Яҙғы өҙөк ваҡытта, әле ҡараға баҫмаған, йәшелгә тейенмәгән осорҙа, өйҙә ашарҙарына бөткәс, күршеләге урыҫ ауылына, ҡул араһына ингән үҫмер малайын эйәртеп, бер аҙ ашарға табылмаҫмы тигән өмөт менән, эш эҙләп сыға бер ҡарт. Ауылға ингәс, тамаҡ хаҡына берәүҙең һарыҡ һарайын таҙарталар. Ҡыш буйына йыйылған тиреҫте таҙартыуы ауыр булһа ла, тамаҡтары туйғас, тағы эш эҙләп бер өйгә инәләр. Уларҙы бик бойоҡ ҡына урыҫ бабайы ҡаршылай. Аңлатыуынса кесе улы бик ҡаты сырхай икән, бер эшкә лә ҡулы бармайыраҡ тора. Быларҙан тирә-яҡтағы берәй көслө им-томсоно белешә. Йәнләнеп киткән ҡарт аптырап ҡалмай: