+2 °С
Болотло
Уяндым да иртән, күҙ асыуға,
Иҫәнме, тип әйттем үҙ-үҙемә.
Шөкөр, иҫән... Яңы бер көн тыуған,
Серле балҡыш һирпеп Күк йөҙөнә.
"Ниндәй хәбәр менән башланыр көн?" –
Төрлө уйҙар биләй күңелемде.
Тәнем сафлар һыу бар, йәнгә – доға –
Иҫкәртә ул мәңге түгелемде...
Бисмилланан башлайым әле иртәм,
Шөкөр итәйем, матур уйҙар уйлайым.
Хәйерле көн, яҡшы кәйеф теләп,
Йән дуҫтарға сәләмемде юллайым!
Сания Әхмәтйәнова.