

Бөйөк Ватан һуғышы яугире Әғзәм Ғибат улы Сәлихҡолов бай тормош юлы үтеп, 86 йәшендә донъя ҡуя. Ул 1909 йылда Темәс ауылында тыуа. Темәс педагогия училищеһын тамамлай. Артабан Әмин ауылында уҡытыусы булып эшләй. 275-се кавалерия полкының 76-мм полк артиллерияһында орудие ҡороусыһы, 31-се айырым танкҡа ҡаршы истребителдәр бригадаһында, 230-сы армия запас уҡсылар полкында минометсы булып хеҙмәт итә. Яугир 1945 йылдың ноябрендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 25 йыл Әмин мәктәбендә уҡытыусы булып намыҫлы эшләй. Һуғыш йылдарында үҙен сая һәм батыр һалдат итеп таныта. Ҡаһарманлығы өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы орденына һәм күп миҙалдарға лайыҡ була. Уның Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы яҙып ҡалдырған хәтирәләрен Софья Әғзәм ҡыҙы ҡәҙерләп һаҡлаған.
“1941 йылда һуғыш башланып китте. Мин Башҡорт кавалерия дивизияһына эләктем. Унда I полк артиллерияһында хеҙмәт иттем. Беҙ беренсе тапҡыр Алим йылғаһы буйында фашистар менән осраштыҡ. Унда бик ҡаты алыш барҙы, беҙҙең расчет бик күп немецтарҙы ҡырҙы һәм дошмандың атакаһын кире ҡаҡты.
1942 йыл. Брянск өлкәһендә оборонала яттыҡ. Бында дошман бик ныҡ оборона тотто һәм уларҙа көс күп ине. Уларҙы үткәрмәҫкә ныҡ тырышлыҡ һалдыҡ. Улар хатта самолет менән күҙәттеләр, беҙҙә маскировка яҡшы эшләне. Беҙ Брянскиҙа йәй буйы оборонанан дошманды үткәрмәй, атакаларын киреп ҡағып яттыҡ. Ошо ҡурҡыныс ваҡытта ла беҙҙең башҡорт халҡы үҙешмәкәр әртистәре, ҡурайсы-бейеүселәре килеп, йырҙар менән уйын ҡуя торғайны. Мин шунда снайперҙар менән осрашҡанда снайпер Байзулла Сибаевҡа бағышлап “Сибай” көйөнә лә йырланым.
1942 йылдың октябрендә беҙҙе Сталинград фронтына алып киттеләр. Унда айҙан ашыу барҙыҡ, кистән таңға тиклем, төнө буйы. Йоҡларға ваҡыт булманы: ҡоралдарҙы таҙартырға, атты тәрбиәләргә кәрәк ине. Шулай айҙар буйы бик йонсоп барҙыҡ. Ашау яғы ла бик насар ине. 1942 йылдың 19 ноябрендә Сталинград һуғышына барып индек. Унда бик ҡаты һуғыш барҙы. Дошман беҙгә ҡаршы танкыһын ебәрҙе. Шул ваҡытта танкыға ҡаршы атышҡанда яраландым. Госпиталгә оҙаттылар. Борисоглавский госпиталендә айҙан ашыу ятҡас, Тамбов госпиталенә ебәрҙеләр. Төҙәлеп сыҡҡас 1943 йылда II Украина фронтына 10-сы противотанковый истребитель бригадаһына эләктем. Унда артиеллерияла хеҙмәт иттем. Беҙ Украинала һуғыштыҡ, Дон, Днепр йылғаларын үттек. Курс дуғаһында ҡатнаштыҡ, Днестр йылғаһы аша үтеп, Молдавияға сыҡтыҡ. Унан Румынияға яғына китек. Румынияны алғас, Арат ҡалаһында контужен булып госпиталдә яттым. Унан сыҡҡас запас полкка ебәрҙеләр. Унда мин миномет артиллерияһына эләктем. Беҙҙе 30 саҡрым тылға, Карпаттағы дошмандарҙы ҡыуып төшөрөү өсөн ебәрҙеләр. Беҙ унда ҡар өҫтөндә йәйәүләп, тәрән ҡарҙы кисеп һуғышып, Чехославакияға сығып, Прагала һуғышты бөттөк. Еңеү байрамын үткәргәс, Венгрияға барып, Балатон күлендә демобилизацияға эләктем”.
Батыр яугир һәм шәп уҡытыусы Әғзәм Ғибат улы Сәлихҡолов тураһында хәтирәләрҙе ауылдаштары, яҡындары ҡәҙерләп һаҡлай.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.