

Ырымбур губернаһы һәм өйәҙе IV башҡорт кантоны 6-сы йорто булған Яңғаҙы ауылында, 1859 йылдың 8 апрелендә алынған халыҡ иҫәбен алыуға нигеҙләнеп, фамилия-исемдәргә таянып, беҙгә күп кенә документаль мәғлүмәттәргә юлығыу мөмкинлеге бар. Тәкәй тархандан дауам итһәк - Ғүмәр – Йосоп (Йоһоп, тип тә яҙыла), Йосоптоң улдары: Яңғаҙы, Рәжәп, Теүәлбай, Торҙаһан, Аралбай, Абзан, Юлыҡ, Ҡолгилде, Юныс, Ишҡол. Торҙаһандың улдары: Шаһиәхмәт, Яхъя, Тимербулат, Ҡылыс, Муса. Бөгөн Торҙаһандан киткән фамилияларҙың бер араһы заманса әйтелеп, Трудасимовтар булып йәшәй.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Уйылдан Ғайса улы Трудасимов 1903 йылдың 25 мартында тыуған. 1976 йылдың сентябрендә, 73 йәшендә, был донъяларҙы ташлап киткән. Урғаҙа ауылында йәшәгән ҡыҙы Миңьямалда 1953 йылдың 4 июнендә Трудасимов Уйылдан Ғайса улы исеменә бирелгән паспорт һаҡлана. Тыуған ере – Ҡарамалы, Йылайыр совхозында теркәлгән тип яҙылған.
Уйылдан Ғайса улы 12 йәшенән ауылдың хәлле кешеләренең малдарын көтөргә ялланған. Илебеҙҙәге 1917 йылғы октябрь айындағы хәл-ваҡиғаларға тарих аша күҙ һалһаҡ, халыҡ, Ленин етәкселегендә, Ваҡытлы хөкүмәттәе ҡолатып, власты үҙ ҡулына ала. Был социалистик революцияла ҡораллы көстәр ҡулланыла. Емереклектәр арҡаһында хәлдәр ауырлаша. Икмәк етешмәгән, халыҡ аслыҡтан интеккән. Ауылдарҙа байҙарҙың ерҙәрен тартып алыу башлана. Ләкин был процесс ауырлыҡ менән, бик яй бара. Ошоларҙы үҙенең йөрәге аша кисергән үҫмер Уйылдан, 1918-1920 йылдарҙа, Яңғаҙы ауылында байҙарға көтөүсе булып хеҙмәт итә. 1920-1924 йылдарҙа Баймырҙала кулак хужалыҡтарында ялланмыш хеҙмәтсе була. Унан һуң инде 21 йәшлек егет өсөн яңы донъя үҙ ишектәрен аса - Йолалы руднигына эшкә төшә. 28 йәшендә тыуған яҡтарына ҡайтып, Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда ябай эшсе булып эш башлай. Халыҡты ойоштора белеү оҫталығы, юморға бай телмәре, эшһөйәрлеге, ярҙамсыллығы, ғәҙеллеге менән ихтирам ҡаҙана. 1935 йылда уны Хоҙайбирҙин колхозының һөтсөлөк фермаһы мөдире вазифаһына ҡуялар. Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда саҡырыла. Көньяҡ-көнбайыш фронттың 5-се танк армияһы 8-се кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы рядовойы булып инә. 1943 йылдың 14 октябренән Үҙәк фронттың һыбайлыһы, гвардия рядовойы булып яу юлын дауам итә. Яралана, госпиталдә дауалана. 2-се Белорус фронтының 61-се армияһы составында (14.03.1944.) һуғыша, Германияның Дойтч-Кроне һәм Меркиш-Фирдланд ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша (11.02.1945). Миномет артиллерияһы гвардияһы хужалыҡ взводында йөк ташыған (06.04.1945), Бранденбург ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан (01.05.1945). Трудасимов Уйылдан Ғайса улының наградалары: “Өлгөлө хәрби хеҙмәт өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, ”Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 20 йыллығы” миҙалдары.
“Гвардия рядовойы Трудасимов Уйылдан! Советтар Союзы Юғары Баш командующийы Маршал иптәш Сталиндың 1945 йылдың 23 апрелендәге 339-сы номерлы бойороғона ярашлы, Берлинға һөжүм ваҡытында немецтар оборонаһын юғары хәрби хәрәкәттәрҙә өҙгән өсөн һеҙҙең личный составтың соединениеһына, шул иҫәптән Һеҙгә, алыштарҙа ҡатнашҡан өсөн Рәхмәт белдерә!”
Миңьямал Уйылдан ҡыҙы Трудасимованың архивында ошондай йөкмәткеле, төрлө бәрелештәрҙә күрһәткән хәрби оҫталыҡтары өсөн атаһының Рәхмәт грамоталары һаҡлана. Улар инде йылдар үтеү менән һарғайышып бөткән, яҙыуҙары ла юйыла бара. Әммә Миңьямал был иҫтәлекле ҡағыҙҙарҙы бик тә ҡәҙерләп һаҡлай.
Трудасимов Уйылдандың ҡатыны - Яңғаҙы ауылы Ҡараҡай Ҡылысов ҡыҙы Нәҡиә. Нәҡиәнең әсәһе – Вәғиҙә Ҡылысова. Ҡараҡай һәм Вәғиҙә Ҡылысовтарҙың улдары Ғәйнислам Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, Нурислам хәбәрһеҙ юғала. Уйылдан һәм Нәҡиә Трудасимовтар ғаиләһендә Миспах, Исмәғил, Мөхтәр, Әфтәх, Фәрит, Миңьямал исемле балалар үҫтергәндәр. Уйылдан Ғайса улы демобилизацияланғас Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың рәйесе булып (1945 йылдың 15 сентябренән), “Йылайыр” совхозының һөтсөлөк фермаһында, унан йылҡысылыҡта эшләй.
Миңьямалдың өләсәһе Вәғиҙә инәй ейәнсәренә үҙе белгәндәрҙе һөйләргә тырышҡан. “Уйылдан Трудасимов колхозда рәйес булып эшләгән ваҡытта һәр саҡ халыҡ менән бергә булды, халыҡты ҡайғыртты, берәүҙең дә һорауын, мәсьәләһен хәл итмәй ҡалманы, район етәкселәре тарафынан да абруйлы ине. Дин юлын тотто, доғалар, намаҙ уҡып ултыра торғайны”, - тип һөйләгән. Һуғыш та ауыр яралар алып, инвалид булып ҡайтҡан, йыш һыҙланған.
Ә инде Уйылдан Ғайса улының көләмәстәре, мәҙәктәре, ҡыҙыҡтары бөгөн дә лаҡап булып халыҡ менән бергә, халыҡ хәтерендә йәшәй. Трудас ҡарт көләмәстәре Яңғаҙы сиктәрен үтеп, башҡа тарафтарға ла таралған. Был көләмәстәр тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙы нескә юмор аша сағылдырып, кешене көлдөрөп, кәйефен күтәреп ебәрә. Күргән-кисергәндәре тапҡыр һүҙҙәр менән бер аҙ фәстереп, образлы итеп тыңлаусыға еткерә. Колхоз рәйесе кеүек етәксе вазифа башҡарғанда, һис шикһеҙ, Трудасимовтың кинәйәле итеп һөйләнелгән, сатира менән һуғарылған ҡыҫҡа телмәре, ауыр эш, яҡшынан булмаған тормош шарттарында көн күргән колхозсыға йәшәү көсө өҫтәгәндер. Бер ни тиклем уйҙырмалы мәҙәктәре ҡыҙыҡ булып күңелдәргә ятҡандыр, үткән замандың өсөнсө затында ла бәйән ителгәндер. Шуға ла улар бөгөн халыҡ менән бергә йәшәй. Ә яугир Трудасимов Уйылдан үҙенең көләмәстәре менән башҡорт халыҡ ижадын байытыусы, кәрәк урында ғәҙеллекте яҡлаусы образ булараҡ йәшәүен дауам итә.
Хазина Исҡужина, йәмәғәт хәбәрсеһе.
Трудас ҡарт мәҙәктәре
Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Уйылдан ҡарттан һуғышта нимә күргәнен һорағандар. Ул аптырамай: “Мәскәү аша үткәндә, Сталин мине танып, ҡул болғаны, туҡтап инеп хәлен белеп сыҡтым. Кабинеты ҙур, миҙал менән тулы һандығын асып күрһәтте, теләгәнен ал, тине. Береһен һайлап алдым, бына тағып йөрөйөм”, - тип күкрәгендәге миҙалды күрһәткән.
Рейн йылғаһына барып еткәс, ҡараһам, бер нимес ҡармаҡ менән ярҙа балыҡ тотоп ултыра. Йүгереп барып артына бер типкәйнем, әйләнеп ҡарап миңә:
- Ошо Трудас типһә, ныҡ тибә торған, - тип әйтте.
Разведкаға китеп барһам, ниместәр картуф ашап ултыра. Мине күреп ҡалып ҡурҡып киттеләр. Берәүһе:
- Трудас ағай, кил картуф ашап кит, тип саҡыра башланы.
- Ваҡыт юҡ әле һеҙҙең менән булышырға, тип артабан киттем.
Көслө һөжүмгә әҙерләнәбеҙ. Шул саҡ яныбыҙға Сталин килде. Миңә ҡарап торҙо ла:
- Давай, Трудас, командуй! Һин командовать итһәң сразу еңәбеҙ,-тине.
Трудас ҡартты, председатель булғас, Баймаҡҡа район үҙәгенә эш буйынса саҡыртҡандар. Ул барғас, ҡунаҡ йортонда ғүмерендә беренсе тапҡыр карауатта йоҡлаған. Яңғаҙыға ҡайтҡас, унда түрәләр тик карауатта йоҡлайҙар, тип һөйләгән. Шунан “Етте культураһыҙ йәшәргә”,- тип өйөндәге урындығын емереп, тиҙәктән һуғып карауат эшләп ҡуйған.
Трудас ҡарт менән Рамаҙан ҡарт Аҡҡош күленә өйрәккә һунарға барғандар. Өйрәктәрҙе күргәс, шыуышып яҡыныраҡ барып атырға ҡарар итәләр. Трудас ҡарт шаулап, күтәрелеңкерәп шыуыша башлаған. Рамаҙан ҡарт уға: “Боҫ, боҫ!”- тип әйтеп ҡарай, ә ул: “Ниместән ҡурҡмағанды, өйрәктән ҡурҡып тормайым инде”,- тип һикереп тороп атлаған. Өйрәктәр осоп киткәндәр, һунар шуның менән бөткән.
Бер көн почта аша район үҙәгенән телеграмма килгән. Трудас ҡарт уҡый белмәһә лә, һыр бирмәҫ өсөн, етди ҡиәфәт менән телеграмманы тотоп:
- Мәскәү белде минең турала, хәҙер ҡуймаҫтар инде, - ти икән.
Трудас ҡартты һуғыштан һуң колхоз председателе итеп һайлайҙар, сәркәтип итеп Күҫәпколов Камил ағайҙы ҡуйғандар. Бер көн Рамаҙан олатай кәнсәгә барһа, Трудас ҡарт, әлиф менән – таякты айырмаһа ла, гәзит уҡып ултыра икән. Камил ағайға гәзиттәге машина һүрәтен төртөп күрһәтеп:
- Был машина ҡайһылай ныҡ ауған, - тип әйтә ти, ә үҙе гәзитте баштүбән тотҡан булған.