Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Проза
19 Февраль 2022, 15:10

Күбәләктәр менән остом

-Туҡта! Ә бында кем ята?! Был мин бит!.. Мин икәүме ни хәҙер?!.  Бәй, стена аша ла үтә алам бит!

Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова
Күбәләктәр менән киттем.

- Мин ҡайҙа әле ул?- Уффф, ҡыҫыҡ...
Һауа етмәй!!! Юҡ, былай булмай, бынан нисек тә сығырға кәрәк. Ыһһһ! Шыуып ҡарайым әле. Ҡалай рәхәт булып китте. Мин сыҡтыммы әллә? Мин иректә, ахыры. Уффф, ниһәйәт, иркенлек!
- Туҡта! Ә бында кем ята? Бәй, был миңә оҡшап тора! Мин дә инде! Хәҙер икәү булдыммы ни?! Был нисек була инде? Мөғжизә!! Ә ниңә ярты битем ҡаплаулы, ауыҙымда, танауымда әллә ниндәй шлангылар? Был аҡ халатлылар ни эшләп тора? Врачтармы әллә? Ана, бер йәш ҡыҙ беләгемә ниҙер ҡаҙаны. Йүгерешә башланылар.
- Эййй, мин бит бында! Алло! Ишетәһегеҙме? Миңә ҡарағыҙ әле! Мин өҫтән һеҙгә ҡарап торам бит.
Аппараттарҙы һүндерҙеләр, ситкәрәк алдылар. Врачтар сығып китте.
- Нишләп мине ташланығыҙ??? - Туҡтаманылар. Һы! Ҡолаҡ та һалманылар.
- Унда миңә аҙаҡҡы минутта бик ныҡ ҡыйын булды, кире инмәйем инде хәҙер. Бөтәһе лә мине ҡалдырҙысы. Яңғыҙыма ҡурҡыныс. Өшөтөп китте. Әле нишләп торам, йөрөп киләйемме икән? Ә ҡайҙа барам? Нисек?
- Эййй, ишекте асығыҙ, мин дә сығам! Ҡысҡырам, ҡысҡырам, бер кем дә килмәйсе! Ҡана, әле нисек торам һуң? Бәй-бәй, оса беләм икән дәһә! Стена аша әллә ҡайҙан яҡты нур килә. Йылы. Үтәнән-үтә осоп сыҡтым да киттем. Ҡыҙыыыҡ! Рәхәт! Элек төштә генә оса инем, ҡалай йәтеш. Фантастика!
Ирем, балаларым юғалтҡандыр инде, эргәләренә барайым әле.
- Ааана бит, хәләл ефетем машинала баҡсаға китеп бара. Эргәһенә килеп ултырҙым, иғтибар итмәй, бигерәк ҡыҙыҡ кеше лә инде, миңә ҡарамай ҙа, елдерә генә. Телефоны шылтыраны. Алды. Төҫө боҙолодо. Күрәһең, насар хәбәр. Ауыр итеп тын алды. Кирегә боролдо, ҡалаға ашыға.
- Ярар, һөйләшмәһәң һөйләшмәйһең инде, ҡыҙҙарым янына осайым.
- Әсәйемә больницаға алып барайым, - тип ҡыҙым тауыҡ һурпаһы бешереп йөрөй. Маладис инде, асыҡҡайным шул. Йөрәкте өшөтөп, ҡапыл телефон шылтыраны, половнигы ҡулынан төшөп китте.
- Юҡ!!! Булмаҫ!!! - Илай башланы.
Сәстәренән һыйпайым, миңә, нишләптер, хатта боролоп та ҡарамайсы.
- Мин өйҙә бит, ҡыҙым. Еҫенә лә туйҙым инде, ашағандай булдым. Рәхмәт, балам!
- Ниңә улай ярһып илайһың?! Ҡысҡырма улай! Баланың ҡотон осораһың бит!
- Эй, ейәнсәремде, бәләкәс кенәмде, иҙерәп йоҡлап ята бит әле ул! Ҡана, одеялыңды рәтләп ябайым әле.
- Ниңә береһенең дә кәйефе юҡ? Килеп тороп - илашалар. Күңелһеҙ булып китте. Туғандарҙы ла күптәнән күргән юҡ ине, барып етәйем әле. Ҡыҙыҡ! Былай осоуы еңел икән, тиҙ арала әллә күпме ер үтәһең. Рәхәәәт!
Һеңлемдең күҙҙәре ҡыҙарып бөткәнсе.
- Ай, туғаным, йөрәгең уҫаҡ япрағындай дерелдәп тора. Сеү, тыныслан, йоҡла, йоҡла! - Ҡулдарыңдан тотоп бер аҙ яныңда ултырып торайымсы.
Тағын осам. Төнгө тын һауа. Иркенлек. Күктә йондоҙҙар яна. Ҡала, ауылдарҙа уттар емелдәй.
- Ә ниңә иң бәләкәй һеңлем балконында йөрәк ярғыс һыҡтау сығарып илап тора?! Кил миңә, тубырсығым, ҡосаҡлайым, арҡаңдан бер тупылдатып ҡына яратайым! Илама, туғаным, илама, иртәгә бит яңы көн тыуа.
Һыҙылып ҡына таң ата. Ҡояш ҡалҡа. Иртәнге сафлыҡ. Ә мин осаааам!!!
- Йә, Раббым, беҙҙең донъя шулай киң, матур икән! Ниндәй хозурлыҡ!
- Ай, үҙемдең һеңлекәштәр, егәрлеләр инде! Бына бит, быныһы таң һарыһынан бәрәңге күмеп йөрөй. Ҡулына ҡул эйәрмәй. Ҡояш ҡыҙҙырғансы эшен тамамлайым, тип тырышыуыҙыр инде.
- Туғаным, исмаһам, күккә бер ҡараш ташла әле. Әсәйем, мәрхүм, кеше үлгәс тә өс көнлөк эше ҡала, ти ине. Бер аҙ ғына тын алсы... Ҡара инде! Бынау төйлөгән менән ҡушарлап һинең баҡса өҫтөнән инде өсөнсөгә яйлап ҡына әйләнәм. Аҫҡараҡ төшәйем әле.
- Апай!!! Һинме? Ыһһһ! - Күрҙе лә шаңҡыны. Тәпкеһенә таянып, ҡатып ҡалды.
- Ай, Алла, әллә ҡурҡҡыттым инде! Бар, һыу эсеп ал. Мин һине шундайын һағынғайным шул.
- Йыһандарға ос, апай! - Ҡул булғаны. Ә мин ары осам.
- Урман-тауҙар, йылға-күлдәр аша осам. Икһеҙ-сикһеҙ иркенлек. Ҡайҙа ҡарама йәшеллек, аллы-гөллө сәскәләр. Иҫ киткес гүзәллек!
- Йә сиин.. Үәл-Ҡурьәәнил- хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин.Ғәләә сыйраатыим-мүстәҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...
- Ҡайҙан килә был шундай яҡын моңло тауыш? Тирә-яҡты байҡайым. Тыуған өйҙән, атай нигеҙенән сыға икән был ғәзиз көй. Тыуған урамымда баҫып торам.
- Эй, туғаным, һөрт күҙ йәштәреңде! Мин шул тиклем сәхрәлә йөрөп ятам бит. Әйҙә, сыҡ һин дә, ятма өйҙә. Тышта бөгөн иҫ киткес ғәжәп күренеш: урамыбыҙ беҙ яратҡан сыбар күбәләктәр менән тулған. Торғаны бер мөғжизә! Ҡара әле, ете быуын мәрхүм булған ҡартатай-өләсәйҙәр ҙә, әбей-бабайҙар ҙа килгән, әсәйем менән атайым да йылмайышып тәҙрә янында торалар, мине күреүгә инде шатланалар, инде шатланалар.
-Ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан, оло ҡыҙыбыҙ ҡайтҡан! Ҡаршы алығыҙ! Апайығыҙ беҙҙең янға килде бит.
Йүгереп йөрөп урамға табын ҡора башланылар. Ә дүрт ҡустым шарҡылдашып көлөп, тотош уйнай.
- Апай, әйҙә, ҡушыл! Үҙебеҙҙең ғәзиз урамыбыҙ кинәнгәнсе уйнап ҡалайыҡ. Тоталмайһың, тоталмайһың! Ҡыуып ет, апай!
- Ай, шилмалар, өйәңкене уратып тик йөрөйҙәр бит әле. Йә, етеп торор, арыныҡ. Әйҙәгеҙ, бынау яратҡан күтәрмәбеҙгә килеп ултырып, күләгәлә ял итеп алайыҡ әле.
- Дөп-дөп-дөп! Сабыр бул, туғаным, йөрәгең атылырҙай булып тибә. Түшеңә ҡулымды ҡуйып, еңеллек бирәйем, аяҡтарың һыҙламаһын, ыуыштырып алайым.
- Көнө буйы бар туғандарҙы күреп, осрашып, бергә булыу шулай рәхәт икән. Мин уларҙан ҡалмайым инде, бергә осам... Улар менән китәм...
- Туғандарым, ғәзиз балаларым,
Һеҙҙе тағын бер күрһәң ине.
Тыуған ауылым, атай нигеҙе
Һеҙгә тағын бер ҡайтһаң ине...
- Йә сиин.. Үәл-Ҡурьәәнил- хәкиим. Иннәкә ләминәл-мурсәлиин.Ғәләә сыйраатыим-мүстәҡиим. Тәңзиләл ғәзиизи-рраахиим...
- Ҡанға һеңгән доғаны көн дә яратып тыңлайым. Күңелгә рәхәт булып китә. Өйөм нурлана, яҡтыра, киңәйә...

Күбәләктәр менән остом
Күбәләктәр менән остом
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: