Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фотогалереи
10 Май , 11:40

Сөйәл үләненең файҙаһы

Уны тамыры менән ит үткәргес аша үткәреп, һутын 2 банкаға һығып алам. Береһенә спирт ҡушам. Ҡыш уртаһына тиклем таҙаһын, унан һуң спиртлыһын ҡулланам...

Сөйәл үләненең файҙаһы
Сөйәл үләненең файҙаһы

Кисә уны йыйып, йыуып ҡуйҙым, хәҙер ит үткәргес аша үткәреп йөрөүем. Ул турала "борон заман" яҙған мәҡәләмде лә ҡабат ҡуям. Белеп ҡулланһаң, дарыу Сөйәл үләненең (чистотел) файҙаһы бик күп.

Уның менән дауаланыуҙың бер нисә төрөн тәҡдим итәм.

Уны тамыры менән ит үткәргес аша үткәреп, һутын 2 банкаға һығып алам. Береһенә спирт ҡушам. Ҡыш уртаһына тиклем таҙаһын, унан һуң спиртлыһын ҡулланам.

Ҡайһы ваҡыт спиртһыҙы ла яҙға тиклем һаҡлана. Әҙ генә тамаҡ ҡырыла, һалҡын тейә башлаһа, йоҡлар алдынан йылы һыуға сөйәл үләненең һутын ҡушып, тамаҡты сайҡатам.

Танауға ла (яртылаш һыу ҡушып) тамыҙырға мөмкин. Оло кешегә концентрацияны күберәк, балаларға шыйығыраҡ итәм. Ошо уҡ һутты ваҡ шешек сыҡһа ҡулланам. Мамыҡты һутҡа манып, компресс ҡуям (йәбештереп ҡуям).

Сөйәл үләне һуты яман шеш ауырыуҙарынан һаҡланыу сараһы булып тора. Ярты балғалаҡтан десерт ҡалаҡҡа еткереп (постепенно увеличивая), 50-100 гр һыуға ҡушып, иртән ас ҡарынға эсергә кәрәк.

Уның һуты ҡара ҡылауҙы (катаракта) булдырмаҫ өсөн дә ҡулланыла. Һыуытылған ҡайнаған һыуға сөйәл үләне һутын (1:1) ҡушып, мамыҡты манып, күҙ ҡабаҡтарына ҡуйырға кәрәк. Күҙгә тамырлыҡ булмаһын. Өҫтөнә йомшаҡ полиэти¬лен ҡаплап, яулыҡ менән бәйләп төн буйы тоторға. 15 көн дауаланырға кәрәк.

Зәйтүнә Күсәпова. 

Автор:
Читайте нас: