Нәҫелемдең билдәле шәхесе
Ул рекорд ҡуймаған, ниндәйҙер билдәле хит авторы ла, гений ҙа, юғары пост биләргә, башҡаларҙан өҫтөнөрәк булырға тырышҡан түрә лә, бөтә кешелекте ҡотҡарыусы дарыу уйлап табыусы ла түгел, ә ябай, изге йөрәкле кеше булды. Яҙмам - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡартатайым Байрамғолов Мөхитдин Фәхретдин улы тураһында.
Ул 1910 йылдың 5 ғинуарында тыуған. Бик йәшләй генә атайҙан ҡалалар. Уға бәләкәйҙән төрлө эштәрҙә көс түгергә тура килә. Әммә тырыш, сабырлы, егәрле булыуы бөтә ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, түҙергә өйрәтә. Ялланып мал көтөү, Ғәҙелша, Түбә, Күлйортау рудниктарында, Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләү ни тиклем ауыр булһа ла, егет ҡорона еткәс, уны тик сыныҡтыра ғына. Ҡартатайым бәләкәйҙән бик һәләтле була, ғәрәпсә, рус телендә уҡый, яҙа белә ине. Ете быуын атай – олатайҙары төпләнгән тыуған Мерәҫ ауылында улар ырыуын ҡаҙаҡтар араһы тиҙәр. Ҡартатайым ун ике быуынын һанай торғайны. Бөгөнгө көндә Байрамғоловтар, Ямантаевтар, Мифтахетдиновтар, Шафиҡовтар ингән ҡаҙаҡтар шәжәрәһе ҡартатайым әйткән шәжәрәгә таянып төҙөлгән һәм архив материалдары менән раҫланған. Бик грамоталы булған ҡартатайым бер ҙә етәксе булырға ынтылмай, һәр саҡ ябай кеше булып ҡала. Үтә ныҡ ярҙамсыл, эшсән булыуы ауылдаштарына күрһәткән ярҙамында сағыла, кемгә землянка, кемгә текмәнән өй эшләп биреү кәрәк, тик уға мөрәжәғәт итәләр.
Армия сафында хеҙмәт итеү ҙә көслө, түҙемле, ихтыярлы булыу сифаттары талап итә һәм ҡартатайым өс йыл Чита өлкәһендә һалдат бурысын үтәй. Тыуған ауылына ҡайтып, өйләнеп, балалар тәрбиәләп, тормоштарын ҡора башлағанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Ҡартатайым Байрамғолов Мөхитдин Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа китә.
Сталинград ҡалаһы өсөн барған алыш - Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡанлы биттәренең береһе. 200 көн барған дәһшәтле яу 1942 йылдың 17 июленән алып 1943 йылдың 2 февраленә тиклем дауам итә.
Мин бәләкәй саҡта ҡартатайым үҙе, аҙаҡ атайым Байрамғолов Арслан Мөхитдин улы ҡартатайым тураһында ошоларҙы һөйләне: «Һуғыш башланғанда, атайым Баймаҡ баҡыр иретеү заводында эшләп йөрөгән. Стратегик билдәләнештәге завод булғас, башта уны бронь менән ҡалдыралар. Ауылда көн дә илау-һыҡтау,ҡара мисәтле өсмөйөш хаттар килә. Фронттағы хәлдәрҙең киҫкенләшеүе, өҫтәмә көстәр талап ителеүе сәбәпле сират атайыма ла етә».
1941 йылдың 11 сентябрендә уны һуғышҡа алалар.
Ҡартатайымдың һөйләүенән: «Мин һуғышҡа тура индем,сөнки һуғыштан алда армия хеҙмәтендә булғандарҙы өйрәтмәйенсә һуғышҡа тура ебәрәләр ине.
Мин артиллерия часында артиллерияны заряжать иттем, тоҫҡап атыусы булдым, аҙаҡ артиллерия расчеты менән командалыҡ иттем. Сталинград өсөн һуғышта баштан алып аҙағына тиклем булдым».
Көн һәм төн барған Сталинград өсөн аяуһыҙ һуғышты хәтерләгәндә ҡартатайым һуғыштың ни тиклем ҡаты, аяуһыҙ барғанын һүрәтләй : «Волга күренеп ята, ә эсергә һыу юҡ, ашарға юҡ, шуға баҡа, турғай ҙа тотоп ашай торғайныҡ.Самолет менән немецтарға аҙыҡ ташлайҙар ҙа, яңылыш беҙгә лә килеп төшә, әммә уны алырға рөхсәт итмәйҙәр.
Сталинградты азат иткәс,фашистарҙы ҡыуып, һаман алға киттек. Карпашовский, Батайск, Ростов-на-Дону, Таганрог, Кременчуг, Житомир ҡалаларын азат иттек. Көнө-төнө пулялар һыҙғыра, бомбалар шартлай, артиллерия, танкылар гөрһөлдәй, ҡот осҡос. Снаряд, миналарҙа шартлап һалдаттарҙың кәүҙәләре төрлө яҡҡа өҙөлөп сәселә: айырылған баштарҙың күҙҙәре асылып-йомола, өҙөлгән аяҡ-ҡулдар ҡыбырлап, һикереп ята.
Таганрогта икенсе тапҡыр яраландым. Госпиталдә бер ай ятҡас, тағы һуғышҡа индем. Киев ҡалаһына еткәс, бер аҙға артҡа сигенергә тура килде. Үҙебеҙҙең ил сигенә дошманды ҡыуып килеп еткәс, өсөнсө тапҡыр яраландым. Ярам бик ауыр ине, Киевта госпиталдә яттым.Һәм шунан демобилизацияландым», - тип хәтерләр ине ҡартатайым.
Уның Сталинградты, Киевты азат иткән өсөн алған наградаларын, Бөйөк Ватан һуғышы миҙалдарын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Ҡартатайым һуғыштан ҡайтҡас, колхоз эшенә күмелә, уң ҡулы күнәктәй шешеп, ярылып ыҙалатһа ла, иң ауыр эштәрҙең уртаһында була. Яҙын урман ҡырҡып, һал ағыҙыуҙа йөрөһә, уңыш йыйыу мәлендә бер генә йөк машинаһына йәшник ултыртып, ырҙынға иген ташыу, балта оҫтаһы эштәрен башҡарырға тура килә. Бөгөнгө көндә лә ауылдаштары шул ауыр йылдарҙа ҡартатайымдан күргән изгелектәрен аманат итеп балаларына тапшырған, ейәндәре теленән миңә ейәнсәренә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр.
Ҡартатайым бик эшһөйәр, алтын ҡуллы, ярҙамсыл, изге күңелле булды. Уның менән сикһеҙ ғорурланам. Уның өлгөһөндә, кәңәштәре менән үҫтек. Беҙ ҙә, ейәндәре, белемгә тартылдыҡ. Ҡустым Йоматау ауыл хужалығы техникумын уңышлы тамамлап, «Таналыҡ» колхозында бухгалтер булып хеҙмәт юлын башланы. Балтика диңгеҙендә моряк булып, Тыуған ил алдындағы бурысын да намыҫлы үтәгәндән һуң, яратҡан эшен дауам итте. 1991йылдарҙан башлап Рөстәм Арслан улы районда беренселәрҙән булып компьютерҙы үҙләштерҙе һәм райондың, район хужалыҡтарының эштәрен компьютерға һалыу буйынса оло эштәр башҡарҙы. Бик күп йәштәрҙе, хәҙер райондың төрлө өлкәһендә эшләп ултырған йәштәргә компьютер буйынса практика үткәреп, заманса техника серҙәрен өйрәтте.
Ә мин бына 37 йыл тыуған ауылымда юғары белемле, юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйем.Ауылымдың йәш быуынын белемгә әйҙәйем. Ошо маҡсатлы эшемә ярашлы бик грамоталы, әммә үҙе үтә ябай, баҫалҡы булып ҡалған ҡартатайым иҫтәлегенә Маҡтау грамотаһы һәм аҡсалата премия булдырҙым. Йыл да мәктәптә ғинуар айында иғлан ителгән хәрби патриотик айлыҡта «Бөйөк Еңеүгә иң күп 5 – ле!» конкурсы иғлан итәбеҙ һәм еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләйем. Еңеү паркында асылған «Еңеп ҡайтыусы ветерандар аллеяһының» авторҙарының береһе булыуым күңелемдә ғорурлыҡ хисе уята. Ике баламда ла белемгә ынтылыш тәрбиәләнек. Ҡыҙыбыҙ юрист, БР буйынса юстиция министерлығында төп белгес, улыбыҙ IT компанияһында программалаусы.
Ҡартатайымдың үтә лә ябайлығы, эскерһеҙлеге, изге күңеллеге, авторитет, абруй, юғары урындар көҫәмәүе беҙгә, балаларына ла күскән, юғары вазифаларға ынтылманыҡ, эшебеҙҙе намыҫ менән тырышып башҡарыуҙы өҫтөн һананыҡ. Ошо үҙендәге кешелеклелек сифаттарын беҙҙә тәрбиәләй алған ҡартатайым Байрамғолов Мөхитдин Фәхретдин улы хаҡлы рәүештә нәҫелебеҙҙең билдәле шәхесе статусына лайыҡ. Ҡартатайымдың данлы һәм шанлы фронт юлдары, фиҙаҡәр хеҙмәте күңелемдә сикһеҙ ғорурлыҡ хистәре уята.
Ҡәмәриә Нәҙербаева.
Мерәҫ ауылы.