Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Проза
18 Декабрь 2018, 16:29

Ҡарлуғас триоһы

Яҙ көндәрендә беҙгә ҡарлуғастар эйәләште. Һарай яғында өйөрөлөшәләр ине – иҫке тауыҡ ояһын күҙләгәндәр икән. Тиҙҙән унда оя ла эшләй башланылар. (тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)

Бер көн ҡоштарҙың осоп киткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, һарай яғына йүгерҙек. Түбәлә өрлөк буйында оя ҡорғандар икән. Ҙур түгел. Ҡайын ағасы бәшмәгендәй – төҫө буйынса ла, төҙөлөшө менән дә. Уны ҡойо ташып, шымартып үлән менән үреп эшләгәндәр. Бер билдәле архитекторҙың эшеме ни! Бик-бик ҡупшы, ғәжәйеп был эш!

Һуңғы көндәрҙә ҡарлуғастар йомшаҡ ҡауырһынды ташып маташты. Шуларҙан “бынамын” тигән түшәк һырығандар. оянан ап-аҡ осо ғына күренә. Көн һайын беҙҙең урамда бер остан икенсе осҡа ҡарлуғастар ҡыйғыс-ҡыйғыс оса. бар эштәребеҙҙе ситкә ҡуйып, уларҙы күҙәтәбеҙ. Ҡап-ҡара ҡоштар, ҡойороҡтары ҡайсылай, үҙҙәре ҙур турғайҙай бар. иртән был парҙың бер тауыш булып һайрауын һоҡланып тыңлайбыҙ. Һандуғастармы ни! Борон-борондан кешеләр был ҡоштарҙың һайрауын хайран ҡалып тыңлаған. бәлки, шуға ла игеҙәк ҡыҙҙар тыуһа, берәүһенә – Ҡарлуғас, икенсеһенә Һандуғас тип исем ҡушҡандар. беҙҙең дә өләсәйебеҙҙең әсәһе Ҡарлуғас, ә уның һыңары Һандуғас булған.

– Ҡараҡайыбыҙ Маугли ғына өркөтмәһә ярар ине! – тиешәбеҙ ҡапыл бесәйебеҙҙе иҫкә төшөрөп.

Ҡоштарҙы башҡаса борсоманыҡ. Улар йомортҡа һалды. Бер ай самаһы үткәс, ҡарлуғастарҙың өс ҡошсоғо булды. Ҡараһаң ҡыҙыҡ инде: сөм-һары һыҙыҡлы, ауыҙҙарын өҫкә күтәрешеп ултыралар. Ҡоштарҙы беҙ “трио” тип атаныҡ. Тора-бара улар күҙгә күренеп ҙурая башланы. Әсәйҙәре тегеләрҙе осорға тышҡа сығара. Тегеләре әҙерәк осоп бара ла, ергә шап та шоп килеп төшә, әммә тағын ынтыла. Шулай көн оҙоно буйы күнекмәләр үткәрәләр. Көндән көн ҡошсоҡтар нығына барҙы. Хәҙер беҙҙең “трио”быҙ әсәйҙәренән бер ҙә ҡалышмай оса, өс тауышҡа һайрай. Ә әсәйҙәре уларҙы күҙ-ҡараһылай һаҡлай. Әсәнең үткер күҙҙәре һауала эленеп, һағалап торған ҙур суҡышлы ҡошто күрә. бына-бына ҡошсоҡтар бәләгә осрайбыҙ тигәндә, әсәләре әсе тауыш биреп аңғарта. Тиҙҙән “трио” беҙҙең күңелдәргә яҙҙың һағышлы эҙҙәрен ҡалдырып, әсәләренә ҡушылып, осоп китте. Ә ике көндән ни күрәбеҙ: һылыуҡайҙарыбыҙ һағынышып ҡайтып килгән! Зыр ҙа зыр килешеп, урамыбыҙға йәм өҫтәп осалар. Шулай тағын өс-дүрт көн килделәр. Бар тойғоларын һалып ҡорған оялары бигерәк ҡәҙерлелер инде уларға. Тик улар башҡа килмәне. бер ҙур-ҙур ҡара тупҡа ҡушылып алып ауыл осонда, унан баш особоҙҙан хушлашҡандай осоп үттеләр. Моңло бер һағыш ҡына ҡалдырып киттеләр. Унан һарай ҡыйығы эсендә ҡарлуғастар яһаған ояны төшөп ятҡанында күрҙек. Уҫтаптай оя, яңғыҙың күтәрә алырлыҡ түгел. Кирбес төҫтәге балсыҡтан эшләп, араһына бесән ҡушып шымартҡандар.

– Ауыр булғанға ысҡынып яталыр, – тип аптыраштыҡ. – Улар бит уны йәбештереп кенә ҡуя.

Йәмле тәбиғәттең ап-аҡ ҡарға күмелгәнен ҡарап, ҡошсоҡтарыбыҙҙы, йәмле миҙгелде һағынабыҙ. Ә бит яҙын беҙгә һандуғастар ҙа осоп килә. Улар ниндәй моңдар сығарып һайрай! Моғжизәләй... Атаһандуғас тутыйғошҡа оҡшаған, төрлө сағыу төҫтә. был ҡоштар бәләкәй турғайҙай бар. ояны ерҙә ҡора. берәүһе, моғайын, яратып ҡорған өйөн һәр саҡ ҡарауыллап торалыр. Шунһыҙ нисек һаҡланһын улар? Ә беҙҙекеләр харап башлылар: крыжовникка оялағандар ине. Уйлап ҡарағыҙ: кем инде унда – сәнскәкле ботаҡтар араһына күрәләтә башын тыҡһын?!

Ҡарлуғастар менән һандуғастар яҙыбыҙҙы йәмләй, туймаҫлыҡ моң сығарып һайрай. “Яҙ килә! Яҙҙы ҡаршы алығыҙ, кешеләр!” – тип яҙғы ҡыңғырауҙай яңғырап, ләйсән ямғырҙай бар донъяға ҡот яуҙырған ҡоштарыбыҙҙы, ниңәлер, нәҡ Яңы йыл алдынан көтә башлайбыҙ...

Гөлгенә Ниәтшина-Ситдыҡова.
Читайте нас: