Бөтә яңылыҡтар
Проза
1 Март 2022, 20:50

#Һаҡмар_күңел

Ҡартайырмын, балам… Ҡарайырмын.Аҡ ҡылғандай булыр сәстәрем.Һин онотма: бар ғүмерем буйыҺинең хаҡта булды хәстәрем. Буталырмын, балам. ҺөйләгәнемДөрөҫ кенә булмаҫ ҡайһы саҡ…Һине һөйләшергә өйрәткәндәАсыҡ булды һиңә был ҡосаҡ. Йәмһеҙләнһәм, йыйырсыҡтар баҫһа,Йырлап ҡуйма, балам, сит йырҙы:Һин оялма минең ҡартлығымдан –Үҫтергәнмен бит һин матурҙы! Бирешермен, балам. Үҙ-үҙемдеҠарарға ла хәлем етмәһә,Риза булып ҡына тәрбиәлә,Һине үҫтергәнде иҫлә лә. Ҡартайһам дә, әсәң булып ҡалам,Хистәреңде бер үк ойотма!Ни күрһәтһәң, шуны берәй ҡасанҮҙең күреүең бар, онотма. Фирүзә Абдуллина.

#Һаҡмар_күңел
#Һаҡмар_күңел

Ҡартайырмын, балам… Ҡарайырмын.
Аҡ ҡылғандай булыр сәстәрем.
Һин онотма: бар ғүмерем буйы
Һинең хаҡта булды хәстәрем.

Буталырмын, балам. Һөйләгәнем
Дөрөҫ кенә булмаҫ ҡайһы саҡ…
Һине һөйләшергә өйрәткәндә
Асыҡ булды һиңә был ҡосаҡ.

Йәмһеҙләнһәм, йыйырсыҡтар баҫһа,
Йырлап ҡуйма, балам, сит йырҙы:
Һин оялма минең ҡартлығымдан –
Үҫтергәнмен бит һин матурҙы!

Бирешермен, балам. Үҙ-үҙемде
Ҡарарға ла хәлем етмәһә,
Риза булып ҡына тәрбиәлә,
Һине үҫтергәнде иҫлә лә.

Ҡартайһам дә, әсәң булып ҡалам,
Хистәреңде бер үк ойотма!
Ни күрһәтһәң, шуны берәй ҡасан
Үҙең күреүең бар, онотма.

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Зульфия Саитова
Читайте нас: