Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Проза
23 Март 2020, 00:18

Көн дә үтәм өйөң эргәһенән...

Ир ашҡыныу-ярһыуына ирек ҡуйып, кәләшен еңел генә күтәреп ала, тотош күкте ҡосорҙай булып, йән һөйгәнен наҙ тулы бәүелсәктә өйрөлтә. Ә Сибәркәйҙең һөйөнөсө күкрәгенә һыймай, берсә күҙҙәренән шаян йондоҙ булып бөркөлә, берсә ынйылай ап-аҡ тештәр һәм нәфис ирендәр аша эскерһеҙ шат көлөү булып бәреп сыға. Донъя гел шулай дауылһыҙ, болотһоҙ булыр төҫлө был икәүгә.

Көн дә үтәм өйөң янынан. Нуры киткән һуҡыр күҙҙәй етемһерәгән тәҙрәләргә ҡарамаҫҡа тырышып уҙам. Яңылыштан күҙ һалһам, төпһөҙ йыһан шикелле таныш та, ят та, әрнеүле лә ҡараштарың менән осрашырмын кеүек. Осрашырмын да, көнө буйы онота алмам, йөрәгемде тетрәндереп, зиһенемде һиҫкәндереп торор кеүек ул күҙҙәр.

Сибәр еңгә... Аҡ томандар һарылған туғайҙа шаян ҡолонсаҡтай йүгереп-уйнап, теш ҡамашырлыҡ һалҡын йылға һыуында балыҡтай йөҙөп буй еткергән һылыуҡай... Буй еткерҙең дә, ҡуйы урманлы, тау-ташлы төбәктән дала еренә килен булып төштөң. Таштай батты, тиҙәр һинең ише килендәр хаҡында. Әкиәти гүзәл булыуың өҫтөнә, ҡатын-ҡыҙға тәғәйен бөтә донъя мәшәҡәттәрен тилбер ҡулдарыңда ут уйнатып, йырлай-көйләй атҡара инең. Ә инде башыңды килешле генә артҡа ташлап ихлас көлөп ебәргән сағыңда, моғайын, һинең гәлсәр тауышыңдан сылтыр шишмәләр ҙә көнләшкәндер. Күптәр һиңә, Сибәркәй, һоҡланыуын йәшермәй яратып, йылмайып күҙ атһа, көнсөлдәр, ай-һай, эстән ҡара янып күҙәткәндер, камиллыҡтан кәмселек эҙләп хитланғандыр...

Ә йәш киленсәк, тар күңеллеләргә үс иткәндәй, көндән-көн сәскә атты. Тиҙ арала яңы ергә тамам берегеп, тирә-яҡҡа илаһи нур таратып йәшәне лә китте. Егеттең дә аҫылы тура килгәйне Сибәркәйгә. Мөһабәт буй-һын, ҡуйы бөҙрә сәсенә тағы ла күркәмлек өҫтәп торған ҡап-ҡара ҡаштар тиһеңме... Бер-береһенә ғашиҡ ике йән, ялҡынлы хистән баштарын юғалтырҙай булып, ләззәтле һөйөү тулҡынында бәүелделәр. Матур-матур йылдар бер-береһен ҡыуа-ҡыуа уҙа торҙо. Гел шулай булырға тейеш ине лә бит. Тик... бәләнең ҡасан һәм ҡайһы тарафтан килерен бер кем дә белмәй. Йәш ир менән ҡатын да быны абайламай ҡалды.Ҡәрҙәш-ырыу, дуҫ-иш күп булғас, бер мәл күңелле табындар йышайҙы. Сибәр еңгә менән уның хәләле – һәр ваҡыт, һәр ерҙә затлы ҡунаҡ, урындары гел мәжлес түрендә. Һылыу ғына түгел, йыр-бейеүгә лә маһирҙар шул үҙҙәре. Береһе әкрен генә башлаған көйҙө икенсеһе шундуҡ күтәреп ала, моңло йыр тыңлаусыларҙың көллөһөн дә әсир итә...

Табын ҡыҙғандан-ҡыҙа. Китә бейеү, уйын-көлкө. Уртала йәнә Сибәркәй менән уның ире. Ҡарағайҙай төп-төҙ йәш ир һәм уның көслө күкрәгенә һыйынып үҫкән зифа ҡайындай һомғол ҡатын берсә һалмаҡ, берсә уғата дәрт менән урғылған көй ыңғайына талпына-талпына бейей. Йәш парға һоҡланмаған кеше юҡ. “Афарин! Афарин!” - тип маҡтап-хуплап ебәрәләр. Ир ашҡыныу-ярһыуына ирек ҡуйып, кәләшен еңел генә күтәреп ала, тотош күкте ҡосорҙай булып, йән һөйгәнен наҙ тулы бәүелсәктә өйрөлтә. Ә Сибәркәйҙең һөйөнөсө күкрәгенә һыймай, берсә күҙҙәренән шаян йондоҙ булып бөркөлә, берсә ынйылай ап-аҡ тештәр һәм нәфис ирендәр аша эскерһеҙ шат көлөү булып бәреп сыға. Донъя гел шулай дауылһыҙ, болотһоҙ булыр төҫлө был икәүгә.

ххх

Яңы көн тыуып килә. Мөхәббәтле йортҡа бер-бер артлы шатлыҡ өҫтәп донъяға килгән сабыйҙар - ике ҡыҙ, ике малай, вайымһыҙ бесәй балаларындай бер-береһенә һыйынып татлы серем итә. Кисәге ашҡыныуҙанмы, әллә артыҡлап ауыҙ итеп ташлаған “зәм-зәм” шауҡымынанмы, атай кеше башы сатнап ауыртыуҙан уянды. Ә тилбер ҡатыны инде күптән аяғөҫтө. Өй йыйнаҡ, тамаҡ әҙер. Һөйөклө йәренең яфаланыуын күреп түҙә буламы һуң Сибәркәй! Ризыҡ эргәһенә “баш төҙәткес” тә тып итеп килеп ҡунаҡлай. Ир, аңҡы-тиңке булып ултырһа ла, кәләшен маҡтап ала - кемдеке шулай таң менән өлтөрәп йүгереп йөрөй, йәнәһе...

Әммә шау-шыулы байрамдар тағы, тағы ҡабатлана. Иртәгеһен шаңҡып ауыртҡан башын яңғыҙ төҙәтеү иргә оҡшамай башлай. Хужабикәне лә өйрәтә был хәжәткә. “Берҙе генә уртла , бына мин әйтте тиерһең – рәхәт булып китә”, - тип өгөтләүҙәр барыбер үҙенекен итә... Ул арала кисәге табындаштарҙың береһе “хәл белергә “ килеп инә. Эш, донъя ҡайғыһы китә. Баштар берсә төҙәлеп, берсә ҡабат аңҡы-тиңке булған арала төш ауғаны ла һиҙелмәй ҡала.

Тормош шулай аға ла аға, уны туҡтатыу мөмкин түгел. Ҡыҙҙар мәктәпте тамамлап, техникумға уҡырға инде. Уландарҙы бер-бер артлы әрме сафына оҙаттылар. Йыйылған ҡунаҡтар, артыҡ инәлтеп тормайынса, “һалдаттың имен-һау әйләнеп ҡайтыуы өсөн” тип байтаҡ эсемлек түңкәрҙе...

Ҡыҙҙар диплом алып эш башланы, ваҡыты еткәс һалдат егеттәр ҙә тыуған йортҡа ҡайтты. Был шатлыҡты нисек йыумайһың? Яҙылмаған булһа ла, тормош ҡанунына әйләнгән бит инде. Сибәркәй ҙә “йоланы” шартына килтереп атҡарырға тырышты. Өҫтәлдәге һый-хөрмәт янында һәр төрлө шешәләр ҡуҡырайып теҙелеп ултырҙы. “Давай-давай, тот беҙҙең менән, армиянан ҡайттың, имеешь п-о-о-лное право!” – йәш һалдаттарҙы шулай ҡеүәтләп, ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйланылар.

Ата-әсәне оҙаҡ көттөрмәй, өй ишеген яусылар килеп ҡаҡты – балалар башлы-күҙле була башланы. Ғәҙәт буйынса, яҡты донъяға килгән ейәндәрҙең тояғы шартына килтереп “йыуыла” торҙо... Тик ниңәлер малайҙар һаман өйләнмәй , әллә ни эшләргә лә яратып бармайҙар. Ғәҙәттәгесә тыуған көн йә байрамда ғына түгел, мунса яҡҡан һайын өҫтәл түрендә “аҡбаш” ялтырар булып китте. Ата-әсә менән бергә ҡыҙҙар, кейәүҙәр, килен һәм уландар рюмка сәкәштереүҙе ғәҙәткә әйләндерҙе. Йортҡа ҡара йылан ныҡлап эйәләште. Халыҡ, әҙәм балаһы бәлә-ҡаза яҡынлауын һиҙмәй ҙә ҡала, тип ҡалай хаҡ әйткән...

ххх

Эйе, ғүмеркәйҙәрҙең үтеүе – яҡындағы аҡланға еләккә барып ҡайтыу менән бер инде. Ана бит, Сибәркәйебеҙ ҙә олоғайҙы. Арыны, һаулығы ҡаҡшаны. Ҡасандыр балҡып торған тәҙрәләр төҫһөҙләнде, ап-аҡ пәрҙәләргә кер ҡунды, баҡсалағы аллы-гөллө сәскәләрҙе әрһеҙ дегәнәктәр баҫып алды. Ире менән ярышып һуҡмышлаған әсә уландарынан да оялмай башланы. “Үҙ бәғерҙәрем бит, баштары ауыртып йөрөмәһен, төҙәтһендәр әйҙә, - тип уйлай ул. - Ир күптән араҡы ҡолона әйләнгән, хәҙер ул – бар ни, юҡ ни. Малайҙар менән, исмаһам, донъя хәлдәрен һөйләшергә була. Аңлай бит улар әсәне, кәрәк булһа яҡлаша ла. Ҡатындан уңманылар, бәхеткәйҙәре булманы. Ярай, әйҙә йәшәһендәр эргәлә, артыҡ йән түгелдәр әле...”.

Эй, Сибәр еңгә, Хаҡ тәғәлә шул ҡәҙәре лә яратып, илаһи зат итеп яралтҡас, яҙмыш һиңә ҡарата аяулыраҡ, мәрхәмәтлерәк булырға тейештер ҙә бит. Әллә яттар күҙе тейҙе, әллә холҡоң бигерәк йомшаҡ, әллә хаттин тыш кеше йәнле булдың. Иреңде йәнеңдән артыҡ күреп яратыуың башыңа еттеме әллә? Яҡын кешеләреңдең әйтеүҙәренә ҡолаҡ һалманың шул, көлөп кенә ҡуйҙың. Борма-борма тормош һуҡмағын үткәндә абындың, һаҡлай алманың үҙеңде, матур еңгәм. Ҡурсалап үҫтергән малайҙарың бер көндө һиңә йоҙроҡ күтәрҙе, өйөгөҙҙә ыҙғыш-ғауға, атай-әсәйгә ҡул күтәреү ғәҙәти хәлгә әйләнде. Күршеләреңдән оялыпмы, урамға сыҡмай башланың. Күренһәң дә, күҙ төбөндәге күкте йәшереп, башыңды эйеп үтә инең. Күрше-күләндәрең шомланып, уландарың хаҡында: “Йә, Хоҙай, әсәйҙәре менән бер түшәккә ята ла ҡуя анау ике алпауыт”, тиештеләр. Ысын булдымы, бушмы, кем белә...

Шулай иртә һулыған сәскәләй, яҡты донъянан ҡәҙерһеҙ генә китеп барҙың. Ташландыҡ ҡош ояһына эйәләгән ҡоҙғондар һымаҡ, ҡараусыһыҙ усағыңа тиҙ арала йөҙҙәре шешмәк ир-ат, һәпрә кейемле ҡатын-ҡыҙ эйәләште.

Өйөң янынан көн дә үтәм. Фани донъяла һин юҡһың инде. Кинйә улыңдың ғүмере лә иртә өҙөлдө. Ҡасандыр бәһлеүән ише булған ирең оҙаҡ ҡына урамда яңғыҙ ата ҡаҙҙай аҙашып йөрөнө. Ниҙәр булғандыр уның күңел даръяһында? Бәлки һиңә үлеп ғашиҡ булған саҡтарын һығынғандыр, бәлки аяныслы яҙмышың тынғы бирмәй, выждан ғазабы яфалай торғандыр. Кем белә?.. Халыҡ әйтмешләй, берегеҙ –алтын терәк, икенсегеҙ алтын ҡанат булып йәшәргә лә, йәшәргә ине һеҙгә. Үкенес. Их, Сибәр еңгә, һағынам һине...

ххх

Сеү, туҡта! Таныш тәҙрәләргә күҙ һал әле – ап-аҡ пәрҙәләр эленгән бит! Баҡсаны баҫҡан дегәнәктәр ҙә юҡҡа сыҡҡан... Ана, бер матур һын тәҙрә яҡтауҙарын зәп-зәңгәр төҫкә буяп йөрөй.

- Һаумы, һылыу! – тип сәләм бирмәй түҙә алманым.

- Һаумыһығыҙ, апай!

-Кем булаһың әле, ҡайҙан килдең?

-Был өйҙә оләсәйемдәр йәшәне, тик ул мәрхүмә инде. Ҡартатай олоғайҙы, уны әсәйем тәрбиәләй хәҙер.

-Улай икән... Оләсәйеңдең өйөн йыйыштырып йөрөүең бик хуп, һылыу...

-Апай, был өйҙә иптәшем менән мин йәшәйәсәкмен. Ағайымды, оләсәйҙең улын, ныҡыша торғас, аҡыллы ғына ҡатынға өйләндерҙек, тыныс йәшәп яталар. Диплом алып, кейәүгә сыҡҡайным, ҡартатайым өйҙө беҙгә бүләк итте. Бына шулай! – һылыу миңә тура ҡарап ихлас итеп йылмайҙы. Уның йылмайыуында Сибәр еңгәмдең шаянлыҡ һипкән теремек күҙҙәре, бар булмышына һөйкөмлөлөк биргән матур ғына соҡорҙар, ынйы кеүек теҙелгән ап-аҡ тештәр балҡып китте һәм тирә-йүнгә яҡтылыҡ, йылы нур өҫтәлгәндәй булды...

Мин берсә йылмайып, берсә моңайып юлымды дауам иттем. Тимәк, был йортта тормош дауам итәсәк, уға яңынан ҡот ҡуныр, шатлыҡ һәм мөхәббәт ҡайтыр, тип юраным.
ЛИЛИӘ ҒӘНИЕВА.
Читайте нас: