Бөтә яңылыҡтар
Проза
18 Декабрь 2018, 16:49

Һынсыл ҡатын

Ниндәй ир ҡатын ҡәҙерләй белмәй икән? (Сайттан уҡығыҙ)

(Көләмәс түгел)

Бер ир ҡатын эҙләй икән. Кәңәш итеүҙәре буйынса, иренең вафат булыуына байтаҡ ғүмер үтһә лә, яңынан иргә бармай, яңғыҙ йәшәп ятҡан бер ҡатынға килгән был. Һөйләшәләр, һәр береһе үҙе тураһында йәшерен – батырынһыҙ һөйләп бирә. икеһе лә донъясыл, эшкә бөтмөр икән. Икеһе лә төҫтәренән төңөлгәндәй түгелдәр. Ир кеше эстән генә ҡыуанып, өмөтләнеп ултыра. Сәй эсәләр гәпләшеп. Ҡатын ҡунағын күстәнәстәр биреп оҙатып ҡала. Тағы ла килергә ниәт иткән иргә башҡа килеп йөрөмәҫкә ҡуша, уға сыҡмаясағын әйтә. Сәбәбен һорағас, ҡатын:

– Аҫтыңа биргән түшәккә ултырманың, – ти.

– Шунан ни булған?

– Шунан ни, шул – үҙенекен ҡәҙер итмәгән ир ҡатындыҡын да ҡәҙер итмәй ул. Хуш бул.

Шулай була һынсылдар.

Таңһылыу Вәлиева.


Читайте нас: