Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Проза
14 Ғинуар 2020, 19:20

Ер парында дауаланыу

Тирә-яҡҡа бешкән үләндең хуш еҫтәре тарала. Тән бешмәҫлек булғас, эҫерәк булһа һалҡын үлән дә ҡушалар, үләнгә баштан аяҡ күмеләләр. Беҙ эргәләрендә ярҙам итешәбеҙ. Эҫе тәңгәленә һыуыҡ үлән тығабыҙ, һауа үтһә өҫтөнә ябабыҙ, һыуһаһалар йылы сәй бирәбеҙ. Һәр кеше үҙенең хәленә ҡарап ята, артығы кәңәш ителмәй. Торғас әҙер йылы һыу менән сайынып, ҡоротонғас йылы ғына кейенеп алалар. Ике-өс көн елдән, һалҡындан һаҡланып йөрөргә ҡушыла ине. Ятҡан, ултырған ерҙәренә рәхмәт уҡып, тәбиғәттең, тирә-яҡтын именлен теләп ҡайтырға ҡуҙғалалар. (Гөлдәр Калимуллина яҙған был хикәйәне сайттан уҡығыҙ)

Ауылдағы тулҡын-тулҡын ябырылған эш араһында, йәйге йылы, елһеҙ көнөндә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, йылға ярындағы ҡомлоҡҡа, ер парына йәки үҙҙәре әйтмешләй үләнгә ятырға йыйылалар.
Был сараға ҡара яҙҙан, үҙ-ара һүҙ йөрөтөп, йыйыналар. Кемгәлер ятып ҡарарға кәңәш бирәләр, берәүҙәрҙе теләһә лә кире һүрәләр. Көнөн дә алдан тәғәйенләп, билдәләп ҡуялар. Сөнки ниндәйҙер үлән сәскә атмаҫҡа, ҡайһыларының гөрләп сәскә атҡан сағына тап килтерергә тырышалар ине. Картуф утарҙан алдараҡ ваҡытты самалайҙар ине. Әйтелгән көндә ел булһа, күсерәләр. Берҙән ут яғыуы ҡурҡыныс буласаҡ, икенсенән ҡайтҡанда ел һуғыуы мөмкин.
Бер нисә көн алда, малайҙар билгеләнгән урынға, ҡоро ерек ағастарын ташып ҡуялар. Урынын да кеше күҙенә салынмаҫлыҡ, ҡомло йылға ярын һайлайҙар.
Күңелле лә, үҙенә күрә мәшәҡәтле генә үләнгә ятыу. Алдан үтенгән, тирә-яҡ ауылдағы айырым кешеләргә лә, хәбәр ебәрәләр. Сөнки Буранбайҙан Хәнифә инәй, Баймаҡтан Ғәйшә инәйҙәр йыл һайын килеп, үләнгә ятырға теләктәрен белдерәләр. Көнө-ваҡыты кисектерелһә, йыш ҡына килеп сыҡмай. Телефондың булмауы, машиналарҙың йөрөмәгән сағы.
Был көнгә аҙна самаһы ҡалғас, беҙҙең ҡапҡа ябылмай. Әсәйем берәүҙәренә нимә алырға кәрәклеген әйтә, әҫпеһе бармы-юҡмы икәнлеген белешә. Икенсеһенә яңы бысылған ҡарағай әпилкәһен тоҡтарға тултырып алып барырға кәңәш бирә. Ул саҡта шыптыр тоҡсайҙар булманы, ризыҡты һауыттарға түгел, иҫке гәзиттәргә төрөп алалар. Беренсенән ҡайтҡанда ауыр, мәшәҡәтле буласаҡ, икенсенән ҡағыҙҙарҙы аҙаҡ утҡа тығаһың да, тирә-яҡ таҙа, ҡулың буш. Ауыр ризыҡ ашамаҫҡа, шулай уҡ ас та булмаҫҡа.
Кәрәк-ярағын күтәрешеп беҙ, ҡыҙҙар арттарынан эйәрәбеҙ. Ярҙамға үҙҙәре үк саҡыралар. Барғас та ҡомда кеше инеп ятмалы соҡорҙар ҡаҙыла кеше һанына ҡарап. Уларға ерек ағасын тултырып ут яғалар. Утта баҡырсаларҙа сәй ҡайнай. Кемдер салғы менән үлән саба. Үләнде йылға ярына алып килгәс, кәрәкмәгәнен сүпләп ташлайҙар. Ташлаған төймәләй һары сәскәләрҙе йыйып беҙ башыбыҙға таж үрәбеҙ. Матур булһа ла ул сәскәләрҙе айырып ташлайҙар ине, ярамағандыр инде. Күмәкләшеп тәмлекәстәр менән сәй эсеп алғас, тағы ҡайнатырға ҡуялар. Быныһы үләнгә ятҡанда һыуһағандарға һыуытып эсерер өсөн. Был ваҡытта һыуыҡ айран, һыу эсмәйҙәр.
Ут һүрелгәс баҙырап ятҡан ҡуҙҙарҙы айырым бер урынға өйәләр, артығын йылғаға ташлайҙар. Сабылған йәш үләнде шул соҡорға тултырабыҙҙа өҫтөн кейемдәр менән баһырып ҡуябыҙ. Әлдән-әле болғап торорға кәрәк, быныһы үлән тигеҙ быҡһын өсөн. Өйөлгән ҡуҙҙар өҫтөнә биҙрәләргә һыу тултырып йылытырға ҡуялар, сыҡҡас сайыныштырып алыр өсөн.
Тирә-яҡҡа бешкән үләндең хуш еҫтәре тарала. Тән бешмәҫлек булғас, эҫерәк булһа һалҡын үлән дә ҡушалар, үләнгә баштан аяҡ күмеләләр. Беҙ эргәләрендә ярҙам итешәбеҙ. Эҫе тәңгәленә һыуыҡ үлән тығабыҙ, һауа үтһә өҫтөнә ябабыҙ, һыуһаһалар йылы сәй бирәбеҙ. Һәр кеше үҙенең хәленә ҡарап ята, артығы кәңәш ителмәй.
Торғас әҙер йылы һыу менән сайынып, ҡоротонғас йылы ғына кейенеп алалар. Ике-өс көн елдән, һалҡындан һаҡланып йөрөргә ҡушыла ине. Ятҡан, ултырған ерҙәренә рәхмәт уҡып, тәбиғәттең, тирә-яҡтын именлен теләп ҡайтырға ҡуҙғалалар.
Беҙгә ҡыҙыҡ күңелле булһа ла, үҙҙәренсә дауаланыу сараһы булғандыр. Быуындар, бил һыҙлағанда, ҡатын-ҡыҙ ауырыуынан, ҡатыу ҡалҡҡанда, бәүел тотмағанда килешә тинеләр. Ә әҫпеһе (аллергия) булғандарға, йөрәге, башы ауырығандарға кәңәш ителмәй ине. Шулай уҡ үләндә ятҡанда бөтә тәне күмелергә тейеш. Аяғын йәки ҡулын сығарып ятырға ҡушманылар, һыҙлауға ҡала тип белделәр. Кемдең үләнгә аллергия, үлән урынына ҡарағай әпилкәһе һалалар ине. Тирә яҡ ауылдарҙан, әсәйемә үләнгә һалыуын һорап килеүҙәренә ҡарағанда файҙаһы булғандыр. Күптәренә өйрәтеп ҡайтара ине.
Гөлдәр Кәлимуллина.
Читайте нас: