

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йәшәгән, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, илде тергеҙеүгә күп көс һалған һуғыш балалары оло хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡ. Уларҙың яҙмышы тураһында ҡалын китаптар яҙырлыҡ. Бөгөн шундай нурлы инәйҙәрҙең береһе тураһында бәйән итмәксемен.
Менәүрә инәй Райманова 1936 йылдың 5 майында Әбделкәрим ауылында Хәжәр һәм Фәйзрахман Моратовтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Йүргәктә генә ятҡанда яҙмыш уға ауыр һынауын әҙерләй. Инәйгә 6 ай булғанда, атай кеше өйгә икенсе ҡатып алып ҡайта. Шуға күрә әсәһе балаһын ҡалдырып сығып китергә мәжбүр була. Икенсе ҡатындан Фирғәт һәм Фәрит исемле ике ул тыуа. Һөҙөмтәлә бәләкәй ҡыҙ артыҡ күренә башлай. Ҡартатаһы Хәбир бер килгәнендә был хәлде күреп, ҡыҙсыҡты алып ҡайтып китә һәм әбейе Ғәфүрә менән матур итеп көтөп үҫтерәләр.
Кескәй саҡтан һылыулығы ғына түгел, уңғанлығы менән айырылған Менәүрә ҡартатай-ҡартәсәһенең ҡыуанысы булып ҡыҙ ҡорона инә. Бер мәл 7 класс белеме алып өлгөргән ҡыҙҙы еҙнәһе Ислам ауылы егете Ҡаһарманға димләй (еҙнәһе ул егет менән бергә йылҡы көткән була). Яҙмыштары күктәр тарафынан яҙылған бәхете шулай Менәүрә инәйҙең юлына сыға. Осҡор ҡарашлы, баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, дыуамалыраҡ холоҡло Ҡаһарман ҡыҙҙың йөрәген яулай. Ул тәҡдим яһағас, ҡыҙ кеше әҙәп һаҡлап “Әллә, сығайыммы, юҡмы икән”,- тигәс, сая егет “Әллә-мәллә тип торма, сығам тигән дә ҡуй!”- тип ҡырт киҫә. Ҡашыҡҡа ғына һалып йоторлоҡ ҡыҙға тәү ҡараштан ғашиҡ була ул.
1954 йылдың ғинуарында, селлә ингәнсе тип, 3 көн буйына туй үткәреп, ҡыҙҙы ат санаһында елдереп оҙатып алалар. Оҙата килгән ҡартатаһы менән ҡартәсәһен өс көн һыйлап ҡунаҡ итеп ҡайтаралар. Шулай Менәүәрә инәй Ислам ауылы килене булараҡ ғаилә усағын тоҡандыра. Ҡайны-ҡәйнәһе менән ете йыл бергә йәшәйҙәр. “Ҡайным Хәсән, ҡәйнәм Мәғрифә яҡшы кеше булды, улар менән бик татыу йәшәнек. Үҙҙәренең ғаиләһе ишле булһа ла, тағы бер баланы тәрбиәләп үҫтерәләр. Ул бисара бәләкәсте ҡайным ҡый түгә барғанда табып алып ҡайта. Йәноҙаҡ тип исем ҡушалар. Өйләнеп бер балаһы ла булып ҡала. Ул һуғышта һәләк була (1914 – 1942). Үҙҙәренең улдары Йосоп (1922 – 1944), Яхия (1921 – 1941), Ғөбәйҙулла (1924 – 1943) яуҙа ятып ҡала. Вәспиямал исемле ҡыҙҙары ла була. Ике улы Йыһанур һәм Ғәле әле иҫән-һау. Ҡайным ферма мөдире булды. Уларҙан кеше өҙөлмәне. Ошо йортта беҙҙең дә ике ҡыҙ тыуҙы. Көнөнә хатта өсәр тапҡыр икмәк бешерә торғайным”,- тип хәтерләй Менәүрә инәй.
Ҡаһарман олатайҙың ҡустыһы Ғәле өйләнгәс, йәш ғаилә өй һалып, башҡа сыға. Яңы йортта тағы 8 бала донъяға ауаз һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике бала сабый саҡта баҡыйлыҡҡа күсә. “Ҡалған һигеҙен (Мәрйәмә, Шәфҡәт, Дилүзә, Нурзилә, Әхмәр, Зөфәр, Рафаэль, Ринат) ел-ямғыр тейҙермәй, һау-сәләмәт итеп үҫтерҙем”,- ти инәй.
Менәүрә инәй Ислам ауылыныиң шәп, дәртле, уңған, тырыш килендәренең береһенә әйләнә. Емертеп донъя көтәләр, күңелле лә, мәшәҡәтле лә ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнайҙар. Ауылдың өлгөлө һәм өлгөр ғаиләһе булып ихтирам ҡаҙаналар. Күркәм ғаилә ишләп мал-тыуар аҫрай, күпләп ҡош-ҡорт көтә.
1979 – 1980 йылдарҙа балалар Йомаш ауылына уҡырға йөрөй башлағас, шунда күсенәләр. Колхоз таш өй бүлә. 1990 йылдың көҙөндә йорт һалып инәләр һәм төпсөк улдары Ринаттың ғаиләһе менән бергә ғүмер итәләр. Ринат менән Гөлнур килененең Ғәйсәр һәм Яхъя исемле улдары ошо йортта донъяға килә. Егерме йылға яҡын йәш ғаиләгә терәк-таяныс булып, тел-ҡул ярҙамынан ташламай, ҡурсалап ҡына йылы ҡанаты аҫтында йәшәтәләр. Бәхетле генә көн күргәндә, Менәүрә инәйҙе тәрән ҡайғыға һалып, 2015 йылда Ҡаһарман олатай баҡыйлығҡҡа күсә. Күп тә үтмәй, 2019 йылда, йөрәктәрҙе тетрәндереп Ринат улы ла был донъяны ҡалдырып китеп бара. Унан инде килен дә улдары менән башҡа сығып китә, быны ла Менәүрә инәй ауыр кисерә.
Хәҙер ул үҙе ҡабыҙған усаҡ утын һүндермәй, яңғыҙы донъя көтә. Хәйер, яңғыҙ тип әйтергә тел дә әйләнмәй: уның дауамы – балалары бар. Ҡошсоҡтарының үҙ ояһын ҡороп, үҙ усаҡтарын тоҡандырғанға ла тиҫтәләрсә йылдар үткән. Менәүрә инәй күп тапҡыр ҡартәсәй-өләсәй булған. Үҙенең балалары ла ейәндәрен һөйөп кинәнә. Менәүрә инәйҙең әлеге ваҡытта 3 ҡыҙы, 4 улы, 19 ейән-ейәнсәре, 29 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың шатлыҡтарына шатланып, көйөнөстәренә көйөнөп йәшәй. Әммә эсе тулы ут булһа ла, һис кешегә һыр бирмәҫ, сабыр, түҙемле йән инде ул. Уның күпереп бешкән икмәктәренең, ойотҡан ҡатыҡтарының, ҡайнатҡан ҡороттарының, ҡыҙыл эремсектәренең иҫ китмәле тәмлелеге! ”Был ерҙе торналар сорнаған урын булғандыр” тейеүе кинәйәле генә итеп, кешеләрҙән өҙөлмәй, уларҙың туҡтауһыҙ килеп китеүҙәренә ишара. Инәйҙең ишеге һәр кемгә асыҡ. Килгән кеше үҙен үҙ өйөндәге кеүек хис итә. Ә ҡунаҡсыл инәй “һә” тигәнсе табын ҡороп ебәрә. Шул күрше-күлән, килгән-киткән кешеләр менән сөкөрҙәшеп сәй эсеүҙәр, иҫтәлекле байрамдарҙы билдәләү – ауыл тормошоноң ҡабатланғыһыҙ мәле ул. Барыһына ла тигеҙ өләшә ул йөрәк йылыһын. Бөтөнләй ят кешеләргә лә ярҙам ҡулын һуҙа. Егерме йылдан ашыу инәй ҡот ҡоя, тел-теш ҡырҡа, мейе ҡаға, йөрәк ултырта, майлай, һылай. Аҡса эшләү өсөн түгел, ә һөҙөмтә өсөн. Менәүрә инәй үҙ ғүмерендә күпме кешегә ярҙам итте: иҫәбен үҙе лә белмәй. Иман юлын юлдаш иткән инәй биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, доғаларын уҡып, хәйер биреүселәргә изге теләктәрен еткерә. Уҡырға ла ярата ул. Менәүрә инәй “Һаҡмар” гәзитенә һәр саҡ яҙылып, яңылыҡтар менән танышып бара. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәре йыл әйләнәһенә балҡып сәскә атып ултыра.
Раймановтарҙың ғүмер юлы колхоз эше менән тығыҙ бәйле: ғаилә башлығы йылҡы көткән, хужабикә бейә һауып, ҡымыҙ бешкән. “Ҡырҡ баш бейәне ҡул менән һауып бөтөүгә, тәүгеләренең елене шешеп, һөтөн тиртә башлай торғайны,-тип хәтерләй инәй. - Үҙебеҙ ҙә ат көттөк. Ғүмер буйына ҡымыҙҙан, йылҡы итенән өҙөлмәнек. Уларҙың шифаһын һәр кем белә”.
“Һаҡмар”колхозының гөрләп торған сағында эшләй улар. “1986 йылда 50 йәштән 42 һум пенсия менән хаҡлы ялға сыҡтым. Унан бабайҙы пенсияға сығарып алайым тип тағы 10 йыл бейә һауҙым”,-тип көлә. Олатайҙы пенсияға сығарғас та, арыуыҡ ҡына эшләй әле ул.
Раймановтарҙың башҡарған хеҙмәте юғары баһалана: иҫәпһеҙ-хисапһыҙ Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Бынан тыш аҡсалата премиялар, мотоцикл, машина (тик уныһы ниңәлер эйәләренә килеп етмәй), ВДНХ-ның 2 бронза миҙалы...
Ҡаһарман Райманов “Һаҡмар” колхозында өлкән йылҡы көтөүсе булып эшләй. “Үткән сезонда ул ҡараған өйөр бейәләрҙән 70 центнер шифалы эсемлек алынды. Быйыл тәжрибәле малсы 68 бейәнән 60 ҡолон алып, уларҙы теүәл һаҡлап үҫтерҙе. Коммунист Ҡ. Райманов хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ВДНХ-ның бронза миҙалы менән наградлана”,-тиелгән шул йылдарҙың документында. Ҡаһарман һәм Менәүрә Раймановтарҙың халыҡ мәнфәғәтенә башҡарылған хеҙмәте, “Һаҡмар” колхозының, Баймаҡ районының, Башҡортостандың данын бөтә илгә тарата. Уларҙың янып-ярһып эшләүҙәре әле лә халыҡ хәтерендә.
90 йәшлек юбилейы яҡынлашҡанға тиклем инәй мал аҫрап, күп итеп ҡош-ҡорт алып, ҡаҙ өмәләре үткәреп йәшәй. Унан балалары өгөтләүенә ҡарап һәм ҡарыуы ҡайта башлағас, һуңғы йылдарҙа уларҙы яйлап бөтөргән. Оло йәштә булһа ла, өй тултырып аят аштарын үткәрә, туғандарын, ауылдаштарын йыя. Бер ҙә зиһене тарҡалмауы менән һоҡландыра. Балаларының ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡайҙа эшләүҙәрен, нимә менән шөғөлләнеүҙәрен белә. Уларҙың тыуған көндәрен иҫләп, һәр береһенә бүләктәр әҙерләй. Оҙаҡ йәшәү серен дә инәй өҫтәлдәрендә гел тәбиғи, таҙа ризыҡ булыуы менән аңлата. Шифалы башҡорт балы, үлән сәйҙәре, емеш-еләк, ҡымыҙ, йылҡы ите, таҙа һыу, йәмле тәбиғәт. Гел хәрәкәттә булыу ҙа тәнде сыныҡтыра тигән фекерҙә ул. “Йәштән эсеп-туҙып йөрөмәнек, гел хәрәкәттә булдыҡ, дәртләнеп йәшәнек. Хоҙай шундай матур оҙон ғүмер биргән икән, тормош ҡәҙерен белеп, һәр минутын файҙалы итеп, изгелектәр ҡылып үткәрергә кәрәк”,-ти хөрмәтле юбиляр.
Һәм йәш сағында ике ауырыу оло ҡатынды (береһе ҡартәсәһе, береһе яңғыҙ инәй була) тәрбиәләүен бәйән итте. Кейәүгә сыҡҡас шул яңғыҙ инәй: “Һин киткәс мин ҡарауһыҙ оҙаҡ йәшәй алмам инде”,-тип әсенеп ҡала. Һәм, ысынлап та, күп тә үтмәй үлеп китә. “Үҙем менән ала алмай инем бит. Ҙур ғаилә, үҙҙәре күмәк ине”,-ти уны йәлләп. - Уларҙың да сауаптары төшкәндер, ғүмер буйы бәхетле булдым”,- тип Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле, тормошонан бик тә ҡәнәғәт инәй.
“Атайыбыҙ менән әсәйебеҙ иҫ киткес уңған, оло йөрәкле, ярҙамсыл кешеләр. Үҙебеҙ хәҙер күптән атай-әсәй, олатай-өләсәй булғас, уларҙың ғүмер юлын барлап, шул тиклем түҙемлектәренә, ауыр ваҡыттарҙа бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалыуҙарына һоҡланабыҙ. Йомшаҡ күңелле, сабыр йәнле, тынғыһыҙ тырыш холоҡло әсәйебеҙ атайыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә терәк, таяныс, ышаныслы тормош юлдашы булып, беҙҙең алдыбыҙҙа һәр саҡ атай абруйын күтәреп йәшәй белде. Беҙҙе, 8 баланы, уҡытып кеше итер өсөн күп көс һалды улар. Колхозда ла ал бирмәй, өйгә ҡайтҡас йорт мәшәҡәттәре, ҡура тулы мал-тыуарҙы ҡарап, беҙҙә хеҙмәткә һөйөү, йәшәүгә сәм тәрбиәләнеләр”,-ти балалары.
Арабыҙҙа шундай үрнәкле ағинәйҙәр булғанға һөйөнөп, уға тыныс ҡартлыҡ, алдағы көндәрҙә лә шулай әүҙем булып, изге кәңәштәрен биреп, тирә-яғын нурға сорнап, бәхеттә-сәләмәтлектә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡурсыуында йәшәүен теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Һүрәттә: Менәүрә инәй тормош иптәше Ҡаһарман олатай мәрхүм менән.