Бөтә яңылыҡтар
Проза
3 Декабрь 2019, 11:20

Яҡтыллыҡҡа сорналған ғүмер

Әсәйем Мәүлиха Фәттәх ҡыҙы һәм атайым Хәмит Зәйнулла улының яҡты иҫтәлектәренә арналаБөтәһе лә Хәлиттең һүҙҙәренән, юҡ, уның күҙҙәренән башланды. -Булған өмөтөмде һин һүндерҙең, киләсәк тормошомдо тик һинең менән күрҙем. Бөтәһен дә селпәрәмә килтерҙең,-тип ҡараны Хәлидәгә. -Өфөгә эшкә китәм, ҡыҙҙар бүлмә алғандар миңә. Ә һин табырһың әле берәүҙе! Хәлит башҡа бер нәмә лә өндәшмәне, әкрен генә торҙо ла ишеккә юлланды. Был ниндәй хәл, тип башын тотоп ултырҙы Хәлидә. Иҫ киткес күҙҙәр: үлеп бөткәндәр, бәхетһеҙҙәр, ир-егеттәрҙең шундай күҙҙәрен күргәнем булманы. Әллә инде илағанмы икән, тип борсолдо Хәлидә. Икенсе көндө мулла олатай килде. -Ҡыҙым, ул бит бик һәйбәт кеше, уйла әле, уйла. Шундай кешене табырһыңмы икән? Унан эргәһенә яҡыныраҡ килеп: -Бәлки, ул һинең бәхетеңдер, Хоҙай Тәғәлә һине бушҡа ебәрмәгәндер әле беҙҙең яҡҡа! Хәлидәнең битенән һыуыҡ ҡына ел үткән кеүек тойолдо. Аҙаҡ ул олатай мине өшкөрҙө тип уйланы. Хәлидә Хәлиткә кейәүғә сыҡты. Бәләкәс кенә өй, дүрт бала, әсәйҙәре үлеп ҡалған. Хәлит һәр ваҡыт эштә, ауыл советы рәйесе булып эшләй, уларҙы халыҡ хөкүмәт кешеһе, тип йөрөтә. Бер көнө шул тиклем һағыш баҫты Хәлидәне, апаһын иҫкә төшөрөп: “Шуның балаларын ҡарашам,тип килдем был яҡтарға. Ә хәҙер үҙ яғыма ҡайтырға кәрәк, үҙ еремде, туғандарымды, йукәләремде, алмағастарымды, бал еҫен бик ныҡ һағындым”. Шунда уйнап-үҫеп, шишмә һыуын эсеп, быуала һыу инеп үҫте улар Баян менән. Уларҙы игеҙәктәр тип йөрөттөләр. Баҫыуҙа көнөн-төнөн эшләгәндәр бигерәк тә иҫтә ҡалған, ял иткәндә өҙҙөрөп Баяндың баянда уйнағаны. Баян, Баян... Бына тигән егет ине, исеменә есеменә тап килеп тора ине. “Һин мине көт”, тип һуғышҡа китте. Китте лә ҡайтманы. Хәлидә егеттәрҙе ат менән Өфөгә һуғышҡа ташыны. Ә Баян киткән көнө Хәлидәне эш менән Мәләүезгә ебәрҙеләр. “Нишләп беҙҙе Хәлидә алып барманы? Ул алып барһа, мин иҫән-һау ҡайтыр кеүек инем”,-тип әйткән Баян дуҫтарына.

Әсәйем Мәүлиха Фәттәх ҡыҙы һәм атайым Хәмит Зәйнулла улының яҡты иҫтәлектәренә арнала...

Хәлидә инәйҙе өлкән кейәүе күрәҙәсегә барырға өндәне. Күп уйламайынса, ул ризалашты. Ризалашҡанын үҙе лә белмәй ҡалды: әллә кейәүенә иптәш булып барырға, әллә, һыу, ер, күреп ҡайтырға. Оҙаҡламай улар юлға сыҡты. Кейәүе ҡурай дискын һалып ебәрҙе, аҡ ҡайындар тәҙрә аша ҡул болғап тороп ҡалды.
“Бына, исмаһам, сәхрә, иҫ киткес тәбиғәт, күрше ауылыбыҙҙың тәбиғәте байыраҡ икән”,-тип тәҙрәгә текләберәк ҡарап ҡуйҙы ул. “Ана, ҡайҙа тиклем ҡайындар һуҙылған...”
Күп тә үтмәне улар ауылға барып инде. Кешеләрҙән һорап та өлгөрмәнеләр, ҡул менән генә күрһәтәләр. Ахыры, өйрәнеп тә бөткәндәр. Күрәҙәсегә бер нисә кеше бер юлы инә икән. Күрәҙәсе инәйҙең эргәһенә килеп баҫты, Ҡөрьән китабын башынан уратып сыҡты ла, һөйләй башланы: “Аҙашҡан болан балаһындай күрәм һине. Хоҙай Тәғәлә биш кешенең аҡылын биргән үҙеңә, һин эшләгән изгелектәр ерҙе ҡаплаған, һин биргән ризыҡтар меңләгән кешегә еткән. “Балаларым ҙур ерҙә эшләй” тип ҡыуанып йәшәйһең, һиңә оҙон ғүмер бүләк иткән Хоҙайым”.
Был һүҙҙәрҙән һуң бөтәһе лә тынһыҙ ҡалды. Ошо һүҙҙәрҙән дә изге һүҙҙәрҙе ишетеүе мөмкинме һуң? Хәҙер инде үҙҙәре тураһында тыңлағыһы килмәгән төҫлө булды. Хәлидә инәй күрәҙәсенән сыҡҡас үҙен бәүелеп киткән кеүек тойҙо. Йәше әҙ түгел-90 йәш. Күрәҙәсенең һүҙҙәре уға ныҡлап барып етмәгән ине әле. Яй ғына һауаға сығырға ынтылды, барып эскәмйәгә ултырҙы, икенсе кешеләрҙе көтә башланы. Машинаға инеп ултырғас ҡына күрәҙәсенең һүҙҙәре барып еткән кеүек булды. Күҙ алдынан сағыу, тетрәндергес тормошо үтте...
Бөтәһе лә Хәлиттең һүҙҙәренән, юҡ, уның күҙҙәренән башланды.
-Булған өмөтөмде һин һүндерҙең, киләсәк тормошомдо тик һинең менән күрҙем. Бөтәһен дә селпәрәмә килтерҙең,-тип ҡараны Хәлидәгә.
-Өфөгә эшкә китәм, ҡыҙҙар бүлмә алғандар миңә. Ә һин табырһың әле берәүҙе!
Хәлит башҡа бер нәмә лә өндәшмәне, әкрен генә торҙо ла ишеккә юлланды.
Был ниндәй хәл, тип башын тотоп ултырҙы Хәлидә. Иҫ киткес күҙҙәр: үлеп бөткәндәр, бәхетһеҙҙәр, ир-егеттәрҙең шундай күҙҙәрен күргәнем булманы. Әллә инде илағанмы икән, тип борсолдо Хәлидә. Икенсе көндө мулла олатай килде.
-Ҡыҙым, ул бит бик һәйбәт кеше, уйла әле, уйла. Шундай кешене табырһыңмы икән? Унан эргәһенә яҡыныраҡ килеп:
-Бәлки, ул һинең бәхетеңдер, Хоҙай Тәғәлә һине бушҡа ебәрмәгәндер әле беҙҙең яҡҡа!
Хәлидәнең битенән һыуыҡ ҡына ел үткән кеүек тойолдо. Аҙаҡ ул олатай мине өшкөрҙө тип уйланы.
Хәлидә Хәлиткә кейәүғә сыҡты. Бәләкәс кенә өй, дүрт бала, әсәйҙәре үлеп ҡалған. Хәлит һәр ваҡыт эштә, ауыл советы рәйесе булып эшләй, уларҙы халыҡ хөкүмәт кешеһе, тип йөрөтә. Бер көнө шул тиклем һағыш баҫты Хәлидәне, апаһын иҫкә төшөрөп: “Шуның балаларын ҡарашам,тип килдем был яҡтарға. Ә хәҙер үҙ яғыма ҡайтырға кәрәк, үҙ еремде, туғандарымды, йукәләремде, алмағастарымды, бал еҫен бик ныҡ һағындым”. Шунда уйнап-үҫеп, шишмә һыуын эсеп, быуала һыу инеп үҫте улар Баян менән. Уларҙы игеҙәктәр тип йөрөттөләр. Баҫыуҙа көнөн-төнөн эшләгәндәр бигерәк тә иҫтә ҡалған, ял иткәндә өҙҙөрөп Баяндың баянда уйнағаны. Баян, Баян... Бына тигән егет ине, исеменә есеменә тап килеп тора ине. “Һин мине көт”, тип һуғышҡа китте. Китте лә ҡайтманы. Хәлидә егеттәрҙе ат менән Өфөгә һуғышҡа ташыны. Ә Баян киткән көнө Хәлидәне эш менән Мәләүезгә ебәрҙеләр. “Нишләп беҙҙе Хәлидә алып барманы? Ул алып барһа, мин иҫән-һау ҡайтыр кеүек инем”,-тип әйткән Баян дуҫтарына.
Эй, һуғыш, һуғыш, нисә яҙмышты һин селпәрәмә килтерҙең, нисә кешенең ғүмерен өҙҙөң! Хоҙайым, бер ваҡытта ла башҡа һуғышты күрһәтмә! Хәлидә төрлө уйҙар уйлай-уйлай әйберҙәрен бер төйөнсөккә йыйҙы, уны ул соланға сығарып куйҙы.
“Бөгөн үк ҡайтып китәм”,-тине үҙенә. Әйтеп тә бөтмәне, берәүҙәр ҡапҡаны асты, дағыр-дағыр арба инде, күрше ауылдан ҡатнашып йөрөгән олатай менән инәй килгән икән.
Боронғолар белмәй әйтмәгән: дуға инә-доға инә, тип. Бәлки, был өйгә лә дуға алып килгәндер доғаны. Китергә яҙмаған. Тормош йөгөм шул микән? Ә хәҙер кемдең йөгө еңел икән? Эйе, һәр бер ваҡытҡа, дәүергә үҙ ауырлығы төшә кешегә, һәр бер кеше үҙенең йөгөн тарта, ат кеүек саба, һуғыш осоронда кешеләр яҡшы ат кеүек бер туҡтамай сапҡан да сапҡан. Хәлидә лә үҙ йөгөн тартырға була. Бер көнө бәләкәс малайҙары салбарын күрһәтте: бер балағы юҡ, уны ҡомаҡ алып киткән. “Итәктәрем дә бөттө бит әле, һеҙгә салбар тегә-тегә, тип уйлап ҡуйҙы Хәлидә. Унан ин тәүҙә өйҙе нығытырға кәрәк, тигән уйға килде.
Күрше Әғзәм ағай менән дранкылар ҡатып ҡуйҙылар, уныһын һылап, ағартып та ҡуйҙы Хәлидә. Көн һайын урманға барып емеш-еләк йыя башланы. “Килен әллә нимәне урмандан тоҡ менән ташый ҙа ташый”,-тип аптырашты күршеләре. Ә ул баланды мейестә быҡтырып балаларға ҡатыҡҡа болғатып ашатты, икмәк араһына ла һалды. Бер ҡыш көнө Самат ағай төрмәнән ҡайтҡан кешене төрөп алып ҡайтырға тип, толоп һорап алып торҙо. Тиҙҙән уны алып килде. Бер нисә көн үткәс балалар бер-бер артлы илашып мәктәптән ҡайтты: “Беҙҙе мәктәптән ҡыуып ҡайтарҙылар, бетләгәнһегеҙ тип”. Хәлидә уларҙың һәр береһен ҡарай башланы. Ысынлап та балаларҙың
кейемдәре лә, баштары ла лыс бет ине, килеп толопты ҡараны: уныһында беттәр мыжғып йөрөй ине. Хәлидә тиҙ генә уны тышҡа алып сығып ташланы, әйберҙәрҙе лә ташый башланы. Мал врачына йүгереп барып башмаҡҡа дуст кәрәк тип һорап алды. Балаларҙы күрше апайға алып барып, өйҙө ағартырға тотондо. Өйҙө ағартып та бөттө, иҫһеҙ ҡоланы. Алай ҙа күршеһе килеп инә. “Килен ағыуланған”, тигән хәбәр ауылға тиҙ тарала. Бөтә кеше йыйылған, фельдшер ҙа килеп еткән. Хәлидә ипләп кенә күҙҙәрен асты, үҙен томан эсендә ятҡан кеүек хис итте. Бала һыҡтаған тауышты ғына ишетте: “Әсәй, һин үлмә инде, атай үлһә лә ярай”.
Икенсе көндө дауаханаға Хәлит килде: “Нишләп мине көтмәнең? Харап ҡына була яҙғанһың бит!Һиңә ҡымыҙ алып килергә ҡуштылар”,-тип стакан менән ҡымыҙ һүҙҙы. Хәлит көн һайын ҡымыҙ алып килде. Бөтә дауахана туйҙы ҡымыҙға.
Өйгә ҡайтҡас бер көн балалар аҡ төйөнсөк тапҡан. ”Ҡайҙан алдығыҙ?” “Нигеҙ өҫтөнда ята ине”. “Алмаҫҡа кәрәк ине”. Хәлидә өлкәнен күрше апайға ебәрҙе. Апай йүгереп тә ингән. “Сихыр был, сихыр! Алай ҙа сисмәгәнһегеҙ. Хәлитте бик күптәр оҡшатып йөрөнө. Ә берәүе бигерәк тә ыҙалатты. Шуның ғына эше. Мин беләм уны нимә эшләтергә”,-тип Мәхмүзә апай сепрәк менән генә тотоп төйөнсөктө алып сығып китте. Нимә эшләткәнен Хәлидә унан һораманы. Шул көндән алып Мәхмүзә апай Хәлидәне бер үҙен ҡалдырманы. Мәхмүзә апай үҙе бик унған булды, ундайҙар тураһында кешеләр, йөрөгән ерҙә ут сәсрәтеп йөрөй тип әйтәләр. Икенсе күршеһе Зөләйхә апай ҙа бик шәп булды, ул тынысыраҡ ине. Улар бөтә тормош серҙәренә өйрәтте. Апайҙары нисек кенә ҡурсалаһалар ҙа Хәлидә ауырып китте. Шул саҡ ҡалала йәшәгән Хөмәриә инәй шылтыратты: “Тиҙ генә килеп ет, Мөжәүир олатай килде!”. Хәлидә атты егеп, һарыҡ, ҡаҙ итен һалып ҡалаға ашыҡты. Өйгә ингәс иҫәнләште. Олатай янындағы егеттәргә: “Ҡыҙым тоҡҡа һалып ит алып килгән, ә һеҙ һоло тип алып ҡуйҙығыҙ, келәткә индерегеҙ, атыу эт ашап ҡуйыр”. “Олатай ҡайҙан белде икән, тип уйлап ҡуйҙы Хәлидә. Хәлидәне ҡарағанда олатай: “Һиңә ныҡ күҙ тейгән, ошо майҙы һөртһәң бөтөр, ошо аятты уҡып йөрө”,-тип яҙылған ҡағыҙҙы тотторҙо. “Бик һәйбәт кешегә кейәүгә сыҡҡан икәнһең,-тип дауам итте. Төрлө насар уйҙарҙы уйлама, һин бәхетле булаһың, киләсәгең һинең яҡты”.
Уға нисәмә йылдар үтһә лә, инәй олатайҙы онотмай. Йәй һайын Мөжәүир олатайҙың ҡәберенә барып аят уҡый. Хәлидә инәй уның рухы шатланыуына ышана: аят уҡып бөткәс ағастағы япраҡтар елберләй. Хәлидә Мөжәүир олатай әйтҡән һүҙҙәргә бик ныҡ ышанды. Үҙенә төшкән йөктө тырышып тарта башланы: ҡышын мал ҡараны, ә йәй буйы бәләкәс балалар менән, хатта имсәк балаһы менән, бесән эшләне. Ә Хәлитенә уның ял да, отпуск та, аҡсаһы ла юҡ тиерлек. Алты ауыл уның ҡармағында, яҙлы-көҙлө һыбай йөрөп эшләй, ә ҡышын кашауай сана егә, ҡалаға барған да күсерен ултыртып пар ат менән бара. Өй яғы ныҡ, ышанған кешеһе булғас Хәлит эшкә бик ныҡ бирелде. Хәлидә бигерәк тә яҙ көндәрендә, шәмен һүндереп, тәҙрә аша ай яҡтыһы төшкән юлға ҡарап, һыбайлы кеше күренмәҫме, тип ултырҙы. Көндөҙ ул ҡош-ҡорт менән була, баҡсала ла булыша, йәшелсә лә үҫтереп өйрәнде. Уны ул председатель Янтурин ағайҙың килененән өйрәнде. Улы уны Украинанан һуғыш бөткәс алып ҡайтҡан икән. Килендәре үҙ иленән төрлө орлоҡтарҙы алдырған. Хәлидә посылка асҡандарында булып аптыраны: ҡом араһында бер нисә күҙ менән генә картуфтың ҡабыҡтары ғына ята. Шунан улар бик күп уңыш алды. Ҙур баҡса эшләнеләр, унда ете-һигеҙ кеше эшләне, уңыш та шәп булды. Уңышты күргәс, район һалым һорай башланы. Шуның менән бәйле бер ҡыҙыҡ хәлде иҫләй Хәлидә инәй:
--Һалым туләргә аҡсам юк, тигән председатель, әҙерәк кенә көтөгеҙ, кишеремде булһа ла һатып түләрмен”.
Шунан башланған инде ғауға... Комиссия килеп еткән. Председатель бер нәмә лә аңламай. “Колхозға әҙерәҡ ярҙам булһын, бер тинде ике тин итәйем, тип йөрөгән көнөм”.
Баҡсаһын күрһәтергә ҡуштылар. Унда барғас барыһы ла хайран ҡалды. Аңлаштылар. Гуреевич тигән бик шәп врач уларҙы яклаған: районда берҙән-бер баҡса, кишерҙәрен балалар баҡсаһына алырға кәрәк. Гуреевич Хәлидәләргә лә ярҙам итте. Хәлит һуғыштан контузия менән ҡайтҡанға, ҡапыл ғына ауырып китә. Хәлидә Гуреевичҡа шылтырата һалған. Алып килегеҙ, тип ишеткәс, атын егеп, Хәлитте ултыртып ҡалаға алып китте. Врач уларҙы һәр ваҡыт ҡаршы алыр ине. Һәйбәт кеше һәйбәт инде, йөрөгән ерендә тик яҡшыны ғына сәсеп йөрөнө.
Бер көнө Хәлидәнең атаһы ауырый, тип хат килде. “Әй, атай, һауығып китә алмағанһың икән. Һау ғына бул инде. Бер кешегә лә зыяның булманы. “Ҡыҙым, ярайҙың аты арымай,ярай, тип әйт кешегә, изгелек ерҙә ятып ҡалмай, үҙеңә әйләнеп ҡайта”,-тип өйрәттең”. Атаһы Хәлидәне бик ныҡ яратты: әллә уға оҡшағанға, әллә эш яратҡанға. Улы булмағанға бөтә ирҙәр эшенә өйрәтте: ат тәрбиәләргә, бесән эшләргә, кәртә-ҡура эштәренә. “Атай, һин миңә кәрәкһең”, тип шыбырланы Хәлидә. Эйе, атай, әсәйҙән яҡыныраҡ һүҙҙәр бармы икән был донъяла? Һәр бер кеше ғүмер буйы үҙенә атай, әсәй минән риза булдымы икән тигән һорау ҡуя. Ҡайһыһы ризалығын алып өлгөрәм тип йугерә башлай, ҡайныһы һуңлай...
Әллә фабриканың һыуына алып ҡайтайыммы икән? Бөтә кеше шунда дауалана, тип уйлап ҡуйҙы Хәлидә. Күп тә уйламай, ул юлға сығырға булды. Хәлит аптырап: “Бәләкәй бала менән нисек бараһың? Мине саҡ ҡына көт”,-тине. “Юҡ. Көндәр һалҡыная башлай, иртәгә юлға сығам”. Бер нисә көндән Хәлидә егерме көнлөк балаһы менән атаһын алып та ҡайтты. Икенсе көндө үк уны һыуға алып китте. Атаһын өс ай һыу индерҙе. Ул ҡултыҡ таяҡтарын ташлап йөрөй башланы. Атаһының бәхетле күҙҙәрен бөгөнгөләй хәтерләй Хәлидә.
Ул ваҡытта Хәлидәләргә кеше күп килде. Уларҙы уполномоченный, тип йөрөттөләр. Бер-ике көнгә генә килмәйҙәр, ә айҙар буйы йөрөйҙәр. Һыбай килгәс нисек улар ҡайтып-килеп йөрөһөн? Аптырап күрше буш өйҙө таҙартып алдылар, эш буйынса килгәндәр шунда ашап-эсеп йөрөнө. Шулар араһында Зекериә Аҡназаров та булды. Хәлидә инәй бөгөнгөләй хәтерләй: ойоҡбаштарын йыүып элә лә, ҡатыҡ эсеп ала, шунан балалар араһына урындыҡҡа менеп ята, тик яланаяҡтары ғына күренә. Хәлит менән Хәлидә шул кеше тырышып, ҙур ерҙәрҙә эшләп йөрөгәненә ҡыуанды.
Бер йылы ауылға ҡайғы килде-ҡыҙылса. Бер- ике көндә балаларҙы ҡырып үтә лә китә, ауылда өс йәшкә тиклем бер бала ла ҡалманы. Хәлидәләрҙең дә ике балаһы үлде. Улар бик ныҡ ҡайғырҙы. Хәлит эш менән үҙен йыуата, ҡайтып эшен һөйләй, кәңәш һораған була. Хәлидә лә үҙен эшләп йөрөгән кеүек тоя. Ялан яғындағы кешеләр Хәлиткә бик ныҡ өйрәнде, уны ихтирам итте. Бер эште лә уның менән кәңәшләшмәйенсә эшләмәнеләр. Районда ла эшен күрә белделәр: үҙенә лә талапсан, кешегә лә, халыҡ араһында абруйы ҙур тинеләр.
Бер көнө Хәлидә Хәлиткә: “Бөтә кеше ҡалаға ағыла, унда фабрикалар, заводтар төҙөлә, тейзәр. Киләсәкте уйларға кәрәк. Беҙ ҙә күсәйек”,-тине. “Фекерең һәйбәт, ләкин мин ауылыма ҡайтам, атайымдың васыятын үтәргә”,-булды яуап.
Ҡапыл ун биш йәшлек улдары ауырый башланы. Өфөгә лә, Мәғнитҡә ла алып барҙылар. Бер нәмә лә эшләп булманы: ул вафат булып ҡалды. Шунан һуң Хәлит киҫкен ҡарарға килеп Хәлидәгә: “Ауылға ҡайттыҡ”,-тине.
Ауылға ҡайтып, ҙур өй төҙөнөләр. Уны һалырға Исрафил еҙнәйҙәре ярҙам итте, ул төбәктә танылған балта оҫтаһы ине. Өйҙө биш йыл төҙөнөләр. Күршеләре һөйләнде: “Ағайыбыҙ ҡайтып беҙҙең урамыбыҙҙа ин ҙур өй эшләп ултыртты”. Хәлиттең ҡыуанысының сиге булманы. Үҙ еренә ҡайтып, уның һыуын эсеп, ауылдаштарының ихтирамын күреп, гөрләп үткән һабантуйҙарҙы шатланып, иҫән-һау ҡайтҡан яүгирҙәр менән осрашыуға ни еткән! Түшәккә ятҡан атаһы ҡасандыр уны саҡырып: “Улым, был нигеҙҙе ташлама! Ул ете быуындың нигеҙе. Мин үҙемдең васыятты үтәнем, ә мин һиңә тапшырам”. Атаһы тәҙрәне асырға кушты. Шул саҡта юл аша ғына байҙар йортоноң тышҡы баҫҡысында Зәки Вәлиди кешеләрҙе йыйып телмәр башлап тора ине. Уның тауышы бөтә ауылға ишетелеп торҙо: “Мин күп телдәрҙе беләм, шулар араһында: инглиз. Төрөк, латын, немец һ.б. Мин һеҙҙе яҡты тормошҡа саҡырам”. Ул бик күп һөйләне, ләкин ошо һүҙҙәр кешеләргә ныҡ тәьҫир итте. Ятҡан атаһы: “Башҡорттар араһында ундай кеше юҡ ине әле”,-тине. Хәлит шуны һәр ваҡыт һөйләр булды. Балалары ҡурҡытып: “Ишетеп ҡалмаһындар, вәлидовсы.тип йөрөтөрҙәр”,-тиер ине. “Ә мин ҡурҡмайым”,тип әйткән атаһы. Уға Зәки Вәлиди ныҡ тәьҫир иткән ине. Уның образын ғүмер буйы йөрәк түрендә алып йөрөгән...
Хәлидә эшкә төшәм, тиһә Хәлит: “Аяҡтарың һыҙлай бит, өйҙә лә эш күп”,-тиер ине. Йәш ваҡытында Хәлидә шахта ла эшләгәйне. Ул забойщик булды, ер аҫтына төшөп таштарҙы тиштеләр. Боҙло һыуҙы резина итек менән кисергә тура килде.
Яңы өйгә килеп-китеп йөрөгән кеше күп булды. “Ә олатайҙарҙың нигеҙе”, тип килеүселәрҙең иҫәбе-һаны булманы. Олатайҙарының биш балаһы булған, шунан тыуған балалар инде. Килеп ингән кешеләрҙе Хәлидә шунда уҡ таныны, сөнки шәжәрәне яттан белде. Шулай ҡыуанып ҡына йәшәгәндә уларға тағы бер ҡайғы килде: йәшләй генә улдары үлеп ҡалды. Көҙ көнө комбайнды йыуып һалҡын тейҙереп, бер көндә генә ауырып үлде. Өйҙә геологтар бар ине, уларҙың барыр ере юк, тип алып килгән булды үҙе. Хәлидә менән Хәлитҡә бөтмәҫ ҡайғы булды. Тик ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһенә таянып йәшәгән туғандары, дуҫтарының ярҙамында ҡайғыны еңделәр.
Эйе, улар бер көн дә кешеһеҙ йәшәмәне. Барыһы ла Хәлидә инәйҙең яҡты йөҙөнә, аҡыллы һүҙҙәрены тартылды. Ә Хәлит килгән кешегә ҡыуанды, бәләкәй шатлыҡтарҙы ла ҙур итеп ҡабул итә белде. Хәлидәнең атайы: ризыҡ өләшкәндә фәрештәгә Аллаһы Тәғәлә әйткән тейҙәр: “Быларға хисапһыҙ ризыҡты бир, уларҙа кеше ризығы күп”,-тип әйтергә ярата ине.
Хәлидәләрҙә лә кеше күп, ризыҡтары мул булды. Өй ҙур булғас, яҡты йөҙ булғас, совхозға килгән кешеләрҙе алып килә инеләр. “Зинһар, ошо егеттәрҙе иңдерегеҙ”,-тип инәләләр. “Өй тулы бала, ауылда ҡунаҡхана юҡ шул”,-тип уйлап ҡуйҙы инәй. “Әйҙә, үтегеҙ”,-тип өндәште ул. Егеттәр еүеш кейемен сисеп инделәр. “Берәүҙәрҙең ғәзиз генә балалары инде”, тип уйлай-уйлай, инәй эремсеген, ҡоротон, ҡаймағын алып ҡуйҙы. Егеттәр сәй эсеп алғас матурайышып, йылмайышып китте. Ҡайҙан килеүҙәрен һорағас, “Мәскәүҙән”, тинеләр. “Беҙ рәссамға уҡыныҡ, хәҙер практикаға килдек”. Оҙаҡламай һәр баланы ултыртып һүрәт төшөрә башланылар. Рәссамдәр был ғаиләгә тиҙ өйрәнде: шап-шоп мунса инеп сығалар, көлә-көлә утын ярып ҡарайҙар. Балаларға төрлө китаптағы һүрәттәрҙе күрһәттеләр, рәсемдәре тураһында һөйләнеләр. Ҡыҫҡаһы, инәйҙең үҙ уландары булып, йәй буйы йәшәнеләр. Уларға ауыл бик оҡшаны: “Һәр бер ерегеҙ тарих менән бәйле. Бигерәк тә кешеләрегеҙ һәйбәт. Ҡарағай морон, Яғалса тауын һаҡлағыҙ. Һеҙгә ҙур музей кәрәк”,-тинеләр. Ҡайтҡан саҡта улар эшләгән һүрәттәрен күрһәтте: боронғо башҡорт өйҙәре, ике ҡатлы байҙар йорттары, сағыу-сағыу балаҫтар, шаршауҙар, таҫтамалдар, ауылдаштарҙың портреттары.
Былар ҡайтып та өлгөрмәне, совхоз етәксеһе үҙе килгән. “Апай, яҡташығыҙҙы һеҙғә алып киләм инде”. Инәй аптырап ҡарап ҡуйҙы: Райком секретаре үҙе бит әле. Оҙаҡламай машина килеп тә туҡтаны. Түрә инде. Иҫәнләште лә, ҡулын ыуалай башланы. Сисенеп үтте. Янып ятҡан түңәрәк мейескә барып аяғын йылыта башланы. Инәй өр- яңы йөн ойоҡбаштарҙы алып һуҙҙы: “Һеҙгә бүләк”. Ул әйтеп тә өлгөрмәне, нәскейҙе секретәребеҙ кейеп тә ҡуйҙы. Был ваҡиғанан күп тә үтмәне уның ҡатыны ла инәйгә бүләк ебәрҙе.
Бер көн инәй ҡатнашып йөрөғән рус ҡатынына аяҡ һыҙлауына зарланды. Ул умырзая кәрәк тигән. Инәй ҡыҙҙарын сәскәгә ебәрә һалды. Тиҙҙән улар бер яулык итеп умырзая алып килде. Уларҙы алып бәйләп тә ҡуйҙылар. Байтаҡ ваҡыт үткәс, күрше ингән, аяғына нимә бәйләгәнен белгәс: “Ой, батюшки, сожгла, сожгла их” ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡараһалар аяҡтар ала-ҡола булған. Инәй оҙаҡ ауырып ятты. Эргәһендә өлкән ҡыҙы булды. Ҡыҙы әсәһе өсөн борсолоп: “Әсәй, мин врач булам”,-тине. “Бик шәп була, ҡыҙым, врач-изге һөнәр”,-тигән булды. Ә хәһер инәй ҡыҙының, кешеләр әйтеүенсә, бик шәп врач, булғанына ҡыуанып бөтә алмай. Әсәһенең аяҡтарын да һауыҡтырҙы бит ул!
Бер көн совхоз етәксеһе үҙе килгән: “Ғаиләһен алып килгәнсе генә тотоғоҙ инде үҙегеҙҙә”,-тип оҙон буйлы кешегә күрһәтте. Хәлит олатай текләберәк ҡарағас: “Атайығыҙ был яҡта эшләмәнеме?” Аликтың аптырауы йөҙөнә сыҡҡайны: “Һеҙ минең атайымды беләһегеҙме?” ”Эйе”, тигән һүҙҙе ишеткәс, ул яҡыныраҡ килеп ултырҙы. Шул көндән алып улар бер ваҡытта ла айырылышманы. Бер ай йәшәгәс, ҡатынын алып килде. Ул Дания исемле ине. Үҙе һылыу, уңған, матур итеп йырлай ине. Бик тәмле үзбәксә былау бешереп саҡыралар ине. Алик Үзбәкстанда уҡыған икән. Үҙҙәре лә әрһеҙ булды: килеп инерҙәр ҙә: “Ризыҡ ҡайҙа-бәндә шунда инде”,-тип әйтерҙәр ине. Мунсаны ла бергә инә башлағас, кешеләр, “туғандары” тип әйтә башланы. Биш йыл йәшәгәс улар үҙҙәренең яғына ҡайтып китте. Хәлидә инәйҙәргә бик ҡыйын булды. Эйе, уларҙы сит яҡтарға яҙмыштары алып килгән. Яҡты йөҙҙө күргәс, яҡшы һүҙҙе ишеткәс Алик менән Дания был ғаиләгә һыйынды.
Эйе, был өйгә ингән-сыҡҡан кеше хисапһыҙ булған... Бигерәк тә әртистәр күп килде. Күбеһе үҙебеҙҙекеләргә әйләнде. Ул ваҡытта ауылда әртистәр килгән көн ҙур байрамға әйләнеп китә торғайны. Кешеләр сағыу-сағыу кейемдәрен кейеп клубҡа ағылыр ине. Хәлидә инәй ҙә әртистәр килә тип ишеткәс, әҙерләнә башлай ине. Әртистәрҙе ҡаршылай, һыйлай, шунан спектаклгә китәләр. Ҡайтҡас инде башлана: пьесаны маҡтау, ҡуйған кеше лә, маҡтала, әртистәр ҙә. Шунан инде хужалар һыйлайҙар, ул көнө йоҡо юҡ. Хужаларҙың сәнғәтте яратыуы, аңлағандары әртистәрҙе лә кыуандырғандыр. “Олатайҙарымдың нигеҙенә киләм”,-тип ҡыуанып килә ине Зифа Баязитова. Минлишев ағай менән Ямал апайҙар һәйбәт әртистәр генә түгел, бик яҡшы кешеләр ҙә ине. Ағай матур итеп скрипкала уйнаны, ә апай бейене. Ҡалаға барғанда инәйҙәр уларға бара ине. Әртистәр ауыл кешеһенә ҙур сәнғәткә берҙән-бер юл һалыусы булды, уларҙың йөрәктәренә нур сәсеп китте, матурлыҡ донъяһын хис итергә ярҙам итте. Хәлидә инәй ҡунаҡтар өсөн махсус карауат тотто. Һәр ваҡыт юрған тыштарын ап-аҡ итеп ҡайнатып йыуып, селтәрҙәрен ҡуйып, ҡалын йәшел одеялын йәйеп, мендәрҙәрен ҡабартып ҡуйҙы. Ялан кешеләре лә уларҙы онотманы: ағасҡа килһәләр инделәр, үҙҙәре менән ҡатнашып йөрөгән ағайҙарҙың улдары был яҡтарға эшкә килеп өс йыл йәшәп китте. Был өйҙөң тупһаһын кем генә ашаҡлап сыҡмаған: олоһо ла, кесеһе лә. Ауылда интернат булғанда инәй ике көн яға ине мунсаны: бер көн үҙ балалары, икенсе көн интернат балалары өсөн. Хәлит ағай унда тәрбиәсе булып эшләне. Уларҙың өйҙәрендә һәр ваҡыт аят тауышы яңғыраны. Хәлиҙә инәй күңеле менән һәр ваҡыт дини булды: уның әсәһе лә, өләсәһе лә абыстай ине. Бәлки, шуға уларҙың йортон бәлә-ҡаза урап үткәндер. Бер йыл улар урамында янғын сыҡты, егерме минут эсендә өс өй ҡаралтыһы менән юҡҡа сыҡты. Уларҙың өйҙәре яңғыҙ бер утрауҙа ултырып ҡалды. Кешеләр: “Кисә аят үткәргәйнеләр шул”,-тиеште.
Хәлидә инәй юралған яҙмышына ҡыуана: биш баланы уҡытты, уларҙың туйҙарын үткәрҙе, хәҙер инде улар матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Килендәренә һәм кейәүҙәренә яҡыныраҡ булһындар тип исем менән өндәшә. Улар тураһында ҡырын һүҙ ишетһә: “Үҙемдең балаларым”,-тип әйтеп ҡуя. Түшәккә ятҡас Хәлите инәйгә: “Һин дә, мин дә бәхетлебеҙ, сөнки балаларыбыҙ бар”,-тине. Кесе улы атай васыятын үтәп ҡыуандырҙы: өйҙө йүнәтте, нигеҙҙе нығытты, өй тултырып ҡунаҡ йыйҙы, ҡорбан салдырҙы. Был нигеҙ ете быуындың нигеҙе, был нигеҙҙән кемдәр генә сыҡмаған: бөйөге лә (Абдулхаҡ Игебаевтың өләсәһе), ябайы ла, һуғышып Парижға барып еткәне лә, исеме китаптарҙа яҙылған Аитбайҙа, репрессия ҡорбандары ла. Күпте иҫләй был изге атай нигеҙе...
Хәлидә инәй үҙе таш булып батҡан, күптән тыуған еренә әүерелгән күк Ирәндеккә ҡарашын төбәне. “Юҡ, аҙашҡан болан балаһы түгел мин! Ошо ерҙәрҙә бәхетемде таптым, шатлығын да, ҡайғыһын да кисерергә өйрәндем. Мин донъялағы иң бәхетле кеше”,-тип ҡояшҡа ҡарап йылмайҙы ул.
Гөлгенә НИӘТШИНА-СИТДЫҠОВА
Читайте нас: