҡыл,Шаулап йөрөмәҫлек хисем бар. Ҡырҡтан ары тырт-мырт китә, тиҙәр,Тыртаңларға әле ваҡыт юҡ!Ҡылды ҡырҡҡа ярыр йәштәрҙә мин -Һаулыҡ ҡына булһын сыҙам, ныҡ! ...Мәңге етмәҫ кеүек инем ошо йәшкә,Йыраҡ кеүек ине был дәүер.Ғүмерҙәрҙең иң шәп миҙгеленәЕткәнемде беләм мин хәҙер... Светлана Насырова.

#Һаҡмар_күңел
#Һаҡмар_күңел

Мәңге етмәҫ кеүек инем ошо йәшкә,
Алыҫ кеүек ине был дәүер.
Гел йәш булып, уйнап ҡына көлөп
Үтер кеүек ине бар ғүмер...

Ҡырҡтағылар күптән сафтан сыҡҡан,
Уҡа ҡойған төҫлө тойолдо.
Ҡыҙыҡ түгелдер ул шул йәштәрҙә
Тигән ҡараш аңға уйылды.

Яратмайҙар, имеш, ҡабынмайҙар,
Йондоҙ һанамайҙар күктәрҙән...
Шулай булғас, ерҙә ни фәтүә
Һүнгән күмер кеүек йәшәүҙән?!

Әсәйемдәр ошо йәштәрендә
Клубҡа сыҡһа ҡайсаҡ йыйылып,
Нишләп йөрөй икән был ҡарттар, тип,
Ҡарап тора инем йылмайып...

Үҙем хәҙер еттем шул дәүергә,
Яйы сыҡһа, клубҡа атылам,
Кәрәк икән, күктә йондоҙ һанап,
Насип йәрем менән ултырам.

Балаларым үҫә арттан ҡыуып,
Дөрләп тора яҡҡан усағым,
Янам-көйәм, һүнәм, ҡабат һөйәм -
Шул тиклем дә оҡшай был сағым.

Бер нәмә лә аптыратмай хәҙер,
Ҡурҡып торор йәштән үтелгән.
Дуҫ-дошманды иләктәрҙән иләп,
Һелкеүестән һелкеп эленгән!

Ашыҡмайым хәҙер, ашҡынмайым,
Юҡ-бар һүҙгә йәнде өтмәйем.
Ышанысһыҙ, мәнһеҙ әҙәмдәргә
Һаулығымды сарыф итмәйем.

Мин күктәрҙән инде йондоҙ түгел,
Ергә яҡын хистәр сүпләйем,
Донъялыҡта үҙем өсөн йәшәп,
Ғаиләм өсөн бәхет эҙләйем.

Ҡалай матур йәшкә еттем әле!
Ҡайтһам өйөм, китһәм эшем бар,
Йәштәр көнләшерлек тандыр аҡыл,
Шаулап йөрөмәҫлек хисем бар.

Ҡырҡтан ары тырт-мырт китә, тиҙәр,
Тыртаңларға әле ваҡыт юҡ!
Ҡылды ҡырҡҡа ярыр йәштәрҙә мин -
Һаулыҡ ҡына булһын сыҙам, ныҡ!

...Мәңге етмәҫ кеүек инем ошо йәшкә,
Йыраҡ кеүек ине был дәүер.
Ғүмерҙәрҙең иң шәп миҙгеленә
Еткәнемде беләм мин хәҙер...

Светлана Насырова.

Автор:Зульфия Саитова
Читайте нас: