Бөйөк Еңеү менән!

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә, Бер битендә моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

Бөйөк Еңеү менән!Бөйөк Еңеү менән!
Бөйөк Еңеү менән!

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,

Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.

Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!

 

Атакаға күтәрелдек бергә,

Йыға һуҡты әжәл бер мәлде,

Ваҡытлыса йәнә терелдем мин,

Ул - мәңгелек һынға әйләнде.

Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр

Изге ялҡын булып яналар,

Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,

Эргәһендә һайрай балалар.

 

Ә артында уның сал бер ҡатын

(Ил инәһе - улдыр, моғайын.)

Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,

Һалҡын ташҡа терәп маҫлайын.

 

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә,

Бер битендә моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

Мостай Кәрим.



Автор:Гузель Салихова
Читайте нас