Бөтә яңылыҡтар
Проза
2 Март 2022, 21:33

#Һаҡмар_күңел

Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән,Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә, —Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр,Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә? Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғынаҠарап баҫҡан йондоҙ күрәме?Бер хыялһыҙ йөндоҙ күрмәй йәшәүКешегә һуң бәхет бирәме? Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...Хаталар ҙа булыр тормошоңда,Тик тормошоң хата булмаһын! Рәми Ғарипов.

#Һаҡмар_күңел
#Һаҡмар_күңел

Көнләшмәсе бик һаҡ кешеләрҙән,
Улар тыныс, ғәмһеҙ йәшәһә, —
Булмаймы һуң күкрәү, тетрәүҙәр,
Йәшлегеңдә йәшен йәшнәһә?

Абынмаҫҡа аяҡ аҫтын ғына
Ҡарап баҫҡан йондоҙ күрәме?
Бер хыялһыҙ йөндоҙ күрмәй йәшәү
Кешегә һуң бәхет бирәме?

Йәшәмәгән генә яңылышмаҫ,
Юҡ-бар уйҙар башҡа тулмаһын...
Хаталар ҙа булыр тормошоңда,
Тик тормошоң хата булмаһын!

Рәми Ғарипов.

Автор:Зульфия Саитова
Читайте нас: