Ҡәләмбай Дәүләтбай улы Ҡарабандин 1925 йылдың 15 июнендә Темәс ауылында тыуған. Ғаиләлә улар өс бала үҫә: Ҡәләмбай, Йомабикә һәм Сәбилә. Ҡәләмбай урындағы мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын Темәс педагогия училищеһында башлай. Унда ул ат егеп утын ташый.
Бөйөк Ватан һуғышы күптәрҙең йәшәйешенә үҙгәрештәр индерә. Был дәһшәтле ваҡиға Ҡарабандиндарҙың тормошон да ситләп уҙмай. 1942 йылдың 25 авгусында ун ете йәшен яңы тултырған Ҡәләмбайға ла фронтҡа повестка килә. Буйға бәләкәй генә (1 метр ҙа 49 см), йөҙөнән бала төҫө лә сығып өлгөрмәгән егетте егелгән атҡа ултыртып, һуғышҡа оҙаталар.
Ҡәләмбай менән бергә фронтҡа саҡырылғандарҙы тәүҙә Өфө ҡалаһына ебәрәләр. Бында хәрби әҙерлек үтәләр. Артабан уларҙы Ырымбурға оҙаталар. Дзот эшләп, оборона төҙөү эшенә йәлеп итәләр. Бында эш бик ауыр, ашау яғы ла насар ғына булғанлыҡтан Ҡәләмбайҙың сәләмәтлеге ҡаҡшай. Шуға күрә лә уның документына: “Буйы тулмай”, - тигән яҙыу менән кире ҡайтаралар. Был хәлде Ҡәләмбай бик ауыр кисерә. Сөнки немец фашистары Сталинградҡа етеп килгән була. Барыбер ҙә кире фронтҡа китәм, тигән ныҡлы маҡсат менән ул ауылына ҡайтып китә.
Өйҙә инде уны ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн яҡындары бар көсөн һала. Тейешле тәрбиә булғанлыҡтан, күп тә үтмәй ул тороп баҫа, нығына. Бер айҙан һуң Ҡәләмбай техникумға эшкә төшөп, ат менән утын ташый башлай. Ләкин уның немецтарға ҡаршы көрәшкә барыу теләге һүнмәй. Һөҙөмтәлә 1943 йылдың 21 майында ҡайтанан фронтҡа юллана. Был осорҙа ул кәүҙәгә тартылып, 1 метр ҙа 61 сантиметрға тиклем үҫкән була.
Ҡәләмбай Ҡарабандин һуғышты Курск-Орлов дуғаһында башлай. 9-сы мотоуҡсылар батальоны сафында I һәм II Украина фронты йүнәлешендә фронтҡа инә. Альтдамм, Бранденбург, Дойч-кроне, Варшава, Берлин, Шнайдемюль ҡалаларын немец фашистарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Шулай уҡ Одер, Висла йылғаларын кисеүҙә ҡатнашып, күрһәткән батырлыҡтары өсөн полкташтары менән бер рәттән уға ла Советтар Союзының Баш командующийы И.Сталин Рәхмәт белдерә. Ҡәләмбай Ҡарабандин 1944 йылдың 9 апрелендә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Яугир фронтта ике тапҡыр яралана. Тәүге йәрәхәтте – Сумский ҡалаһы өсөн барған һуғышта, икенсеһен Днепр йылғаһын кискәндә ала.
Бөйөк Еңеүҙе ул Эльба йылғаһы буйында ҡаршылай. Ял итеп ултырғандарында бер немец: “Ахтун! Ахтун! Гитлер капут!” - тип ҡысҡырып үтеп китә. Был көн 1945 йылдың 9 майы була. Бер-береһен ҡосаҡлап, ҡотлаған шат ауаздар Эльба буйын яңғырата.
Ҡәләмбай Ҡарабандин тыуған яҡтарға ҡайтҡас, Гәүһәр исемле һылыуға өйләнеп, ғаилә ҡора. Улар дүрт ҡыҙ һәм дүрт улға ғүмер бирә. Ғаилә башлығы, балта оҫтаһы булараҡ, бер үк ваҡытта мәктәптә хеҙмәт дәресен дә алып бара. Ағастан төрлө биҙәктәр һалып тәҙрә рамдары, һандыҡ, өҫтәл, ултырғыстар эшләй. Темәс ауылындағы күп йорттарҙың тәҙрәләре уның ҡулдары менән биҙәлгән.
Ҡәләмбай Ҡарабандин бик тә ижади кеше була. Кәрәк булһа моңло итеп йырҙарын да һуҙып, дәртле баҫып бейеп тә ебәрер булған. Дин юлына баҫып, иманды үҙ иткән. Йәштәрҙе ислам диненә ылыҡтырыу өсөн бар тырышлығын һала.
Ҡәләмбай Ҡарабандин 2009 йылдың июнендә 84 йәшендә вафат була. Ул Темәс ауылында ерләнгән.
Лилиә ТАКАЕВА.