Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Проза
24 Май 2021, 19:13

Алма бәлеше

Хисами Гөлнараны хоҙайҙан бирелгән бүләк кеүек ҡабул итте. Шул уҡ ваҡытта үҙ тойғоларынан ҡурҡа ла ине. Фатирынан ҡолаҡ ҡағып ҡуймайым, тип тә шөрләне. Яратһа ла шикләнде. Ошо шиге уны ҡайһы саҡ ҡапыл танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Тора-бара һөйөклөһөн нахаҡҡа рәнйетте. Бәлки, ысынлап яратмағандыр. Сәйер тойғо уның күңелен биләне. Ҡыҙҙы берсә аҡылдан шашып ярата, берсә күралмаҫ хәлгә етә. Йөрәгендәге дөрләп тоҡанған мөхәббәт утын ауыҙлыҡлай алмаған өсөн көйҙө.

Хәйер уларға һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй ине. Йөрәк менән йөрәк серләшкәндә тәндәр, тәбиғи, бер-береһенә һыйынды. Ниндәйҙер тартыныу, уңайһыҙланыу кеүек кеүек тойғолар башта булды ул булыуын. Аҙаҡ уныһы ла гәлсәр бокал кеүек селпәрәмә килде. Гөлнара менән Хисами араһындағы бәйләнеш тап ошолай башланды ла инде. Уртаҡ уйҙар, хистәр бәйләне был ике йөрәкте. Хатта икеһенең ике телдә һөйләшеүе лә ҡамасауламаны. Кистәрен шиғыр уҡынылар, һүрәт төшөрҙөләр, спорт каналын ҡаранылар. Бынан тыш Хисами үҙенсә спорт менән шөғөлләнә ине. Күнекмәләрҙе китаптан уҡый ҙа эшләп ҡарай. Ситтән күҙәтеүе бигерәк мәрәкә. Юҡ, был ҡыҙыҡһыныу түгел. Бәлки, сәйерһенеүҙер. Уны ҡапыл ғына аңлатып та булмайҙыр. Шул тиклем ябай ғына күнекмәне был тиклем көсөргәнеп яһау мөмкинме икән? Сәйер.
Бер көн Гөлнара һөйгәненең һығылмалыҡ өҫтөндә тырышып-тырышып күнекмә эшләгәнен ҡарап ултырҙыла уйға талды. Киләсәк тормош тураһында уйланды. Үҙен Хисами менән бергә икән тип күҙ алдына килтерҙе. Тик ниңәлер был тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек тойолдо. Ниңә икәнен үҙе лә аңлап етмәне. Ниндәйҙер томан баҫып алды донъяһын. ...Ҡапыл уйҙарынан арынып, Хисмиҙы күнекмәһенән туҡтатты.
- Ошолай кәрәк, дөрөҫөрәк була! - тип тиҙ генә күрһәтте лә аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде.
- Туҡта-туҡта, Гөлнара! Тағы берҙе күрһәт әле, - тип ҡыҙҙың артынан йүгерҙе. Унан ғәжәпләнеүен йәшерә алмайса:
- Мин... Мин был комбинация өҫтөндә ай буйы шөғөлләнеп тә бындай һөҙөмтәгә ирешкәнем юҡ ине әле, - тине.
- Бының өсөн ауылда үҫкән башҡорт ҡыҙы булыр кәрәк, - тине сибәркәй серле генә йылмайып. Бүлмәләргә танауҙы ҡытыҡлап, күңелде елкендереп, алма бәлеше еҫе таралды.
- Ҡана әҙерәк ҡырҡып бир әле, - тип Хисами бесәй кеүек аш-һыу бүлмәһендә уралана башланы.
- Һине әсәйең сабырлыҡҡа өйрәтмәнеме? - тип шаяртып ҡына “әрләп” алған булды, - һуты аҡһа, бер тәме лә ҡалмай бит! - тип өҫтәне.
- Астан үлтерәң бит!
- Үлмәй тор!
Улар шаяра-көлә ашарға ултырҙы. Ысынында иһә, Гөлнараның эсе бошоп китте. Был мәлдәр тиҙҙән тамамланыр ҙа, улар Хисами менән бер ваҡытта ла күрешмәҫтәр кеүек тойолдо. Егетте ул яратып өлгөргәйне. Ни өсөн икәнен үҙе лә аңламай. Хәйер уны аңлатып тороу кәрәкме икән. Йәшлек үҙенекен итә. Йөрәк менән йөрәк ошолай ҡауышалыр инде. Икәү бергә үткәргән ҡабатланмаҫ төндәр һәм көндәрҙә кисергән татлы мәлдәр тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Йылдар үткәс тә улар тап ошо ҡауышыу минуттарын һағынып иҫкә алыр әле...
- Беләһеңме, ошоға тиклем мине бер кем дә тәмле бәлештәр менән һыйлағаны булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, элегерәк мин алма бәлешен бөтөнләй яратмай торғайным. Ул нисектер әсе тойола ине. Алма бәлеше тип ауыҙ һыуы ҡойолған һәр кемгә иҫәр кеүек күрә инем. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә, — һәр ваҡыттағыса Хисами “аҡыллы” хәбәрҙәрен һөйләй ине.
- Ярай инде, мин... - Гөлнара үҙенең ҡыҙарғанын тойҙо, уңайһыҙланып китте.
- Мин эшкә барам, зинһар өсөн бер ҡайҙа ла сығып йөрөмә. Йә кире ҡайтмай ҡуйырһың, - тип Хисами шаяртып маташты.
- Ҡурҡма, ҡасмам. Минән былай ғына ҡотола алмаҫһың, - тип Гөлнара серле йылмайҙы.
- Беләһеңме, мин фатирҙың асҡысын алмайым, өйҙә ҡалһын. Ул сағында һин бер ҡайҙа ҡасмаҫһың,- тине лә сығып китте.
Өйҙә яңғыҙ ҡалған Гөлнара башта телевизор ҡараны. Унан эш менән булышырға уйланы. Йылдар буйы йыйылған саңды һөртөп алды, иҙәнде йыуып сыҡты. Үҙенсә бүлмәләргә үҙгәрештәр индерҙе. Ниһайәт, ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейгән бүлмәләргә нур йүгерҙе. Ишектә ҡыңғырау. “Хисами ҡайтты!” - тип ул ишеккә йүгерҙе.
- Ммм, ниндәй тәмле еҫтәр аңҡый бында. Өйгә ҡайтыу – үҙе кинәнес, - тип һөйөклөһө килеп тә инде.
Хисами Гөлнараны хоҙайҙан бирелгән бүләк кеүек ҡабул итте. Шул уҡ ваҡытта үҙ тойғоларынан ҡурҡа ла ине. Фатирынан ҡолаҡ ҡағып ҡуймайым, тип тә шөрләне. Яратһа ла шикләнде. Ошо шиге уны ҡайһы саҡ ҡапыл танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Тора-бара һөйөклөһөн нахаҡҡа рәнйетте. Бәлки, ысынлап яратмағандыр. Сәйер тойғо уның күңелен биләне. Ҡыҙҙы берсә аҡылдан шашып ярата, берсә күралмаҫ хәлгә етә. Йөрәгендәге дөрләп тоҡанған мөхәббәт утын ауыҙлыҡлай алмаған өсөн көйҙө.
Әлбиттә, уның ике яҡлы уйҙарын, сәйер ҡараштарын Гөлнара һиҙмәй ҡалманы. Был һалҡынлыҡтан өшөп тә китә ине. Үҙен тотҡондағы кеүек хис иткән саҡтары ла йыш була башланы. Егеткә мөккиббән китеп, хистәренә баш була алмай эшләп йөрөгән еренән сыҡҡан өсөн үҙен һүгеп бер булды. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән Хисамиҙың үҙгәреүен көттө. Үҙе теләп ҡапҡан тотҡонлоҡтан ысҡынғыһы килмәне. Мөхәббәттең көсөнә ышанды.
Бергә үткәргән төндәр... Бар шикте юҡ итә ине. Тик тормош төндән генә тормай. Нисек башланһа, шулай тамамланып та өлгөрҙө был мөхәббәт. Бәлки ул мөхәббәт тә булмағандыр. Был ике кешенең күңел түрендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған бәйләнеш бер көн килеп өҙөлдө.
...Гөлнара төш күрҙе. Хисамиҙың әллә ҡасан мәрхүм булып ҡалған әсәһе төшөнә инде. Ҡап-ҡаранан кейенеп урталарында йоҡлап ята икән тип күрҙе уны. Тертләп, шыбыр тиргә батып уянды ҡыҙыҡай. Күңеленә йыйылған үпкәһе, шомло уйҙары йәрәгенә тынғы бирмәгән был мәлдә ҡурҡыныс төш килеп өҫтәлде. “Был бит тормош биргән киҫәтеү. Беҙ барыбер бергә була алмаясаҡбыҙ”, - тигән уй мейеһен телеп үтте. Иртән Хисамиҙы бер ни булмағандай эшкә оҙатты. Унан йүгереп йөрөп әйберҙәрен йыйып алды ла сығып китте. Хатта сәләм-хәбәр ҙә ҡалдырманы.
Сәйер тойғо, хатта илағыһы ла килмәй. Күңелен йән өшөткөс бушлыҡ тойғоһо биләп алды. Ә йөрәге... йөрәге һуң, әрнеп һыҡҡтап янды. Теге төшө күҙ алдынан китмәне. Шулай ҙа яратып өлгөргән кешеһенән тыш йәшәүгә үҙендә көс тапты. Эшкә төштө, туғандары янында уларҙың тормошо менән йәшәп алды ла китте. Шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да үҙенекеләй ҡабул итте. Тормош Гөлнараны тирәләп үтеп барған кеүек тойолдо. Кәрәк булған өсөн кейәүгә сыҡты. Бер-бер артлы өс бәпестәре донъяға килде. Бер аҙ онотолғандай булды. Тик йән өшөткөс бушлыҡтан ғына ҡотола алманы. Бер туҡтауһыҙ арҡаһы өшөнө. Йәйге селләлә лә ҡалтыранды.
- Сәлим, арҡам өшөй, йылыт әле! - тип иренә һыйынды.
- Аптыратма әле, Гөлнара! Бындай эҫелә кеше өшөйҙөр шул!
...Тик ниндәй генә эҫе булыуға ҡарамаҫтан ул өшөнө. Йәненә толҡа таба алманы. Ҡалтыранып туңды.
Ял көнөндә Гөлнара ғаиләһе менән әсәһенә ҡунаҡҡа килде. Үҙенең элекке кейемдәре һаҡланған шкафҡа күҙ һалды. Унда һаҡланған һәр әйберҙе тотоп та, еҫкәп тә ҡараны. Шул саҡ иғтибарын көрән ҡыҙыл күлдәк йәлеп итте. Кейеп, көҙгө алдында өйрөлә башланы. Көҙгөлә уны йәш сағы ҡаршы алды. Тап Хисами менән бергә саҡтары күҙ алдынан йүгереп үтте. Керпектәре йәшкә мансылды. Тамсылар арта барып, сикәләре буйлап тәгәрәй башланы. Тиҙҙән был һыҡтау үкһеүгә әүерелде. Ни ғәжәп, арҡаһына йылы йүгерҙе. Йөрәгендәге бушлыҡ юҡҡа сыҡты.
- Әсәй-әсәй, илама! Беҙ һине яратабыҙ. Тик һин илама, - тип бәләкәс кенә ҡыҙы Самираһы ҡарап тора ине. Үҙенең күҙҙәре йәшкә мансылған.
- Самираҡайым, илама, мин шаярттым ғына, - тип йәштәрен һөртә-һөртә яуап бирҙе. Тормошона йәм биргән балалары өсөн хоҙайға рәхмәт уҡыны.
...Хисами ҙа был юғалтыуҙы үҙенсә ауыр кисерҙе. Берсә Гөлнараны һүкте, бар донъяуи гөнаһтарҙа тик уны ғәйепләне. Берсә аңларға тырышты. Тик аҡылы ла, йөрәге лә быны теләмәне. Ваҡыт дауа, тиҙәр. Тиҙҙән ирлек хисе еңде. Үҙе өсөн йән атып торған ҡатынға өйләнде. Тормош мәшәҡәттәренә сумып йәшәп алды ла китте. Тик яңғыҙ ҡалған минуттарында йөрәген һағыш уты өттө. Баштараҡ был хисен Йәмиләнән йәшерергә маташты, аҙаҡ һағышы уныһын да еңде. Был ғаиләнең усағында һәр саҡ Гөлнараның һынына урын табылды. Йәмилә бала табып та ҡараны, тик иренең өнһөҙ ҡалған минуттары ғына арта барҙы.
Заман башҡа, тип ҡабатларға күнеккәнбеҙ инде. Был, ысынлап та, шулай. Был осор кешелеккә виртуаль тормош алып килде. Башта заманса технологияларҙы үҙ итмәгән Хисами башҡа ысул менән һөйгәнен эҙләп табырға маташты. Аҙаҡ шулай ҙа интернет селтәренә мөрәжәғәт итергә булды. “Бына ул һөйгәне! Һағыш аша йылмайып ҡарап тора. Кейәүгә сыҡҡан, бәпесе лә бар икән. Берәү түгел - өсәү бит әле. Йә, хоҙай, мин бит ахмаҡ булғанмын”, - тип һыҡтаны йөрәге.
Шулай ҙа бер көн бар ҡыйыулығын йыйып, сәләм хат яҙырға ҡарар итте. Бәйләнештә сайтында Гөлнараның битен эҙләп тапты. Дуҫ булырға тәҡдим итте. Тик Гөлнара ҡабул итерме? Моғайын кире ҡаҡмаҫ...
Читайте нас: