Беҙҙең ауылда бер тоҡом үгеҙе бар. Сит илдән килтерелгәне. Ҡушаматы - Вулкан. Үәт, исмаһам, үгеҙ тиһәң дә үгеҙ! Уның әзмәүерҙәй ҡиәфәтен күреү түгел, ишетеү менән тән зымбырлап, күҙ алдары ҡараңғыланып, йөрәк туҡ-туҡ тибә башлай. Урам буйлап бер үтһә, халыҡ ҡапҡа келәләрен биш урындан бикләп ҡуя хатта. Ажғыр күҙҙәренән ут бөркә! Шулай ҙа ул килгәндән алып ауыл көтөүе күпкә ишәйҙе, һыйырҙар таҙарынып ҡалды... Үҙен ауылдан йырағыраҡ, эсписәлней бер урында тоталар. Шаян ауылдаштарым ул ерҙе “свиданка” тип йөрөтә. Һыйырҙарҙың “ҡасыу” мәле етһә, хужалары уны баяғы “свиданка”ға етәкләп килтереп китә...
Хәйер, һөйләр һүҙем был үгеҙ хаҡында түгел. Дөрөҫөрәге, уға ҡағылмай тигәндә лә була. Ләкин ул булмаһа, бәйән итәсәк хәлдең дә ҡыҙығы юғалыр ине...
Яңы йыл бал-маскарадын халыҡ мөғжизә көткәндәй һағынып ала беҙҙең ауылда. Борондан ҡалған шаярыу-көлкө, төрттөрөүҙәр, күҙ буяу, күршеңдең биленән ҡосаҡлау тап ошо байрамда ғына мөмкин бит. Былтыр, шулай маскарадтың тап ҡыҙған ваҡытында ялтырауыҡтар тағып, төрлө әҙәм танымаҫ ҡиәфәттәргә инеп маскалар кейеп, биҙәлгән шыршы тирәләй әйләнеп кенә йөрөгәндә, клубтың ишеген тибеп асып үрҙә һөйләгән үгеҙ килеп инмәһенме?! Мөгөҙҙәрен улай-былай һелтәп, ҡурҡыныс итеп мөңрәүенән һуң әле генә йырлашып-бейешеп йөрөгән халыҡ сыр-сыу ҡысҡырып тышҡа йүгерҙе. Улар араһында төртөш, йығыш, илаш ҡайҙа тиһең! Сатан Ғәлимйән ҡарттың быйма кәлүштәре ысҡынып китеп, мәктәп директоры Хәмит Хызыровичтың ҡаҡ башына килеп эләккәйне, быныһы эргәһендәге ҡатынын эткеләп:
– Өйҙә ала алмаған үсеңде алаһыңмы, липа-а-а?! – тип ҡысҡыра. Уның йәне көйгәндә генә әйтә торған һүҙе ул - липа. Ҡатыны уны әпәүләп тынысландырырға тырышҡан һайын, директорыбыҙ:
– Исмаһам, ошондай мәлдә юхаланма, лиса-а-а! – тип һаман бар тауышына аҡыра. Оятҡа ҡалмаһындар әле, тип уларҙы йыуатырға тартҡылашып уҡытыусылар ишек төбөндә тығылыш яһап ебәрҙе. Был яҡтан халыҡ эркелешеп, алға һөйрәй. Шул ваҡыт йөклө Гөлсиә еңгә ҡорһағын ҡосаҡлап:
– Ҡотҡарығыҙ! Хәҙер ошонда ғына бала табам да ҡуям, уф! –тип фельдшер һорай башланы. Уны әхирәттәре ике яҡтан ҡултыҡлап, баяғы “үгеҙ” торған яҡҡа күрһәтә-күрһәтә ирендәрен турһайтып әллә ҡурҡытып, әллә әүерәтеп тышҡа тарта. Был хәлде ире Зөфәр күреп ҡалмаһа, валлаһи, Гөлсиә клуб уртаһында ғына бала табырға әҙер ине...
Маскарадҡа сиған ҡатыны булып кейенгән һикһәнгә етеп килгән Орҡоя инәй мәле менән ҡулланып, улай-былай тартҡылашҡан ҡулдарҙы эләктереп:
– Киләсәгеңде әйтеп бирәм, кеҫәмә йөҙ тәңкәңде һал, – тип шаярып маташа. Араларында берәү:
– Әйтмәһәң дә беләм, хәҙер бөтәбеҙҙе Вулкан һөҙгөсләйәсәк. Ул сағында йөҙ тәңкә генә ярҙам итмәҫ, – тип инәйҙе күтәреп тигәндәй тышҡа алып сыҡты.
Бахыр “үгеҙ”, был шау-шыуҙан ситкәрәк китеп, аптыраған йөҙ сығарып, башын аҫҡа эйеп тик тора. Ярай әле өндәшмәҫкә башы етте, ҡаңғырышҡан халыҡ үҙен иҙгесләп тә ташлауы бар бит. Йә Хоҙай, кроссҡа сыҡҡандармы ни, кемуҙарҙан ҡарты-йәше күҙенә аҡ-ҡара күренмәй елдерә генә!
Ә тышта был мәлдә ауылдың икенсе осонан тағы бер шундай уҡ үгеҙ килә ята. Бына һиңә – мә! Нишләргә? Ялпасаҡлы ялбыр-йолбор костюмдар менән ҡар өҫтөнән йүгереүе еңелме әле? Етмәһә, төн… Үгеҙҙең ажғырып үкереүен ишетеп, халыҡ ҡапыл туҡтап ҡалды. Бер аҙ тын алып өлгөрҙөләрме-юҡмы, эштең айышын аңлап ҡалып, кире әйләнеп йығыла-һуғыла кире клубҡа саптылар.
Бындай хәтәр терапиянан һуң маскарад тағы ла күңеллерәк, дәртлерәк дауам итте. Кисә һуңында “Вулкан” булып кейенгән ирле-ҡатынлы Фәрит менән Фәниә Яламановтар ҡыш бабайҙың иң ҙур бүләге – һуғымлыҡ башмаҡ менән бүләкләнде.