Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Февраль , 16:45

Ялан батыры - Рәшит Сафин

Рәшит Сафин Комсомол бүлексәһенең алдынғы һәм тәжрибәле механизаторҙарының береһе була. Тәбиғәттән бирелгән оҫталыҡ, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ уға йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итә. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен иң изге һөнәргә бағышлаған ялан батыры иген йыйыусы комбайнсылар араһында йыл һайын тиерлек чемпион булып таныла. Үтә лә тура һүҙле булыуы, ялғанды һөймәүе Рәшит Сафинға күңелһеҙлектәр ҙә тыуҙыра...

Ялан батыры - Рәшит Сафин
Ялан батыры - Рәшит Сафин

Иген игеп, ергә эйелеп илде туйҙырған баҫыу эшсәндәре һәр заманда ла оло маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Сөнки улар иң мөһим, иң кәрәкле эште башҡара. Рәшит Ғибат улы Сафин да районыбыҙ үҫешенә, илебеҙгә икмәк биреүгә тос өлөш индергән хөрмәтле аҡһаҡалдарҙың береһе.

Рәшит олатай 1940 йылда Әптекәй (хәҙер бөткән) ауылында тыуып үҫә. Иркәләнеп-наҙланып үҫергә яҙмай уға. Илдә башланған Бөйөк Ватан һуғышы, аслыҡ-яланғаслыҡ уны өлкәндәр рәтенә тиҙ баҫтыра. Яланаяҡланып, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән ҡырҙа әтмәкәс, кәзә һаҡалы, йыуа эҙләп йөрөгәне әле лә хәтерҙә олатайҙың. Бәлки, үҙәгенә үткән аслыҡ та Рәшит Ғибат улын үҙен донъялағы иң изге һөнәргә – игенсе булыуға килтергәндер.

Илдә сиҙәм ерҙәрҙең үҙләштереү башланғас, Сафиндар Комсомол ауылына (хәҙерге Сәйғәфәр) күсеп килә. Мәктәпте тамамлағас, Рәшит олатай механизатор һөнәрен үҙләштереп, ең һыҙғанып эшкә тотона. Оло теләк менән Ватан һағына баҫып, ир-егет бурысын үтәй. Армия сафында ул иң шәп, ныҡышмал егет булып танылып, командованиеның Рәхмәтенә лайыҡ була. “Һәр ир-егет ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш. Бөгөн илебеҙгә фашистар яңынан теш ҡайрағанда, “их, йәш буһам, алдынғы һыҙыҡта булыр инем” тигән үкенесем бар. Әсә кеүек, ил дә бер генә. Уны һаҡларға кәрәк”,-ти Рәшит олатай.

Әрменән ҡайтҡас һылыу, оялсан, иҫ киткес эшһөйәр Ғарифа исемле һылыуҙа осрата. Ғарифа Хисаметдин ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районынан. Һуғыштан һуңғы аслыҡ ваҡытында уларҙың ғаиләһе Баймаҡ районынының Ниғәмәт ауылына күсенә. “Унда эш бар”,-тигәнде ишеткәс, ғаилә күрше районға йүнәлә. “Эш булған ерҙә, аш та була, ти ата-әсәһе. Һәләтле йәш ҡыҙҙы Комсомол бүлексәһенә клуб мөдире итеп йүнәлтәләр. Бер йылдан ул әрменән ҡайтҡан ҡарашынан осҡондар сәскән Рәшит менән таныша. Бәхетле пар өйләнешеп, Айһылыу, Ришат, Гөлназ исемле балаларына ғүмер бүләк итәләр. Уларҙы матур итеп тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтыралар. Тик, үкенескә ҡаршы, Ғарифа инәй донъя бөтәйтеп, матур итеп йәшәгән мәлдә, мәңгелеккә күҙен йома.

Рәшит олатайҙың хеҙмәт юлы әле лә оло һоҡланыу тойғолары уята. Рәшит Сафин Комсомол бүлексәһенең алдынғы һәм тәжрибәле механизаторҙарының береһе була. Тәбиғәттән бирелгән оҫталыҡ, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ уға йыл һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итә. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен иң изге һөнәргә бағышлаған ялан батыры иген йыйыусы комбайнсылар араһында йыл һайын тиерлек чемпион булып таныла. Үтә лә тура һүҙле булыуы, ялғанды һөймәүе Рәшит Сафинға күңелһеҙлектәр ҙә тыуҙыра. Әммә ул ғүмере буйы саф намыҫлы һәм ғәҙел булып ҡала. Был сифаттарының һөҙөмтәһе булып, маҡтаулы дәрәжәләрҙән тороп ҡалһа ла, ул бер ҡасан да үкенмәй. “Иң мөһиме – ысын КЕШЕ булып ҡалыу”, ти ул.

Алдынғы механизатор Комсомол бүлексәһендәге ураҡ-транспорт звеноһына етәкселек итә. 1979 йылда бында тәүге тапҡыр өс “Нива”нан торған звено төҙөлә. Рәшит Сафин етәкселек иткән звено 29 мең центнер иген һуғыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Рәшит Ғибат улы һәм уның менән бергә эшләгән Самат Ҡунысбаев 10-ар мең центнер иген һуғырға йөкләмә ала. Ә йәш, беренсе йыл эшләгән комбайнсы Йыһаннур Исламов 9 мең центнерлыҡ уңышты алырға ҡарар итә. Рәшит Сафиндың звеноһы ураҡтың тәүге көндәренән юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Иртә иген культуралары йыйыуҙы үҙҙәрендә башлап, дүрт көн Йылайыр совхозының Октябрь бүлексәһендә эшләйҙәр. Был ваҡытҡа тиклем Һаҡмар зонаһында иген өлгөрә. Шуға күрә улар үҙҙәренә әйләнеп ҡайта. Алдынғы комбайнсыларҙың оло хеҙмәтен баһалап, был ваҡытта уларҙың бункерҙарына икешәр ҡыҙыл йондоҙ төшөрөлә. Был совет осоронда ялан батырҙарының эшенә иң ҙур баһа була.

Тәүге көндәрҙә үк 19 мең центнерҙан ашыу иген һуҡтыҡ. Мин Самат менән 7-шәр мең, ә Йыһанур 5 меңде уҙҙырып ебәрҙе. Был йәш комбайнсы өсөн юғары һөҙөтмә ине. Әлбиттә, туҡтауһыҙ эшләп йөрөгәндә тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшер инек. Комбайндар боҙолоп ултырған саҡтар булды. Миңә ике мәртәбә ремонтҡа туҡтарға тура килде. Тәүҙә башаҡ шнегы ватылды, шунан һуң вариатор ҡайышын алмаштырҙым. Шуға ҡарамаҫтан звенобыҙ тырышып эшләне. Нормалағы 600 центнер урынына 1200-1500 центнер иген һуҡтыҡ”, тип хәтерләй Рәшит олатай.

Әлбиттә, ул йылдарҙа илгә икмәк үҫтереүгә, ялан батырҙарының эшенә иғтибар ҙур була. Шуға күрә бүлексәнең ҡыҙыл мөйөшөнгдә ураҡтың ярыш экраны, боевой листоктар һәм молниялар эленеп тора. Унда Зиннур Килдеғошов, Кинйәбай Йәрмөхәмәтов, Рәшит Сафин, Булат Нәзиров кеүек ураҡ батырҙарының хеҙмәт ҡаҙаныштары теркәлеп бара.

Беҙҙең звеноға беркетелгән водителдәрҙе лә билдәләп үтергә кәрәк. Бик шәп эшләне улар. 1395-се Сибай автоколоннаһы водителе Александр Исакинды яҡшы хәтерләйем. Башҡа водителдәр ҙә һынатманы. Комбайндарҙың туҡтап ҡалыуына юл ҡуйманы. Водителдәрҙең оҫталығы ла беҙгә юғары күрһәткестәргә өлгәшергә ярҙам итте. Төнгө икегә тиклем эшләгән саҡтар ҡәҙимге режим була торғайны”, - ти Рәшит Ғибат улы.

Рәшит олатай ҡырҙа ятып эшләгән мәлдәрен һағынып иҫкә ала. Механизаторҙар вагондарҙа йоҡлай. Таң менән йәнә эшкә тотоналар.

Механик Ш. Хәсәнов етәкселегендә техник яҡтан хеҙмәтләндереү звеноһы ағзаларының берҙәм эшләүе техниканы етештереүсәнле файҙаланыуға ярҙам итте. Звенобыҙҙа көйләүсе мастер Салауат Юнысбаев, сварщик Ринат Алсынбаев та булды. Улар һәр саҡ яныбыҙҙа булып, ярҙам күрһәтергә әҙер генә торҙо. Беҙҙең заманда 1 сентябрҙән республикала урып-йыйыуҙы тамамлау һәм иген әҙерләүҙе тиҙләтеү өсөн удар ун көнлөк иғлан ителә ине. Шуға күрә бүлексә етәкселәре управляющий М.Е. Денисов, партия ойошмаһы секретары У.М. Кәримов ураҡта ҡатнашыусыларҙың бөтә тырышлығын урып-йыйыуҙы тиҙерәк тамамлауға, техниканы юғары етештереүсәнле файҙаланыуға, смена һайын юғары күрһәткестәргә өлгәшеүгә йүнәлдерә ине”, -тип ҡәҙерләп хәтерләй олатай үткәндәрен.

Рәшит Ғибат улы менән һөйләшкәндә, ирекһеҙҙән, күҙ алдына алтын төҫө менән тулҡынланған иген баҫыуҙары, уларҙа караптай йөҙгән комбайндар, уның штурвалы артындағы ҡояшҡа янған, аҡ тештәрен йылтыратып йылмайған ялан батырҙары күҙ алдына килә. Эйе, совхоз чемпионы булып танылған Рәшит Сафиндың звеноһы һәр саҡ алғы сафта була. 1979 йылда Рәшит Ғибат улы Социалистик Хеҙмәт Геройы Рәшит Яхин кеүек дүрт “Нива”нан звено төҙөргә тәҡдим итә. Был ниәтен бойомға ашырып, ул тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшә. Рәшит Ғибат улының хеҙмәт батырлығы тураһында район гәзитендә генә түгел, ә “Правда”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә баҫыла. Лайыҡлы хеҙмәте бик күп наградалар менән билдәләнә. Улар араһында “Ун йыллыҡ ударнигы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән әлллә нисәмә миҙал бар. Ә Маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-хисабы юҡ! Иң ҡатмарлы, иң ауыр һуғыш йылы балаһынан (уның миҙалы ла бар), “Тормошта ниндәйҙер үкенесегеҙ бармы?”- тип һорайым. “Юҡ, Тыуған илебеҙ ҡушҡанса эшләнек һәм йәшәнек. Илебеҙҙе туйындырыусылар сафында булыуым менән ғорурланам. Әлбиттә, хәләл ефетем әле лә янымда ҡабатланғыһыҙ йылмайыуын бүләк итһә, был донъяла мин иң иң бәхетлеһе булыр инем. Балаларыма рәхмәтлемен. Улар мине иғтибарынан ҡалдырмай, ҡәҙер-хөрмәт итеп, хәстәрләп йәшәй”,- тип яуапланы ул.

Районыбыҙҙың даны, илебеҙҙең күрке булған хеҙмәт ветеранына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм балалар игелеге теләйбеҙ. Һеҙ тыуған еребеҙ ғорурлығы, Рәшит олатай Сафин!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Һүрәттә: Рәшит Сафин (уңда) алдынғы звеноһы менән. 1979 йыл.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: