Беҙ миҙал өсөн һуғышманыҡ

Барыһы ла бөгөн кеүек. Ә һанаһаң, күпме ғүмер үткән, һыуҙар аҡҡан. Миңә бик күп һуғыш ветерандары менән аралашыу бәхете тейҙе. Улар барыһы ла күрһәткән батырлыҡтарын, күргән нужаларын ябай ғына итеп, ул ваҡытта тейеш булған һымаҡ итеп һөйләне. “Һеҙгә Хоҙай күрһәтмәһен беҙ күргәнде”,- тиерҙәр ине. Бөгөн ут эсендә, махсус хәрби операцияла, Украинаны неофашистарҙан азат итеп йөрөгән ейәндәрен белһәләр, нимә эшләр ине улар?! 18 йәше лә тулмаған Хажмөхәмәт Көмөшбаев 1942 йылдың авгусында армияға алына. Алкинола хәрби әҙерлек үткәс, минометсы булып фронтҡа оҙатыла. Ауыл хужалығы эшендә сынығыу алған көслө егете һуғыш ауырлыҡтарына бирешмәй. Данлы, шанлы яу юлын үтә. Дошманды өңөндә тонсоҡтороп, тик 1947 йылдың мартында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Хажмөхәмәт Көмөшбаев II һәм III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.  Хәсән Мөжәүир улы Зөлҡәрнәев 1941 йылда армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Башынан аҙағына тиклем йөрөп, бер нисә тапҡыр яраланып, фашисты үҙ өңөндә дөмөктөрөп ҡайта яугир. Ярты Европаны танк водителе булып үткән ағайҙың юлынан бөгөн һеңлеһенең улы Азамат үтә. Батыр йәш яугир Украинаны неофашистарҙан таҙарта. Хәсән ағай бик күп наградаларға лайыҡ була. Батырлыҡ, II дәрәжә Дан ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Тыуған яҡтарына тик 1948 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

Беҙ миҙал өсөн һуғышманыҡБеҙ миҙал өсөн һуғышманыҡ
Беҙ миҙал өсөн һуғышманыҡ

9 май - Еңеү көнө бөгөн,

Ҙур ауылда юҡ бер ветеран.

Ҡайҙа булдығыҙ һеҙ, олатайҙар?

Күңелем бөгөн һеҙҙе юҡһына.

Урам буйлап үтә инегеҙ бит,

Орден - миҙалдар сыңлатып

-Байрам бөгөн! Еңеү көнө!, - тиеп

Күҙ йәштәре аша йырлашып.

Т. Йәнтилина.

Китапханала эш башлағас 9 май - Еңеү көнөн мәктәп, йә совхоз ашханаһында, ауыл ветерандарына арнап, кисәләр үткәреп, концерт ҡуйып, һуңынан байрам табыны әҙерләп, ҡунаҡ итеп ҡайтара инек. Күмәктәр ине фронтовиктар! Барыһының да яғымлы йөҙҙәре, уйсан ҡараштары, һыҙланыуҙарға бирешмәҫкә тырышып йылмайыуҙары, бөгөнгөләй күҙ алдымда. Ҡайһылары ҡултыҡ таяҡтарына таянып, ҡайһылары буш еңдәрен салбар ҡайышына ҡыҫтырып байрам сараһы үткәрелгән ергә килерҙәр ине. Йөрөй алмағандарын ат менән алып килделәр. Район, урындағы етәкселәр һәр ветеранды байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырып, аш, сәй табынында һөйләшеүҙе дауам итеп, наркомский йөҙ грамды эсеп, бер-береһе менән шаярышып, һәр кем үҙ һәләтен күрһәтеп, йырлашып - бейешеп айырылыша торғайнылар.

Барыһы ла бөгөн кеүек. Ә һанаһаң, күпме ғүмер үткән, һыуҙар аҡҡан. Миңә бик күп һуғыш ветерандары менән аралашыу бәхете тейҙе. Улар барыһы ла күрһәткән батырлыҡтарын, күргән нужаларын ябай ғына итеп, ул ваҡытта тейеш булған һымаҡ итеп һөйләне. “Һеҙгә Хоҙай күрһәтмәһен беҙ күргәнде”,- тиерҙәр ине.

Бөгөн ут эсендә, махсус хәрби операцияла, Украинаны неофашистарҙан азат итеп йөрөгән ейәндәрен белһәләр, нимә эшләр ине улар?!

Китапханасы булып эш башлағас, күргәҙмә, китап шкафтары, формулярҙар өсөн бәләкәй йәшниктәр, китап полкалары эшләп бирмәҫтәрме икән тип бүлексә етәксеһе Фәнүс Садыҡовҡа мөрәжәғәт иттем. Ул һүҙемде йыҡманы, материалдар менән ярҙам итәсәген әйтеп, балта оҫтаһы булған ҡайныһы Хажмөхәмәт Көмөшбаевҡа ебәрҙе. Һәр эшләтәсәк әйберҙең үлсәмен һанап, уның эш урынына киттем. Мине урта йәштәрҙәге, алсаҡ, йор һүҙле ағай ҡаршы алды. “Китаптар батшабикәһенә ярҙам итмәйенсә булмаҫ, берәй аҙнанан килерһең”, - тип ҡайтарҙы.

Күп ваҡыт та үтмәне үтмәне, ат егеп, ағай кәрәк- яраҡты алып килеп тә китте. Утыҙ ике йыл китапханала эшләп, ағайҙың ҡул йылыһы тейгән әйберҙәр әле булһа ла бар.

Һәр осрашҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тәүҙә шундай һорау бирә инем. “Ҙур, ҡурҡыныс һуғыш башланыр алдынан һуңғы төндө, көндө һеҙ нисек хәтерләйһегеҙ?” “

- Киске уйында булдыҡ. Таңға хәтлем урам буйлап йырлашып йөрөнөк...

- Сөгөлдөр баҫыуында булдыҡ, ҡый утаныҡ, кис уйынға сыҡтыҡ...

- Бесәнлектәрҙе ҡарап ҡайтып, йома көнө башларбыҙ тип уйланыҡ...

Хажмөхәмәт ағайға ла шул уҡ һорауҙы бирҙем. “17 йәш тулмаған саҡ, клубта кино ҡараныҡ, һуңынан киске уйында рәхәтләнеп бейенек. Ә иртәгеһен ҡот осҡос яңылыҡ. Фашистик Германия һуғыш башлаған!”

Өлкәндәр һуғышҡа алынғас, ошо йәш малайҙарға ҡала ла инде хужалыҡ эштәре. Ауыл эшенең бөтмәҫ - төкәнмәҫ, сиратлашып килгән ҡара ауыр эшен башҡара улар.

18 йәше лә тулмаған Хажмөхәмәт Көмөшбаев 1942 йылдың авгусында армияға алына. Алкинола хәрби әҙерлек үткәс, минометсы булып фронтҡа оҙатыла. Ауыл хужалығы эшендә сынығыу алған көслө егете һуғыш ауырлыҡтарына бирешмәй. Данлы, шанлы яу юлын үтә. Дошманды өңөндә тонсоҡтороп, тик 1947 йылдың мартында тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Хажмөхәмәт Көмөшбаев II һәм III дәрәжә Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. 1949 йылда Иҫән ауылы ҡыҙы Хәбирә апай менән ғаилә ҡоралар. Биш балаға ғүмер бирәләр. Һуңғы йылдарҙа һуғыш ветерандары өсөн һәр төрлө льготалар, ярҙам күрһәтелә башлағас та: “Бер нәмә лә кәрәкмәй, юлламағыҙ, - ти ул яҡындарына. - Мин һуғыштан иҫән ҡайттым, ғаилә ҡороп балалар үҫтерҙем, шуныһына шөкөр. Әллә күпме йәп - йәш егеттәр яу яланында ятып ҡалды бит. Балаларға һуғышты күрергә яҙмаһын! Беҙ миҙал өсөн дә, дан өсөн дә һуғышманыҡ, беҙ Тыуған илебеҙҙе яҡланыҡ”, - тигән һүҙҙәре ветерандың киләсәк быуынға һуңғы васыяты.

2002 йылда ауылыбыҙҙа иҫән ҡалған һуңғы
ветеран Хажмөхәмәт Ишмөхәмәт Көмөшбаев улы баҡыйлыҡҡа кусте.

Тағы бер ауылдашыбыҙ Хәсән Мөжәүир улы Зөлҡәрнәев 1941 йылда армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Башынан аҙағына тиклем йөрөп, бер нисә тапҡыр яраланып, фашисты үҙ өңөндә дөмөктөрөп ҡайта яугир. Ярты Европаны танк водителе булып үткән ағайҙың юлынан бөгөн һеңлеһенең улы Азамат үтә. Батыр йәш яугир Украинаны неофашистарҙан таҙарта.

Хәсән ағай бик күп наградаларға лайыҡ була. Батырлыҡ, II дәрәжә Дан ордендары, бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. Тыуған яҡтарына тик 1948 йылда ғына әйләнеп ҡайта.

Һуғыш ветерандары менән үткәрелгән бер осрашыуҙа Хәсән ағай шундай ваҡиғаны һөйләгәйне. Ауыр һуғыштан һуң һалдаттар ял итергә туҡтай. Котелоктарға тултырып ит бешерергә ҡуялар. Шул мәлдә Хәсән ағайҙы штабҡа саҡырталар. Күпмелер ваҡыт үткәс, кире килгән һалдат иптәштәренең һәләк булғанын күрә. Снаряд төшөп һәләк итә яуҙаштарын, ә котелектағы аш ҡайнай ҙа ҡайнай...

Күп иптәштәремде юғалттым. Үҙем дә әллә нисә тапҡыр яраландым. Хоҙай Тәғәлә иҫән һау әйләнеп ҡайтырға насип итте. Балаларға һуғыш мәшхәрен күрергә яҙмаһын”,- тиер ине.

Тормош юлдашы Ләлә апай менән аҡыллы, матур биш бала ғүмер бирәләр.

Ғәҙел, тоғро, ярҙамсыл ауылдаштарыбыҙ һәр саҡ беҙҙең күңелебеҙҙә. Улар беҙҙең өсөн мәңге тере. Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, еңеп ҡайтҡан, хәбәрһеҙ юғалған, һәләк булған ветерандарыбыҙ тураһында бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Батыр олатайҙарыбыҙ һәр Еңеү көнөндә Үлемһеҙ полк сафын тулыландырып беҙҙең менән бергә атлай...

Әнүзә МӘЖИТОВА.

 

 

Беҙ миҙал өсөн һуғышманыҡ
Беҙ миҙал өсөн һуғышманыҡ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас