103 йәштәге ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай

Валентина Потапова өсөн был иң ҡәҙерле көн

103 йәштәге ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай103 йәштәге ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай
103 йәштәге ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай

Бөйөк Ватан һуғышында ир-егеттәр менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тиңһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Улар араһында Баймаҡ ҡыҙҙары ла була.

Шундай батыр, сая, ҡыйыу ҡыҙ булып яу яландарын ҡаһармандарса үткән Валентина Потапова менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Валентина Георгиевна ла бар тиҫтерҙәре кеүек яҡты хыялдар менән йәшәй. Училищены уңышлы тамамлап, дәүләт банкында үҙенең хеҙмәт юлын башларға ашҡынып йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Яҡты хыялдар селпәрәмә килә, урамдарҙы шомло тынлыҡ ҡаплай. Ҡыйыу ҡыҙ Валентина иленә ҡайғы килгәндә ситтә ҡала алмай – ул һуғышҡа китә.

Валентина Потапова аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә. Боеприпастарҙы һаҡлай, штабта элемтәсе булып эшләй. 1943 йылда Валентина Потапованы радистар курсында уҡытып, унан Вильнюс ҡалаһына ебәрәләр. Еңеүҙе лә батыр радист Прибалтикала ҡаршылай. Һуғыш бөткәндән һуң ике йылдан ғына Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Бында ул тормош иптәше Михаил Потаповты осрата һәм улар ғаилә ҡора. Бәхетле пар биш бала тәрбиәләп үҫтерә.

Һәр Еңеү көнөн оло тулҡынланыу, ниндәйҙер күңел ашҡыныуы менән ҡаршы алам. Яуҙа ятып ҡалған иптәштәремде, унан һуң мәңгелек донъяға күскән дуҫтарымды хәтерләйем. Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, илебеҙгә бер ҡасан да дошман аяғы баҫмаһын”,-ти Валентина Георгиевна.

Зиһене теүәл, бар яңылыҡтар менән танышып барған, неофашистарҙың баш ҡалҡытыуына борсолған ветеран балалары хәстәрендә бәхетле йәшәй. Улар әсәләрен көйөнөстәрҙән, төрлө ауырыуҙарҙан араларға тырыша. Шуға күрә яҡташтары ла ветеранды йыш борсомаҫҡа, ҡәҙер итергә һәм һаҡларға ынтылып тора.

Хөрмәтле йөҙйәшәр ветераныбыҙҙы бар күңелдән оло Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ! Сая Баймаҡ ҡыҙының батырлығы алдында баш эйеп, артабан да ҡаһарманлыҡ өлөгөһө булып, оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ!

Гүзәл Салихова.

 

 

 

103 йәштәге ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай
103 йәштәге ветеран Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас