Еңеүгә - 80 йыл
6 Мая 2025, 05:40

Баймаҡ егеттәре һаҡҡа баҫты. Афарин!

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә, Бер битеңдә — моңһоу ай һаман, Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә, Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

Баймаҡ егеттәре һаҡҡа баҫты. Афарин!Баймаҡ егеттәре һаҡҡа баҫты. Афарин!
Баймаҡ егеттәре һаҡҡа баҫты. Афарин!

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,

Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.

Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!

 

Атакаға күтәрелдек бергә,

Йыға һуҡты әжәл бер мәлде.

Ваҡытлыса йәйә терелдем мин,

Ул — мәңгелек һынға әйләнде.

 

Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр

Изге ялҡын булып яналар,

Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,

Эргәһендә һайрай балалар.

 

Ә артында уның сал бер ҡатын

(Ил инәһе — улдыр, моғайын.)

Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,

һалҡын ташҡа терәп маңлайын.

 

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә — моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

 

Мостай КӘРИМ

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас